Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
9 Декабрь 2017, 13:34

Аҡҡан шишмә генә таҙа була йәки Ер шарындағы берҙән-бер башҡортса музыкаль канал

“Ҡурай” телеканалы башҡорт телевидениеһының даирәһен киңәйтеү, заманса башҡорт мәҙәниәтен таратыу, башҡорт, башҡа төрки телле ҡәрҙәштәребеҙҙең йыр-моңон һәм мәҙәниәтен телевизор ҡараусыға зауыҡлы итеп еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Йыр-моң – борон-борондан башҡорт халҡының тоғро юлдашы булған. Ул ата-бабаларыбыҙҙың күңел торошон, данлы ла, аяныслы ла яҙмышын, тарихын беҙҙең көндәргә тиклем түкмәй-сәсмәй еткерә алған. Артабан да ошо изге мираҫты һаҡлап ҡалыу, үҫеп килгән быуында ла башҡортлоҡ хисен тәрбиәләү һәм заман һулышын тойоп йәшәү теләге үҙенсәлекле сығанаҡ булдырыуҙы талап итә. Шулай итеп, республикабыҙҙа беренсе музыкаль телеканалға нигеҙ һалына. “Ҡурай”ҙың йөрәк түренә үтеп инерлек моңо күңелдәргә йылылыҡ, рухи байлыҡ өҫтәп кенә ҡалмай, ә халҡыбыҙ һәм телебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисе тыуҙыра.

Зәңгәр экранда тәүлек әйләнәһенә моң даръяһын нисек тыуҙырыу, ундағы тормош менән ентеклерәк танышыу теләге менән хеҙмәттәштәребеҙгә мөрәжәғәт иттек.

Көн һайын һәр өйҙө ҡояш нурылай балҡытып, матур кәйеф бүләк иткән һәм яңынан-яңы үрҙәргә дәртләндергән “Ҡурай” телеканалы, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ. Сөнки ул башҡорт телевидениеһының даирәһен киңәйтеү, заманса башҡорт мәҙәниәтен таратыу, башҡорт, башҡа төрки телле ҡәрҙәштәребеҙҙең йыр-моңон һәм мәҙәниәтен телевизор ҡараусыға зауыҡлы итеп еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя. 2009 йылдың 11 октябренән телеканал халыҡтың рухи, мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәт¬ләндереү буйынса тәүге тәжрибәһен туплай башлай. Милли рух менән һуғарылған телеканалда халҡыбыҙҙың мәшһүр йырсылары, оҫта бейеүселәре һәм башҡа төр сәнғәт әһелдәре майҙан тота.

Тәүге осорҙа ул эшмәкәрлеген тест режимында “БСТ+” атамаһы менән аса, артабан башҡорт халҡының символы, милли ҡоралыбыҙ “Ҡурай” исемен ала. Ә телеканал эшен йәнләндереү, халыҡ күңеленә барып етерлек йөкмәтке булдырыу кеүек байтаҡ ойоштороу мәсьәләрен хәл итеү тәүге етәксе Айгөл Әхмәҙиеваға йөкмәтелә.

Бөгөн көн дауамында туҡтауһыҙ эфир киңлегенә сыҡҡан тапшырыуҙар теҙмәһе лә байтаҡ үҙгәрештәр кисерә. Әммә ул йәмғиәтебеҙ, йәшәйешебеҙҙең сағыу мәлдәрен сағылдырыу аша йылдан-йыл халыҡҡа яҡыная ғына бара. Әлеге ваҡытта канал программаһында төрлө жанрҙағы һәм тармаҡтағы 10-лап тапшырыу күрһәтелә.

“Ҡурай” телеканалының бөгөнгө хәле, киләсәккә күҙаллау тураһында директор, күптәргә “Байыҡ”, “Башҡорт йыры” проекттары етәксеһе булараҡ билдәле Рита Өмөтбаеванан белешергә булдым.

– Мин Башҡорт юлдаш телевидениеһының матур ғына ҡушымтаһына әүерелгән “Ҡурай” телеканалында етәксе булып икенсе йыл ғына эшләйем.

Беҙҙең каналдың йөкмәткеһе лә, мәғәнәүи тәғәйенләнеше лә тәрән. Башҡортса клиптар, оҫта башҡарыусыларҙы ҡараған “Ҡурай” тамашасыһы музыка сәнғәте менән ҡыҙыҡһынып китерлек итеп эшләргә тырышабыҙ. Йәш быуын үҙенең үткәнен, хәҙергеһен белергә тейеш. Хатта халыҡ йырҙарын да заманса стилдә еткерергә була бит. Шуға рухи ҡомарт¬ҡыларыбыҙҙы тергеҙеү йәһәтенән “Алтын фонд” булдырылды. Әлеге ижад өлгөләрен даими рәүештә эфирға сығарып, халҡыбыҙҙы таныштыра барабыҙ. Йәнә лә каналдың замана һулышын, бөгөнгө йәштәрҙең ижадын сағылдырыуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Фондты яңы клиптар, фильм-спектаклдәр менән тулыландырыу өҫтөндә лә эш башҡарыла.

Беҙҙең эштә телевизор ҡараусыларҙың рухи ихтыяжын тоя белеү мөһим. Һәр тамашасы категорияһы билдәле бер осорҙа әүҙемлек күрһәтә, беҙҙең бурыс – шул аудитория ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы тапшырыуҙар әҙерләү.

Сәйәси хәлдәр, төрлө үҙгәрештәрҙән арыған халыҡ беҙҙең каналға күпселек ял итеү йәһәтенән мөрәжәғәт итһә лә, “Ҡурай” йыр-бейеү менән генә сикләнеп ҡалырға тейеш түгел. Бында башҡорт халҡының бөтә рухи байлығы сағылыуы, күңел асыуға ла, нескә юморға ла, тәрбиәүи тапшы¬рыуҙарға ла ваҡыт бүленеүе зарур. Шуға йәмғиәттең бөтә тармаҡтарын да күҙ уңында тотоп, төрлө йүнәлештә зауыҡлы контент булдырырға тырышабыҙ.

Киләсәккә пландарыбыҙ ҙа, эшләнәһе эштәребеҙ ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, “Әсәйҙәргә шылтыратырға онотмағыҙ”, “Ололарҙы ҡәҙерләгеҙ” кеүек социаль роликтар төшөрөү уйы менән янып йөрөйөм.

Профессиональ белемгә эйә булмаһа ла, ауыл-ҡала¬ларҙан сыҡҡан, әммә иҫ китмәле йырлаған милләттәштәребеҙ бар. Халҡыбыҙҙың ижады¬нан баш тартырға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Шуға күрә ундайҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Аллаһы бойорһа, февраль айында уҙғарыласаҡ “Ҡурай” каналының презентацияһына үҙебеҙҙең премияны булдырып, бүләкләү тураһында хыялланам.


Редакцияла йәмғеһе 9 кеше ең һыҙғанып хеҙмәт итә. Вазифалар исемлеге лә бай: директор, продюсер, белгестәр, баш мөхәррир, монтажер, эфир тултырыусы... Һәр кем үҙ өлкәһе өсөн яуаплы, әммә шул уҡ ваҡытта улар дөйөм бер ҙур эш башҡара. Әүҙем һәм ғаилә кеүек берҙәм коллективтың һәр ҡайһыһы донъялағы берҙән-бер башҡорт телевизион каналын тағы ла яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ итеү өсөн тырыша.


Эшмәкәрлеге менән яҡынырыҡ танышыу өсөн һүҙҙе үҙ эшенең оҫтаһы, театр белгесе, актриса Зилә Дибаеваға тапшырам:

– “Ҡурай” телеканалы нигеҙенә башҡорт көй-моңо, спектакль-фильмдары аша халыҡтың музыкаль мираҫын пропагандалау һалынған. Әлеге бөйөк миссияны бойомға ашырыуҙа ҡатнашыуыма, милләттәштәремә хеҙмәт итеүемә ифрат шатмын.

Беҙҙең фондыбыҙ таҫмаларында Мәғәфүр Хисмәтуллин, Нажиә Аллаярова, Сәлих Хөснийәров, Фәриҙә Ҡудашева, Баныу Вәлиева, Рәйсә Әхмәҙиева кеүек мәшһүр башҡорт йыр сәнғәтенең аҫыл таштары яҙмалары әҙме-күпме һаҡланып ҡалған. Минең бурыс ошо алтынға тиң ҡиммәтле рухи сығанағыбыҙҙы кассеталарға күсереп, һаҡлап алып ҡалыуҙан ғибәрәт.

Йыр-бейеүҙән тыш уйландырырлыҡ та, көлдөрөп алырлыҡ спектаклдәрҙе тамашасыға сығарабыҙ. Был йәһәттән Сибай, Стәрлетамаҡ, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театрҙарының ижад емештәрен ҡулланабыҙ. Уларҙы дүшәмбе һайын эфирға биреп барабыҙ. Уның өсөн дә мин яуаплымын.

Наилә Сәфәрғолова менән берлектә “Ҡурай” каналында “Көлкө сәйе – бүләккә” тигән мини юмористик программа эшләп алдыҡ. Сатираға ҡоролған был эксклюзив тапшырыуҙы халыҡ яратып ҡабул итте. Сөнки был жанр башҡорт сәхнәһендә лә, телевидениела ла самалы ғына. Тамашасы һорауын кире ҡаҡмай, киләсәктә уны тергеҙеү буйынса эштәр башҡарылыр тип ышанам. Бынан тыш коллегабыҙ менән “Йөрәк һүҙе” кеүек ҙур һәм кәрәкле ижад емешебеҙҙе тамашасыбыҙ хөкөмөнә сығарырға иҫәп тотабыҙ. Уның бөтөнләй икенсе йүнәлештә булыуы күҙаллана. Әлегә ул күстәнәстең асылы сер булып ҡалһын.

Тәүлек әйләнәһенә эшләп торған каналды төрлө-төрлө жанрҙағы проекттар менән байытырға кәрәк. Унда юмор ҙа, йыр-бейеү ҙә, спектаклдәр ҙә, фильмдар ҙа – барыһы ла тейешле кимәлдә урын алырға тейеш. Кеше үҙенең күңел торошона ярашлы, талаптарын ҡәнәғәтләндерерҙәй тапшырыуҙар таба алһын. Тамашасы кәйефен тойоу каналды халыҡсан итеп ойоштороу мөмкинлеге бирә.

Булмағанды – булдырыу, ә булғанын һаҡлай белеү ҙә – ҙур һәләт. Берәй ваҡыт балалар әлеге яҙмаларыбыҙҙы ҡарап, бөгөнгө тормошобоҙҙо күҙ алдына баҫтырырҙар әле.


Радионан айырмалы рәүештә телевидениеның отошло яғы шунда: тамашасы тапшырыуҙарҙы тыңлай ҙа, ҡарай ҙа ала. Эфирға тик кеше күҙен һөйөндөрөрлөк картиналар, видеояҙмалар ғына сығырға тейеш. “Ҡурай” телеканалын сифатлы HD форматында ҡарау ғына аҙ. Материалдарҙы зауыҡлы урынлаштырыу, биҙәү монтажер Айгөл Кәлимуллина, эфир тултырыусылары Светлана Мәмбәтова менән Айзилә Ҡотошева, баш мөхәррир Миләүшә Сәләмоваларҙың һәләтенән дә тора.


Миләүшә Сәләмова:

– Минең был коллективҡа эшкә килеүемә ярты йыл тулып килә. Бала саҡтан йыр-моңға битараф булмағанға, “Ҡурай” телеканалы үҫешенә үҙемдең дә өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Тәжрибәле, шат күңелле апайҙар менән бергә хеҙмәт итеүем икеләтә ҡыуаныслы.

Минең эшем эфир тултырыу, программа әҙерләүҙән, текстарҙы тикшереүҙән ғибәрәт. Телеканал тапшырыуҙары 14 йәштән өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Унда тейешле кимәлдә йәштәр өсөн дә, ололар өсөн дә тапшырыуҙар булдырырға тырышабыҙ, һәр ҡайһыһын айырым рубрикаларға туплайбыҙ. Был йәһәттән тамашасыға күңелдәренә хуш килгәндәрен һайлап алыу еңеләйә. Мәҫәлән, ”Йәштәр тауышы” тигән рубрикала йәш йырсылар ижады, “Премьера”ла – яңы клиптар менән танышһа, “Аҫылйәр” исеме аҫтында сыҡҡан рубрикала – башҡорт халыҡ йырҙарын, “Онотолор тимә”лә ретро йырҙарҙы тыңлап, “Наза”ла донъя бейеүҙәрен ҡарап кинәнә ала. Ә “Илһам”да милли музыка ҡоралдарыбыҙҙың ғына яңғырашы ишетелә. Спектакль, фильм һөйөүселәр ҙә үҙҙәренең зауығына ярашлы тапшырыуҙар таба ала. Бынан тыш ҡәҙерле кешеләрен тәбрик¬ләргә теләүсе тамашасыларыбыҙҙың хаттары буйынса һәм теләге нигеҙендә булды¬рылған “Йырлы бүләк” аҙна һайын эфирға сығып тора. Күптәрҙең йөрәктәрен әсир иткән “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйһеген дә “зәңгәр экран”дарҙан йәнә ҡарап, хис-тойғоларын яңырта ала.


“Ҡурай” телеканалының продюсеры Денис Абрамов:

– Мин финанслау мәсьәләләрен хәл итеү, ротациялар булдырыу, яңы клиптар индереү һәм реклама менән шөғөлләнәм.

Телеканалды байытыу өсөн төрлө яҡлап эҙләнергә тура килә. Күптән түгел Ҡаҙағстанда Рәсәй һәм төбәк телеканалдары ҡатнашлығында халыҡ-ара “МедиаБренд” конференцияһы уҙғарылды. Кофебрейк ваҡытында миңә ҡаҙаҡ телеканалы вәкиле менән танышып, яҡындан аралашыу бәхете тейҙе. Ошо һөйләшеүҙән мин төрки телдәрендә һөйләшкән артистар араһында “І’m A Sіnger Kazakhstan” (“Мин – Ҡаҙағстан артисы”) тип исемләнгән конкурс үтеүе хаҡында хәбәрҙар булдым. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа күрһәтелгән параметрҙарға тап килгән артистар теҙмәһен әҙерләп ебәрҙек, мәғлүмәти ярҙам күрһәттек. Был проектта ҡатнашыу өсөн теләк белдергән алты илдән, өс мең кеше араһынан, Башҡортостан егете Айтуған Ғәйзуллинды һайлап алдылар. Икенсе турҙа яҡташыбыҙ тәүҙә урыҫ, унан башҡорт халыҡ йыры “Уралым”ды үҙенсәлекле итеп башҡарҙы. Ысын сәнғәткә тәржемә кәрәкмәй, тиҙәр бит. Айтуғандың сығышы ҡаҙаҡ аудиторияһын шаҡ ҡатырҙы. Ошо сағыу конкурсты үҙебеҙҙең телеканал аша республика халҡына күрһәтмәй булдыра алманыҡ. Ул тапшырыу шишәмбе һайын эфирға сыға. Бөгөнгө көндә Айтуған ярымфиналда көс һынашырға юлланды.

Телеканалыбыҙҙың үҫеше буйынса байтаҡ ҡына эштәр башҡарыла. Тәү сиратта контент төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙә “Байыҡ”, “Башҡорт йыры” кеүек уникаль проекттар бар, бынан тыш үҙебеҙ ҙә клиптар төшөрөү менән шөғөлләнәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа башҡорт клиптары аҙ ижад ителеү сәбәпле, Динара Мусина менән берлектә ойошторған “Хит-парад” эшмәкәрлеген бер аҙға туҡтатып торҙоҡ.

“Ҡурай”, БСТ, ТНВ, “Майҙан”, “Туған тел” ише телеканалдарын операторҙар бер тематик сеткаға урынлаштыра. Уларҙың айырым проекттары бер аҙ ауаздаш булһа ла, “Ҡурай” үҙенең үҙенсәлеген юғалтмай һаҡлап килә. Ихтыяжы ла көндән-көн арта, күрше милләт артистары йырҙарын ротацияға алыу үтенесе менән йыш мөрәжәғәт итә. Тик беҙ билдәләнгән йүнәлешебеҙҙән тайпылмайбыҙ – контентты 99 процент саф башҡорт телендә эфирға сығарыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Әгәр ҙә йырсы беҙҙең каналға сығырға теләй икән, уға йырын башҡорт телендә башҡарырға тәҡдим итәбеҙ.

Илебеҙ дәррәү рәүештә һанлы телевидениеға күсеү сәбәпле тамашасы даирәһе лә киңәйә, Аллаға шөкөр. Хәҙер каналды Smart TV яңы быуын телевизорҙарында ҡарау мөмкин. Бынан тыш, мобиль ҡоролмалар өсөн “Ҡурай” ҡушымтаһын эшкә ебәреүебеҙ арҡаһында, тапшырыуҙарҙы донъяның теләгән нөктәһендә ҡарарға була. Шулай ҙа иң күп тамашасыбыҙ интернет ярҙамында йыйыла. Бөтә Рәсәй беҙҙе шәхси сайтыбыҙ аша ҡарай.

“Ҡурай”ҙағы эшмәкәрлегем тормошом менән тығыҙ бәйләнгән. Ғөмүмән, мин хеҙмәтемде яратҡан хоббийыма әүерелдереп, унан күңел кинәнесе алырға күнеккәнмен. Элекке эш урынымда “Һинең дуҫтарың һәр ваҡыт һинең янда” тигән девиз аҫтында эшләнем. Шул ваҡытта мин кешеләр менән дуҫтарса мөғәләмәлә булырға, дуҫтарса аралашырға өйрәндем. Ошо оҫталыҡ миңә “Ҡурай”ҙа ныҡ ярҙам итә. Бөтәһе менән дә ихлас аралашырға, бәйләнеш һаҡларға тырышам.

Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, “Ҡурай” исемен телгә алам, кешеләрҙә уның хаҡында тик ыңғай ғына тәьҫораттар ҡалдырырға тырышам. Уның дәрәжәһе хаҡында һәр саҡ хәстәрлек күреүҙе үҙемдең бурысым тип һанайым. Әгәр телеканал эшмәкәрлегендә етешһеҙлектәр бар икән, тимәк ҡайһы бер мөһим мәлдәрҙе күреп етеңкерәмәгәнмен. Ә “Ҡурай”ҙың сифаты менән халыҡ ҡәнәғәт икән, мин дә тыныс йоҡлайым. Әлеге ваҡытта йоҡом бер аҙ туя башланы, тип әйтә алам. Шулай ҙа артылаһы үрҙәр алда әле. Камиллыҡтың сиктәре юҡ бит.


Күптән түгел генә республикабыҙҙағы ғына түгел, ә күрше өлкәләге милләттәштәребеҙҙең иң нескә күңел ҡылдарын сиртеүгә өлгәшкән үҙенсәлекле “Йөрәк һүҙе” проекты авторы,

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолованан бәйге хаҡында бәйән итеүен һораным.

– Директорыбыҙ Рита Ришат ҡыҙы “Рәсәй” каналында алып барған “Әйтер һүҙем бар” тигән проектымды үҙ итеп, “Ҡурай” телеканалы өсөн дә шиғриәт темаһын күтәргән рухлы проект булдырыуымды һорағайны. Ул ваҡыттағы тел мәсьәләһенә ҡағылышлы сәйәси сараларҙан һуң халыҡ өсөн мәҙәни байрам ойошторорға кәрәклеген аңланым. Ни эшләп беҙ, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре, был мәсьәләнән ситтә ҡалырға тейеш? Башҡорт теле булмаһа, сәнғәтебеҙ ҙә, мәҙәниәтебеҙ ҙә бер кемгә лә кәрәкмәйәсәк бит, тигән һорауҙар борсоно. Әлеге әрнеүле тәьҫораттар нигеҙендә тыуған идеямды етәксем ҡыуанып хупланы. Шиғриәткә һыуһаған халыҡ та, моғайын, был проектты үҙ итер, тип ышандыҡ. Парлашып шиғыр һөйләү бәйгеһенең төп маҡсаты халыҡҡа уҡыу сәнғәтен еткереү генә түгел, ә беҙҙең башҡорт телен яҡлауҙан, халҡыбыҙҙың рухын тағы ла нығытыуҙан ғибәрәт ине. Был бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө өлкәнән булһа ла, уларҙы шиғриәткә һөйөү хисе берләштерҙе. Һәр кем дә шиғыр уҡыу һәләтенә эйә булмай, хатта шағирҙар ҙа үҙҙәренең ижадын халыҡ йөрәгенә үтеп инерлек итеп еткерә алмай. Тел моңо һөнәр менән килмәй, ә Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелә.

“Йөрәк һүҙе” проекты яңы тыуған сабый кеүек ине. Уны нимәгә төрөп, нисек тамашасы алдына сығарырға белмәйбеҙ. Йыр-бейеү, шоу ҡарарға күнеккән халыҡ, әлеге форматтағы проектты аңламай, башта баҙап ҡалды. Интернет селтәрендәге яҙмалар менән танышҡас, уның ысын мәғәнәһен һәм рухи көсөн баһалаусылар, бәйгебеҙ өсөн янып-көйөүселәр һаны көндән-көн арта ғына барҙы.

Азамат Юлдашбаев һәм Алина Ғәлиева, Мөнир һәм Йәдкәр Ҡунафиндар кеүек көслө дуэттарҙың: “Беҙгә дүрт тәгәрмәс түгел, ә ҙур сәхнәгә сығып, туған телебеҙҙең матурлығын халыҡҡа ишеттереү, уның мәнфәғәтен яҡлау мөһим” – тигән һүҙҙәре ҡанаттарымды нығытты. Эйе, төп бүләк автомобиль ине. Әлеге кимәлдәге сара өсөн бындай бүләк лайыҡлы тип уйлайым. Тел ҡәҙерен белгән, туған телен башҡаларға ла еткерә алған кешене хөрмәтләү яҙыҡ эш түгел. Юғары кимәлдә баһалау ҡулдан килә икән, был мөмкинлек менән файҙаланырға кәрәк.

Финанс йәһәттән ҡаралмаған был сараны үткәрергә бағыусылар ҙа табылды: БСТ етәксеһе Рөстәм Зарафутдинов, Шамил Ишемйәров, Гүзәл Хәмитова, байтаҡ һабаҡташтарым, дуҫтарым ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уларҙың ышанысын, терәген тойғас, беҙ ҙә юғалып ҡалманыҡ.

Тамашаның аҙағына гимн тыуҙырыу ниәтемде композиторыбыҙ Илшат Яхин дөрөҫ аңланы. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырына яҙылған гимн бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Бәйге аҙағында яңғыраған көй төрлө сәйәси ҡарашта булған башҡорттарҙы берләштерерҙәй көскә эйә булды, тип уйлайым. Артабан да ошо моңдо мәҙәни саралдарҙа даими ҡулланырға ниәт тотабыҙ.

Оператор Илгиз Насипов, тауыш режиссеры Марат Ҡаһиров, студия режиссерҙары – Светлана Марваева һәм Тимур Әйүпов, координатор Эльза Юлдашбаева менән берлектә ойоштора башлаған эшебеҙ масштаблы булып китер тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Йомғаҡлау сараһын Зилә Дибаева, Миләүшә Сәләмова менән бергә атҡарҙыҡ. Беҙ шиғриәткә, милләттәштәребеҙгә, телебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе, бар көсөбөҙҙө һалып эшләнек. Ә тамашасының, үҙ сиратында, шау шиғырға ғына ҡоролған әлеге сараны ихлас ҡабул итеүе йөрәкте иретте. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ. Аллаһы бойорһа, һәр бер ижад миҙгелен йомғаҡлап, шиғриәт балы, бәйгеһе кеүек мәҙәни саралар уҙғарып торасаҡбыҙ тигән ҡарарға килдек.

“Йөрәк һүҙе” проекты “зәңгәр экран” аша һөйләшеү, аралашыу түгел. Ул тамашасы менән күҙгә-күҙ ҡарашып, бер бөтөнгә әүерелеп эшләү мөмкинлеге менән дә ҡиммәтле булды. Беҙ – уларҙың, улар беҙҙең яңы ғына тыуған хис-тойғоларҙы тойҙоҡ. Бөтә нәмә сәхнәлә тыуҙы, сәхнәлә барҙы, шунда хәл ителде. Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге мәртәбәле саранан алған тәьҫораттарыбыҙ менән әле лә милләттәштәребеҙ менән бүлешә алабыҙ. Был йәһәттән “Ҡурай” халыҡҡа тағы ла яҡынайҙы, тамашасыбыҙ һаны ла бермә-бер артты, тип уйлайым.


“Ҡурай” каналы ‒ Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең өйҙәренә йыр-моң булып килеп инә лә, бай тарихлы башҡорт халҡын бар донъяға таныта. Ысынлап та, ул сағыу, мауыҡтырғыс ижад емеше. Ә ижад кешеләренең шишмәһе һәр ваҡыт урғылып торорға тейеш. Аҡҡан шишмә генә таҙа була, тиҙәр. “Ҡурай” телеканалы ла һәр ваҡыт урғылып, күкрәктән сыҡҡан моңдары менән яңырып, халыҡ күңеленең иң нескә урындарына үтеп инһен тигән теләктә ҡалам.


Читайте нас: