ҠАРТ ӘСӘ
Көтмәгәндә ҡалаҡ төшөп китте...
Мылтыҡ атыуынан көслөрәк
Булды тауыш. Тертләп, ҡурҡты әсә.
Улы: “Әсәй, һин ипләберәк!!”
Ә килене шул саҡ йылан булып
Ыҫылданы бахыр әсәгә:
- Әйттем бит һуң, иҙән тулы валсыҡ,
Урын түгел беҙҙә әсәңә!
Мин хеҙмәтсе түгел әсәйеңә,
Тамам биҙҙем, ялҡтым үҙенән,
Һайла: минме, улмы? Һуңғы тапҡыр
Яуап көтәм. Юғал күҙемдән!
...Аштың рәте китте, ҡыҙған ҡатын
Сама белмәй сәсте ағыуын,
Күрмәмеш булдылар ҡарт әсәнең
Сикәһенән йәштәр ағыуын.
Улы өндәшмәне. Ейәнсәре
Ишетмәмеш булды. Үҫте шул!
Оләсәһе ҡулдарына үҫте...
Онотҡандыр, хәҙер ҙур бит ул.
Ен эйәләшкәнме килененә
– Аҡырына, төйөп өҫтәлде...
- Йоҡо бүлмәһенә яҡын килмә!
– Улы, тороп, тышҡа йүнәлде.
...Үкһеүҙәрен көскә тыя алды...
“Әсәй” түгел, - “ҡарсыҡ”, “ҡәйнә” ул,
Ни арала өйҙә һөйөү үлгән?
Шыҡһыҙ һәм ят тараф. Ят та үл!
Керфек осона ла йоҡо ҡунмай
Төн үткәрҙе әсә йәш йотоп,
- Нишләп, балам, мине алып ҡайттың?
- Ҡатыныңды былай йонсотоп?
Ә иртәнсәк, әсә түшәгенә
Ултырҙы ла улы шым ғына,
Тулҡынланып саҡ-саҡ һүҙ башланы,
Ҡараш төбәп аяҡ осона.
- Әсәй, аңла... Миңә лә бит ауыр...
Уртаһында ике уттың мин,
Ә тегендә, әсәй, күңеллерәк,
Кеше араһында булырһың.
- Миңә, улым, янда яҡындарым
Булһа, кәйеф-сафа кәрәкмәй,
Һинең ҡулда ғына йәнем бирһәм...
- Аңла, беҙҙең һүҙҙәр берекмәй!
Беҙгә донъя көтөү еңел түгел,
Эш, ғаилә, төрлө мәшәҡәт,
Киленеңдең ял иткеһе килә
– Һинең өсөн кер йыу, аш йүнәт!
- Ярай, улым, улай артыҡ булғас,
Алып бар шул ҡарттар йортона...
- Үкһеп, ҡулъяулыҡҡа һөрттө йәшен,
Күҙ күтәрмәй ғәзиз улына.
...Ә бер көндән төйөнсөккә төрөп
Арлы-бирле генә кейемен,
Ишек төбө иҙәненә һалды,
Һағынып иҫләп алды үҙ өйөн.
“Бына шулай. Бөттө. Мин булмаһам,
Еңелерәк йәшәр балалар.
Ә мин... тик ошоға лайыҡмындыр...”
- Аяҡтары мамыҡ булдылар.
Аяҡтары бер ҙә тыңламаны,
Ҡайғы йомарланы йөрәген,
Бары улы:”Атла!” – тип бойорҙо,
Ашыҡтырып китеү сәғәтен.
Йөрәгенә ярҙам булмаҫ микән
Ике ҡуллап әгәр ҡаплаһа?
- Юл алдынан, улым, ултырайыҡ,
Юл уң булыр, Хоҙай һаҡлаһа!
Айырылыу мәле килеп еткәс,
Нимә бирһен ҡыҫҡа минуттар?
Улынан да алда атланы ул
Ишек аша. Тотмай аяҡтар...
... Ҡаҙна йорто. Тын алғыһыҙ тынсыу.
Аш-һыу, хлор һәм дарыу еҫтәре,
Дивандарҙан мөлдөрәшеп ҡарай
Кемдеңдер ташландыҡ аталары,
Кемдеңдер ташландыҡ әсәһе...
Төйөнсөктәр менән бүлмәһенә
Оҙатты ла, улы өндәште:
- Кисер. Мә телефон, шылтыратһаң,
- Ҡарт әсәнең аҡты күҙ йәше.
Ә шулай ҙа, һаубуллашҡан саҡта,
Ҡосаҡланы улы әсәне,
Ҡасандыр ул иң яҡыны ине
– Күҙҙәренә ҡарап сәсәне.
Ул күҙҙәрҙә һағыш ҡатып ҡалды,
Айырылышыу һағыш-аҙабы,
Йыйырсыҡлы ҡулдар ҡулдарында...
Ауыр булыр намыҫ ғазабы.
- Балаҡайым, шылтырат һин үҙең
Һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла,
Бер Хоҙайым һине һаҡлап торһон,
- Ул һыйына. Улы ҡуҙғала.
Изгелектәр генә юрай-юрай,
Доғаларын уҡып оҙатҡас,
Ҡапыл аңлап ҡалды – үҙ өйөнә
Юл бикләнде, улын юғалтҡас.
...Игеҙәктәр кеүек шомло көндәр
Үтә торҙо. Ниндәй хаталар,
Ниндәй гонаһ өсөн бындай яза?
Ниңә бында әсә-аталар?!
Улын һағыныуҙан май шәм кеүек
Иреп, ялбарҙы бер Аллаһҡа:
- Эй, Илаһым, кисер улымды һин,
Минең йәнемде ал алмашҡа!
Минең кәрәгем юҡ бер кемгә лә,
Һин улымды һаҡла, Илаһым!
...Мендәр аҫтындағы рәсеме генә
Белә уның күпме илайһын.
...Оҙаҡ юлдан йөрөп ҡайтты улы,
Иҫтә тотоп әсә күҙҙәрен,
Сикәһенән аҡҡан күҙ йәштәрен,
Әсәһенең доға һүҙҙәрен.
Әсәһенең еҫен, сал сәстәрен,
Әсәһенең бәрхәт тауышын:
- Нишләп һуң мин әсәйемде шулай
“Теге” йортҡа илтеп ҡалдырҙым??
Бер үҙенә мине үҫтереүе
Еңел булманы бит уға ла,
Минең өсөн барыһына түҙҙе,
Сыҙамаҫлыҡ ауыр булһа ла.
Әсәйемде яҡлай алмағас һуң
Ниндәй ул мин? Ниндәй ир-егет?
Миңә ғүмер биргән изге затты
Алмаштырыр башҡа зат юҡ бит!
... Иртән тороп, өндәшеп тә тормай,
Китте ҡабат “ҡарттар” йортона,
- Тик әсәйем һау-сәләмәт булһын,
Һалмам башҡа ҡайғы утына.
Туҙан бөртөгөн дә ҡундырмаҫмын,
Күҙ йәштәрен инде түктермәм,
Ризыҡтың да иң тәмлеһен генә,
Матур һауыттарҙа бирермен...
Бына әсәһенең палатаһы.
Өҫтәлендә ашы һыуынған,
Буш карауат. Ҡайҙа әсәкәйем??
Ул – юҡ. Әсәһенә ни булған?
Бер төйөргә йөрәк йомарланды,
Иҙән сайҡалғандай тойолдо,
Саҡ йығылмай, яйлап, стена буйлап,
Коридорҙа алға ынтылды.
Кемдер арттан уға: “Туҡта әле...”,
Арҡа буйлап һалҡын тир аға,
Күреп ҡалды шул саҡ: кружка тотоп
Әсәкәйе килә ҡаршыға!
Яурынынан тау төшкәндәй булды,
Күҙҙәренән йәштәр атылды,
Үкһеп илай ине әсәһе лә,
Улы ҡосаҡлағас, саҡ тынды.
- Улым! – Әсәй, һинең арттан килдем,
Йыйын, улың алып ҡайтасаҡ,
- Бала саҡтағылай йылмайҙы ла,
Әйтте: “Мин әйткәнсә буласаҡ!”
- Туҡта, балам, ҡул болғайым әле...
- Ултыр, әсәй, йыраҡ ҡайтаһы...
...Тәҙрәләрҙән мөлдөрәшеп ҡарай
Кемдеңдер ташландыҡ әсәләре,
Кемдеңдер ташландыҡ атаһы...
Фирүзә Абдуллина тәржемәһе.