***
Мөхәббәттән күңел төңөлгәндә
Һөйөү доғаларын ишеттем.
Юҡ, түҙ! Ашыҡма йөрәккәйем!
Тик!
…Мин йәнемә һине иш иттем.
Хис-буранға бойороп булмай икән,
Һорамайса килә, илертә.
Онота алмам, ахыры, мәңгелеккә
Серле көйҙө, мине йүләр иткән...
***
Алтын көҙҙөң
Ҡарлы ямғырында,
Өшөгәндә йәнем һалҡын төндә,
Килеп инеп
Минең тормошома,
Усаҡ яҡтың боҙло йөрәгемдә.
Аҡ бәхеттәр теләп юлыбыҙға,
Ап-аҡ ҡарҙар яуҙы бурап-бурап.
Атлап түгел, осоп барам һиңә,
Бер минутта үтәм ерҙе урап.
Үтәм Ҡаф тауҙарын,
Урал, Ирәмәлде,
Ҡосағыңда ҡалып,
Тойор өсөн
Бәхетле бер мәлде.
Сытыр-сытыр яна,
Һүнмәй йөрәгемдә усаҡ,
Ҡуҙын өҫтәп торғас көслө тының
Һәм дә йылы ҡосаҡ.
Күңел һиңә тартыла
Төнгө һиллек!
Күктәр тулы йондоҙ.
Моңһоу ҡарай ай,
Тешләнгән алмалай.
Ә ниңә болоҡһоу?
Ниңә түгел шат?
Сөнки ул тора
Хәлемде аңлап.
Һинһеҙ үтә сихри төндәрем,
Донъя ғәмһеҙ минең тирәлә.
Яратып та, шуға шатланмағас,
Ниңә әле һөйөү бирелә?!
Күңелемдә бушлыҡ,
Татһыҙ хатта яһап алған сәйем.
Мөхәббәтһеҙ ысын бәхет юҡ,
Нисек икән һинһеҙ йәшәйем???
Мөхәббәт бар!
Эйе, донъя серле!
Ышандырып йондоҙ күҙ ҡыҫа.
Хыялланам!
Тик һин янда юҡһың!
Яратҡаным минең алыҫта.
«Моңайма»! – тип
Йондоҙҙар ныҡыша.
Серле һүҙҙәр, вәғәҙәләр
Иҫкә төшөп күкрәгемде ҡыҫа,
Йәнем йондоҙға оса.
Серле йыһан
Бәүелтә бишегендә.
Иләҫләнәм!
Мин бәхеткә лайыҡ,
Юҡ быға бер шигем дә,
Тик һин генә хыялда…
Туҡта! Әйҙә!
Шаян йондоҙ атыла!
Йондоҙ тигәнем әллә
Серле күҙҙәр!?
Күңел һиңә тартыла.
* * *
Йырлап-гөрләп килгән бер миҙгел был –
Һыуҙар таша урғып-ярһынып.
Һаумы, ҡояш, әҙәм, йырсы ҡоштар, тиеп
Умырзая килә ҡалҡынып.
Яҙ! Яҙ! Әсир төшә мөхәббәткә донъя!
Йәш йөрәктәр тибә ашҡынып.
Ишкәк икәү булһа – аҡ күбектәй
Мөхәббәтле диңгеҙ ташҡыны!
Һөйөү моңо
Йомарт күңел – Көҙһылыу
Һипте алтын сыңдарын.
Тыңлай үҙе ҡайындарҙың
Һары һағыш-моңдарын.
Хушығыҙ, тигән кеүек,
Саңҡ-саңҡ итте ҡоштарым.
Ғашиҡтар ғына тоймай
Көҙҙөң таралыштарын.
Күкһел томан эсендә
Кәмә йөҙә сайҡалып.
Серенада ағыла
Моңло ҡыңғырау булып.
Төнгө сихри йылғала
Талғын йөҙә пар аҡҡош.
Ҡушыла бер бөтөнгә
Яҙғы йыр, көҙгө һағыш…
Туҡта, кеше!
Туҡта, кеше! Ниндәй заман килде?
Хәүефтәрҙең юғалттыҡ һанын да.
Бер-береһен күрмәй атлай халыҡ,
Белмәй кемдәр йәшәй янында.
Туҡтаусы юҡ! Башҡаның хәленә
Инеүсе юҡ, ҡабалана һәр кем.
Һорауыма яуап алалмайым,
Кешеләргә хатта минут йәлке.
Миллион күҙҙәр – тәрән диңгеҙ кеүек,
Хәсрәт, шатлыҡ бергә туҡылған.
Бына ошо аңлайышһыҙ донъяла
Әйләндерә мине тулҡындар.
Уйын-көлкө… Аҡса тоҡсайҙары,
Моңһоҙ шатлыҡ бөрккән туң күҙҙәр.
Йырлап-бейеп кенә йәшәй тиһәм,
Тик байлыҡта ғына йөҙгәндәр…
Сеү! Сеү! Кемдер һыҡтай әллә?
Йән өшөткөс ҡараш эргәлә.
Был тормоштан ялҡтым, тигән кеүек
Күҙе моңһоу, ирене көлһә лә.
Туҡта, кеше! Ниндәй заман килде?
Хәүефтәрҙең юғалттыҡ һанын да.
Ә бит ҡул һуҙымы ғына ерҙә
Табып була йәндәш, туғаңды?!
Бары туҡтау кәрәк бер минутҡа,
Яндағының хәлен белеү кәрәк.
Таяуы булған саҡта кешеләрҙең
Йөрәк диңгеҙҙәре тәрәнерәк.
Кем тауышы?
Сеү! Сеү! Кем тауышы был?
Яу һала сабый бала.
Үкенесле илау түгел,
Шатлыҡ моңо ағыла.
Булһа ине һәр илауы
Ышаныс тулы ауаз.
Әсә кеше ташлап китһә –
Бәхет була ҡайтауаз.
Эйе, әсә – бөйөк кеше
Һәр тыуған бала өсөн.
Ҡайҙан һуң ҡайһы әсә
Көс таба ташлар өсөн…
Сеү! Сеү! Кем тауышы был?
Илайҙыр тере етем:
– Ниңә тыуҙырҙың, әсәм,
Күпһенгәсең бәхетем!?
Инәле бала илаһа
Зарлы түгел һөрәне.
Ташландыҡ сабый тауышын
Ишетеп йән көйрәне.