-4 °С
Болотло
Айзилә МОРТАЕВА
Тыуған көндә...
Мең ғазаплы тулғаҡ менән
Өмөт тулы таң атҡан.
...Әсәйемдең сәстәренә
Көмөш кенә ҡар ятҡан...
Ярамай, тип тыйһалар ҙа
Әсәйем мине тапҡан.
Яҡты донъя бүләк итеп,
Бәхет япмаһы япҡан.
“Эй һине өҙөлөп көттөм!,
Ҡулымда – ап-аҡ төргәк.
Күҙ ҡараһылай һаҡланым,
Бәхет бит- шундай өркәк!
Күҙ ҡараһылай үҫтерҙем,
Ҡыҙым,нурым - терәк һин!”.
...Яттарға кәрәкмәгәндә
Әсәй, һиңә кәрәк мин!
Сит бауырға һыймағанда
Әсәй, һиңә һыямын!
Кисер берүк, ҡай сағында
Күңелеңде ҡыямын...
...Күктән көмөш ҡарҙар яуа,
Мин Донъянан атлайым.
Әсәй, һиңә рәхмәт һүҙен
Доғалай ҡабатлайым.
...Тыуған көндә күңелемдә
Һағышы ла бар инде.
...Ҡара ғына сәстәремдә
Көмөш кенә ҡар инде...