Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
9 Октябрь 2017, 12:43

Ғүмеремдең тәүге көнөнән күңелемде йыр-моң биләгән

Бөгөнгө көндә музыка ла, бейеү стиле лә байтаҡ үҙгәрештәр кисерҙе. Йыш ҡына йәштәр ял көндәрен электрон музыка яңғыраған клубтарҙа уҙғара. Әммә әлеге заманса сит ил көйҙәренә алданып, уларҙың туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе онотоу ҡурҡынысы ла юҡ түгел...

Йыр-моңһоҙ йәшәйешебеҙҙе күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Моң – халҡыбыҙҙың рухи торошон бейеклеккә күтәргән, изгелеккә әйҙәгән илаһи көс. Күҙгә күренмәгән ошо сихри донъя тормошобоҙҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Ул милләтебеҙҙе тәрбиәләп, уйландырып ҡына ҡалмай, ә йәшәүгә ынтылыш биреү ҡөҙрәтенә лә эйә.Бөгөнгө көндә музыка ла, бейеү стиле лә байтаҡ үҙгәрештәр кисерҙе. Йыш ҡына йәштәр ял көндәрен электрон музыка яңғыраған клубтарҙа уҙғара. Әммә әлеге заманса сит ил көйҙәренә алданып, уларҙың туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе онотоу ҡурҡынысы ла юҡ түгел. Милли рух тәрбиәләү маҡсаты менән йәштәрҙең зауығына тап килгән, ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән башҡорт дискотекаларының даими уҙғарылыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Диджейҙар башҡорт көйҙәре, йырҙарына заманса һулыш өрөп, йәштәр йөрәгенә асҡыс таба. Һүҙебеҙ шуларҙың береһе – үҙенсәлекле микстар тыуҙырыусы, бейеү майҙанын көйләүсе башҡорт диджейы, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы егете – Фәтих Мулләхмәтов йәки DJ Фәтих тураһында.
– Диджей булыу бала саҡ хыялы инеме, әллә ҙур аудитория алдында сығыш яһау тураһында уйламай ҙа инеңме?

– Балалар, ғәҙәттә, яҡындарының йәшәйешенә ҡарап хыялдар ҡора. Мин бала саҡта милиционер булырға теләй инем. Сөнки минең атайым – Йәмил Рамаҙан улы – 90-сы йылдарҙа Баймаҡ районы Яковлевка ҡасабаһында участковый булып эшләне. Көн һайын форма кейеп, эшкә йөрөүенә һоҡлана инем. Әммә атай-әсәй ҡаны менән күскән йыр-моң күңелемә яҡыныраҡ булған, күрәһең. Атайым йәш сағында өҙҙөрөп гармун тарта, ә әсәйем бейей торғайны. Ҡартәсәйем дә йыр-моңға маһир, боронғо башҡорт йырҙарын башҡара ине. Үҙем дә бәләкәй саҡтан йырларға, синтезаторҙа уйнарға яраттым. Шуға күрә, IX класты тамамлағас, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияға уҡырға барҙым. Унда мине баян, фортепиано һәм ҡурай класына тәғәйенләнеләр.

Тәүге сығышым хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Миңә 5 йәштәр самаһы булғанда район һабантуйында сәхнәгә йырларға сығарҙылар. Бер аҙ ҡаушаһам да, сығыштан тик ыңғай тәьҫораттар алдым. Шул ваҡыттан минең тормошом йыр-моң менән тығыҙ бәйләнгән.

– Ә диджей булараҡ тәүге сығышыңды хәтерләйһеңме? Пульт артында ниндәй тойғолар кисерәһең?

– 2009 йылда Черниковка биҫтәһендә йәштәргә сираттағы дискотека ойошторолдо. Мин DJ R-I (Динислам Шайхутдинов) менән килгәйнем. Әйткәндәй, уның менән 2009 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡыған саҡта таныштым. Тап ул миңә был өлкәнең нескәлектәрен асты һәм моң иленә ныҡлы аяҡ баҫып китеүемә йоғонто яһаны.

DJ R-I – пульт артында, мин уның хәрәкәттәре артынан күҙәтеп, өйрәнеп торам. Музыка уйнай, майҙанда йәштәр дәртле көйҙәргә бейей. Бер ваҡыт дуҫым миңә бер нисә трек тотторҙо ла, “Һыу ғына эсеп киләм” тигән һылтау менән залдан сығып китте. 5 минут үтте, дуҫым һаман юҡ, ә көй тамамланып килә. Аптырағас, ҡурҡа-ҡурҡа ғына тректы алыштырам. 15 минут ваҡыт үтте. Эштең айышына төшөндөм – майҙан минең ҡулда. Көйҙәрҙе бер-бер артлы талғын ғына күсерергә әүәҫләнеп киттем. 45 минут самаһы үткәндер, дуҫым яныма килеп, маҡтарға тотондо. Баҡтиһәң, барыһы ла мине һынар өсөн эшләнгән икән. Беренсе тапҡыр шулай уйламағанда ғына диджей ролендә сығыш яһарға тура килде. Тәүге мәлдә ҡурҡыу ҙа, тулҡынланыу ҙа бар ине. Ә музыканы тоя башлағас, пульттың төймәләренә лә, микшерҙарына ла ышаныслыраҡ ҡағылаһың.

– Фәтих, һинеңсә, DJ ниндәй сифатҡа эйә булырға тейеш?

– Диджейлыҡ тәү сиратта ижади һәләт талап итә. Көйҙөң ритмын тойоу, музыка ҡоралдары менән сифатлы эш итә белеү бөтәһенең дә ҡулынан килмәй. Тойомлау хисе ныҡ үҫешкән кеше генә бер нисә тректан бөтөн, гармониялы көй тыуҙыра ала. Бынан тыш DJ нескә психолог та булырға тейеш, минеңсә. Сөнки уның төп бурысы – аудиторияның кәйефен алдан һиҙеп, дәртләндереүсе көйҙәр, үҙенсәлекле микстарҙы дөрөҫ урынлаштырыу һәм халыҡтың күңелен күтәрә белеү. Йәштәрҙең зауығын ҡәнәғәтләндереү өсөн уларҙың йәшәйеше тураһында хәбәрҙар булырға кәрәк. Әгәр һин заман шауҡымын аңлайһың, башҡорт йәштәрен туған телдә йырлата ла, бейетә лә алаһың икән, тимәк, үҙ миссияңды атҡарҙың тигән һүҙ.

– Фәтих, тәүге трегың ҡасан донъя күрҙе?

– 2005 йылда “Башҡортостан” тип аталған беренсе йырым сыҡҡандан һуң мин ныҡлап аранжировкалар менән мауыға башланым. Үҙемә лә, заказға ла яҙа инем. Ә ремикс формаһындағы “Янымда һин булғас” тигән тәүге трегым 2011 йылда тыуҙы.

– Хәҙерге заман башҡорт музыкаһы ниндәй булырға тейеш? Ғөмүмән алғанда, уның менән ҡәнәғәтһеңме?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көн музыкаһы ауыр мәлдәрҙе кисерә, тип уйлайым. Сөнки байтаҡ башҡорт көйҙәре сит ил музыкаһына оҡшатып яҙыла башланы, плагиатлыҡ күп. Шул сәбәпле уларҙың үҙенсәлеге юғала, бәҫе төшә. Һуңғы арала донъя күргән яңы тректарҙы ла башҡорт дискотекаларында уйнатыу еңелдән түгел. Ни өсөндөр халыҡ уларҙы тиҙ генә ҡабул итмәй.

– Нисә йәштән диджей булып китергә мөмкин? Уның пенсия йәше буламы?

– Диджейлыҡтың йәш сиге юҡ, минеңсә. Мәҫәлән, 12 йәштән мәктәп дискотекаларын алып барҙым. Ә бына Һупайлы биҫтәһендә 60 йәшлек диджей – “дядя Витя” бар. Шуға ҡарамаҫтан, ул әле лә уңышлы сығыш яһай, йәштәрҙе тоҡандырыу маһирлығын да юғалтмаған. Әгәр диджей яңы быуындың күңел талабын аңламай башлай икән, урынды йәштәргә тапшырырға тура килә, әлбиттә.

Ғөмүмән, музыканы һөймәҫкә бер сәбәп тә юҡ. Һинең күңелеңдә көй, дәрт йәшәй икән, өлкән йәштә лә уның менән бүлешергә хоҡуҡлыһыңдыр, тип уйлайым. Шәхсән үҙем йөрәктәге дәрт һүнгәнсе бейеү майҙаны урта¬һында ҡайнарға хыялланам.

– Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тиҙәр. Сер булмаһа, ниндәй кире сифатыңды үҙгәртергә теләр инең?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыуашмын. Шул һыҙатым йыш ҡына аяҡ сала. Ышаныусанлыҡ, бер ҡатлылыҡ төп башыма ултыртҡан саҡтар ҙа булды. Хәҙер кешеләр менән аралашҡанда һаҡ ҡыланырға, үҙ көсөмә генә таянырға тырышам.

– Хәтереңдә уйылып ҡалған берәй ҡыҙыҡлы хәтирә менән бүлешеп китһәңсе.

– 2013 йылда Магнитогорск ҡалаһында йәштәргә киске уйын ойошторорға барҙыҡ. Сара бик күңелле үтте. Эшебеҙ тамамланғас, ял итергә тип, фатирға йыйындыҡ. Дискотеканан һуң ныҡ арыттырған, күрәһең, машинала ойоп киткәнмен. Тәғәйен урынға барып еткәс, бөтәһе лә төшә. Фатирға инеп, өҫ кейемдәрен алыштыра, ашарға бешереп алалар. Ҡараһалар – мин юҡ! Бергәләп мине эҙләргә тотоналар. Баҡтиһәң, машинаның артҡы урынында йомарланып ҡына тәмләп йоҡлап ятам икән.

– Уңыштарың тураһында ла әйтеп үтһәңсе?

– Музыка донъяһында үҙемде “DarMan project” аша астым. Аҙаҡ "BASHKORT PARTY" тип исемләнгән проектымды булдырҙым. Аллаға шөкөр, быйыл беҙгә 5 йәш тулды. Сентябрь айында Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәил Өмөтбаев, “Любизар” төркөмөнөң солисы Руслан Шәйхетдинов, Гөлйемеш Ҡылысова менән Лилиә Мөхәмәт ҡатнашлығына күңелле байрам ойошторҙоҡ. Йәштәрҙе тағы ла сағыуыраҡ саралар менән ҡыуандырырбыҙ, тип ышанам.

– Фәтих, музыканан тыш һине тағы нимә ҡыҙыҡһындыра?

– Һәр башҡорт кешеһе үҙенең тамырҙарын белергә тейеш. Мине лә Башҡортостаныбыҙҙың бай тарихы, яуҙар, баш күтәреүҙәр, халҡыбыҙҙың баһадирлығы ҡыҙыҡһындыра. Риүәйәт-легендалар һәм ете быуынын белгән кеше бәхетле һәм рухлы башҡорт тип аталырға хоҡуҡлы, минеңсә.

– Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн рәхмәт, Фәтих! Ижадыңда ҙур уңыштар һәм яңынан-яңы проекттар булдырыуыңды теләп ҡалабыҙ!



Читайте нас: