-4 °С
Болотло
КӨҘГӨ ПАРК
Һуҡмаҡ буйлап теҙелгәндәр,
Ағасы, ҡыуаҡтары,
Тирә-яҡта тауышлана,
Йыйылған ҡунаҡтары.
Ял итеүселәр йыйылған,
Уйнайҙар бала-саға,
Кемдәр япраҡтарҙы йыя,
Йәштәр великта саба.
Ҡайнай, шаулай ял итеүсе,
Фонтан күҙәтә килеп:
Төрлө төҫкә инә һыуы
Йәйғор кеүек атлығып.
Йырҙар яңғырай, ҡоштар һайрай,
Япраҡ шаулай ағаста,
Ботаҡта тейен һикерә,
Тубырсығын алғас та.
Бына шулай гөрләп тора,
Баш ҡалала көҙгө парк.
Һәр миҙгелде ул ҡаршылай,
Бар аттракцион асыҡ.
Әлфинә МӨХӘМӘҘИЕВА-КӘРИМОВА