-4 °С
Болотло
ӨФӨМӘ
Иң тәү Өфөнө күрҙем
Илле биш йылдар элек.
Ул саҡтарҙа мин бәләкәй,
Ҡала - шул тиклем бейек...
Ул ваҡытта уҡ Өфөм –
Ҙур, “туңдырмалы” ҡала.
...Бала сағым урамдарын
Эҙләп, аяҡтар тала.
Ауылдан килгән малайға
Ҡала шул тиклем матур,
Яр буйында, ат өҫтөндә -
Ғорур Салауат батыр...
Уҡырға килдем Өфөгә
Һикһән берҙең көҙөндә,
Ул йылдарҙы иҫкә алһам,
Үҙәккәйем өҙөлә.
Биш йыл “һә” тигәнсе үтте
Баш ҡалам мөхитендә,
Өфө йүкәләре һаман
Минең күңел түрендә...
Өфөм хәҙер үҙгәрҙе –
Танырлыҡ түгел үҙен,
Ҡаршылайбыҙ уның менән
Ғүмерҙең сыуаҡ көҙөн...
Ильяс АҠЫМБӘТ.