Альбина МУЛЛАҒОЛОВА-ҒӘЛИУЛЛИНА Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында тыуып үҫкән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлай. Дүрт бала әсәһе, шәхси эшҡыуар.
ҺАЛДАТ ҠАТЫНЫ
Сал ҡаялар сабырлығы,
Уның йөҙөндә...
Үҙе – осҡон, ә йөрәге
Усы төбөндә.
Һуң ятһа ла, таңдан тора:
Тормош – иңдәрҙә.
Тик йөрәге тынғы бирмәй
Ҡара төндәрҙә.
Үҙе ябай, тыштан балҡый,
Эстән янһа ла.
Бошонмай ул, кеше һүҙе
Ялмап алһа ла.
Яңғыҙ тарта донъя йөгөн,
Күрә йәмдәрен.
Бәхет көтөп, дөрләп яна
Өмөт шәмдәре.
Ҡоса төнөн һалҡын түшәк,
Йәшле мендәре.
Изге хәбәр көтөп үтә
Уның көндәре.
Күпте күрҙе , күпте белде,
Күпте татыны,
Үҙе түҙем, үҙе сабыр –
Һалдат ҡатыны!..
* * *
Кителеңде аламын да
Күкрәгемә һаламын.
Ғәмһеҙ тормош юлдарынан
Йәнә яңғыҙ барамын.
Наҙың һеңгән, нурың һеңгән
Кителеңә бағамын.
Берәмләп, ҡәҙерләп кенә
Миҙалдарың тағамын.
Һынландырған кителеңде
Меңәр ҡабат аламын.
Иңдәремә һаламын да
Өмөт менән бағамын.
Ҡарашыңды тоям һинең
Күҙҙәрендә баламдың...
ИРҺЕҘ ДОНЪЯМ
Һинһеҙ донъям – ирһеҙ донъям,
Эй, алйытты инде тамам!
Йә унитаз емерелә,
Йә крандан һыуы тама.
Йә ишеге ҡайырыла –
Бер ябыла, бер – асыла.
Үсләшкәндәй, сыйнап ҡуя
Асҡан һайын шкафы ла.
Эх!
Һинһеҙ донъям – ирһеҙ донъям,
Арытты бит инде тамам!
Бер ҡулыма сүкеш алам,
Һүгенә-һүгенә ҡаҙау ҡағам
(Нисек дөрөҫ, шулай яҙам).
Көс етмәҫлек сумкаларым,
Күтәренеп ҡайтам тағын.
Өнһөҙ генә көтә, ана,
Һалҡын мендәр, карауатым.
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй –
Ҡунаҡҡа ла йөрөмәйем.
Өс кенә тинлек башымды
Бер тингә лә төшөрмәйем.
Ирһеҙ донъя – ярты донъя,
Мең ғазаплы заман шаңы.
Ярыҡ-йорто күңелемә
Ҡайҙан дауа алам тағы?
Ирһеҙ донъям – һинһеҙ донъям,
Эй, ялҡытты мине шулай.
Һәр мөйөшөм емерелә,
Һәр мөйөшөм һине һорай...
БУЛҒЫМ КИЛӘ
Уңған ҡатын булғым килә
Тормош көткән йәрем өсөн.
Тәмле аштар менән һыйлап,
Һаҡлап ҡына һөйөү хисен.
Матур әсәй булғым килә,
Улым өсөн, ҡыҙым өсөн.
Һәр береһен тигеҙ күреп,
Өләшергә йөрәк хисен.
Ихлас кеше булғым килә,
Халҡым өсөн, илем өсөн.
Һәр һулышым, һәр миҙгелем
Бүләк итә йәшәү көсөн.
Көслө ҡатын булғым килә,
Күтәрерлек донъя йөгөн.
Ғүмер теҙгенен тартырлыҡ,
Көс-ғәйрәтем етһен бөгөн.
Йылы усаҡ – торған йортом,
Һиндә наҙым, һиндә хисем.
Бер үк, Тәңрем, юл яҙҙырма,
Балаларҙа – минең төҫөм.
ДИҢГЕҘ БУЙЫНДА
Уйҙарымды бер аҙ йүгәнләргә
Килдем әле диңгеҙ буйына.
Ярҙы үбә шаян тулҡындары,
Ҡабырсаҡтар һыуҙа ҡойона.
Киңлектәре урап сыҡҡыһыҙ шул,
Тәрәнлеген әйтә алмайым.
Серҙәремде генә сисәйем, тим,
Һағыштарҙы һыуға һалмайым.
Тулҡындарҙы кисеп атлап үтәм –
Ярһыу улар, әҙер алышҡа.
Диңгеҙ төҫлө төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр,
Өмөт менән баҡты алыҫҡа...
Ә алыҫта аҡ пароход йөҙә,
Тик елкәне генә сәләмләй.
Күңелемдең китек урындары,
Ямалғандай булды бөтөнләй.
Килдем әле һиңә, Ҡара диңгеҙ,
Көмөш тулҡыныңда йөҙөргә.
Бир һин миңә ярһыу көстәреңде
Сал ҡаялар кеүек түҙергә!
ЯМҒЫР
Биттәремдән үбеп үтте ямғыр,
Йәштәремде йыуып төшөрҙө.
Һирпеп кенә яуҙы сәстәремә,
Түҙ инде, түҙ, тиеп үтенде.
Яуҙы ямғыр, йыуҙы күңелдәрҙең
Һыуға һыуһап кипкән гөлдәрен.
Иҫкә төштө бәхетле төндәрем,
Бер йәшенһеҙ аяҙ көндәрем.
Аҡ ямғырҙар яуа ҡайындарға –
Күҙҙәрен астылар бөрөләр.
Бәхет бишегендә бөрөләнеп,
Парлы үтһен ине ғүмерҙәр.
Күҙ йәштәрҙе йәшереп иларлыҡ
Ярай әле, яуҙы ямғырҙар.
Атлап киләм еүеш һуҡмаҡтарҙан,
Ауыр бит ул яңғыҙ ҡалыуҙар...
ТӘҮГЕ ҺӨЙӨҮ
Тәүге һөйөү бер кемде лә,
Беләм, урап үтмәгән.
Татлы мөхәббәткә сорнап,
Мең ғазапҡа үртәгән.
Бар нәмәнән артыҡ күреп,
Һәр кем ғашиҡ булғандыр.
Аҡылдан шашып яратып,
Ғишыҡ хаты яҙғандыр.
Һәр кемдә лә тәүге һөйөү,
Һис шигем юҡ, булғандыр.
Мәңге һүнмәҫтәй янғандыр,
Аҡ томанда ҡалғандыр.
Йөҙҙөм һөйөү диңгеҙендә,
Йөҙҙөм мин дә, таң ҡалып.
Шул диңгеҙҙә хәҙер бары
Аяҡ ҡына сайҡарлыҡ.
Алтын тауҙар вәғәҙә иткән,
Йәрҙәр ҡалды бик йыраҡ.
Мөхәббәткә ҡарағанда
Эскән сәйем ҡатыраҡ