-4 °С
Болотло
ГҮЗӘЛ ӨФӨ - БАШ ҠАЛАМ
Балҡып тора нуры менән
Тау өҫтөндә зифа ҡала.
Был бит минең Өфө, тиеп,
Ғорурланып әйтә алам.
Өфө матур һәр миҙгелдә,
Яҙҙарын да, йәй мәлендә,
Аҡ ҡарҙары ҡышын бизәй,
Алтын төҫтәр - көҙҙәрендә.
Алыҫтарҙан күренеп тора
Батыр Салауаты атта.
Тыныс булһын илем тиеп,
Тора һымаҡ һәрсаҡ саҡта.
Мин яратам һине ерем,
Өфөм минең – гүзәл ҡалам!
Тыныслыҡта, именлектә
Балҡып йәшә, һин баш ҡалам.
Гөлфиә ҒИЗЗӘТОВА.