Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
3 Апрель , 11:00

Йондоҙло ҡалам (Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА)

#ИлһамлыӨфө #Шоңҡаржурналы #Өфө450  #Уфа450  Таңдарын баҡһам тәҙрәгәМин һәр саҡ хайран ҡалам:Бәхет нурынан туҡылғанӨфөм - һин йырлы ҡалам!..  

Йондоҙло ҡалам (Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА)
Йондоҙло ҡалам (Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА)

ЙОНДОҘЛО ҠАЛАМ
Таңдарын баҡһам тәҙрәгә
Мин һәр саҡ хайран ҡалам:
Бәхет нурынан туҡылған
Өфөм - һин йырлы ҡалам!..

Йондоҙ күҙләп күктәргә лә
Кәрәкмәй үрелергә:
Әйтерһең дә, тороп арып
Һибелгән улар ергә!

Һибелгән дә юл ситенә
Мәрйен булып теҙелгән.
Ситтән баҡһам, ҡалам, гүйә,
Тик йондоҙҙан төҙөлгән.

... Эх, булып барыһынан да
Яҡтыраҡ яныр йондоҙ,
Кем ҡалам урамдарында
Йөрөй моңһоу һәм яңғыҙ -

Үтәр өсөн теләктәрен
Күктә атылһам икән!..
Тик ер йондоҙҙары минән
Күкте ҡыҙғанмаҫ микән?!.


Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: