

Иншар ВӘЛИТОВ – (1990) Ауырғазы районының Мораҙым ауылы егете. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Әле Ауырғазы районының мәҙәниәт һарайында режиссер булып эшләй. Республика йыр бәйгеләре лауреаты. Ҡатыны Айгизә менән өс ул үҫтерәләр.
Уйҙар
Тышта буран,
Уй-хистәрем туҙған,
Йөрәгем туңған,
Күҙҙәрем йәшкә тулған.
Аяуһыҙ буран,
Юлдарымды быуған,
Һаҡла Аллам,
Ауыр, яман уйҙан.
Гонаһлы уйҙар,
Аҡылымды тыйған,
Изге хыялдар,
Үткән яҙҙа ҡалған.
Ай-һай, буран,
Аҙаштырма хаҡ юлдан,
Уйҙарымда томан,
Йәнемә ни булған?..
Ҡанатым һынған,
Ярҙам итсе, Аллам,
Күңелем янған,
Йөрәгем көлгә ҡалған.
Ай-һай, буран,
Яҙлыҡтырма хаҡ юлдан,
Кисер, Аллам,
Һаҡла яман уйҙан.
* * *
Ҡайсаҡ була шундай көндәр,
Бейектәргә килә осаhым.
Бар донъяны гөлгә күмеп,
Килә ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаhым.
Ҡайсаҡ була шундай миҙгел,
Килмәй ҙә бит ҡуя йәшәгем.
Атып бәреп донъя мәшәҡәтен,
Хыял диңгеҙендә йөҙәһем.
Ерҙән шыуып шулай, күктә осоп,
Yтә беҙҙең ҡыҫҡа ғүмерҙәр.
Шул ғүмерҙең ҡара көҙөндә лә,
Ҡаршы алhын беҙҙе шат көндәр.
Өмөт
Тәҙ(е)рәмә кемдер таш бәрҙе,
Селпәрәмә итте тәҙрәне.
Йөрәгемдең нескә ҡылдарына
Килеп тейҙе дошман йәҙрәhе.
Кемдер ҡапыл килеп аяҡ салды,
Барып төштөм осло таштарға.
Ниңә Хоҙай мeрхәмәтhеҙ икән,
Беҙҙең кеүек яңғыҙ баштарға.
Кемдер килеп төрттө ҡабырғама,
Һығылдым да төштөм иҙәнгә.
Нимә өсөн миңә бындай яза?
Мин дә килдем ергә йәшәргә.
Бирешмәнем, ҡабат ырғып торҙом,
Кәрәктәрен бирҙем, үс алдым.
Дилбегәне үҙ ҡулыма алып,
Киләсәккә табан юл алдым.
Fаиләм – ҡәлғәм
Мин ғаиләмде, ни өсөндөр,
Оҡшатамын шаулы урманға.
Әллә эштәр hәм хыялдар бер?
Fәзиз тупраҡ уртаҡ булғанға?
Атайымдың мәғрур имән hымаҡ,
Маҡсаттары күккә үрләгән,
Бар ғаиләһен, туған-тыумасаhын
Ҡурсалай ул дауыл-елдәрҙән.
Әсәкәйем минең – hомғол ҡайын,
Бар донъяға hибә аҡлығын.
Тик ғаиләhе өсөн генә уның,
Бар хәстәре, ҡайғы-шатлығы.
Ағайҙарым ҡарағайҙар төҫлө,
Бер-беренә терәк-таяныс.
Еңгәләрем, кесе hеңлеләрем –
Бар ғаиләгә оло ҡыуаныс.
Ҡайғы-хәсрәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар
Уртаҡ беҙҙең оло ғаиләлә.
Эштәрҙә hәм байрамдарҙа бергә,
Fаиләм – ҡәлғәм! Шуға hөйөнәм!
Яңғыҙлыҡ
Әсе елдәр йолҡоп өҙгөләйҙәр,
Япраҡтарын яңғыҙ ҡайындың.
Нимә өсөн уға бындай яза?
Аңламайҙар уның ҡайғыhын.
Ҡайын – яңғыҙ, ә яңғыҙҙар –
Үҙ-үҙҙәрен яҡлай алмайҙар.
“Зинhар, мине ташламағыҙ!” – тип
Кешеләрҙән ярҙам hорайҙар.
Ә бит ҡайын яңғыҙ түгел ине,
Шаулай ине урман был ерҙә.
Шул тормоштоң йәмен белмәйенсә,
Яңғыҙ ҡалды инде мәңгегә.
Һыға алмаҫ ине әсе елдәр,
Бөгөлмәҫ тә ине ботаҡтар.
Бирешмәйсә йәшәр ине ҡайын –
Ҡайғы-шатлыҡ уртаҡ булғанда.
Әсәйем ҡулдары
Әсәйемдең йылы ҡулдарына,
Башым hалып ятҡан саҡтарым
Иҫтәремә төшhә, күңел тула,
Күҙ алдымда – бала саҡтарым.
Әсәкәйем беҙҙе иркә наҙлап,
Йылы ҡосағында үҫтерҙе.
Кәрәк булhа, әгәр йөрәк наҙы,
Усағынан эҫе ҡуҙ бирҙе.
Төндәремдә өшөп уянғанда,
Матурланы әсәм юрғаным.
Сир-сырхауҙар мине урап үтте –
Ҡурсаланы әсәм ҡулдары.
Әсә наҙын, әсәм йылы ҡулын,
Һаман тоям, йылдар үтһә лә.
Һирәк кенә әсәм яндарына,
Ҡайтыр юлҡайҙарым төшhә лә.
Илһам
Төнөн күккә ҡарап илhам алам,
Тойғоларым күсә ҡағыҙға.
Сулпан йондоҙ кеүек, киләсәгем
Яҡты булыр тормош таңымда.
Болондарға ҡарап илhам алам,
Тойғоларым күсә ҡағыҙға.
Күңел яландарым тулы сәскә,
Хуш еҫтәрен бөркә барығыҙға.
Йылғаларға ҡарап илhам алам,
Тойғоларым күсә ҡағыҙға.
Йылғаларҙай минең күңелем киң,
Аҡҡоштары ҡанат ҡағына.
Мөхәббәттән бөтмәҫ илhам алам,
Тойғоларым күсә ҡағыҙға.
Һөйөү уттарында мәңге яндым,
Артабан да яҙһын янырға!
Ғашиҡ булдым
Тәү күреүҙән һиңә ғашиҡ булдым,
Тәү күреүҙән һине яраттым.
Йоҡоларым – йоҡо, аштарым аш түгел,
Бөтөнләйгә башым юғалттым.
Йөрәгемдең, иркәм, иң түрендә,
Иң түрендә урын биләнең.
Ҡулдарыма алып, күҙҙәреңә бағып,
Һөйөү һүҙҙәрен килә һөйләгем.
Күңел көмбәҙемдең иң күгендә,
Яҡты ҡояш булып балҡының.
Һин мәңге – минеке, мин – һинеке,
Булып ҡалайыҡсы әле, алтыным.
Риза булам, йөрөр юлдарыңа,
Таҡыр һуҡмаҡ булып ятырға.
Һинең өсөн генә таңдарында,
Алһыу ҡояш булып ҡалҡырға.