Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
17 Апрель 2018, 14:35

“Беҙҙе яҙмыш бында үҙе алып килгән…”

Актриса менән режиссер мөхәббәте… Ғәжәп итер күренеш тә түгел, ғәҙәти бер осраҡ һымаҡ. Шулай ҙа был һоҡланғыс пар менән аралашыу һөҙөмтәһендә ялҡынлы, ғәжәйеп моңло, уттан алып утҡа һалырҙай тәрән тойғоларҙы сағылдырған һөйөү йыры яралыр тип күҙаллағайным.

Актриса менән режиссер мөхәббәте… Ғәжәп итер күренеш тә түгел, ғәҙәти бер осраҡ һымаҡ. Шулай ҙа был һоҡланғыс пар менән аралашыу һөҙөмтәһендә ялҡынлы, ғәжәйеп моңло, уттан алып утҡа һалырҙай тәрән тойғоларҙы сағылдырған һөйөү йыры яралыр тип күҙаллағайным. Әммә әңгәмәлә һүҙ башлыса ошо икәүҙең, йәғни Зиләрә һәм Руслан Юлтаевтарҙың уртаҡ мөхәббәте — кино сәнғәте хаҡында барҙы. Хәйер, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Уларҙы таныштырып ҡауыштырған, бер бөтөнгә әйләндергән бит әлеге серле лә, илаһи ҙа, ҡатмарлы ла ижад донъяһы!

2007 йыл… 27 август… Рәсәй киноһы көнө… Стәрлетамаҡ драма театры сираттағы ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Актерҙарҙың йәйге ялы тамамланып, эшкә сыҡҡан мәле. Театрҙа күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға – Өфө сәнғәт академияһында ошо коллектив өсөн махсус белем алған бер төркөм йәш-елкенсәктең тәүге эш көнө. Улар араһында Әбйәлил ҡыҙы, ҡыйғас ҡашлы Зиләрә лә бар. Етмәһә, актерҙар “күҙләргә” тип Өфөнән кино төшөрөүселәр ҙә килгән. Ижад юлын яңы башлаған, әммә күптәрҙең ышанысын аҡларға өлгөргән шәп егет – Руслан Юлтаев үҙенең “Сәк-сәк” тип исемләнгән фильмы өсөн ижади төркөм тупларға ниәтләй икән. Өлкәнерәк йәштәге актерҙар талап ителһә лә, театрҙың ул саҡтағы художество етәксеһе Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова кино төшөрөүселәргә Зиләрәнең мөмкинлектәрен дә баһалап ҡарарға тәҡдим итә. Руслан, ул бик һорағас, әллә ни әһәмиәт бирмәй генә ризалаша, әммә ҡыҙҙы күреү менән ғашиҡ була. “Ул күҙ алдында пәйҙә булғас та әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар кисерҙем, был ҡыҙҙың егете булмаһа ярар ине, тип хафалана башланым”, – ти режиссер үҙе. Зиләрә иһә ул көндө мөғжизәгә ышана яҙа. Хыялының шулай ыңғай ғына ысынбарлыҡҡа әйләнеүенә ҡыуанып бөтә алмай. Ул бит нәҡ кино актрисаһы булырға хыялланған! Дипломда театар һәм кино актеры тип билдәләнһә лә төп баҫым театр йүнәлешенә яһалыуын аңлағас, бер аҙ кәйефе лә төшкән. Әлбиттә, ҡыҙ ул саҡта ярты йыл да үтмәҫ, режиссер ҡатыны булып китермен тигән уйҙы башына ла килтермәгән, ул кино төшөрөүселәргә актриса булараҡ оҡшарға теләгән. Егетебеҙ иһә күптән эҙләгән ҡиммәтле “табышы” өсөн ҡыуанып бөтә алмаған. “Был театрға мине яҙмыш үҙе алып килгән, ниндәйҙер Юғары көс Гөлдәр Мозафар ҡыҙынан Зиләрә хаҡында ҡабат-ҡабат әйттергән, ә инде съемкалар барышында тәүге минуттан уҡ берҙәмлек тойғоһо булды, уйҙар, донъяға ҡараштар уртаҡлығынан уның ысынлап та үҙ кешем икәнлеге тойолдо”, – ти ул.

Зиләрәнең ҡылын тартып ҡарауын-ҡараным, әммә ул мөнәсәбәттәренең “кәнфит-сәскә осоро” хаҡында әллә ни һүҙ ҡуйыртманы. “Көн дә тиерлек Стәрлетамаҡҡа килә ине. Съемкалар тамамланып, бер ни тиклем дуҫлашып йөрөгәндән һуң Русландан: “Минең кәләшем булырға ризаһыңмы?” – тигән СМС-хәбәр алдым. Оҙаҡ көттөрмәй, “риза” тип яҙҙым, сөнки уны юғалтыуҙан ҡурҡтым”, – тип эскерһеҙ йылмайып ҡуйҙы актриса. Тимәк, мөхәббәт ике яҡлы булған. Бер уйлаһаң, егет кешенән ҡыҙҙың күңелен яулар өсөн әллә ниндәй батырлыҡтар ҡылыу талап ителмәй ҙә инде. Иң мөһиме, тормошҡа етди ҡараған, ышаныслы кеше булыуына инандыра алһын. Ҡыҙҙар тәүәккәл, ҡыйыу егеттәрҙе үҙ итә. Моғайын, шул сифаттары менән арбағандыр ҙа Зиләрәне Руслан. “Беҙҙең бер-беребеҙгә тауыш күтәргәнебеҙ ҙә юҡ, күҙ ҡараштары менән генә аңлашабыҙ”, – тиеүҙәренә ышанмай сара юҡ. Әлбиттә, эш мәлендә режиссерҙан талапсанлыҡ талап ителә. Бында ир-ҡатын булыуҙан туҡтайһыңдыр. Шулай ҙа әле режиссерҙың ҡатынын күҙ ҡараһылай һаҡлауы, ынйы бөртөгөләй ҡәҙерләп, ҡурласап ҡына тороуы күҙгә бәрелә. Ысынлап та, улар үҙҙәрен шул тиклем тыныс тота. Был икәүҙең араһында бер-береһенә терәк-таяныс була белгән күркәм ғаиләләрҙә генә күҙәтелгән ипле, итәғәтле мөнәсәбәт, әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылыҡ барлығы һиҙелә. Әле ике йәше лә тулмаған ҡыҙҙары Әмилә лә үҙҙәре менән. Улдары Роберт быйыл мәктәпкә барған.

“Шулай ҡапыл ғына ғаиләле булып киткәс, күп тә үтмәҫтән улыбыҙ донъяға яралғас, бер аҙ шаңҡып ҡалдым. Әлбиттә, был ҙур бәхет ине. Әммә мин бит башта карьера яһармын, һуңынан ғына тормошҡа сығып, балалар табырмын, тип уйлай инем. Шулай ҙа Аллаһы Тәғәлә башҡасараҡ хәл иткән. Инде икенсегә әсәй булғас, мин ҡатын-ҡыҙ асылын нығыраҡ аңланым, әсәлек тойғоһон тәрәнерәк кисерә башланым, сабыйҙарымды һөйөп туя алмаҫ халәткә еттем. Ғаиләм тәүге планға сыҡты”, – тип үҙе балаһын имеҙә актриса, үҙе бәхет тулы күҙҙәре менән иренә ҡарай (әйткәндәй, ошонан да матурыраҡ һөйөү йыры булыуы мөмкинме һуң?!).

“Балалар тыуғас ҡына тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ белә, йәшәүҙең мәғәнәһен тәрәнерәк аңлай башлайһың. Сөнки ошо мөһим ваҡиғаға тиклем кеше ни өсөн йәшәгәнен аңламай ҙа тиерлек, ҡайҙалыр саба, эштәге ығы-зығы менән көн күрә, ә инде атай-әсәй булғас, ундағы проблемалар ни тиклем бәләкәй икәнлеген аңлайһың. Иң мөһиме, сабыйҙарың иҫән-һау булһын. Бына шулай, ҡиммәттәр үҙгәрә. Ниндәй генә эшкә тотонһаң да, уны ғаиләңдең киләсәге өсөн башҡарыуыңды аңлайһың”, – тип Руслан да Зиләрәнең һүҙҙәрен ҡеүәтләне.

Өйләнешкәс тә кәләшен Өфөгә алып китергә ниәтләһә лә, былай итеү дөрөҫ булмаҫ, тигән фекергә килә йәш режиссер. Ошо театр өсөн махсус курс тамамлаған ҡыҙ бында бер аҙ эшләргә, тәжрибә тупларға тейештер, тип уйлай аҡыллы егет. Уның ҡарауы, үҙе етәкселеккә театр базаһында юморға ҡоролған киножурнал төшөрөргә теләүен белдерә. Әлбиттә, был башланғысты ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр. Һәм уны телевизион проекттар режиссеры итеп эшкә алалар. “Миндә шундай ҡараш, – ти Руслан, – әгәр ҙә актер ошо һөнәрҙе һайлаған икән, тамашасы уны белергә бурыслы. Телевидение тапшырыуҙары йәки кино сәнғәте ашамы – актерҙы таныуҙары мөһим. Етәкселек, бөгөнгө заманда, бигерәк тә телевидение һәм Интернет тамашасыны театрҙан тартып алғанда, актерҙарҙы популярлаштырыу идеяһын дөрөҫ аңланы. Һөҙөмтәлә “Күңелле йәшәйбеҙ” тип исемләнгән юморға, ҡыҫҡа ғына сюжетҡа ҡоролған кадрҙар төшөрә башланыҡ. Был эш үҙ емешен бирҙе. Хәҙер беҙҙең актерҙарҙы һәммәһе лә таный. Гастролдәргә йөрөгәндә шаҡ ҡатам, актер сәхнәгә сығып бер һүҙ әйтергә лә өлгөрмәй, уны алҡыштарға күмәләр. Бындай хәлде Мәскәү театрҙарында ғына күрергә мөмкин: кино йондоҙо сәхнәгә сыҡҡас бер биш минут самаһы ҡул сабыуҙар яңғырай, һуңынан ғына актер уйынға тотона. Һәм был күренеш беҙҙә лә күҙәтелә башланы. Быныһы инде баһалап бөткөһөҙ ҡаҙаныш. Беҙҙең актерҙар шул тиклем оҫтарҙы, улар хәҙер камеранан бөтөнләй ҡурҡмай, уны күрмәйҙәр ҙә тиерлек. Тәүлектең ниндәй мәлендә төшөрәм тиһәң дә әҙерҙәр”.

Ысынлап та, һөйгәненең тормошона ғына түгел, тотош театрҙың йәшәйешенә “яңы һулыш” алып килә Руслан. Стәрлетамаҡ театры актерҙарының тамашасы менән бәйләнеше нығына. “Күңелле йәшәйбеҙ” проектынан тыш, “Бәхет ҡошо”, “Сируси” сериалдарында төшөү уларҙы тағы ла нығыраҡ илһамландыра. Актерҙарҙың барыһы ла, һөҙөмтә барлығын аңлаптыр инде, үҙҙәре үк, ҡасан яңы әйбер төшөрә башлайбыҙ, тип һорай. Әлеге мәлдә улар “Сируси” сериалының дауамын төшөрөргә әҙер. Тик билдәле бер сәбәптәр арҡаһында эш әлегә тотҡарланып тора. Әлбиттә, режиссерҙың эше былар менә генә сикләнмәй. Уның Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан башлыса Стәрлетамаҡ театры артистары ҡатнашлығында төшөрөлгән “Өс хат” тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильмының хәҙер халыҡ-ара кинофестивалдәрҙән ҡайтып инмәүенә, төрлө номинацияларҙа еңеүҙәр яулауына ла шаһитбыҙ.

“Бына өс көн элек кенә Мәскәүҙә фестивалдә булып ҡайттым. Мәскәүҙең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан “Октябрь” кинотеатры… Яңы Арбат... Ҡалалағы, хәйер, Рәсәйҙәге төп кинотеатр… Шығырым тулы зал… Тамашасы күҙ йәштәре аша мөкиббән бирелеп фильм ҡарай. Ә кино башҡорт телендә. Субтитрҙар ғына русса. Экранда башҡорт телмәре яңғырай, милли калорит, халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше сағыла. Был бик ҡиммәт нәмә, минеңсә. Һәм беҙ ошо кимәлде тоторға тейеш тә…”

“Өс хат” фильмы хаҡында ошоларҙы бәйән итте режиссер. Ысынлап та, был фильм миллиондан ашыу бюджетлы башҡа фильмдар менән берлектә халыҡ-ара фестивалдәргә һайланып алына, төрлө номинацияларҙа билдәләнә, дипломдар, махсус приздар яулай. Ә бит уны төшөрөүгә бүленгән аҡсаның күләме 200 меңгә лә етмәй. Тик, уйлап ҡараһаң, был да баһалап бөткөһөҙ ярҙам. Һуңғы йылдарҙа кино төшөрөү өсөн хөкүмәт тарафынан гранттар бүленеүе һөҙөмтәһеҙ ҡалмай бит. Республикала кино төшөрөү идеяһы менән яныусылар артҡандан-арта. Үҙенсәлекле уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырға теләгән талантлы йәштәр күп хәҙер. “Артабан да ошо йүнәлештә эш дауам итһә, башҡорт киноһы, ниһайәт, билдәле бер кимәлгә сыға аласаҡ. Ә инде гранттар мәсьәләһе туҡтап ҡалһа, барыһын да ҡайтанан башларға тура киләсәк”, – тип фекерләй режиссер.

“Өс хат”тың уңышы ижади төркөмдө илһамландырып ҡына ҡалмай, улар үҙҙәренең ҙурыраҡ әйбер килтереп сығара алырына ышана. Ошо уҡ теманы дауам итеп, Зәйнәб Биишеваның “Көнһылыу” повесы буйынса тулы метражлы фильм төшөрөү идеяһы менән яна бөгөн режиссер. Тик бының өсөн әлеге лә бағы шул хөкүмәт грантының бирелеүе фарыз. “Беҙ был фильмды тейешле кимәлдә төшөрөргә әҙер. Актерҙар ҙа, сценарий авторы ла, композитор ҙа бар. Аҡса яғы самалыраҡ булыу сәбәпле, “Өс хат”та еренә еткерә алмаған ҡайһы бер ниәттәрҙе ошонда тормошҡа ашырып ҡуйырға тигән уй бар”, – ти ул.

“Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен ҡайтанан уҡыйым да хайран ҡалам. Ни өсөн быға тиклем уның әҫәрҙәре буйынса фильм төшөрөлмәгән?!” – тип хәләлен илһамланып тыңлап ултырған Зиләрә лә һүҙгә ҡушыла. “Был идея осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килмәне. Һуңғы йылдарҙағы һуғыш йылдарын йәки башҡа берәй ваҡиғаны сағылдырған фильмдарҙы ҡарайһың да, унда дрөҫлөктөң булмауына инанаһың. Барыһы ла индәйҙер махсус эффектар менән тултырылған блокбастерҙар күрһәтеүгә ҡоролған. Һөҙөмтәлә беҙҙең ата-бабалар килтергән, улар кисергән еңеүҙең мөһимлеге юғала. Бигерәк тә бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы, тылдағылар тормошо тураһында уйҙырмаларға юл ҡуйылғанда, фильмдар ысынбарлыҡҡа тап килмәгәндә, үҙебеҙҙең авторҙарҙың ижадына мөрәжәғәт итеү мөһимдер. Сөнки уларҙа хәҡиҡәт, ысын кеше образы, ысын кисерештәр бар. Зәйнәб Биишеваның “Көнһылыу” повесы буйынса фильм төшөрөүгә өлгәшһәк, был етди бер ҡаҙанышыбыҙ була алыр ине. Ҡабатлап әйтәм, беҙҙең ижади төркөм быға тулыһынса әҙер”, – тип һүҙен дауам итте ныҡышмал холоҡло Руслан Юлтаев.

Режиссерҙың һүҙҙәрен тыңлап ултырам да уның тәүәккәллегенә тағы ла бер тапҡыр һоҡланып ҡуям. Инде, ниһайәт, “Башҡортостанда фильм төшөрә белмәйҙәр, башҡорт киноһы бармы ни?!” – тип лаф ороусыларҙың ауыҙы ябылыр, ахыры.

Зиләрә лә иренә ихтирам ҡатыш һоҡланыу тулы күҙҙәре менән баға. Был ҡарашта ғорурланыу тойғоһо ла, һөйгәненең яулаясаҡ үрҙәренә ышаныс та, илаһи бер матурлыҡ та, сихри бер моң да бар төҫлө. Ошондай илһамландырыусыһы, йәғни, ижадсылар теле менән әйткәндә, “музаһы” барында, ир-уҙаман һыната буламы?!



Читайте нас: