Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
4 Ноябрь 2022, 17:35

Рәмил ЙӘНБӘК

Йәштәргә юл асып, сабыр булыпАлғы йылдарға беҙ еләйек.Берәүҙең дә ғүмер мәңге түгел,Ҡәҙерҙәрен уның беләйек,Йәшәү ҡәҙерҙәрен беләйек!  

Рәмил ЙӘНБӘК
Рәмил ЙӘНБӘК

Танылған шағир, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил ЙӘНБӘК (1952 – 2017) Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында донъяға килгән. “Мөхәббәт йырсыһы” булараҡ танылған әҙиптең ижады фәлсәфәүи, фәһемле, уйға һалырлыҡ шиғырҙарға ла бай.

Азатлыҡ


Нисә йылдар мин тотҡоно булдым
Һин ҡоршаған һөйөү-алдаҡтың.
Юҡ, берәү ҙә көсләп индермәне –
Тотҡонлоҡто үҙем яраттым.


Татлы ине миңә был тотҡонлоҡ,
Мин ойоном һинең арбауҙан.
Үҙемсә бит күк-йыһанда йөҙҙөм, –
Ә ятҡанмын зиндан-һарайҙа.


Ҡараштарың, йылан күҙҙәреләй,
Зиһенемде икән әүрәткән.
Тик барыбер һиңә ҡарғышым юҡ –
Һиндәй арбаусылар һирәктәр.


Мәле етте: мин уяна барам
Ялған, әммә тәмле төшөмдән.
Ҡайҙа йылынырмын, әгәр йәнем
Тормош һалҡынында өшөһә?


Өшөһәм дә, инде кире инмәм
Һарайына ялтыр һөйөүҙең.
Мин – иректә, азат бөркөт төҫлө,
Шәүлә түгел, хәҙер мин – Үҙем!

 

Яҙмышыма яҙғаны


Яҙмышыма минең һис үпкәм юҡ,
Күрһәтте ул төрлө-төрлөһөн.
Ҡай сағында яҡшы көйө – насар,
Насар көйө яҡшы йөрөнөм.


Йомарт булды зарға, һағыштарға,
Мыҫҡал ғына һондо шатлыҡты.
Байтаҡ көнөм сыҡты ҡыҫыр булып,
Хыялдарым ташҡа ҡаҡлыҡты.


Яҙмыш күктәрҙә бит яҙыла, тиҙәр,
Ник уныңса ғына барманым?
Шуға микән бәхет һирәк тейҙе,
Оло һөйөү миңә яҙманы.


Ҡараштарҙан һөйөү эҙләмәйем,
Төңөлгәнмен шуға өмөттән.
Күкрәктәге йөрәк-былбылым да,
Моңло-зарлы һайрап, өҙлөккән.


Һис үпкәм юҡ шуға яҙмышыма:
Ул йөрөтә микән? Мин яҙам?!
Ә шулай ҙа иртә һайын үҙем
Үткәндәрҙе уйлап уянам.

Ауыл урамында


Ҡап-ҡара төн. Шыптыр ямғыр яуа.
Ялағайлап йәшен гөрһөлдәй.
Шул ямғырҙа епшеп бер ир тора:
Ҡайҙа бара, нимә ул теләй?


Тыуған ауыл, тыуған урамымда
Баҫып торам, — гүйә, бер етем.
Тыуған нигеҙемдә йәшәй яттар,
Ишек шаҡыуы ла бик ситен.

Уйланыммы ҡабат ҡайтмаҫымды,
Ун бишемдә сығып киткәндә;
Нигеҙемде мәңге тапмаҫымды,
Һағыныуҙар йәнде өткәндә.


Ошо йортта ғына үҙем инем,
Үҙле инем әсәй янында.
Ошо йортта мин дә хужа инем,
Йөрәк тулы булды ялҡынға.


Ҡабат һис ҡасан да мин үҙемде
Үҙем итеп, эйе, тойманым.
Һәр ҡайҙа ла ваҡытлыса булдым,
Үҙ ирекле хужа булманым.


Шул үҙемде тапмаҫмынмы тиеп,
Төнгө ауылымда ҡаңғырам.
Йыуатҡандай, ғәҙел күктәр генә
Йәшенләтеп ямғыр яуҙыра.

 

Бер иларға ине


Их, ҡысҡырып бер иларға ине,
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.


Илап булмай,
Йылға ташы һымаҡ
Юшҡындарҙан күңел ҡатҡанға.
Йыйнай алмай оҙон уйҙарымды,
Уяу ятам таңдар атҡанда.


Йөрәк тырнап торған шиктәремде,
Һағыштарым кемгә һөйләйем?
Тамырҙарға ҡаным һыймағанда,
Ҡайһы көйҙө икән көйләйем?


Дуҫ-иш яҡын – донъя малы барҙа,
Һибелә икән ҡайғы килгәндә.
Кем күрһәтер йырып сығыр юлды –
Шик-шөбһәле һаҙлыҡ тирәмдә.


Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан-алтын әсәйем,
Ниңә шулай хисле йөрәк бирҙең –
Моң-һағыштарымдан сәсәйем!


Их, ҡысҡырып бер иларға ине
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.


Ғүмер ҡәҙере


Йылдар уҙған һайын йәшем арта,
Йәшем арта — рәсми ҡағыҙҙа.
Әммә йөрәк һаман йәп-йәш көйө,
Уға мәңге йәшлек һарылған.


Ҡартлыҡ — шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә,
Һәр дәүерҙең була үҙ заңы.
Үткән ғүмерҙәргә үкенмәйсә,
Һиңә тиң йәшәйем, заманым.


Тормошобоҙ тик хәсрәттән тормай,
Бәхет-ҡыуаныс та етерлек.
Иҫләй китһәң барлыҡ кисергәнде,
Иҫтәлектән иҫтәр китерлек.


Саҡырмайса килә ҡартлыҡ менән
Маңлайҙарға ятҡан бураҙна.
Хөрмәт кенә булһын ололарға
Һәм йылы һүҙ — беҙҙең турала.


Йәштәргә юл асып, сабыр булып
Алғы йылдарға беҙ еләйек.
Берәүҙең дә ғүмер мәңге түгел,
Ҡәҙерҙәрен уның беләйек,
Йәшәү ҡәҙерҙәрен беләйек!

 

Мин мөхәббәт өсөн яралған


Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин,
Саф хистәрҙән генә яралған.
Йәнем аҡ нур минең,
Ә нурҙарға
Ғашиҡ булмағандар һарандар.
Бәрәкәтле ерҙә тыуғанмын мин,
Йәйге муллыҡтан мин яралған.
Йәнем йомарт шуға.
Ул ваҡытта
Иген тулы булған яландар.
Ҡанлы яуҙан аҙаҡ тыуғанмын мин –
Тик именлек өсөн яралған.
Йәнем кенә тотмай.
Ситһенмәгеҙ,
Ергә һоҡланыуҙан таң ҡалһам.
Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин,
Бәрәкәтле ерҙә яралған.
Йәнемә бит ерҙе,
Кешеләрҙе
Яратыуым ғына моң һалған.
Мин мөхәббәт өсөн яралған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: