Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Март 2023, 19:00

Әлфинә Әйүпова

Яратамын тиеп яр һалмасыИшеткән бар ундай һүҙҙәрҙе.Һуңынан бит улар ташлап китәҺөйөү менән тулған күҙҙәрҙе.

Әлфинә Әйүпова
Әлфинә Әйүпова

Үткәнем, үпкәләмә

Алға барам. Киләсәгем
Көткәндә ҡолас йәйеп.
Әгәр һуңға ҡала күрһәм
Кемдән эҙләрмен ғәйеп?
Хуш мәңгегә, шуға күрә,
Үткәнем, үпкәләмә.
Тағы бер аҙ сабыр ит тип,
Ҡосаҡлап иркәләмә.
Атланамын бөгөнгөмә,
Зинһар, эҙләмә шелтә.
Рәхмәт әйтеп, үкенесһеҙ,
Барына ҡуям нөктә.

Үҙемә һорау

Хаҡ уйҙарға ышаныуы ҡыйын,
Ялғандары (ы)сынға ашыусан.
Дөрөҫ барған юлды ла бит улар
Төптө киреһенсә бороусан.
Тоғролоғо хәҙер яҡын дуҫтың
Алтындарға ғына бәрәбәр.
Күрмәйһеңме "тормош күлен" күпме
Тултырғандар "тишек кәмәләр".
Ниндәй йәмдәр табып ошо саҡта
Күңелеңдә шиғыр ярала?
– Үҙ юлынан ситкә тайпылмаған
Кешеләр бар беҙҙең арала!

Еңел түгел онотоу

Һағынамын, йәшермәйем,
Еңел түгел онотоу.
Хистәреңде белдермәйсә
Үҙеңә кире йотоу.
Яратыуым да сер түгел,
Барын йәшереп булмай.
Эсемә һыймаған һөйөү
Йөҙөмә тулып уйнай.
Өмөтләнеп һантыйлана,
Осрашыу көтә күңел.
Тик беҙ ҡуйған сиктәр аша,
Ҡауышыу мөмкин түгел.

Башҡаларға һалынма

Икеле уй, мәшәҡәтең
Йомоп тот эстәреңдә.
Бер кемдең дә һис эше юҡ
Һинең был хистәреңдә.
Һәр кем күрә мәнфәғәтен
Ҡарап тик үҙ яйына.
Ялҡау тулы йөгөң менән
Башҡаларға һалынма.
Йылмайып баҡ. Шул сағыңда
Ябыҡ сиктәр асыла.
Йылмайғанға кешеләр ҙә,
Донъя үҙе тартыла.

Ни булған ҡәләмемә?

Ни булған был ҡәләмемә?
Һөйөүҙән уҙа белмәй.
Әсәй тураһында тим, ул
Тик һөйөү һүҙе теркәй.
Монасибым хаҡында ла
Фекер йомғағы килмәй.
Сөнки ҡәләмем бит һаман
Тик һөйөү һүҙе теркәй.
Мең уй тирәләй, исмаһам,
Бере башыма инмәй.
Был илһамлы ҡәләм тағы
Тик һөйөү һүҙе теркәй.


Яратам тип яр һалма

Яратамын тиеп яр һалмасы
Ишеткән бар ундай һүҙҙәрҙе.
Һуңынан бит улар ташлап китә
Һөйөү менән тулған күҙҙәрҙе.
Ышаныстар кәмей, беләһеңме?
"Яратам" һүҙенән шик тыуа.
Шуға күңел һис кемде һушһынмай
Ишек асмай, барыһын ҡыуа.
Башҡа юлдар табып инә алһаң
Ярай алыуҙарың икеле.
Кемде көтә, бер идеал киткәс?
Үҙе, ах(ы)ры белмәй, шикелле.


Юлдарыңа тоғро бул

Бер уңдырып, бер туңдырһа юлың
Үпкә ташлар алдан донъяға.
Иҫлә әле, һин бит үҙең теләп,
Баҫҡан инең ошо юлдарға.
Үҙ-үҙеңә хөрмәт менән килер
Һайлауыңа тоғро һулышың.
Тура юлында ла борғаланған
Йылан ише булма һин, дуҫым.


Бер һүҙ етә

Бер һүҙ етә. Бары бер һүҙ
Арынырға һағыштан,
Күккә сөйөргә бар эште,
Әйләнеп баш шатлыҡтан.
Бер һүҙ етә. Бары бер һүҙ


Уртаҡ итер теләкте.
Ҡанат ҡуйып иңдәреңә,
Дөрләтергә йөрәкте
Бер һүҙ етә.

Балам

Балдарҙан да татлы балам
Күҙҙәремдә – күҙкәйең.
Бар донъямды түп-түңәрәк
Иткәнһең бит үҙкәйең.
Өшөгәндә туң йөҙҙәрҙән
Һиңә ҡарап йыуанам.
Булған төҫөн матурлыҡтың
Алғанһың үҙ(е)ңә, балам.
Әүерәткес ҡурсағым һин
Тәтелдәп, көлөп кенә.
Тәүлек әйләнәһе хәҙер
Уйҙарымда һин генә.
Һәр асылған бер һөнәрең
Мендерә мине күккә.
Мин теләгәндән дә, балам,
Бәхетле бул һин күпкә.


Кисер

Һине йәр итергә мәңгелеккә,
Кисер, күңел кәрәк тапманы.
Туҡта, кем һуң әле мөхәббәттә
Алданыраҡ берен ташланы?
Кем һуң әжәл юлдарына ҡарай
Һөйөү йырын һуҙа башланы?
Белә тороп ниҙәр киләсәген
Быға бары күҙен ҡапланы.
Ниңә генә икән ул шул мәлдә
Хәлдән сығыр сара тапманы?
Әллә үҙе теләпме ошоно,
Башҡа юлдар эҙләп сапманы...
Беләһеңме, нимә ғәжәп бында?
Минең күңел һиңә ҡатманы.
Һинең менән кисерелгән хисте
Башҡа берәү менән татманы.
Ул әле лә тоғ(о)ро һиңә генә
Башҡаларға үҙен һатманы,
Ләкин йәр итергә мәңгелеккә,
Кисер, һине кәрәк тапманы.
Аҙна, айҙар менән бурыслы һин
Тыуырына бер саҡ шул көнөң.
Һағыш еле бер ҡағылмаҫ тимә,
Ҡыуаныстан торһа бөгөнгөң.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: