Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
11 Апрель , 11:00

Өфөгә мәҙхиә (Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА)

#ИлһамлыӨфө#Өфө450 #Уфа450 Көндән-көн үҫәһең, баш ҡалам,Һиңә ҡарап тағы һоҡланам.Дуҫлыҡ, туғанлыҡты яңыртып,Сәскә ат һин, Өфөм – баш ҡалам!    

Өфөгә мәҙхиә  (Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА)
Өфөгә мәҙхиә (Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА)

ӨФӨГӘ МӘҘХИӘ

Бейек тау башында ултыра
Өфө тигән матур баш ҡала.
Бында килгән барлыҡ кешеләр
Һинең гүзәллеккә таң ҡала.

Йәмле Ағиҙелең өҫтөндә
Ап-аҡ пароходтар тирбәлә.
Тимер күпер аша сыҡҡанда
Тау башында һәйкәл күренә.

Текә яр башында Салауат
Ат өҫтөндә ғорур ултыра.
Дуҫлыҡ монументы һәйкәле
Милләттәр дуҫлығын арттыра.

Күп милләтле халыҡтарың да
Дуҫ йәшәйҙәр быуаттар буйы.
Ҡалам үҫһен, тыныслыҡ булһын –
Изге ниәт уларҙың уйы.

Яҙын-йәйен минең баш ҡалам
Шау сәскәгә күм(е)леп ултыра.
Йырыбыҙҙа данлап йырланған
Өфө йүкәләре ни тора!

Көндән-көн үҫәһең, баш ҡалам,
Һиңә ҡарап тағы һоҡланам.
Дуҫлыҡ, туғанлыҡты яңыртып,
Сәскә ат һин, Өфөм – баш ҡалам!

 

Мәхмүзә ШӘҒӘЛИЕВА.

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: