Шоңҡар
+10 °С
Ясно
Илһам
21 Сентября , 08:37

Марсель ХАММАТОВ

“Ил яҙмышын уйлағандар Ҡайыш таҡты биленә“

Марсель ХАММАТОВМарсель ХАММАТОВ
Марсель ХАММАТОВ

Марсель Хамматов Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында ғүмер итә. Әҙәбиәткә ғашиҡ егет буш ваҡыттарында шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Ҡатыны менән өс бала үҫтерә.

 

Ҡайыш таҡты биленә!

Ҡапыл да һүҙ яҙа алмам
Башҡортостан – илемә.
Бөгөнгө күпме ир-егеттәр
Ҡайыш таҡты биленә.
Ата-бабаларҙың юлын
Ҡабатланы йәш быуын,
Ҡайыш тағып яуға китте
Быуырға дошман ыуын...
Илем, һинең күргәнеңде
Тарих итеп уҡыныҡ.
Баш өҫтөндә ҡояш көлдө,
Илдең биле булды ныҡ!

Ниндәй бөтмәҫ һуғыш һуң был?
Яуға, тип ҡалҡты халҡым.
Беҙ беләбеҙ ирек хаҡын,
Беләбеҙ илдең хаҡын!

Ил яҙмышын уйлағандар
Ҡайыш таҡты биленә.
Яуҙан еңеп ҡайтыр башҡорт
Башҡортостан иленә!
Йәшлегемә ҡайтайым

Ағын һыуҙар тағы һуҙыр
Йәшлегемдең көйҙәрен.
Зар илаһам, кемдәр һылар
Йөрәгемдең йөйҙәрен,
Ғүмер уҙа, йөрәк туҙа,
Яңырып китә хистәр.
Ҡабат-ҡабат иҫкә төшә
Гармунлы айлы кистәр...
Мин тапаған һуҡмаҡтарҙан
Башҡалар үтәләрҙер.
Һөйгәнен ҡапҡа төбөндә
Таңғаса көтәләрҙер.
Бер мәлгә үткәнгә ҡайтып,
Бөгөнгөмдән ҡасайым.
Төштә булһа ла йәшлектең
Ҡапҡаларын асайым.
...Йәшлегемә ҡайтайым...

Күңелем менән тоям

Күңел йырлай, йәйғор нурлай,
Йыһандарға күтәрелмәй!
Йондоҙ йыйып, теҙеп ҡуям
Күктәргә – бер үктәрен –

Аҡ болотҡа һыбай мендем,
Ләйсән ямғырын ҡоям.
Ер-әсәбеҙ ҡыуанғанын
Күңелем менән тоям.
Ер ҡыуанһа, мин ҡыуанам,
Ауыҙ ҡолаҡҡа еткән.
Әйтерһең дә, минең күңел
Ҡояшҡа барып еткән!

Сәхнә – ул тормош

Көй тынып ҡалды,
Тамаша тамам,
Тамашасылар
Ни көтә һаман?

Көй тынып ҡалды,
Һис уйламаныҡ
Йығылыр, тиеп
Моң уҙаманы.

Ғәм таралманы,
Зал ҡалды тып-тын.
Тын залда тибә
Йөрәктәр зың-зың...

Ғаләм хушлаша,
Бәхил бул, шәхес
Шәхестәр китә,
Тынлыҡ... тәнәфес...
Сәхнә – ул тормош
Тормош – ул сәхнә.
Илаһи тормош –
Мәңгелек сәхрә?

Әллә ниңә күңел тулышты

Был шиғырымды ут эсендә йөрөгән Тупаҡ ауылы егеттәренә һәм бала саҡ дуҫым Салауатҡа бағышлайым

Шашып-ярһып сапҡан аттар һымаҡ,
Хистәр бөгөн бында ярала.
Тиҫтерҙәрем һуғыш яланында,
Уларҙы һин, Хоҙай, арала.

Тау өҫтөнә ҡуйы томан ятты,
Томандар ҙа яйлап тарала.
Кемдер берәү Яңы йыл ҡаршылай,
Кемдер берәү ауыр ярала...

Кисә генә ”һуғыш” уйнай инек,
Бөгөн күрҙек ысын һуғышты.
Бөгөн дуҫты яуға оҙатҡанда,
Әллә ниңә күңел тулышты...

 

Автор:
Читайте нас