Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
9 Февраль 2018, 14:44

Асылыңа хыянат итергә ярамай

Йәш йырсы Айтуған Ғәйзуллиндың йырҙарын тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. Йөкмәткеле йырҙарында мөхәббәт тә, һағыш та, үткәндәрҙе юҡһыныу ҙа, бөгөнгөгә ҡыуаныс та, бәхет тә бар.


Башҡорт егеттәре араһында күркәм холоҡло, үҙ тормошон үҙе ҡорған, һайлаған һөнәрҙәренә мөкиббән ғашик талант эйәләренең булыуы ҡыуандыра. Танылған йәш йырсы Айтуған Ғәйзуллин да улар рәтенә инә. Уның йырҙарын тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. Йөкмәткеле йырҙарында мөхәббәт тә, һағыш та, үткәндәрҙе юҡһыныу ҙа, бөгөнгөгә ҡыуаныс та, бәхет тә бар. Уның башҡарыуындағы һәр йыр күңел ҡылдарын тирбәтеп, күҙҙәргә йәш тултырырға ла һәләтле. Оҙон көйҙәрҙе, халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас моң, тауыш менән башҡара. Тәбиғәттән бирелгән әлеге һәләте, өҫтәүенә, үҙенең тырышлығы менән тамашасыларҙың күңелен яулап, юғарылыҡҡа күтәрелһә лә, баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек хас уға. Геройыбыҙ менән сәй артында ҡорған йыр-моң, шәхси тормош хаҡындағы йәнле һөйләшеүҙе һеҙгә лә бәйән итәйем әле.

– Айтуған, һин күптән түгел генә шаулап-гөрләп үткән “I am singer Kazakstan” халыҡ-ара конкурсынан әйләнеп ҡайттың...

– Эйе, әлеге конкурста ҡатнашыу тулҡынландырғыс һәм иң бәхетле көндәремдең береһе булды. Бөтә донъя буйлап йыйылған 3 мең йырсы араһынан бәйгегә һайланып алыу һәм Башҡортостаныбыҙ исеменән сығыш яһау – минең өсөн ҙур мәртәбә һәм ҙур яуаплылыҡ. Уңайҙан менән файҙаланып, тамашасыларыма, “Ҡурай” телеканалына минең иңдәремә республикабыҙҙы уның ситтәрендә күрһәтеү бурысын ышанып тапшырғандары өсөн ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Әүҙем әҙерлек эше алып барылды, кейемдәр һайланды, йырҙарҙың мәғәнәүи көс менән һуғарылғандарына ғына өҫтөнлөк бирелде. Беренсе турҙа мин “Очарована, околдована” йыры менән рус телендә сығыш яһаным. Ул Рәсәй менән таныштырыу маҡсатында башҡарылды. Икенсе тур өсөн заманса аранжировкалы башҡорт халыҡ йыры “Уралым”ды әҙерләнем. Сығыш көслө һәм колоритлы килеп сыҡты, бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. “Башҡортостандың күренекле урыны – Урал тауҙары буйлап сәйәхәт иткән кеүек хис иттем” тигән маҡтау һүҙҙәрен ишетергә тура килде. Минең өсөн был иң ҙур баһа, тимәк, мин моратыма ирештем, республикамдың тарихын, гүзәллеген, бөйөклөгөн тамашасы күңеленә еткерә алдым. Әлеге бәйгенән һуң киләсәктә сәхнәгә мотлаҡ башҡорт халыҡ йырҙарын алып сығырға, илебеҙ, халҡыбыҙ данын арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк тигән уй нығынды.

Өсөнсө тур өсөн йырҙы әсәйем һайларға ярҙамлашты. Уның бала сағы Ҡаҙағстанда үткәнгә күрә, ҡаҙаҡ йырҙары менән яҡшы таныш, тауышы ла моңло. Әлегеһен дә унан ишеткәнем бар ине. Эске тойомлауын тыңлап, хаталанмаған әсәйем. Сығышым айырыуса гүзәл зат күңеленә хуш килде, шикелле. Миңә ҡарата ҡаҙаҡ ҡыҙҙарының иғтибары артты, урамда ла таный, социаль селтәрҙәрендә лә әүҙем дуҫлыҡ тәҡдим итә башланылар. Элек атай-әсәйемдең тыуған ерҙәре – Белорет һәм Учалы районы халҡы мине “үҙҙәренеке” тип һанаһа, хәҙер тыуған ерем Ҡаҙағстанда ла мине “үҙҙәренеке” тип иҫәпләйҙәр.

– Тимәк, һин сығышың менән Ҡаҙағстандан?

– Эйе, башта атайым менән әсәйемдең мөхәббәт тарихын һөйләп үтәйем әле. Ул әкиәттә һүрәтләнгән батыр егет менән һылыу ҡыҙҙарҙыҡынан ҡалышмай. Минең олатайым (әсәйемдең атаһы) инженер һөнәре буйынса эшләгән. Бер ваҡыт уны Каспий буйында урынлашҡан Аҡтау ҡалаһына эшкә саҡыралар. Олатайым яңы ғына ҡорған ғаиләһе менән шунда йәшәргә күсеп китә. Атайым Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһынан “Ирәндек” ансамбле менән Ҡаҙағстанға гастролгә килә. Артистарҙы ҡаршы алыуҙа буй еткергән әсәйем дә ҡатнаша. Шунда осрашып, танышып китәләр. Әммә иркенләп аралашырға ваҡыт самалы, атайыма ҡайтырға кәрәк. Ғишыҡ утында янған йәштәр ҡабат күрешергә вәғәҙәләшеп хушлашалар. Әйткән һүҙен тотоп, атайым 3 айҙан әсәйемде, урлап тигәндәй Өфөгә алып ҡайта. Бер-береһеҙ йәшәүҙәрен күҙ алдына килтермәгән йәштәр никах уҡыта. Әлеге хәл тураһындағы хәбәр олатайым менән өләсәйемә барып еткәс, атайымды ҡунаҡҡа саҡыралар. Ул табын артында ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнап ишеттерә. Кейәүҙәренең һағынышлы сәләме тыуған яғын һағынған олатайым менән өләсәйемдең күңелдәренә хуш килә. 1992 йылда Аҡтау ҡалаһында атай-әсәйемдең тәүге мөхәббәт емеше булып, мин донъяға килгәнмен. Шуға ла минең тыуған төйәгем Ҡаҙағстан иҫәпләнһә лә, 2 йәштән Башҡортостанға күсеп, уның һыуын эсеп, һауаһын һулап үҫкәнгә, бала сағымдың иҫтәлекле хәтирәләре уның менән бәйле, күңелгә лә яҡыныраҡ.

– Хәтереңдә ниндәйҙәре уйылып ҡалды?

– Бала сағым тураһында уйлаһам, һәр ваҡыт күҙ алдыма фортепиано килеп баҫа. Миңә 3–4 ай самаһы булғанда атайым минең моңға һәләтем бармы-юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға була. Фортепианола төрлө ноталар уйнап тыңлата, ә мин оҡшаш ауаздар сығарам икән. Икенсе тапҡыр Пермь ҡалаһында сәхнәлә сыҙамлығымды самалап ҡарай. Унда миңә ни бары йәш ярым була. Атайым ҡурайҙа уйнай, ә мин уға ҡушылып туҡмаҡта туҡылдатам. Бәләкәй генә булһам да, һынатмағанмын, күрәһең. Шунан алып атайым минең менән ныҡлы шөғөлләнә башлай. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, РБ-ҙың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын төҙөгән Рәмил Ғәйзуллиндың йәки оҫта музыканттың үҙенән һуң лайыҡлы вариҫ ҡалдырыу теләге лә аңлашыла.

6 йәшемдә Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған “Роза ветров” халыҡ-ара конкурсында Гран-при яуланым. Унда мин беренсе тапҡыр милли кейемдә ҙур тамашасы алдында сығып, атайым өйрәткән “Уралым”ды йырланым. Ул минең тәүге ҙур еңеүем ине. Бынан һуң байтаҡ ҡына республика һәм халыҡ-ара конкурстарҙа лауреат исеменә лайыҡ, Һамар ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй Дельфий уйындарында алтын миҙалға эйә булыу бәхете тәтене. Йылдан-йыл бәхет ҡанаттарым шулай нығына, ә сәхнә кешеһе булыу теләгем көсәйә генә барҙы.

Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында – Йосопова Наилә Ғабдулхай ҡыҙы менән вокал, өйҙә атайымдың фортепиано буйынса дәрестәрен ала инем. Әлегеләй хәтеремдә: уҡыуҙан ҡайтҡас, иптәш малайҙар футбол тибергә сыға, ә мин көн һайын 2–3 сәғәт фортепиано клавишаларын барлайым. Тәүге осорҙа үпкәләһәм дә, атайымдың һүҙен йыҡмай торғайным. Бөгөн уға иғтибары, беҙҙе лә, үҙен дә йәлләмәй, йөрәгемдә сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй алыуы өсөн рәхмәтлемен. Ул беҙҙә ысын музыкант һәләтен үҫтерә алды тип әйтә алам, сөнки көйҙө бер тыңлауҙан дөрөҫ итеп уйнай алған вокалистар һаны күп түгел.

– Һеҙҙең миҫалығыҙ малайҙар тормошонда атай кешенең ҙур роль уйнауын тағы ла бер ҡабат иҫбат итә. Ә шулай ҙа 3 ул үҫтергән Рәмил Мәүлит улы ниндәй атай?

– Атайым беҙгә ҡарата бер ҡасан да уҫал булманы. Ул һәр ваҡыт ғәҙеллекте яратты, беҙҙә лә ошо сифатты үҫтерергә тырышты. Проблемаларыбыҙ менән яңғыҙ ҡалдырманы, кәңәштәре менән ярҙам итте. Әгәр хаталарыбыҙҙы күреп ҡалһа, төҙәтеү юлдарын күрһәтте. Ваҡытында шелтәләй ҙә, кәрәк ерҙә маҡтай ҙа белде. Шуға күрә беҙ һәммәбеҙ ҙә үҙ юлдарыбыҙҙы таптыҡ: мин 4 йыл Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында солит-вокалист булып эшләнем, ҡустым Шамил – академик йырсы, MusicHall27 клубында аминистратор, кесеһе Иҡсан филармония оркестрында һуҡма инструменттарҙа уйнай.

Атайым минең өсөн оло ижади юлға йүнәлеш биргән, ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙған уҡытыусым да, төп тәнҡитсем дә. Ул сығышымды залдан ҡарап ултырһа, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫменме, тип көйәләнәм. Тәү сиратта уның фекеренә ҡолаҡ һалырға тырышам, сөнки уның хаҡлығына иманым камил. Ғөмүмән, беҙ бәләкәйҙән атай затын, атай һүҙен хөрмәт итергә өйрәндек.

Бала (бигерәк тә малайҙарҙы) үҫтергәндә уға талапсан да, рухи яҡтан көслө лә булырға тура килгәндер. Әммә атайымдың күңеле бик һиҙгер һәм нескә. Кешеләрҙе бер-береһе менән күрер күҙгә күренмәй торған нескә ептәр бәйләй бит. Бына атайым менән минең арала ла ундай бәйләнеш бар. Үҙенең әлеге көслө һиҙемләү тойғоһо арҡаһында ул мине ике тапҡыр үлем тырнағынан ҡурсалап алып ҡалды тип әйтһәм дә була.

– Ике мәртәбә..?

– Эйе, Мәскәүҙә Гран-при яулағас, ҡиммәтле бүләктәр менән икенсе конкурсҡа саҡырыу ҡағыҙы ла бүләк иттеләр. Ул сит илдә уҙғарылырға тейеш ине. Әммә ҡатнашыусы балалар, ата-әсәһе менән түгел, ә ойоштороусылар менән генә осорға тейеш ине. Атайым мине яңғыҙымды ғына ебәреүгә ҡырҡа ҡаршы булды. Илап тороп ҡалғаным хәтеремдә. Бөтә донъяны тетрәткән авиаһәләкәтте иҫләйһегеҙҙер. 2002 йылда Германияға юл тотҡан самолет ҡолап, күҙ асып йомған арала бихисап балалар ғүмере ҡыйылды. Конкурсҡа юллама нәҡ шул рейсҡа иҫәпләнгән ине. Хоҙайҙың ҡөҙрәте һәм атайымдың һиҙгерлеге арҡаһында мин ул самолетка эләкмәй ҡалдым…

Икенсе осраҡ өлкәнерәк йәштә булды. Мәскәү ҡалаһындағы Гнесиндар исемендәге музыка колледжына уҡырға ингәс, А.В. Александров исемендәге Рәсәй Армияһы йыр һәм бейеү ансамбленә эшкә урынлаштым. “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тип, бер мәл атайым Өфөгә ҡайтыуымды үтенеп шылтырата башланы. Уның һүҙенә ҡолаҡ һалып, эшмәкәрлегемде ҡалдырып торорға тура килде. Һуңғараҡ әлеге ансамбль осҡан самолеттың ҡолауын ишетеп хайран ҡалдым. Был юлы ла атайым үҙенең эске тауышын дөрөҫ ишеткән, күрәһең.

– Донъяла һәр кемдең һайлау мөмкинлеге бар. Әгәр һин йырсы булып китмәһәң, тормошоңдо ниндәй өлкә менән бәйләр инең?

– Спорт менән, әлбиттә. Ысын ир-егет өсөн кәрәкле лә, мәртәбәле лә өлкә. Беҙҙең нәҫелдә спортҡа һәләтле кешеләр бар. Йыраҡтан эҙләргә лә кәрәкмәй. Минең кесе ҡустым Иҡсан тхеквондо буйынса 4 тапҡыр Башҡортостан һәм 3 тапҡыр Татарстан чемпионы булып танылды.

Шәхсән үҙем, спортты һайлаһам да, күңелем барыбер сәнғәткә тартылыр ине, тип уйлайым. Сөнки йырсы булыу минең булмышымда, уны Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән миссия тип баһалайым. Шуға уның ышанысын, өмөтөн аҡларға тырышам. Әсәйем дә һиңә был һәләт халыҡҡа хеҙмәт итер, күңелдәрҙе яҡтыртыр, рухи яҡтан байытыр өсөн бирелгән, ти. Әгәр һайланған юлымдан тайпылһам, үҙ-үҙемә хыянат итеү булыр ине...

- Һинеңсә, йырсы карьераһында иң мөһиме?..

- ...нимә тураһында йырлауыңды аңлау һәм күңел менән тойоу. Әгәр ҙә уның ысын мәғәнәһенә төшөнмәйһең икән, тимәк, уның асылын тамашасы йөрәгенә еткерерлек хис тә таба алмайһың тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә ҡоп-ҡоро йыр килеп сыға. Икенсенән, йырсыны ысын йырсы итеүсе тағы ла бер бурыс – оҫталыҡты арттырыу, тауыш асыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләү. Бер генә телдә, бер генә стилдә йырлау ҙа ыңғай йоғонто яһамаясаҡ. Үҙеңдең мөмкинлектәреңде төрлө яҡлап һынап ҡарарға, үҫешергә кәрәк. Мин иң ҡатмарлы стилдәрҙең береһе – академик стиль буйынса белем алдым. Шуға ла репертуарымда эстрада йырҙары менән бер рәттән башҡорт халыҡ йырҙары ла урын алған. Ғөмүмән, академик сәнғәт, халыҡ йыры бер ваҡытта ла үлмәйәсәк. Сөнки ундай илаһи моң бер ҡайҙа ла юҡ. Фекер тәрәнлеге арҡаһында ул быуаттар төпкөлөндә аҙашмай, йылдар әйләнәһендә популярлығын юғалтмай йәшәй һәм йәшәйәсәк. Бына ошо яғы менән ул көслө.

– Ҡаҙағстандағы сығышың шәхсән миндә ғорурлыҡ тойғоһо уятты, тамашасылар ҙа ихлас ҡабул итте. Ә һин үҙең менән ҡәнәғәтһеңме?

– Билдәле итальян опера йырсыһы Лучано Павароттиҙың “Беләһегеҙҙер: үле йырсы – иң яҡшы йырсы” тигән аҡыллы һүҙе бар. Ысынлап та, үҫеш юлындағы кеше тулыһынса үҙ-үҙе менән ҡәнәғәт була алмай. Шәхси тәнҡит һәр ваҡыт булырға тейеш, юғиһә бер урында тапаныу йәки бөтөнләй туҡтап ҡалыу ҡурҡынысы бар. Тау артылған һайын офоҡтар киңәйә барған кеүек, бәйгеләргә йөрөгән һайын йырсыға яңынан-яңы мөмкинлектәр арта, тауыш асыла, башҡарыу диапазоны киңәйә, тәжрибә туплана.

– Һин башҡарыусы ғына түгел, ә ижадсы ла. Илһам сығанағын ҡайҙан алаһың?

– Илһам ләйсән ямғыр кеүек. Көтмәгәндә генә килеп сыға ла, бар ғәләмде яҡтыртып, йылы һыуына ҡойондороп тиҙ генә үтә лә китә. Шуға илһам менән бик һаҡ ҡыланырға, әммә уңайын ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Ҡайһы саҡта махсус рәүештә интернет селтәренә инеп, көйҙәр тыңлайым, төрлө милләт йырсыларының ижадын байҡайым. Күңелгә ятҡанын осратыу менән, ялҡын кеүек тоҡанып китәһең. Күңелдә моң ярала башлай. Шул мәл фортепианоға ултыра һалып яңы ғына бөрөләнеп килгән көйҙө яҙа һалырға тырышам.

– Айтуған, 10–15 йылдан үҙеңде ниндәй булырмын тип күҙ алдына килтерәһең?

– Тәү сиратта ышаныслы тормош иптәше, ихтирамлы ғаилә башлығы, күркәм йортта йүгерешеп йөрөгән балалар атаһы... Ижади өлкәлә лә аяғында ныҡлы баҫып торған билдәле йырсы, Аллаһы бойорһа. Шуға ынтылам.

– Ә күңелеңде әсир итерлек ҡыҙ ниндәй сифаттарға эйә булырға һәм нимә бешерә белергә тейеш?

– Аш-һыу оҫталығы минең өсөн тәүмаҡсат түгел. Әгәр белмәй икән, был эште үҙ елкәмә алырға ла, өйрәтергә лә әҙермен. Минең өсөн олоно – оло, кесене кесе итә белгән ябай, тәрбиәле һылыу булыуы мөһим. Атай-әсәйем өсөн үҙ ҡыҙҙарына әйләнеүен, миңә һынылышлы, ҡатмарлы мәлдәрҙә иң ҡуйырлыҡ, дәртләндереүсе юлдаш булыуын теләйем.

– Аш бүлмәһендә лә үҙ кеше икәнһең. Ниндәй ризыҡ бешереү һиңә күңел кинәнесе бирә?

– Эйе, шау малайҙар араһында шуҡ холоҡло булып үҫһәм дә, һәр ваҡыт әсәйемә өй эштәрендә булыша, һауыт-һаба йыуыша торғайным. Бешерергә лә унан өйрәнеп алдым. Яратып әҙерләгән ризығым – билмән. Уны яһау ғаиләбеҙҙең бер йолаһына әйләнеп китте. Ғәҙәттә, ял көндәрендә йәки байрамдар алдынан атайым, ҡустыларым менән йыйылып, бергәләп ҡамырын баҫып, билмән яһай торғанбыҙ.

– Бөгөн 16 йәшлек Айтуғанды осратһаң, уға нимә тип әйтер инең?

– Ҡайҙа йығылырымды белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем тигән кеүек, мин уны хаталар, яңылыш аҙымдар хаҡында иҫкәртер инем. Маҡсатыңа табан атлауҙан туҡтама, мөмкин тиклем күберәк эшләргә, камиллыҡҡа ынтылырға тырыш тип кәңәш бирер инем.

– Тормошта, бер тапҡыр ғына булһа ла, нимә эшләргә кәрәк?

– Үкенмәҫлек итеп бер тапҡыр өйләнергә кәрәк.

– Киләсәккә ниндәй пландар менән янып йөрөйһөң?

– Тиҙҙән иң яҡын дуҫым, яҡташым Айгиз Баймөхәмәтовтың “Урам балалары” тип исемләнгән яңы китабы донъя күрәсәк. Уның презентацияһы менән Башҡортостандың ҡала-райондары буйлап сығырға уйлайбыҙ. Минең елкәлә әлеге осрашыуҙарҙы үҙемдең йырҙарым менән музыкаль яҡтан биҙәү бурысы ята.

Бынан тыш үҙемдең шәхси соло программамды булдырып, Башҡортостан буйлап тур ойоштороу тураһында уйланам. Тәүге тәжрибәмде Белорет, Учалы райондарынан башларға ниәт тотам, Аллаһы бойорһа.

- Ниәттәрең тормошҡа ашһын, ижади уңыштар һиңә, Айтуған!


Һөйләшеү аҙағында Ризаитдин Фәхретдиновтың түбәндәге нәсихәте иҫкә төштө: “Һис бер нәмәһе юҡ кеше фәҡир түгелдер, һөнәре һәм тырышлығы юҡ кеше фәҡирҙер”. Ысынлап та, Айтуған Ғәйзуллин таланты, маҡсатҡа ынтылышы, ташып торған ғәйрәте һәм ябайлығы менән бай һәм көслө. Үҙенең генә түгел, республикабыҙҙың да исемен, данын бар донъяға таратыр мәле, артылаһы үрҙәре алда әле уның тип ышанып ҡалабыҙ.

Читайте нас: