Киләсәк ҡалаһы
Өфө тиһәм, Салауатым минең
Ҡаршы алыр төҫлө атлығып.
Оҙаҡ килмәй ҡайҙа йөрөнөң тип,
Бирер кеүек ине һорауын.
Өфө тиһәм Ғафури ҙа миңә
Ҡаршы сығыр кеүек йылмайып.
Киләсәгем, көттөрәһең ниңә,
Көн дә көтәм, тиер, уйланып...
Йүкәләре яңы йырын һуҙыр,
Оркестрға шул саҡ ҡушылып.
Өфөм, һине шулай күҙаллайым,
Изге уйым һиңә ҡуш булһын.
Өфөм, тиһәм бер ҙә тыңланмаған
Бейеклеккә әйҙәр көй тыуыр.
Өфөм, һиңә бер ҙә һоҡланмаған,
Бармы икән? Булмаҫ ул, юҡтыр.
Салауатттың урамынан буйлап,
Һәр йортоңдо байҡап үтәмен.
Үткәнемә ҡайтып ярты быуат,
Һоҡланамын һиңә , үҫкәнһең.
Дүрт быуаттан ашыу йәшәһәң дә,
Өфөм, әле һин бит бик йәшһең.
Эшең менән үргә үрләгәңдә,
Күп быуаттар йәшәп йәшнәрһең.
Һин бик матур. Йәшлек ҡалаһы һин,
Киләсәккә илтер юл һиндә.
Маҡтап бөтә алмаҫ һис бер әҙип,
Һоҡланыуҙар бары һәр кемдә.
Рәйсә ИҪӘНБАЕВА.