Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
10 Ғинуар 2018, 13:35

Ер йөҙөндә һәр кемдең үҙенә генә тәғәйен йәре була...

Башҡорт эстрадаһының иң матур, иң егәрле йондоҙло парҙарының береһе Лилиә Ишемйәрова һәм Урал Мортазиндарҙың мөхәббәт тарихы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Яҙмабыҙ ошо күркәм парҙың осрашып ҡауышыуы, татыу тормош итеүҙәренең сере хаҡында.


Сибай таныштыра, Өфө дуҫлаштыра, Франция…

Ер йөҙөндә һәр кемдең үҙенә генә тәғәйен йәре булыуы – ғәжәп хәл. Уларҙың бер-береһен эҙләп табыуы һәм таныуы тағы ла ғәжәберәк. Башҡорт эстрадаһының иң матур, иң егәрле йондоҙло парҙарының береһе, һөйөүҙәрен Хоҙай тарафынан бүләк тип ҡабул итеп, күҙ ҡараһылай һаҡлап йәшәгән Лилиә Ишемйәрова һәм Урал Мортазиндарҙың мөхәббәт тарихы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Яҙмабыҙ ошо күркәм парҙың осрашып ҡауышыуы, татыу тормош итеүҙәренең сере хаҡында.




Лилиә – Ейәнсура һандуғасы. Урал – Өфө бөркөтө. Яҙмыш уларҙы йәшлек ҡалалары Сибайҙа осраштыра. Лилиә Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, 1993 йылда ҡалала бына-бына асылып ҡына торған филармонияла эш башлай. Бер йылдан һуң урындағы бейеү коллективы етәксеһе Гөлназ Аҡназарова саҡырыуы буйынса, физика-математика йүнәлеше буйынса уҡып сыҡҡан, студент йылдарында БДУ-ның “Ирәндек” ансамблендә илһамланып сығыш яһаған, күңеле менән ижадҡа тартылған Урал да Сибайға юл тота. Шулай итеп улар бер коллективта эшләй башлай. Әммә тәүге осорҙа бер-береһенә әллә ни әһәмиәт бирмәйҙәр. Хәйер, Лилиә егетте күргәс тә: ”Үҙен үтә һауалы тота был”, – тип уйлап ҡуя. Тәү күрешеүҙәре Сибайҙа булһа ла, бер йыл үткәс, Өфөгә гастролгә килгән мәлдәрендә генә ныҡлап аралашып китеп, тормошҡа ҡараштары уртаҡ икәнлеген тойоп, бер-береһе менән ҡыҙыҡһына башлай йәштәр. Сибайға ҡайтҡас та дуҫлыҡ дауам итә. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң был тойғоноң дуҫлыҡтан да юғарыраҡ тороуын аңлайҙар. Ҡыҫҡаһы, дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелә. Шулай ҙа быны байтаҡ ваҡыт сер итеп һаҡлай Урал менән Лилиә. Хеҙмәттәштәре уларҙың тойғоларын белеп ҡалмаһын, ти улар. Беренсенән, нисектер оялдыра, икенсенән, яңы ғына эш башлағандар, ижад, карьера хаҡында уйлар урында ғишиҡ утында янып йөрөүҙе яҙыҡ тип ҡабул итеүҙәре бар, тип хафаланалар. Ул саҡта Лилиәгә 19 ғына йәш була. Урал иһә буласаҡ кәләшенән биш йәшкә өлкәнерәк. Шулай осрашып йөрөүҙәре хаҡында бер кемгә лә белдермәҫкә тырышҡанда, коллектив Францияға оҙайлы гастролгә юллана. Концерттан һуң күмәкләп теге йәки был урынға сәйәхәт ҡылыуҙар, диңгеҙҙә һыу инеүҙәр, ҡайнар ҡояш нурында ҡыҙыныуҙар... Хеҙмәттәштәре Лилиә менән Уралдың бер-береһенә ҡарата битараф түгеллегенә ошонда төшөнә. Ҡыҫҡаһы, уларҙың сере сиселә. Һәм Урал нәҡ ошо гастролдәр мәлендә Лилиәгә тәҡдим яһай.

Шулай итеп, Сибайҙа таныша, Өфөлә дуҫлаша, Францияла ирле-ҡатынлы булырға һүҙ ҡуйыша улар. Гастролдән ҡайтҡас, был мөһим ҡарарҙары хаҡында яҡындарына хәбәр итәләр. Уралдың атай-әсәһе быны тыныс ҡабул итә, әммә Лилиәнең әсәһе (атаһы мәрхүм була): “Балам, әле иртәрәк түгелме һуң? Йәшһең бит әле, эшлә, аяҡҡа баҫ”, – ти ҡыҙым хаталанып ҡуймаһын тип хафаланып. Әммә ҡыҙ бала үҙ һүҙендә ҡаты тора: “Уралға кейәүгә бирмәһәгеҙ, башҡаса бер ҡасан да бер кемгә лә тормошҡа сыҡмайым!” – тип ныҡыша. Әсәһе ни хәл итһен инде, Лилиәнең етди ниәте барлығына инанғас, ҡыҙымдың бәхетенә аяҡ салып ҡуймайым тип, фатихаһын бирә.

Әммә был осорҙа Лилиә Уралдың билдәле ғаиләнән, йәғни профессор, математик Хәйрулла Хәбибулла улы Мортазиндың улы икәнлеген белмәй әле. Урал Лилиәгә, атайым да, әсәйем дә уҡытыусы, тип кенә әйткән була. Был хаҡта уға буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе менән осрашырға тип Өфөгә йыйынғанда коллегалары араһынан берәү хәбәр итә. Лилиә бер аҙ ҡаушап төшә. Математиктар – улар юғары зиһенлеләр, ғәләмәт аҡыл эйәләре. Шундай ҙа затлы ғаиләгә килен булып төшөрмөн тигән уй башына ла инеп сыҡмай уның. Әммә Лилиә лә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Буйға бәләкәс кенә булһа ла, көслө рухлы, ауыл балаһы булһа ла, ҡабатланмаҫ зауығы бар. Үҙ баһаһын белә. Бынан тыш, Уралдың һөйгәненең һис ниндәй ҙә уңайһыҙ хәлгә ҡалыуына юл ҡуймаясағына ышана. Әммә хафаланыуҙары бушҡа була Лилиәнең. Ғүмер буйы педагог булып эшләгән буласаҡ ҡәйнәһе Фәниә Һиҙиәт ҡыҙы уны үҙ ҡыҙылай күреп ихлас ҡаршы ала. Улар тәүге көндән үк яҡын әхирәттәр һымаҡ аралаша. Ҡайныһы ла үтә етди, әммә бик ихлас кеше булып сыға. Әлбиттә, һәр ғаиләнең үҙ тәртибе, үҙ ғөрөф-ғәҙәте. Лилиә, килен булараҡ, уларҙы үҙ итә. Һәм матур ғына итеп ошо күркәм ғаиләгә инеп китә. Барлыҡ башҡорт йолаларын еренә еткереп үтәп туй үткәрәләр. Ҡәйнәһе иһә улының килене менән таныштырған мәлен бөгөн дә ғорурланып хәтерләй. “Лилиәнең оҙон толомдарына хайран ҡалдым шул саҡ”, – ти ул.

Йәштәр туғыҙ йыл Сибайҙа йәшәй. Ошо осорҙа Лилиә лә, Урал да ситтән тороп юғары белем алырға өлгөрә. Өлкән ҡыҙҙары Зөлхизә сәхнә артында үҫә. Лилиә сабыйына бер ай ҙа булмамҫтан эшкә сыға. Ғөмүмән, Сибай филармонияһы артистарының тәүге балалары бер-береһенең ҡулында үҫә. Ҡала администрацияһы уларға өс бүлмәле фатир бирә. Тик бер ни тиклем ваҡыттан һуң Уралды Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә эшкә саҡыралар. Лилиә тормош иптәшенең хыялы тормошҡа ашыуына ҡыуана, шуға уның теләгенә ҡаршы төшмәй. “Һин Өфөгә барып эшләп ҡара, ә беҙ Зөлхизә менән бында ҡалып торайыҡ, үҙең ныҡлап урынлашып киткәс, беҙҙе саҡырып алырһың”, – тип тәҡдим итә. Һәр нәмәнең үҙ мөҙҙәте. Йыл самаһы ваҡыт үткәс, Лилиә лә ҡыҙы менән Өфөгә күсеп килеп, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә урынлаша.

Өфө берәүҙе лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. Лилиә менән Уралға ла барыһын да үҙ хеҙмәте, үҙ тырышлығы менән яулап алырға тура килә. “Сибайҙағы уңайлы шарттарҙы ҡалдырып, Өфөлә ятаҡта йәшәргә нисек кенә риза булдым икән, – тип хәтерләй Лилиә хәҙер. – Шулай ҙа үкенгәнем булманы. Миңә һәр саҡ Уралдың мөхәббәте ярҙам итте”, – ти ул. Өфөгә килгәс йәштәр башкөлләй эшкә сума. Ҡояш аҫтында үҙ урыныңды яулау еңел генә бирелмәй. Лилиәгә Башҡорт дәүләт филармонияһында ихтирам һәм иғтибар яулау өсөн күп тырышлыҡ, алһыҙ-ялһыҙ эшләү талап ителә. Урал менән дә шул уҡ хәл. Ғөмүмән, артистың сәхнә артындғы хеҙмәте күҙгә күренеп бармай. Ныҡлы сәләмәтлек, рухи көс талап иткән иҫ киткес ауыр һәм яуаплы һөнәр ул. Уралға, һаулығы ҡаҡшап китеү сәбәпле, бейеү ансамблен ҡалдырып филармонияла эшләп алырға ла тура килә. Бында ла һынатмай ул. Күптәр яратҡан “Йәдкәр” ансамблен етәкләй. Әммә бейеү уның ғүмерлек хыялы булып ҡала. Бер нисә йылдан һуң йәнә ансамблгә күсә. Тик бейеүсенең сәхнә ғүмере әллә ни оҙон түгел. Улар хаҡлы ялға иртә сыға. Урал бөгөн ирекле ижадсы, педагог. Өфө сәнғәт училищеһында хореография буйынса дәрестәр алып бара, тәүге һөнәренә ярашлы, математиканан да белем бирә. Роберт Юлдашев һәм һәм уның хәләл ефете Гүзәл Юлдашева ойошторған “GUZALDANCE” бейеү студияһы менән дә хеҙмәттәшлек итә. Ә Лилиә арымай-талмай филармонияла эшләүен дауам итә. Әйткәндәй, ошо арала ул йәнә ике тапҡыр әсәй булырға өлгөрҙө. Уларҙың ғаиләһендә бер-бер артлы ике ир бала – Арыҫланбай менән Ишморат донъяға килде. “Малайҙарҙың әсәһе булыу – бөтөнләй башҡаса икән. Зөлхизәбеҙ үҫеп буй еткергәс кенә донъяға килгән ошо ике сабый мине бөтөнләй үҙгәртте, ул мәлдә ижад икенсе планға күсте, әсәлек ләззәтен талып ҡалырға тырыштым. Аралары йәш ярым ғына. Әле иһә береһе – икенсе, икенсеһе өсөнсө класта уҡый. Уларҙы үҫтергәндә үҙемдең ифрат тәрән хисле, төрлө яҡлы булыуымды аңланым. Ошо ике сабый беҙҙең тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндерҙе. Уралдың ни тиклем бәхетле атай икәнлеген, уларҙы яратып туя алмауын күрһәгеҙ!” – ти Лилиә ғорурланып.

Ситтән ҡараһаң, Лилиә менән Уралдың тормошо һис ниндәй ҡаршылыҡһыҙ шыма ғына барған төҫлө. Әммә был һис тә улай түгел. Дөрөҫөрәге, ысынлап та шулай. Сөнки Лиилә менән Урал ул ҡаршылыҡтарҙы урап үтә белә һәм ниндәйҙер күңелһеҙ осраҡтар була ҡалһа, бер-береһенә иң терәргә әҙер. Был йәһәттән уларҙың рухлы, мөхәббәтле ғаиләһе күптәр өсөн өлгө булып тора.


Читайте нас: