Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Июнь 2022, 17:46

Кеше йәнле

– Туҡта, ҡыҙма әле, ағай, давай по-братски һөйләшәйек. Һин – яңғыҙың. Шул тиклем аҡса нимәгә: кәрәк булһа, беҙгә барып ашап йөрө, аҙбарҙа ваҡ-төйәк эш-ҡош ҡараһаң да ярай. Уйлап ҡара, хәҙер ситтә һине кем көтөп тора? Дауаланам тиһең, һинең бит “хронический” – дауалап булмай торған сир. Бушҡа аҡса түгеп йөрөүең генә ҡала... Хәлфетдин уны ишетмәне. Төтөнгә ыҫланып ҡарайған, ватыҡ өлгөһөнә сепрәк тығылған тәҙрәнән күҙен алманы. Тышҡы яҡта – егет ҡыҙҙы санаға ултыртҡан да, әй, һөйрәргә аҙаплана. Торғаны мәрәкә инде. Сана кәлпәйеп китеп, тегенеһе ҡарға тәгәрәне. Эргәһенә егет тә ауҙы. Ятҡан килеш икәүләшепбер-береһенә ҡар һибешәләр...  

Кеше йәнле
Кеше йәнле

Рәлис УРАҘҒОЛОВ

(хикәйә)

 

Ауылдың ситендә генә бәләкәй йорт бар. Бөгөнгө бейек, тимер ҡоймалы урам өйҙәре рәтендә һис булмаған ул. Нигеҙе ҡоролғандан алып ситтә торһа ла, колхоз заманында бында ауыл халҡының күпмелер өлөшө үҙе “күсеп” килгәндәй ине: йәйен ырҙын табағы гөрләп торҙо, арыраҡ урынлашҡан фермаға, трактор паркына юл шуның ихатаһы аша һуҙылды. Ҡышын иһә үҙҙәрен клуб йәшенән үткән, тансы-мансыларҙан алыҫ торам тип иҫәпләгән мужиктарҙың мәҙәниәт йортона әйләнде. Тәмәке төтөнөнә ҡуша түбәгә анекдоттар эленде, уйын-көлкө, ҡатын-ҡыҙ тураһында гәптәр ҡалманы, өҫтәл өҫтөндә домино һуғылды, кәрт шапылданы. Ҡулдан-ҡулға күсеп, һырлы стакан йөрөнө… 
Бөгөн бында тынлыҡ. Тишек ҡыйыҡтан төшкән һыу тамсыларынан түбә таҡтаһы сереп, һалынып төшкән, матсаһы бөгөлгән, буяуһыҙ иҙәндәр күптән һыу заты күрмәгән, ярылған мейестең тирә-яғынан әсе, дымлы төтөн сыға. Ҡайҙа етте шунан һындырылған кәртә-ҡорта киҫәктәре еҫе бар өй эсен ыҫлаған. Ырҙын табағы ла, келәт, арыраҡ торған трактор-машина паркы ла хәҙер юҡ. Тик ҡалын ҡар аҫтынан ара-тирә иҫке бағана баштары, кәртә ҡалдыҡтары ғына һерәйгән. Булған тимер торбаларҙы күптән һурып оҙатһалар, алын­мағандарын ҡырҡып, металл йыйыусыларға тапшырғандар. Өй эсе кистән үк ҡараңғылыҡҡа сума – электр уты өҙөлгән. Алюмин сымын алып киткәндәр. Тик стенаға беркетелгән шәшкегә уралған өлөшө генә ҡасандыр бында Ильич лампалары янғанын хәтерләтә. Тышта ҡоторған буран олоуынан, көслө елдең ҡыйыҡ ҡалайын шапылдатыуынан башҡа тауыш-тын юҡ. Хәйер… 
Иҫке тунға, юрғанды хәтерләткән сепрәккә уранып, бер кеше ята. Туҡтауһыҙ йүткереүе, дер-дер ҡалтырауы ғына бында йән эйәһе булғанын белдерә. Исемен күптәр хәтерләмәй уның – “кеше йәнле”, тиҙәр. Моғайын, ата-әсәһе ҡушҡанса Хәлфетдиндән һалдырһалар, ауылда бындай бәндә юҡ, тип аптырарҙар ине. Кешеләргә бәләкәйҙән ярҙамсыл, итәғәтле булғанға ололар: “Был бала бигерәк кеше йәнле инде”, – тигән. Икенселәре иһә тормошта уға бик ҡыйын булырына ишаралаған. Ғүмер үҙ яйына үтә бара, малай ҙа үҫә, егет, һуңынан ир ҡорона инә. Яратып, бәхетле, изге теләктәр теләп, булмышына күрә икенсе исем ҡушҡан ҡарттар фанилыҡтан китә. Аҙаҡ инде был һүҙ ҡушаматҡа әйләнә, бөтөнләй үк Хәлфетдинде алыштыра. Олоғая башлағас, ҡушамат та “изгелекле” мәғәнәһен юғалта, кәмһетеү булып ишетелә башлай. Кеше йәнле – үҙ тормошо юҡ, берәҙәк, бомж. Барыһын берләштерә ул. Кеше йәнле… 
Алтмышты саҡ артмаҡлаған ирҙең айына бер генә байрамы бар – пенсия килтерәләр. Ғүмере буйы егелеп колхозда эшләһә лә, уныһын “мини­мум”дан бирәләр. Быныһына ла шөкөр. Тик… “Пенсия ала” тип ауыҙ тултырып әйтһәң, әү, тиер, исемлеккә ҡултамға ғына һала. Ҡалғаны – ҡустыһы ихтыярында. “Һиңә етер, барыбер эсеп бөтөрөрһөң, минең, ана, балаларҙы уҡытырға кәрәк”, – тип, һыпырып уҡ тигәндәй алып китә. Бер әсмүха сәйлек, ике ҡап шәкәр менән ай буйына дүрт-биш буханка икмәкте иҫәпләмәгәндә. Тағы ла, мең һүҙгә етеп, ҡултамға көндө бер ярты ҡалдыра. Ике-өс ҡап тәмәкеһен ҡыҫтырып килә. 
– Һин минән күберәк алаһың әле. Һыйырым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда, тип, үҙеңде генә ҡарап ятаһың. Кәрәк икән, берәйһенә барып сәмәйен эсәһең, кәрәк икән – тәмәкеһен тартаһың, ҡар көрәгән булып һурпаһын һемереп сығаһың. Ә беҙгә… – Ҡустыһы үҙенең күпме мал тирәһендә булышҡанын, тегеңә, быға аҡса еткерә алмауын – барыһын-барыһын теҙеп алып китә. Һуңынан, уфылдап, былай тип ҡуя: – Ашаған белмәй, тураған ғына белә шу-ул… 
Хәлфетдин иһә, йүтәлләй-йүтәлләй йөҙ грамын эсә лә, бөтөнләй “кеше йәнле”гә әйләнә.
– Кәнишнә-кәнишнә, ҡустыларға ярҙам итергә кәрәк. Смәтри, бабайың яҡшы уҡыһындар тип әйтте, тиген. Әтүһә, ҡолаҡтарын борормон, – тигән була. – Мин ни, яңғыҙ башыма, һыныҡ икмәклек таба алмайыммы тағы? Хи-хи-хи… – Туҡтап, уйланып тора ла, та­ғы берҙе бүлкелдәтә. – Ултырып тор әле аҙ ғына, бер күреп һөйләшкәндәй булайыҡ – элеккесә, үҫкәндәгесә… 
– Йо-оҡ, ҡайтаһым бар. Киленең мунса яҡҡайны, оҙаҡ йөрөмә, тип ҡалды. 
Күгәндәре май ишараты күрмәгән элекке ҡарауыл йортоноң ишеге ябыла. Тынлыҡ. Шомлоҡ. Өй эсен яйлап ҡараңғылыҡ баҫһа ла, электән ҡалған һуҡыр лампа үҙенең тирә-яғын яҡ­тыртырлыҡ көс таба. Мүге ҡойолған бүрәнә араһынан үткән һиҙелер-һиҙелмәҫ елгә ялҡынын уйнатып, солярка еҫен аңҡыта, һөрөмөн түбә таҡтаһына осора.
Хәлфетдин ғыжлай, быуылып йүт­керә. Һыуыҡ тейгән уға. Кисә лә, бөгөн дә түгел. Байтаҡ йылдар була инде, шуға ла “хронический” тиҙәр. Әлеге шул ҡустыһына буралыҡ сыҡһын тип, бер ҡышты Белорет яғында ағас ҡырҡ­ҡайнылар. Бүрәнәләрҙе ни, йәнәһе, яҙын түбәнгә табан элеккесә һал яһап төшөрәләр. Һәр хәлдә, буратҡан ауылға ҡәҙәр. “Ағай, ней, шулайтһаң, осһоҙға төшә ул, хәҙер бит транспорт ҡиммәт”, – тип, бик белдекле һөй­ләнде Әхнәф. Знамы, ҡустыһы әйткән икән, шулай кәрәк. Туған менән иҫәпләшеп, хаҡлашып тормайҙар. 
Ялан кешеһе өсөн урман яғыныҡыларҙың эше бик мәшәҡәтле лә, ҡыҙыҡ та икән ул. Оҙо-он, ун икешәр метрлыҡ бүрәнәләрҙе бергә бәйләнеләр ҙә киттеләр түбәнгә табан ағыҙып. Һалдар тыңлашмаһа, өҫтөндәге ир-ат ҡолға-кәртә менән төртә – төрлөсә ҡыландыра. Нисек кенә булмаһын, Хәлфетдингә был эш бик ҡатмарлы, баш етмәҫлек тойолдо. Теге ауылға яҡынлашҡас, һалдарҙы тоторға, туҡтатырға тейештәр ине. Тик… боролошҡа етәрәк кенә береһе таралды ла китте. Ярай әле ҡалғандары, быныһының бүрәнәләре һайыраҡ ергә барып төртөлдө. 
– Уф-ф, ағай, бар әле, минең радикулит бит, – тип бөтөрөлдө ҡустыһы. – Әрәм генә була инде мал аҫрап тапҡан аҡса, әрәм генә була инде-е…
Хәлфетдин, уны-быны уйлап тормай, һыу эсенә инеп китте: бүрәнәләрҙе тотто, һәр береһенең башынан аша алып, ҡалын арҡандың осон бәйләне, ырғаҡҡа эләктерҙе. Ҡалған ирҙәр ярға һөйрәне. Шулай итеп сығарып бөттөләр. Ошо ауылда буранылар ҙа, йәйен оҙон арбалы “вертлюгалар” “һә” тигәнсе ташып та ҡуйҙы. Тик Хәлфетдиндең генә хәле мөшкөл­ләнде. Тегендә, Инйәр һыуын кис­кәндә, йылыныр өсөн эскән яртылар ҙа ярҙам итмәне, район дауаханаһында дауаланып сығыу ҙа. Табиптар шифаханаға барырға ҡушҡайны ла – аҡсаһы булманы. Шунан һуң, бура – бура менән, уны өй итер өсөн, ай-һай, күпме эшен башҡарырға кәрәк бит әле. Бында иһә балта оҫтаһы Хәлфетдинһеҙ – никак. Бына шулай. Һуңынан ни, матур итеп өй туйланылар ҙа… Ҡустыһы иҫке өйҙө   бикләп тә ҡуйҙы. Күп тә тормай, һүтеп, һатып уҡ ебәрҙе. 
– Ағай, ней бит әле, беҙҙең балалар ҙа бар. Үҙеңә берәй нәмә хәстәрлә инде. Яңғыҙ башың – не пропадешь, тигәндәй, әмәлен табырһың. Ата-бабанан килгән йола: төп йорт – төпсөктөкө, кинйә малайҙыҡы… 

(Дауамы бар).

Нишләһен Хәлфетдин, туған менән атай малын бүлешеп, йәмһеҙләшеп йөрөп буламы тағы? Хәйер, атай йорто ла юҡ бит инде, нисек кенә тимә, Әхнәф яңыһын үҙе һалды. Иҫкеһенең аҡсаһы күпме генә сыҡҡан тиһең, берәр еренә яраһа шул, балалары ла үҫә. Хәлфетдин шулай уйланы. Ул саҡта. Хәйер, хәҙер ҙә инде. Яңғыҙ башына ғына ризыҡ табалмаймы? Ә ҡустыһына балаларын уҡытырға, юғары белем бирергә, кеше итергә кәрәк. Фамилияның дәрәжәһен төшөрмәһендәр. Башҡалар белһен кем икәндәрен! Йо-оҡ, йәл буламы улар өсөн айына бер пинсә генә. Күберәк түләһәләр, ике малайы менән ҡыҙына икеләтә бирер ине. Үҫерҙәр, бабаларының изгелеген онотмаҫтар. Ярҙам итер Хәлфетдин, нишләп итмәһен, әлегә ҡулында көсө, күкрәгендә ғәйрәте бөтмәгән. Ҡһы-ҡһы… Ах, ҡәһәрең, бына шул йүтәле генә тынғылыҡ бирмәй, күкрәк тәнгәлен ҡыҫа, һушын ала… 
Тағы таң аттырҙы ир. Төнө буйы ҡоторған буран тынған. Март башы бураны бер ҡоторһа, аҙаштыра торған. Юҡҡа ғына “аҡман-тоҡман” тимәгәндәр. Ниңә шулай атағандарына бала сағында аптырай торғайны. Өләсәһе былай тип һөйләне: “Имеш, борон Аҡман менән Тоҡман исемле ике бер туған булған. Былар, атай малы бүлешәлмәгәнме, башҡа нәмәме, икеһе ике сиреү йыйып, алышҡа сыҡҡан. Бик ҡаты булған һуғыш, аттарының тояҡ аҫтынан күтәрелгән саңда бер ни күренмәгән. Әҙәм балаһын аҙаштырырлыҡ буранға исемде бына шуға “аҡман-тоҡман” тигәндәр, имеш. Улым, ҡустың менән һис арағыҙҙы боҙмағыҙ, туғандар ыҙғышынан да яманырағы юҡ. Тыштағы буран бер ни түгел, өйҙә буран булмаһын…” Бик аҡыллы ине өләсәһе. Ғәрәпсә белһә лә, башҡа белеме булманы. Ниңәлер ул заман кешеләре Хәлфетдингә сей наҙан һымаҡ тойола торғайны: пионер булмағандар, галстук таҡмағандар, урыҫса һөйләшмәйҙәр, партия политикаһын аңламайҙар… 
Хәлфетдин стенаға эленгән, йыл башында ҡайһылыр гәзиттә баҫылған календарға күҙ һалды. Ҡыҙыл ҡәләм менән уратылған – бөгөн пенсия таратырға тейештәр. Үҙ байрамдарын билдәләп, шулай ҡыҙыл йөрөтөүсән ул: пенсия көнө, ҡустыһының, килененең, балаларының тыуған көндәрен, ике туғандарының, өс, дуҫ тип иҫәпләгәндәрҙең. Һәммәһенең. Хәлфетдинде иһә кем нисек һанайҙыр, уныһы – ҡараңғы. Тыуған көндәрендә ситтә йәшәгәндәргә шулай шылтырата ла, тегеләре аптырап: “Ниндәй Хәлфетдин тағы?” – тип, һалып та ҡуя. Быныһына ла үсекмәй, ҡабат шылтырата: ҡайһыһы тыңлап та тормайынса эт урынына һүгә, ҡайһыһы инде дежур һүҙҙәргә ҡушып рәхмәт әйткән була. Бына шуға ла, ҡәләм менән уратылып, көн иҫәбенең аҫтарына һыҙып бөткәнгә, календары ҡып-ҡыҙыл. Ярай әле телефоны бар. Ауырып-фәлән китһәң, тигән булып, малын ҡарашҡан өсөн фермер Низам биргәйне. Дөрөҫөрәге, кәрәгең сыҡһа саҡырырмын, тип. “Иҫкерәк тә инде, шылтыратырға ярап торор, интернетта ултырмайһың, – тине, ихлас йылмайып ул. – Килеп эшләгән һайын аҙ ғына булһа ла аҡса һалырмын. Тик теләһә кем менән һөйләшмә, бөтөп ҡуймаһын...” Кем менән һөйләшһен инде? Яҡыныраҡ кешеләрен тыуған көндәре менән ҡотлау өсөн дә нумирҙарын ата-әсәһенән, туғандарынан саҡ һорап алды. Был турала Низамға ла: “Мин кемгә кәрәк инде? – тигән булды. “Һо, – тине уныһы, һауа ярып, һинең һымаҡ кеше бик һирәк. Хәҙер бит ул эшкә кеше табырмын тимә. Барыһына ла әҙергә бәҙер кәрәк. Ниндәй эш икәнен һорамайҙар, иң тәүҙә хаҡын белешәләр. Ә һин – үҙ кеше. Кем әйтмешләй, прастуйһың – настоящий...” 
И-их, ирей ҙә китә шул һүҙҙәргә Хәлфетдин. Кәнишнә, настоящий! Кеше һинән ярҙам һораған саҡта үҙ ауылдашыңа хаҡлашып ултыраһыңмы ни?
Тағы бер “ҡыҙыл көн” бар календарҙа. Уныһы ғәҙәти түңәрәк түгел, сәскә тажы итеп төшөрөлгән. Роза! Сәскәһе лә роза, исеме Ғәлиә булһа ла – үҙе лә. Тәүге мөхәббәте лә, һуңғыһы ла. Һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә. Һис көйөнөс булмаҫҡа тейеш ине лә бит. Әгәр ҙә... Әгәр ҙә икеһенең дә әсәләренең араларынан ҡара бесәй үтмәһә. Күҙгә күренмәҫ ҡара бесәй. Әйтеүҙәренсә, ҡасандыр улар әхирәт булған. Ниндәй һағыҙаҡ саҡҡандыр, үҫеп етеп, тормошҡа сыҡҡандар ҙа юҡтан-юҡҡа ғына аралары һыуынған. Ныҡлы ғына сәбәбен үҙҙәре лә белмәгән, шикелле. Һәр хәлдә, ғүмер буйы кеше-фәләнгә һиҙҙермәнеләр. Уның ҡарауы, береһе берәй нәмә алһа, икенсеһе яҡшырағын эҙләне, был ғаилә кәртә-ҡорта яңыртһа, күрше ҡатын, ирен игәп,араларына тимер ҡойма ҡуйҙырҙы. Тәүҙә шулай ҡапҡаларын, һуңынан инде бөтөнләйгә күңелдәрен бикләнеләр. Ут күршеләр булып үҫкән малай менән ҡыҙ бергә уйнай алманы, бер партала ултырырға яраманы, танауҙары еҫ тоя башлағас, күңелдәре бер-береһенә тартылһа ла... һөйөү һүҙҙәре әйтә алманылар. Береһе армияға китте, икенсеһе – ҡалаға. Егет колхозда тәүҙә механизатор булды, хужалыҡ тарҡалғас, ҡулына балта тотто. Ҡыҙ уҡып бөтөп, кейәүгә сыҡты – район үҙәгендә йәшәй. Ата-әсәһе иҫән саҡта ҡайтып йөрөйҙәр ине. Һуңынан инде өйҙәрен һатып уҡ киттеләр. Оҙон теллеләр еткереүенсә, ире менән бик матур йәшәйҙәр икән. Бына шулай, Хәлфетдин өсөн барыһы ҡыҫыр мөхәббәт булып тороп ҡалды. Армиянан ҡайтҡас, күрше ауылдан бер ҡыҙҙы алып та ҡайтҡайны. Әсәһе тағы ҡаршы төштө: “Атайың да иртә китте. Һеҙҙе яңғыҙым ат һымаҡ егелеп үҫтерҙем. Хәҙер үк өйләнеп, ярҙам да итмәҫкәме иҫәбең? Иң тәүҙә ҡустыңды уҡытып бөт. Техникумын тамамлаһын, институтҡа инһен. Мин уны уҡыта алмайым...” Әхнәф техникумын тамамлап, институтың өсөнсө курсына етте лә, килен дә алып ҡайтты. Бына шул. Йәштәр тәүҙә сығып китте. Ауырыу әсәһен ҡарап Хәлфетдин өйҙә ҡалды. Шунда ғына ҡатын үҙенең яңылышҡанын аңланы. “Улым, – тине ул, хәлһеҙ тауышын ҡалтыратып. – Барыһы өсөн дә ғәфү ит, алып ҡайт берәй ҡатын. Яңғыҙың ҡартаяһың би-ит...” Юҡ өйләнмәне Хәлфетдин. Өйгә килгән ҡайһы ҡатын фалиж һуғып биш йыл буйы түшәктә ятҡан әсәһен ҡараһын? Ә инде иң ҡәҙерле кешеһен юғалтыуға, өй ишеген ҡустыһы менән килене асты. 
Ауыр уйҙарға сумған Хәлфетдин яй ғына өҫтөнән иҫке толопто, уның аҫтындағы юрған ишаратын ситкә алып ҡуйҙы. Торорға кәрәк. Буран тынған, моғайын, берәйһе ҡар көрәргә кәрәк, тип килер. Хәйер, улары тороп торор – бөгөн пенсия көнө! 
Стенаға йәбештерелгән көҙгө киҫәгенә ҡараны. Ба-а... Күптән күҙ һалғаны юҡ ине: йөҙөн баҫҡан һаҡал-мыйығына ҡырау төшкәнме ни – ала-ҡола булып һуҙылған төпһәләре уҡмашып бөткән, шешенгән ҡабаҡтары артынан күҙҙәре саҡ һыҙылып күренә, ике сикәһе үшән һыйыр осаһы шикелле тырпайған, кипке кәзирүге һымаҡ сығып торған маңлайындағы тәрән бураҙналар әллә йылдар һанаған, әллә инде яҙмыш намәһе яҙылған ғәмәл дәфтәре юлдары булып һуҙылған. 
– Шула-ай, – тине ир, ҡырынғысын эйәгенә килтереп. – Шула-ай... Был һүҙҙә ниндәй көнгә төштөң һин, Хәлфетдин, тигән мәғәнә лә, нисауа, ҡырынып ебәрһәм, пинсә таратыусы ҡатын ғашиҡ булырлыҡ әле, тигән дәрт тә, сисергә теләгән кешегә асылмаҫ сер ҙә бар ине. “Ине” генә шул. Сикһеҙ уй-хыял диңгеҙенә елкәнен киреп, ырғаҡ-якорын ҡайҙа ғына ташламаһын, ул бында тора. Ҡараңғы, һалҡын ҡарауыл йортонда. Мүге тупраҡҡа әйләнеп ҡойолоп бөткән бүрәнәгә йәбештерелгән ватыҡ көҙгө алдында. 
“Ҡабаланырға кәрәк. Аҙ ғына булһа ла иҙәнен һепереп алырға, мейескә кәртә-ҡорта ярҡалары ырғытырға...” 
Тәүге мәлдә пенсияһын ҡустыларына барып ала торғайны. Өйө лә яҡшы. Район тиклем район үҙәгенән кеше килгәндә бында йәпһеҙ. Ҡустыһы ла шулай ти ине: “Биткә ҡыҙыллыҡ килтермә, йыуынып, өҫтөңдө алыштыр. Ни генә тимә, һин фәлән-фәләнычтың ағаһы!” Хаҡ әйтә. Уҡыған кеше уҡыған инде, Хәлфетдин ише тома наҙан түгел – техникум тамамлаған, колхоз заманында бригадир булып эшләгән! Силсәүиттәге башлыҡ ҡатын да: “Һине ҡайҙа теркәргә белмәйбеҙ. Ҡарауыл өйөнөң паспорты юҡ, – ти, аптырап. – Ни сығып китмәйһең, йөрөйһөң инде ауыл пачутын төшөрөп, статистиканы боҙоп. Ярай әле киленең яҡшы. Уға рәхмәт әйт, берәү булһа, күптән аҡсаңды картаға күсертеп, шиш тотторор ине...” “Силсәүит” – килененең әхирәте: ҡайҙан килешкәндәр, ҡайҙан ярашҡандар – һөйләшеп һүҙҙәре, сәйнәп кешеләре бөтмәй. Әлеге шул әсе теллеге арҡаһында хәҙер Хәлфетдин пенсияһын бында ғына ала. Дөрөҫөрәге, буяу еҫе бөтмәгән яңы ҡағыҙ аҡсаларҙы тотоп ҡарай. Юғиһә, айына бер генә булһа ла ҡустыһына барыр, сәй-мәй артында аҙыраҡ һөйләшеп ултырыр ине. Ошоноһо ҡәҙерле уға, ошоноһо. Бергә уйнап, бергә үҫкән ҡорҙаштарының да ваҡыты юҡ, ҡайҙалыр сабалар, йүгерәләр – эштәре күп. Инеп ултырайым тиһә, кистән үк тимер ҡапҡаларын эске яҡлап бикләп ҡуялар. 
Туҡ-туҡ-туҡ... 
–Ы-ы... – Туҡылдатҡас, ауыл кешеһе түгелдер, улары тибеп асыр ине. – Ә-ә, үтегеҙ, үт...
Хәлфетдин телһеҙ, өнһөҙ булды. Башын сайҡаны. Һаташыуы ошомо, күҙенә күренәме, йә, Хоҙа-ай, ишек асыусы йәш кенә ҡатын артынан... Ғәлиә инде! Ир яйлап артҡа сигенде лә, тимер карауатына лып ултырҙы. Тутыға башлаған пружиналар шығырланы. Тынлыҡ. Бер, ике, өс... Күпмегә һуҙылғандыр, әммә ғүмере буйы ошо минутты көткәндән дә оҙағыраҡ тойолдо. 
– Һаумы, Хәлфетдин, – Ғәлиә лә тулҡынланды. Ҡулдарын ыуғыланы, өй эсе буйлап урап килде. – Көтмәгәйнеңме? Ә мин килдем әле бына, ауылды күреп, йөрөп киләйем, тинем. Һеҙгә ингәйнем дә... 
– Унда ни, унда... – Хәлфетдин тотлоҡто. Быуылып, йүтәлләп алды. – Үҙең күреп тораһың инде... 
– Күрәм. – Ҡатындың ҡарашында ла, тауышында ла Хәлфетдингә булған йәлләү тойғоһо ла, ниндәй көнгә төштөң һин, тәүге мөхәббәтем, тигән әрнеү ҙә һиҙелмәне. Өй эсен күҙ ҡарашы менән йүгертеп сыҡҡас, былай ғына тине: – Нишләйһең инде... 
– Әйҙәгеҙ, бына, ултырығыҙ, – Хәлфетдин ултырғыстарын ишекле-түрле йөрөттө. – Иҫке генә булһалар ҙа, ныҡлы, таҙа улар. У-ултырығыҙ, – еңе менән өҫтәрен һөртөп, өҫтәл эргәһенә ҡуйҙы. 
– Әйҙә, ҡыҙым, ултыр. Әле өй беренсә тигәндәй йөрөйһөң бар. – Ғәлиә, һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, ныҡлап тулҡынлана ине. – Таныш бул, Хәлфетдин, был – минең кесе ҡыҙым. Ауылға пенсия таратырға барам, тигәс, машиналарына ултырып киттем. Тыуған яҡты күреп киләйем, мин әйтәм. Сит-ят кеше йәшәһә лә, өйгә инеп сыҡтым. Һеҙгә лә. Әхнәф бында икәнеңде әйтте. Өйҙәре ҙур, матур икән. 
Баҡһаң, Хәлфетдингә пенсия килтерә торған ҡатын ауырып киткән дә, уның урынына Ғәлиәнең ҡыҙы ҡалған. Форсаттан файҙаланып, әсәһе бергә йөрөп ҡайтырға булған. 
– Ҡыҙың һиңә оҡшаған, – тигән булды ир. – Ә мин йомош төшкәндә районға барған һайын һеҙҙең өй ҡырынан үтәм. Ике ҡатлы икән... 
– Эйе, – тине ҡатын, матур йәшәйбеҙ. Ҡыҙҙарымдың да, Аллаға шөкөр, тормоштары гөрләп тора. Ейәндәрем, ейәнсәрҙәрем үҫә. Ирем яҡшы кеше... – Быныһын артығыраҡ әйтте шикелле Ғәлиә, уңайһыҙланып, һүҙҙе кирегә борорға тырышты: – Фәриғә апайҙың гүр эйәһе булыуына ла байтаҡ ғүмер уҙҙы. Ауырығас, һин ҡарағанһың, тип ишеттем...
Һүҙ былайға киткәс, Хәлфетдин әсәһенең һуңғы ниәтен әйтергә булды. 
– Эйе, оҙаҡ ятты ул. Һине көттө. Гелән: “Шул баланан ғәфү үтенергә ине, Фатима менән беҙ генә арағыҙға төштөк бит, бергә булыуығыҙҙы теләмәнек”, – тип бик бөтөрөлдө. Үкенде... 
Ғәлиә өндәшмәне. Бер аҙ торғас, былай тип ҡуйҙы: 
– Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде, Хәлфетдин. Фәриғә апайға ла, әсәйгә лә был йәһәттән үпкәм юҡ минең. Ысын мөхәббәт булһа, бер кемгә лә, бер нәмәгә лә ҡарамайынса йөрөр ҙә китер инек бит... 
– Бәлки, шулайҙыр ҙа. Хистәр ниндәй генә көслө булмаһын, әсәйҙәр теләгенән дә юғарыраҡ нәмә юҡ был донъяла. Улар ихтыярын хөрмәт иткәнбеҙҙер. 
Ғәлиә йылмайып ҡуйҙы. 
– Һин һаман шул Хәлфетдин икәнһең дә – кеше йәнле! Малай сағыңда ла шулай инең, хәҙер ҙә. Ошо холҡоң өсөн бәләкәйҙән оҡшатҡайным мин һине. Тик һинең һымаҡтарға был тормошта йәшәүе, ай-һай, бик ҡыйын. – Ғәлиә бер аҙ уйға ҡалып ултырҙы ла, ирҙең күҙҙәренә ҡараны. Ах, ул ҡараш! Иркәләп наҙлай ҙа, йәшен ҡамсыһылай бәғерҙе лә телә. – Мин йәшлектә ҡалған икебеҙ араһындағы хистәр тураһында ла, әсәйҙәрҙең теләге хаҡында ла әйтмәйем. Бөгөнгө ысынбарлыҡты, ҡырағай тормошто күҙ уңында тотам. Һин әсәйең өсөн яҡшы ул, ҡустыңа яҡшы ағай, башҡаларға туған, дуҫ булдың. Һине шуның өсөн яраттылар. Ололар “кеше йәнле бала” тип йөрөттө. Ә бына ҡустың нисек теләне – шулай йәшәне, тормоштан нимә алғыһы килде – шуны алды. Уны бөтәһе лә нисек бар, шулай ҡабул итте. Бар кәмселеге менән. Быны мин ни өсөн һөйләйемме? Ишетеп, бөгөн иһә күреп торам, элек тә Әхнәф һине файҙаланды, әле лә елкәңдән төшмәй. Башҡалар ҙа шулай эшләй: һине “яҡшы” тип маҡтайҙар, ә һин, бер ҡатлы, саф күңелле кеше, үҙеңде кешегә кәрәклеһең, тип уйлайһың. Бүтәндәргә ярҙам иткәнеңдән кинәнес табаһың... 
– Ә нимә, ярҙам итеү насар эшме ни? – Хәлфетдин һис кенә лә һүҙҙең ошо юҫыҡҡа йүнәлгәнен көтмәгәйне. Тулҡынланды, ҡыҙҙы. Быуылып йүтәлләне. Тағы һорауын ҡабатланы: – Кешеләргә ярҙам итеү насармы? Әхнәф – бер туған ҡустым, башҡалар тигәнең – ауылдаштарым. Эйе, һин күптән ситтә, ә мин бында – ауылда. Уларҙың миңә һәр береһе яҡын... 
Эштең ҡайҙа барғанын ҡатын да тойомланы. Әммә бында тиклем килгән икән, әйтәһен әйтмәһә, ниәтен тормошҡа ашырмаһа, уның исеме Ғәлиә буламы?! 
– Ҡыҙма, Хәлфетдин. Тыныслан. Һөйләп бөтәм дә китәм. Тик, зинһар, тыңлап бөт. Иҫеңдә булһа, ошондай һүҙҙәрҙе мин йәшлектә лә әйтә биреп ҡуйғайным. Тик ул саҡта тыңламаның – ҡул һелтәп, киттең дә барҙың. Бер-беребеҙгә булған хистәрҙе лә белдерә алманыҡ... – Ғәлиә оҙа-аҡ өндәшмәй ултырҙы. Әйтерһең дә, бер мөйөшөнә сепрәк тығылған тәҙрә өлгөһө аша йәшлектә ҡалған егет менән ҡыҙҙы эҙләне. – Йә, тынысландыңмы? – Хәлфетдин, ғәҙәтенсә, ҡулын һелтәне. Һөйлә, йәнәһе. Сәйнүк моронанан һыу күтәреп эсте. Ҡатын һөйләп алып китте: – Яҡшылыҡ ҡылыу һис насар түгел, Хәлфетдин. Тик ярҙам тигән булып саманан тыш бөтөрөлһәң, үҙең өсөн бик алама. Башҡалар өсөн һәйбәт, ә һинең өсөн – юҡ. Иҫеңдәме, беҙ бәләкәйерәк саҡта әбей-бабайҙар кәнфит йәки башҡа тәм-том биреүсән ине. Шул ваҡыт бер нәмәгә аптырай торғайным: Әхнәф үҙенекен ашап бөтә лә, һинекен һорай. Һин бирмәһәң: “Ә-ә, һин шулай инде, йәлсекһең – жадина!” – тип илай. Тыпырсына, башын бәрә – маҡсатына өлгәшә. Һин “жадина” булмаҫ өсөн кәнфитеңде уға бирә торғайның. Шунан һиңә рәхәт булып китә. Йәнәһе, ҡустыңа бер ни йәлләмәйһең. Әхнәф иһә ҡәнәғәт йылмая, сөнки, үҙекенән тыш һинекен ашап бөтһә лә, йәлсек тә, “жадина”ла түгел. Бына шулай. Нисек кенә булмаһын, Хәлфетдин, дуҫлыҡмы, туғанлыҡмы, башҡаһымы – мөхәббәт шикелле ике яҡлы булырға тейеш. Тегеләй иһә, күңелең изгелек менән мөлдөрәмә тулып, ниндәй генә Алла бәндәһе булһаң да, һинең булмышың тулыһынса башҡалар ихтыярында. Эйе, һинең һымаҡтар бүтәндәргә бик кәрәк, улар донорһыҙ йәшәй алмай. – Ғәлиә, ғәфү ит, тигән шикелле, этәреү хәрәкте яһап, ике усын Хәлфетдиндең танауы төбөндә үк асты ла тора һалды. – Асыуланһаң асыулан, тотош лекция уҡыным, шикелле. Мин дә бит һинең хәлеңде һорашып торам, класташтар менән шылтыратышабыҙ. Йөрәгем әрней, нисек тә ярҙам итке килә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошоларҙы әйтер өсөн генә килдем мин ауылға. Ныҡлап ауырығаныңды күреп торам. Зинһар өсөн, тим, кил район үҙәгенә, ирем менән һөйләштем, дауаханаға урынлаштырырбыҙ, кәрәк икән, Өфөгә алып барырбыҙ. Һауыҡҡас, тормошҡа бөтөнләй башҡаса ҡарарһың, үҙеңдең кемгәлер кәрәклегеңде аңларһың. Алтмышты саҡ үткәнһең бит, яңыса иҫәпләгәндә, пенсия йәше лә түгел. Ҡулыңдан килмәгән эш юҡ, ҡартайған көнөңә берәй йылы мөйөш ипләрһең. – Ғәлиә терһәге менән еңелсә генә ирҙең ҡабырғаһына төртөп алды. – Ҡыҙым алдында булһа ла әйтәйем, ҡатындар күҙ һалмаҫлыҡ мужик түгелһең әле. Хи-хи-хи... Уйлан. Смәтри, шылтырат. Бына номерым. – Ҡыҙынан ручка алып, календарь ситенә һандар яҙып ҡуйҙы. Шул саҡ үҙенең тыуған көнө өҫтөндә роза сәскәһе күреп, ирҙең күҙҙәренә ҡараны. – Ә мин ҡотлағаныңды йыл һайын көтә торғайным.... Йә, ярай, уйлан да, шылтырат. Ғаиләм менән көтөп ҡалабыҙ... 
Барыһы ла төш һымаҡ булды. Ғәлиәнең килеүе. Нотоғо. Хәлфетдиндең һыу уртлағандай шымып, кемдер һөйләгәндә үҙен һәр саҡ ғәйепле һымаҡ күндәм генә өндәшмәй ултырыуы. Ишек ябылды. Усында ҡыштыр-ҡыштыр ҡағыҙ аҡсалар шығырланы. Ир карауатына ҡапланып ятты ла, буҫлығып,бала сағындағыса иланы ла иланы. Йөрәге һулҡылданы, күңеле һыҡтаны. Кәүҙәһендә көсө, кәре ҡалманы. “Алты тиҫтәне аша атланым. Нимә эшләнем һуң мин – “кеше йәнле” әҙәм фанилыҡта: нигеҙ ҡорҙоммо, ул-ҡыҙҙар үҫтерҙемме, үҙ баҡсамда ағас ултырттыммы?” Береһе лә ҡалманы – барыһы-барыһы уй-михнәт ҡаҙанында ҡайнаны... 
Дөп. Ишек шар асылды. 
– Ике ҡатын-ҡыҙ эҙенән башҡа был өйгә бер кем инмәгән дә, бер кем сыҡмаған. Нишләүең ул, ағай, аптырайым, – Әхнәфтең кәйефе шәп ине. Шаяртмаҡсы булды, әммә килеп сыҡманы. – Ғәлиә апайҙы әйтәм, һис кенә лә төҫ ташламаған – тот та бөгөн өйлән. Ҡыҙы ла нисауа... 
Өҫтәл эргәһенә килеп, кирелеп ултырҙы. Пәлтәһенең иҙеүҙәрен ысҡындырҙы. Ғәҙәтенсә, ҡуйынынан бер сәмәй сығарҙы. Ике-өс ҡап тәмәкеһен һалды. 
– Давай, ағай, сығар стаканыңды, берәрҙе тотоп, һөйләшеп ултырайыҡ. – Сәғәтенә күҙ һалды. – Түлке ваҡытым аҙыраҡ, мунса яғырға кәрәк. Еңгәң, оҙаҡлама, тине. Балалар ҙа ҡайтмаҡсы. Ҙурыһы уҡып бөтөп бара инде, диплом яҙа. Ну, әйтәйем, бик башлы – үҙемә оҡшаған. Үәт, түлке, аҡсаң ғына етһен. Хәҙер бит шунһыҙ, – Әхнәф аҡса һанағандай итеп бармаҡтарын уйнатты, шартлатып алды, – бер ни ҡылып булмай. Уҡытыусыларҙы әйтәм, оялмайҙар ҙа, зачет өсөн дә һорайҙар тисе... 
Хәлфетдин өндәшмәне. Стакандарын килтереп ҡуйҙы, башлы һуған сығарҙы, ике телем икмәк. Быуылып йүтәлләп алды. 
– О-о, ағай, – тине Әхнәф, – күптән компресс яһағаның юҡ шикелле, әйҙә, тотайыҡ берәрҙе... 
Стакандар сәкәштерелде. 
Һо-о... Анау дипломын һөйләп бөтмәнем бит әле. Балалар маладис инде, ҡыҙҙың да уҡыуы нисауа ғына бара. Ҡыҙ балаға кейеме бигерәк күп кәрәк шул...
– Кәрәк булһа, алаһың инде, – тине Хәлфетдин, ҡоро ғына. – Был айҙа ла, киләһе айҙарҙа ла аҡса бирә алмайым мин... 
Ҡустыһының ҡапҡан икмәге ауыҙынан сығып осто. Тонсоҡто. Күҙҙәре шарҙай булдылар ҙа, ҡыҫылып, ағаһына һынсыл ҡараш ташланылар. Был һинме, йәнәһе, кеше йәнле бәндә. 
– Ни-ни-се-ек? 
– Беләһең бит, ауырыйым мин, Әхнәф, дауаланырға барырға ине. Шунан һуң, берәй ергә ҡарауылға булһа ла эшкә инеп, йәшәр өсөн мөйөш табырға кәрәк. – Ағай кешене алыштырып ҡуйҙылармы ни: көмөшкә ыңғайына күҙәнәктәре буйлап айыҡ фекер йүгерҙе, улары иһә бер ергә ойошоп, тырым-тыраҡай уйҙарына ҡәтғи ҡарарға килергә ярҙам итте. – Бына шулай... 
– Нимә, үҙеңдең ҡустыңдың балаларынан йәлләйһеңме? – Әхнәф ағаһына аҡайып ҡараны. Өҫкө иренен яртылаш тиерлек ҡаплаған мыйыҡ остарына зәһәр тынын өрҙө. – Жадничаешь, значит. Тә-әк. Оноттоң инде, значит, брат икәнде, минең йортта пропискала торғаныңды? 
Хәлфетдин, иҫе лә китмәгән кеше һымаҡ, бик тыныс ине. Хатта үҙе лә аптыраны. 
– Атайым урынында минең пропискам – төп нигеҙҙә, һинекендә түгел. Өйҙө һүткән сағыңда ҡустым менән йәмһеҙләшеп йөрөмәйем тип кенә өлөшөмә дәғүә белдермәнем. Кәрәкмәй ҙә. Тышта буран олоһа олоһон, өйҙә булмаһын, прописканан төшөрмен. Үҙ илендә сәпсек үлмәй. Эшкә китәм. Шунда берәй нәмә табылыр әле... 
– Тә-тә-тә-ә...Вот что значит... – Әхнәф һикереп торҙо. Ултырғысын иҙәнгә дөңкөлдәтеп алды. Кире ултырҙы. – Туҡта, ҡыҙма әле, ағай, давай по-братски һөйләшәйек. Һин – яңғыҙың. Шул тиклем аҡса нимәгә: кәрәк булһа, беҙгә барып ашап йөрө, аҙбарҙа ваҡ-төйәк эш-ҡош ҡараһаң да ярай. Уйлап ҡара, хәҙер ситтә һине кем көтөп тора? Дауаланам тиһең, һинең бит “хронический” – дауалап булмай торған сир. Бушҡа аҡса түгеп йөрөүең генә ҡала... 
Хәлфетдин уны ишетмәне. Төтөнгә ыҫланып ҡарайған, ватыҡ өлгөһөнә сепрәк тығылған тәҙрәнән күҙен алманы. Тышҡы яҡта – егет ҡыҙҙы санаға ултыртҡан да, әй, һөйрәргә аҙаплана. Торғаны мәрәкә инде. Сана кәлпәйеп китеп, тегенеһе ҡарға тәгәрәне. Эргәһенә егет тә ауҙы. Ятҡан килеш икәүләшепбер-береһенә ҡар һибешәләр...
– И-их, йәшлек... 
– Ни-нимә-ә-ә... – Әхнәф тамам аптыраны. Ағаһын ен алыштырғанмы, йүләрләнгәнме – һис аңларлыҡ түгел. Ҡиблаһы үҙгәргән. Ниҙер аңлатырға, өгөтләргә булғайны ла, Хәлфетдиндең ватыҡ тәҙрәгә ҡарап йылмайғанын күреп, туҡтап ҡалды. Бәй, ниткән эш ул? – Ағай, әү, ағай, тим... – Тегенеһе һелкенмәне лә. Тик башын бороп ҡараны ла, кире тәҙрәгә бағып, көлөргә тотондо. – Ыстаҡ-ыстаҡ... Бәләле булырһың әле. Ҡайҙа, ағай, аҡсаңды бир ҙә – мин һыпырттым. Хәлфетдин башын һелкте, юҡ, йәнәһе. Күҙен тәҙрәнән алманы. – Юҡ, дауаханаға барам. Низамға әйтеп мунса яҡтырам да, иртәгәнән китәм... Кәнфит, эйе, кәнфит... 
Әхнәф ҡыҙыл сепрәк күргән күркәләй ҡабарынды. Тотлоҡто. Өҫтәлдә ятҡан бүреген иҙәнгә быраҡтырып, тапап алды. 
– Һиңә психбалниска барып, психиатрға күренергә кәрәк. Туже мне ағай, имеш... 
Хәлфетдин тәҙрәнән оҙаҡ ҡарап торҙо. Ҡулына бүреген тотҡан ҡустыһы, һөйгән ҡыҙын һөйрәп аҙапланған егетте бәрә осороп үтте лә, тыҡрыҡ буйлап төшөп китте. Был яҡҡа ҡарап, ара-тирә йоҙроҡ күрһәтеп алғыланы, бүреген ергә һалып тапаны. Тағы атланы. “Кеше йәнле” кеше усына ҡағыҙ аҡсаларын ҡыҫты: “Кәнфит... Жадина... Балнис... Эш, йылы мөйөш...” 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: