Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Апрель , 11:00

Өфөгә мәҙхиә (Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА)

#ИлһамлыӨфө #Өфө450 #Уфа450   Иман йорттарың да балҡып тора,Манараһын сөйөп күктәргә.Һин бай ҡала бөйөк шәхестәргә,Һин өлгөлө ҡала күптәргә!  

Өфөгә мәҙхиә (Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА)
Өфөгә мәҙхиә (Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА)

Өфөгә мәҙхиә

Һинән матурыраҡ, күркәмерәк,
Гүзәл Өфөм, ерҙә юҡ ҡала.
Һин йөрәге Башҡортостанымдың,
Барған һайын һиңә таң ҡалам!

Ағиҙелең аға йырлай - йырлай,
Тулҡындарын ҡағып ярҙарға.
Өфөм, һине данлау шиғырҙарын
Йырсылар бит һалған йырҙарға.

Иман йорттарың да балҡып тора,
Манараһын сөйөп күктәргә.
Һин бай ҡала бөйөк шәхестәргә,
Һин өлгөлө ҡала күптәргә!

Урамдарың иркен, яҙын - йәйен
Гөл -сәскәгә улар күмелә.
Ете ҡыҙың, ана, бейеп йөрөй
Башҡортомдоң талғын көйөнә.

Шайморатов әйҙәй батырлыҡҡа,
Бабич, Туҡай әйҙәй ижадҡа,
Ә Салауат ярҙа ғорур тора,
Ҡараштарын төбәп йыраҡҡа.

Һин бишеге булдың бик күптәрҙең.
Һәр саҡ һиндә тыныс таң атһын!
Бул һин гел ҡояшлы, киң ҡоласлы,
Тирә - яҡта һинең дан артһын!


Рәсимә СӘЙЕТҒӘЛИНА

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: