Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
27 Декабрь 2022, 20:13

"Йөрәк һүҙе" һеҙҙе көтә

Шиғриәт бәйгеһе ниндәй темаға бағышланасаҡ?

"Йөрәк һүҙе" һеҙҙе көтә
"Йөрәк һүҙе" һеҙҙе көтә

"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе киләһе 2023 йылда, алла бойорһа,18 -се апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙасаҡ!
(10 - сы апрелдән 18-нә күсерелде)

"Йөрәк һүҙе" һәр кеше өсөн, иң ҡәҙерле Әсәлек һәм Илһөйәрлек темаһына бағышланасаҡ.

"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә майҙан тоторға теләк белдереүселәр, шиғыр уҡып, 2023 йылдың 1-се ғинуарынан 10-сы мартҡа тиклем видеояҙмаларын контакт социаль селтәрендәге "Йөрәк һүҙе" төркөмөнә түбәндәге хэштег менән ебәрә алаһығыҙ:
#Йөрәкһүҙе

Иғтибар! Был бәйгелә артист профессияһына уҡымаған һәр кем ҡатнаша ала. (В поэтическом поединке могут принять участие люди разных профессий и социального статуса, кроме профессиональных артистов!)

Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ, һеҙҙең менән буласаҡ бәйгелә, традицион рәүештә, тулы, күркәм залда мотлаҡ осрашырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ. Рәхмәт!!!

https://vk.com/im?sel=140912972&w=wall151408216_11873%2Fd7ae322ab5ed7d4345

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: