Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
17 Апрель 2018, 14:39

“Ауыр түгел тормош, ауыр түгел, оло юлға әгәр сыға алһаң…”

Үҙемде белә-белгәндән алып тәбиғәттә моң ишетәм. Ҡолағыма ағастар, үләндәр йыры сағыла. Ҙур оркестр уйнаған кеүек…

“Үҙемде белә-белгәндән алып тәбиғәттә моң ишетәм. Ҡолағыма ағастар, үләндәр йыры сағыла. Ҙур оркестр уйнаған кеүек… Күңелемдә, һәр күҙәнәгемдә моң йәшәй. Был минең һәләтем дә, ҡаҙанышым да түгел. Ул юғарынан бирелгән тиңһеҙ бүләк. Уны бары яңғыратырға ғына кәрәк…”

Был тормошта үҙ тәғәйенләнешеңде тойоп, шул йүнәлештә үҫешеп, тирә-йүндәгеләргә ҡыуаныс өләшеп йәшәү ‒ оло бәхет. Популяр автор-башҡарыусы Флера Шәрипова менән әңгәмәлә һүҙ яҙмыш, тәғәйенләнеш, Йыһан ҡанундары, үҙ-ара мөнәсәбәттәр, тормош ҡуйған һынауҙар, бәхет вә мөхәббәт хаҡында…
‒ Флера ханым, күптәр, тормош еңел түгел, тип зарлана, ә һеҙ, киреһенсә, ауыр түгел, тиһегеҙ, оло юлға әгәр сыға алһаң… Тормошонда оло юлға сығыр өсөн кешенән нимә талап ителә?
‒ Ерҙә һәр кешенең үҙ юлы була. Һәммәбеҙ ҙә үҙ һынауҙарын үтер, үҙ бурыстарын атҡарыр өсөн яралғанбыҙ. Әйтәйек, мин ижад юлы буйлап барам. Һәм уның тәғәйенләнешем икәнлеген беләм. Миңә картиналар төшөрөү, йырҙар яҙыу, уларҙы башҡарыу оҡшай. Йырлайым, тип әйтмәйем, вокал оҫтаһы түгелмен. Сәхнәлә торам да, аңлатам. Күңелемдәген асып һалһам, кешеләр үҙгәрер төҫлө. Хас та уҡытыусы кеүекмен. Бәлки, Хоҙай мине уҡытыусы итеп яратҡандыр ҙа…
‒ Шулай ҙа ҡайһы берҙә кеше үҙ асылын тапмай, оло юлын ғына түгел, шул юлға илтеүсе һуҡмаҡҡа ла төшә алмайынса ғүмер кисереп, үлеп китә. Ул сит кешенең тормошо менән йәшәй…
‒ Тәғәйенләнешен табыр өсөн әҙәм балаһы асыҡ күңел менән йәшәргә тейеш. Үҙеңә нимә оҡшай, шул эш менән шөғөлләнеп, әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес алһаң, оло юлыңа төшкәнһең тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡаларҙың һине нисек баһалауы, ҡабул итеү-итмәүе, ҙурлауы йә хурлауы ла мөһим түгел. Был юлдан илһамланып бараһың, һис ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай, намыҫ тойғоһо ла игәмәй, кинәнеп йоҡларға ятып, кинәнеп уянаһың икән, тимәк, дөрөҫ йүнәлештәһең. Әгәр ҙә үҙеңде эшкә барырға мәжбүр итһәң, үҙ һуҡмағыңа төшмәгәнһең әле. Ғөмүмән, тормошто үҙеңде нимәлер эшләргә мәжбүр итеүгә тәләфләргә ярамай. Берәүҙең юлы икенсе кешенекенә тап килмәй. Шуға ла мөмкинлектәреңде, ҡаҙаныштарыңды башҡаларҙыҡы менән сағыштырырға ла, кемгәлер оҡшарға тырышырға ла кәрәкмәй.
Ә сит кешенең тормошо менән йәшәргә ярамай. Үҙеңде тотошлай ғаиләңә, атай-әсәйеңә, балаларыңа ғына бағышлау ҙа ‒ ҙур хата. Бының һиңә генә түгел, яҡындарыңа ла зыян килтереүе ихтимал. һәр кем үҙ тормошо менән йәшәп, төрлө һынауҙар аша үҙ юлын үҙе үтергә тейеш.
‒ Йәғни был битарафлыҡ та, эгоизм да түгел, ә йән талабы… Тик йөрәкте нисек асырға һуң?
‒ Йөрәкте асыр өсөн иң тәүҙә үҙеңде яратырға һәм тирә-йүндәгеләрҙең бәләкәй генә гонаһтарын, кәмселектәрен кисерә белергә кәрәк. Башҡаларға ҡарата мөнәсәбәт ‒ ана шул була ла инде йөрәкте асыу. Ә яныңдағы кешеләр – һинең көҙгөләге сағылышың. Беҙ, ғөмүмән, бүтәндәрҙең иң тәүге сиратта үҙебеҙҙә булған сифаттарына иғтибар итәбеҙ. Яҡшы кеше ‒ яҡшылыҡты, алама кеше аламалыҡты күрә. Йомарт иһә барыһын да үҙе һымаҡтыр тип фекерләй. Этлек уйлап йөрөгәндәр башҡаларҙан, миңә аламалыҡ ҡылыуҙары бар, тип ҡурҡа, шикләнә. Әгәр ҙә яныбыҙҙа ҡара уйлы кешеләр йыйылған кеүек тойолһа, беҙ иғтибарҙы үҙебеҙгә йүнәлтергә, тирә-йүндәгеләргә булған мөнәсәбәтебеҙ хаҡында уйланырға тейеш.
Йәнә һәр эште яратып башҡарыу зарур. Күптән түгел бер ҡатын менән аралашырға тура килде. Ул балаларының ихтирамһыҙ мөнәсәбәтенә зарлана. “Һеҙ уларға изгелек эшләгәндә кинәнес кисерәһегеҙме?” ‒ тип һораным. Баҡтиһәң, ул барыһын да бурыс тип ҡабул итеп кенә башҡара икән. Аш-һыуҙы ла, мин әҙерләйем, ә улар ҡәҙеремде белмәй тигән үпкәләүҙәр, яман уйҙар менән бешерә килеп сыға. Билдәле, ундай кире тойғолар һалынған ризыҡты әҙерләүсе лә, уны ауыҙ итеүселәр ҙә һәйбәт кәйефтә була алмай, улар сиргә һабыша, үҙ-ара мөнәсәбәттәре боҙола.
Минең өсөн йыһан ‒ дөйөм организм ул. Бер яғына нимә бушатаһың, икенсе яғынан һиңә шул уҡ нәмәләр әйләнеп ҡайта. Таҙа һыу ҡойһаң – таҙа, бысраҡ һыу ҡойһаң, бысраҡ һыу ағып килә.
– Һеҙ уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәнһегеҙ. Балалар баҡсаһында ла эшләгәнһегеҙ. Төрлө ижади түңәрәктәр алып барғанһығыҙ. Бөгөн иһә ирекле ижадсыһығыҙ. Эшегеҙҙе ташлап китеүгә нимә этәрҙе?
– Балалар баҡсаһын, балалар мөхитен ҡалдырыу ауыр ине. Әммә, үҙегеҙ беләһегеҙ, тәрбиәсе аҡсаһы менән әллә ни алыҫ китеп булмай. Ҡыҙымды яңғыҙ үҫтергәс, ул осорҙа бер нисә урында эшләргә тура килде. Шул сәбәпле бик күп шиғырҙарым, йырҙарым халыҡҡа етмәй ятыуы күңелгә тынғылыҡ бирмәй ине. Бер аҙ ижад менән шөғөлләнәм дә, һуңынан, яйы тура килһә, эшкә сығырмын тип уйланым. Ә инде ижад донъяһына башкөллө сумғас, башҡаса эш эҙләп йөрөүҙең мәғәнәһен күрмәнем.
Мин тормошто мәктәп ише тип ҡабул итәм. Ҡайһылыр йүнәлештә нимәгәлер өйрәнгәс, Аллаһы Тәғәлә һине икенсе ергә күсерә. Китеү шарттарының ниндәй булыуы мөһим дә түгел. Тимәк, һиңә башҡа кимәлгә артылырға ваҡыт еткән.
– Ҡыҙымды яңғыҙым үҫтерҙем, тиһегеҙ. Ишетеп белеүемсә, һеҙҙең торлаҡһыҙ ҡалып, балалар баҡсаһында ҡунып йөрөгән саҡтарығыҙ ҙа булған. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға нимә ярҙам итте?
– Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә үҙе күтәрә алған тиклем йөк бирермен, тигән. Тормошта бер кеше лә еңел генә йәшәмәйҙер ул. Һәр кемдең үҙ йөгө, Хоҙай биргән һынауҙары. Ҡырмыҫҡа, үҙе бәләкәй генә, әммә олоғара йөктө күтәрергә һәләтле, ишәк, кәүҙәһе эре булһа ла, бик ҙурҙы артмаҡлай алмай. Эйе, минең иңемә ауырлыҡтар мул төштө. Үҙ мәлендә, бар мөлкәтте ташлап, тормош иптәшемдән айырылып, урамға сығып китергә лә тура килде. Әммә зарланғаным булманы. Бик һәйбәт сифатым бар минең. Килеп тыуан һәр хәл-ваҡиғаның яҡшы яғын күрә беләм. Ғөмүмән, тормошҡа нисек ҡараһаң, ул һиңә шул яғы менән асыла. “Артҡа ҡара ла, шөкөр ит, алға ҡара ла, фекер ит”, – ти ине өләсәйем мәрхүмә. Уның һүҙҙәрен бер ваҡытта ла онотҡаным юҡ. Ауырлыҡтарға бер аҙ сыҙап, булғанын шөкөр итеп ҡабул ҡылып, рәхмәт тойғоһо, маҡсат менән йәшәһәң, Аллаһы Тәғәлә йүнен бирә ул.
– Ижадығыҙҙы үҙ итеүселәр йырҙарығыҙ йыуата, йәнде таҙарта, тип яҙа…
– Интернет дуҫтарыма рәхмәт! Улар мине ижадҡа илһамландыра. Көн дә бик матур һүҙҙәр яҙалар. Бына бөгөн генә Һамар өлкәһендә йәшәүсе бер ағай “Бәйләнештә” селтәре аша: “Быға тиклем һеҙҙең ижадығыҙ менән таныш түгел инем. Әле дауаханала ятам. Йыйылышып йырҙарығыҙҙы тыңлайбыҙ. Улар ауыртҡан ерҙәрҙе баҫа, тынысландыра, күңелгә кинәнес бирә”, – тип яҙған.
Тормошта өмөт менән йәшәргә кәрәк. Ниндәй генә һынау булмаһын, уларҙы үткәс, еңеллек килә. Миндә шундай инаныс бар. Кешеләргә лә шуны еткерергә тырышам. Тормош ҡуйған кәртә-ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡһаң йәки артҡа сигенһәң, һуңынан шул уҡ һынауға киләһең. Тимәк, барыһын да ҡабул итергә һәм лайыҡлы рәүештә үтергә кәрәк. Шуға хатта һағышлы йырҙарым да өмөтлө.
– “Уттарына бешерһегеҙ тип, бирмәйем һеҙгә яртыһын…” Йәғни йөрәгегеҙҙең яртыһын. “Минең күңел” тип исемләнгән йырығыҙҙа шундай һүҙҙәр ҙә бар…
– Мин, ысынлап та, үҙемде бик көслө кеше тип иҫәпләйем. Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер кешеләрҙе яңғыҙ итеп ярата. Ул, ахырыһы, мине лә шулай яратҡандыр. Шулай ҙа яңғыҙлыҡты бөтөнләй тоймайым. Ә был йыр, тормошта тар күңеллелеккә, ғәҙелһеҙлеккә осрағанда, йөрәк әрнеүе булараҡ яралды. Мин уны ултырҙым да йырланым.
– Һеҙ йырҙың һүҙҙәрен яҙғанда уҡ көйөн ишетәм, тиһегеҙ. Тик шндай авторҙар ҙа була, улар ауыр ижад итә. Бындай ижадтың кәрәге бармы икән?
– Бәлки, Хоҙай Тәғәлә уға шул ижад юлын үтергә ҡушҡандыр? Дистанцияны алғанда ла, кемдер – еңел генә, кемдер ауыр йүгерә. Әммә барыбер йүгерә. Түтәлдәге сәскәләрҙе генә күҙ алдына килтерәйек. Береһе – сәнскеле, береһе – ал, береһе – ҡыҙыл. Төрлөһө төрлө ваҡытта сәскә ата. Уларҙың ҡайһыһын матурыраҡ тип әйтергә була инде?! Ижадта ла шулай уҡ. Был тормошта һәр кем үҙ урынында. Бәләкәйме, ҙурмы ‒ һәр ҡайһыбыҙ үҙ вазифаһын үтәй.
Байтаҡ йылдар элек бер композиторға йырҙарымды алып барҙым. Һүҙҙәрен яҙғанда уҡ көйөн ишетәм, тигәйнем, ул миңә: “Бына мин бер нотаны ай буйына ижад итәм. Хоҙай биргән талантың бар. Һин – шағир, ә композитор түгел. Шиғырҙар яҙ, көй яҙма”, – тип кәңәш бирҙе. Әммә мин яҙмайынса түҙә алманым инде. Яҙҙым. Сөнки күңелем йырлауҙан туҡтағаны юҡ. Һис кем дә башҡа берәүгә, һин яҙма, тип кәртә ҡуя алмай. Уны халыҡ ҡына әйтә ала.
– Ә шиғриәттәге ҡағиҙәләргә нисек ҡарайһығыҙ?
– Ҡайһы берҙә шундай шиғырҙар осрай: ҡағиҙәләр буйынса яҙылған, рифмалары ла тап килә. Әммә күңелгә теймәй. Шундайыраҡтары ла бар: рифмаһы аҡһай, әммә унда күңел ҡысҡыра. Әгәр кешенең әйтер һүҙе булһа, бына шул күңелгә тейә. Йәндән сыҡһа, йәнгә етә.
– Йыр ижад итеп кенә етеш тормошта йәшәп буламы?
– Ҡыҙым үҫкән саҡта аҡса тип бер юлы бер нисә эштә эшләргә тура килгән саҡтар ҙа булды. Хәҙер ул хаҡта әллә ни баш ватҡаным да юҡ. Үҙемә кәрәкле генә сумма барыбер килеп тора. Килем өсөн генә йәшәһәң, аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Кешенең ихтыяжы артҡандан-арта. Ә мин ғәп-ғәҙәти ябай тормошто яратам. Кәйеф-сафа ҡороуҙан алыҫ торам. Әллә ни затлы тормошҡа ымһынмайым.
– Һеҙ – әсәй кеше. Шундай матур, аҡыллы ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ…
–Ҡыҙым менән бәләкәстән оло кеше менән аралашҡан кеүек һөйләшеп, кәңәшләшеп йәшәнем. Бала бөтә ҡиммәттәрҙе лә ғаиләлә һеңдерә. Ҡайһы берҙә туғандар бер-береһенә асыу тотоп, уйламайынса яҡындарын ҡарғап ҡуя. Атай-әсәй менән бала араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуып, аңғармаҫтан төрлө һүҙҙәр яңғыратып ташлайҙар. Атай-әсәй менән баланың, туғандарҙың үҙ-ара ыҙғышы бер ваҡытта ла хәйерлегә түгел. Ул боҙомға әүерелеп, төрлө ауырлыҡтар, сирҙәр барлыҡҡа килтерә. Ундай ғаиләләрҙә балаларҙың тормоштары уңмай. Ә туғандар бер-береһенә изгелек теләһә, көс-ҡеүәт, бәрәкәт арта, уларҙың юлдары асыла. Кеше бына шуларҙы аңлаһын ине. Нәҫел, тоҡом, ғаилә – ул ағас кеүек. Әгәр ҙә көн дә бер генә тамсы ағыу тамыҙһаҡ та, ул яйлап ҡорой. Ә инде көн дә бәләкәс кенә тамсы таҙа һыу тамһа, ағас йәшәйәсәк.
– Халыҡ һеҙҙе ике телле йырсы булараҡ белә…
– Үҙемде, ғөмүмән, йырсы тип иҫәпләмәйем. Мин автор-башҡарыусы. Башҡорт, татар, рус, телдәрендә рәхәтләнеп ижад итәм. Шуныһы ғәжәп, ҡайһы бер йырҙар – башҡорт, бәғзеләре татар йә рус телдәрендә тыуа.
Нәҫелемдә башҡорт ҡаны ла, татар ҡаны ла бар. Шуға ике милләт вәкилдәре лә яҡын. Интернетта ҡайһы бер төркөмдәрҙә милләт-ара ыҙғышып китеүҙәрҙе күрһәм, йәнем әрней. Мин уларға юғарынан әсәй кеүек бағам. Төрлө темаларға ҡағылышлы бәхәстәрен, ыҙғыштарын сабый балаларҙың тыйнаҡһыҙлығы кеүек ҡабул итәм.
– Йән һәм тән сәләмәтлеге хаҡындағы фекерҙәрегеҙҙе лә ишетке килә…
– Тән сәләмәтлегенә, ысынлап та, йәндең таҙа булыуы шарт. Ә бының өсөн әҙәм балаһы күңелендә яҡтылыҡ, нур, мөхәббәт йөрөтөргә тейеш. Сөнки мөхәббәт энергияһы бик юғары тирбәлешкә эйә. Доғалар һәм мантралар ҙа шундай уҡ юғарылыҡта. Донъяны яратып, күңелеңдә доғалар менән йәшәһәң, тәнеңде уратып алған ҡатламдар ҡалын һәм һин һаҡлаулы булаһың. Ә сир, үпкәләү, әрепләшеү, асыуланыу кеүек кире тойғолар энергияның түбәнәйеүенә килтерә.
– Журнал уҡыусыларҙа, Флера быларҙы ҡайҙан белә икән, тигән һорау тыуыуы ла мөмкин. Эйе, йыһан ҡанундары хаҡында хәҙер күп һөйләйҙәр. Әммә һеҙ ике тиҫтә йылдар элек үк ошондай шиғырҙар ижад иткәнһегеҙ...
– Эйе, ысынлап та, хәҙер ошо хаҡта күп һөйләйҙәр. Һәм бының һис тә насарлығы юҡ. Кешенең “уяныуына” ишара был. Әйткәндәй, беҙҙең ата-бабалар бик аҡыллы булған. Улар төшөнкөлөккә бирелеүҙең, үпкәләүҙең, башҡалар хаҡында ғәйбәт һөйләүҙең генә түгел, кеше тураһында алама уйлауҙың да гонаһ икәнлеген белгән. Ергә зыян килтермәҫкә кәрәклеген тойоп йәшәгән. Мин дә өләсәй ҡыҙы. Уның янында һыйынып ҡына үҫкәнмен. Башҡа тиҫтерҙәрем кеүек урамда уйнауҙы бар тип тә белмәй инем. Өләсәйем менән урман-ҡырҙарҙы гиҙергә яраттыҡ. Ул үләндәр йыя, шулар менән дауалай, сырхап киткәндә өшкөрә торғайны. Өләсәйемдең үләнде өҙөп алыр алдынан доғалар уҡып, Хоҙайҙан рөхсәт һорағаны хәтерҙә. Еләк йыйыр, миндек һыҙырыр алдынан да шулай итте. Тәбиғәткә сыҡҡас та беҙ бер аҙ тирә-яҡты күҙәтеп ултыра торғайныҡ. Өләсәйем нимәләр хаҡында уйлағандыр, белмәйем, мин тәбиғәттең моңон тыңлап туя алманым. Яланда бер төрлө моң яңғырай, урманда – башҡаса.
Тормошҡа ҡарашым ана шул өләсәйем өйрәткәнсә. Ул, сәй һыуына тип, беҙҙе иртә таңдан шишмә һыуына ебәрә лә, ҡайтҡанда туҡтап, кеше менән һөйләшеп тормағыҙ, тип әйтә торғайны. Бөгөн ғалимдар, ысынлап та, һыуҙың бөтә мәғлүмәтте үҙенә һеңдерә барыуын иҫбат иткән. Ә оло быуын вәкилдәре быны ул замандарҙа уҡ белгән булған.
– Шулай ҙа һеҙҙә ниндәйҙер яҡтылыҡ, нур бар?..
– Аллаһы Тәғәлә миңә күпте биргән. Моғайын, юҡҡа ғына түгелдер. Өлгөрөргә, Хоҙайҙың ышанысын аҡларға ине…
– Һеҙ бөгөн дә тәбиғәттә йыш булаһығыҙ…
– Дуҫтарым менән йыл да яҙғыһын һалда ағабыҙ. Быйыл да шул сараға әҙерләнеп, әленән үк шул кәйеф менән йәшәйбеҙ. Боҙ ҡуҙғалып китмәҫ элек, тәүге тулҡын менән ағырға кәрәк. Ағастар бөрөләнеп кенә килгән, һалҡын, ҡар иреп бөтмәгән саҡ була әле унда. Тау йылғаларынан ағып төшәбеҙ. Аҫҡа төшкән һайын яңы, көслө тулҡын килеп бәрелә. Тәбиғәт уяна, тирә-яҡтан сафлыҡ бөркөлә. Шул саҡта күңел әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт кисерә. Ә инде ике-өс аҙнаға урманға, яланға китһәң, ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайтыуҙың мәғәнәһе юғалған төҫлө, ҡалалағы уңайлыҡтар кәрәкмәгән дә һымаҡ тойола. Күңел тәбиғәт рапсодияһын тыңлап кинәнә һәм уны башҡа бер моң да алмаштыра алмай. Тәбиғәт музыкаһын…

Уның һәр иртәһе тиерлек йыр ижад итеүҙән башлана. Кемдер көй яҙып биреүен үтенә. Кемдер – һүҙҙәрен. Һораусылар булмаһа ла, моң шишмәһе ағыуҙан туҡтамай. Замандаштарына еткерер һүҙе йөрәгенән урғыла ла урғыла. Ә йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етмәй ҡалмай.

Тәбиғәттең үҙе кеүек яғымлы, ихлас, яҡты йөҙлө Флера ханым менән әңгәмәләшеп ултырыуы ‒ ифрат ҙур кинәнес. Был яҡтылыҡтан, был нурҙан һеҙгә лә өлөш сыҡһын, хөрмәтле журнал уҡыусылар!

Читайте нас: