Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
9 Ноябрь 2018, 16:13

Фирғәт Ғарипов: Театр – һаҙлыҡ ул, яҡшы мәғәнәлә (№1, 2010)

Бөгөнгө әңгәмәмде заманыбыҙ арыҫланы йәш артист Фирғәт Ғарипов менән ҡорҙом.

Белешмә:

Тулы исеме: Ғарипов Фирғәт Рәмил улы

Тыуған көнө: 2 февраль, 1984 йыл.

Тыуған ере: Белорет районы, Сермән ауылы

Белеме: Өфө Дәүләт сәнғәт академияһы, театр факультеты, 2004 йыл

Эше: М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы.

Ғаилә хәле: өйләнгән, ҡатыны Ләйсән менән Сармат исемле 3 йәшлек ул үҫтерәләр.

Үткән йыл Башҡортостанда халҡыбыҙҙың атаҡлы улы, бөйөк артист Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы күп кенә саралар уҙҙы. М. Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында А. Мөбәрәковтың тормошо һәм ижад юлына бағышланған театрлаштырылған кисә бер нисә тапҡыр ҡабатлап күрһәтелде. Төп ролде башҡарған егет – Фирғәт Ғариповты тамашасы Арыҫлан Мөбәрәковтың йәш сағы менән сағыштырҙы: төҫкә-башҡа ла оҡшап тора, тауышы ла Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улыныҡына ауаздаш. Бөгөнгө әңгәмәмде заманыбыҙ арыҫланы йәш артист Фирғәт Ғарипов менән ҡорҙом.


- Фирғәт, үҙеңде А. Мөбәрәков менән сағыштырыуҙарына нисек ҡарайһың? Ғорурлыҡ хисе тыуамы?


Әммә бөйөк актерҙың ауылдашы булыуым менән, уның 100 йыллығына арналған сарала Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был ролде тап миңә ышанып тапшырыуы менән ифрат ғорурланам. Бәлки, Гөлли апай ҙа, ниндәйҙер оҡшаш һыҙаттар табып, мине һайлағандыр һәм мин уның ышанысын аҡларға, һүҙҙәре, иҫтәлектәре буйынса Арыҫлан Мөбәрәковтың образын мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа яҡынайтып һынландырырға тырыштым.

- Ғорурлыҡ хисе тыуҙырған әйберҙәр теҙмәһе бының менән генә бөтмәйҙер бит?

- Юҡ, әлбиттә. БАДТ артисы булыуым менән сикһеҙ ғорурмын. Институтты тамамлағас, республикабыҙҙың төп театрына эшкә саҡырылыуыма ифрат шатмын. Бында миңә барыһы ла оҡшай: коллектив, театрҙың атмосфераһы, еҫе… Эйе-эйе, театрыбыҙҙың еҫе лә оҡшай миңә. Эшкә байрамға ашыҡҡан төҫлө йүгерә-атлай килеп инәм. Ғүмеремдең күпселек ваҡыты ошонда үтә …

Тағы ла улым Сарматтың атаһы булыуым менән ғорурланам.

- Шундай ят та, матур ҙа исем – Сармат. Исемде кем һайланы?

- Үҙем һайланым. Улыма исем ҡушыу тарихына ла театр сәбәпсе. Ҡатыным йөклө ваҡытта “Урал батыр” (башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса Ғ. Шафиҡов эшкәртеүендә, реж. Р. Хәкимов) спектаклен сәхнәләштерә инек. Ошо эпосҡа бәйле күп кенә тарихи китаптар уҡып сыҡтым. Ҡоштар батшаһы Самрауҙың исеме оҡшап ҡалды. Шулай бер саҡ ҡулыма Сармат боландары тураһында китап килеп эләкте. Боронғо сармат ҡәбиләләренең тарихын ҡыҙыҡһынып уҡыным. Күптәр ҡаршы булды, был исемде ҡуштырыуыма әммә мин үҙ һүҙемдә торҙом. Сармат Фирғәт улы – яңғырай бит!

- Улың үҫеп килә, уға ҡарап үҙеңдең дә бәләкәй сағыңды йыш ҡына иҫкә алаһыңдыр. Ниндәй ине малай сағында Фирғәт Ғарипов?

- Бик шуҡ, тиктормаҫ инем, атайым мине һәр саҡ “лығырҙаҡ, тел биҫтәһе” тип йөрөттө. Урамда малайҙар араһында башлап йөрөүсе, теләһә нимә уйлап сығарыусы мин булдым. Бер саҡ шулай уйындан уймаҡ сыҡты, усаҡ яғып шаярғанда өр-яңы бураны яндырҙыҡ. Мискә эсенә инеп, кәрбит шартлата инек, нисек үҙебеҙ шартламағанбыҙ, Аллам һаҡлаһын.

Тағы ла бәләкәйҙән хыялға бирелеүсе, романтик булдым. Күп уҡыйым мин. Бәләкәй саҡта төрлө тылсымлы әкиәттәр менән танышам да, уларҙы ысынбарлыҡта дауам итәм. Бер заман рыцарь булыу теләге тыуҙы. Атайым ағастан ҡылыс, ҡалҡан эшләп бирҙе, ә әсәйем (ул - рәссам, мәктәптә рәсем, һыҙма дәрестәре уҡыта), орнаменттар төшөрөп уларҙы матур итеп биҙәне, тағы ла ҡағыҙҙан шлем яһаны, уны шулай уҡ семәрләне. Күршебеҙҙең башҡорт тоҡомло бәләкәй генә аты була торғайны, шуны һорап алам да, обмундированиемды кейеп, сығып китәм һыбай урам буйлап, сәғәттәр буйы йөрөй инем. Шул саҡта миңә “рыцарь” ҡушаматы тағылып ҡалды. Әле һаман ауылға ҡайтһам, рыцарь ҡайтҡан, тип көләләр.

Бәләкәйҙән ике донъяла параллель рәүештә йәшәйем: фани донъямда һәм үҙем уйлап сығарған әкиәти донъяла. Һуңғыһында рәхәт, әллә күпме хыялға бирелергә була. Унда мин ҡеүәтле. Тик олоғайған һайын фани донъяға йышыраҡ ҡайтырға тура килә, ғаиләм бар, улым, улар тураһында хәстәрлек ерҙә булыуҙы талап итә.

Уҡыған китаптарым да әкиәт, фантастика. Бына бит… (өҫтәлдә ятҡан Толкиндың “Властелин колец” китабын күрһәтә). Ә етди китаптар ҡыҙыҡ түгел миңә… Улай тиһәм дә… эшем талап иткәндә, уҡыйым, уларҙың да ҡыҙығын табам.

- Әҙәбиәт дәресен яратмағанһыңдыр инде…

- Киреһенсә, мәктәптә иң яратҡан дәрестәрем рәсем, хеҙмәт һәм урыҫ әҙәбиәте булды. Әсәйемә тартҡанмындыр, ярайһы ғына һәйбәт һүрәт төшөрәм мин. Ҡатынымды ла әсәйемә оҡшатып, рәссамдан һайланым (көлә). Бәләкәйҙән төрлө ваҡ-төйәк нәмәләр эшләргә яратам. Әле лә ваҡыт булғанда фантазияларыма ирек бирәм. Бына был батша һарайын майонез, попкорн һауыттарынан, пластилин, буяу һәм сәтләүектәр ярҙамында эшләнем (кәштәлә урынлашҡан әллә нисә корпустан торған һарайҙы күрһәтә - матур килеп сыҡҡан). Ҡул эштәремдең барыһы ла әкиәти донъямдан, уҡыған китаптарымдан алынған. Ғөмүмән, ваҡ-төйәк әйбер яратам. Иң яратҡан магазиным да “100 ваҡ-төйәк”, ысын. Төрлө брелок, сувенир, бәләкәй уйынсыҡтар булһынмы… Уларҙы миңә яҡындарым йыш ҡына бүләк итә, үҙем дә бүләккә тап шундай әйберҙәр һайлайым. Тағы ла сәскәләр яратам. Бүләк итергә һәм алырға ла. Тамашасы сәскә бүләк итһә, нишләптер бик ҡоро ғына рәхмәт әйтеп ҡалам, ә эстән ныҡ шатланам. Хисле кеше булһам да, тойғоларымды күрһәтергә был осраҡта тартынаммы икән? Ә бына был гөлдө сүплектән табып алып ултырттым (кәштә өҫтөндәге гөлдө күрһәтә). Йәлләнем. Ҡатыным Ләйсән мине: “Сәскәләр ярата бит ул әхирәтем”, - тип шаярта. Бик сентименталь кешемен шул. Кино ҡарағанда ла илап ебәрә алам. Бөтөнләй ситкә тайпылдым, шикелле. Ә тап әҙәбиәт дәресенә һөйөүем киләсәгемде хәл итте лә инде. Шиғыр, проза уҡырға яраттым. Урта синыфтарҙа тасуири уҡыусылар конкурсында миңә Земфира Самат ҡыҙы Алдағолова исемле уҡытыусы иғтибар итеп, дәрестәрҙән һуң ҡалып, шиғыр уҡыу серҙәренә төшөндөрөр ине, район конкурстарына әҙерләүсе лә ул булды. Мәктәпте тамамлағас, театрал булырға тап Земфира Самат ҡыҙы тәҡдим итте, сикһеҙ рәхмәтлемен уға.

- Белеүемсә, институтты 3 йылда тамамлағанһың. Нисек килеп сыҡты?

- Мин мәктәптә русса уҡыным, күберәк русса аралашырға тура килде. Шуға, уйлап та тормаҫтан, институтҡа рус бүлегенә М. И. Робинович төркөмөнә имтихандар тапшырҙым. Тик һуңғы этапта, “Тышҡы ҡиәфәтең менән рус бүлегенә тартмайһығыҙ”, - тип сығарып ебәрҙеләр. “Былай булғас, аграр университетҡа барам инде”, – тип уйлайым. Эйе, икенсе теләгем ветеринар булыу ине. Хайуандарҙы бик яратам мин, мал врачына уҡыйым да, ҡалала йәшәһәм – бесәй-эттәр, ауылда йәшәһәм – һыйыр-аттарҙы дауалаясаҡмын тип планлаштыра инем.

- Ә беләһеңме, Өфөлә өйһөҙ хайуандар өсөн приют асырға уйлайҙар, бина бүлгәндәр, ти …

- Юҡ, мин беҙҙең халыҡты аңламайым (Фирғәттең кәйефе үҙгәреп китте). Ниндәй приют ти ул! Илебеҙҙә күпме ауырыуҙар, етем балалар, ә улар етем эт-бесәйҙәрҙе ҡарай, имеш! Хайуандарҙы ни тиклем генә яратһам да, бындай хәлде ахмаҡлыҡ тип иҫәпләйем. Ауылда ат булһынмы, һыйырмы, имгәнһә, приютҡа түгел, ә тура ит комбинатына оҙаталар. (Ҡайһылай хаҡ һүҙҙәр! Тик әңгәмәбеҙ бөтөнләй башҡа өлкәгә күскәс, миңә әҙерәк уңайһыҙ ине, нисек кире төп темаға ҡайтырға, тип баш ваттым).

- Ә аграр университетҡа барып етмәнеңме ни? (Фирғәт айнығандай булып китте).

- Юҡ, сығып барғанда мине Таңсулпан Бабичева туҡтатты. Тура II курсҡа, башҡорт курсына уҡырға килергә тәҡдим итте. Тик миңә тәүге семестрҙа уҡ I курс өсөн имтихандарҙы тапшырырға кәрәк ине. Тураһын әйтәм – ҡыйын булды, ғөмүмән, студент йылдары ауыр үтте минең өсөн, шуға уларҙы иҫләргә лә яратмайым. Таңсулпан Даһи ҡыҙы һәм тағы бер остазым Римма Тәлғәт ҡыҙы Харисоваларҙың минең артист булып формалашыуымда уйнаған ролдәре әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Римма Тәлғәт ҡыҙы һәр саҡ: “Һин күҙле бүкәндән барыбер артист эшләйәсәкмен” – ти торғайны. Бөгөн актер булып эшләп йөрөйөм икән, тимәк, был уҡытыусымдың да эш һөҙөмтәһе. Рәхмәт уларға.

Башҡа урында эшләү театрҙан айырасаҡ, ә был минең өсөн мөмкин булмаҫлыҡ хәл. Тағы тамашасының күҙҙәрен, уның нисек ҡабул итеүен күреү ҙә бик мөһим, ә радио тыңлаусыны ишетеп кенә була шул. Театрҙы һаҙлыҡ менән сағыштыралар, һәйбәт мәғәнәлә. Бында килеп эләкһәң – батаһың, тиҙәр. Ысынлап та шулайҙыр ул. Театрҙан китһәм дә, барыбер кире әйләнеп ҡайтыр инем. Оҡшай миңә эшем, туҡтауһыҙ ижади процесс бара, бер ниндәй торғонлоҡ, бер төрлөлөк юҡ. Артист булыуыма ҡыуанам.

- Ә шулай ҙа артист та, ветврач та булмаһаң, кем булыр инең икән?

- Белмәйем, әммә барыбер халыҡ менән, ижтимағи эштә эшләр инем. Бәлки, балалар менән. Эйе, улар менән эшләргә ныҡ яратам. Ҡанымда бар, ахыры, балаларға һөйөү: әсәйем Айгөл Иҡсан ҡыҙы - уҡытыусы, атайым Рәмил Рафаэль улы балалар йортонда эшләй, ҡустым Айтуған балалар табибы булырға йыйына, БДМУ-ла уҡый. Эйе, моғайын, балалар өсөн байрамдар ойоштороусы булыр инем.

- Бына мин һинең менән һөйләшеп ултырам, мөмкинлек булһа, һин кемдән интервью алыр инең?

- Рәми Ғариповтан. 5 минут ҡына булһа ла аралашырға теләр инем. Яҙмышы ауыр булған уның. Бөйөк шәхес.

(Хәҙер инде миндә лә ғорурлыҡ хисе уянды. Р. Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыуымды, 3 йыл буйы уның класс-музейында бөйөк шағирҙың портретына ҡарап ултырыуымды, был музейҙа хатта экскурсовод булырға тура килеүен, Рәми Йәғәфәр улының биографияһынан ҡыҙыҡлы факттар, уның ҡатыны, хәҙер инде мәрхүмә, Надежда Васильевнаны, ҡыҙы Гөлнара Рәми ҡыҙын яҡындан белеүемде, һәм тағы әллә нәмәләр һөйләп ташланым. Күп һөйләйем мин.Тағы реаллеккә әйләнеп ҡайтабыҙ).

- Берәй компанияның “йөҙө” булырға теләр инеңме?

- Юҡ. Ә нимәгә кәрәк ул? Белгән кеше былай ҙа белә, белмәһәләр – танытырбыҙ (көлә).

- Ә кешелә ниндәй сифаттарҙы ихтирам итәһең? Ҡайһыларын яратмайһың?

- Кешенең асыҡ һәм ябайҙарын үҙ итәм. Бәйләнсектәрен яратмайым.

- Ә үҙеңә ниндәй ҡылыҡһырлама бирер инең?

- Бигерәк хәтерһеҙ һәм иғтибарһыҙмын, “Маша-растеряша” – ул минең турала. Ошоға бәйле төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә тарып тик йөрөйөм: Мәскәүҙә дипломды юғалтып, яңылыш ҡына кире табып алдым; гастролдәргә китергә тип тимер юл вокзалына паспортһыҙ килдем бер мәл, ярай поезды тотҡарланылар, такси менән кире ҡайтып килеп өлгөрҙөм; Санкт-Петербург ҡалаһында һабантуй ваҡытында концертҡа костюмһыҙ килгәнмен, ярай әле шул ваҡытта Рөстәм Ғиззәтуллин һәм уның аҡ сәхнә костюмы эргәлә булып сыҡты. Рөстәм ағайҙың хәлемә инеүе арҡаһында ғына байрамды матур итеп үткәреп ебәрҙек. Ә костюмдың миңә ҙур икәнен һиҙмәнеләр ҙә шикелле! Кәйефем үҙгәреүсән минең. Һәр саҡ һәр нәмәгә ҡарата үҙемдең фекерем бар, был турала кемдең нимә уйлауы күп ваҡыт минең өсөн мөһим түгел.

Йыш ҡына үҙем теләмәҫтән кешене үпкәләтеп ҡуям, әммә үҙ хатамды аңлап, ысын күңелдән ғәфү үтенә беләм.

Интуитив рәүештә кешенең кем икәнлеген айыра беләм, быға тиклем һирәк яңылышылды.

Маҡтанырға яратмайым. Әлегә үҙемде бөйөк эш эшләгән кеүек хис итмәйем.

- Һуңғы традицион һорау. Журнал уҡыусы йәштәштәргә ниндәй теләктәрең булыр?

- Үҙ-үҙегеҙҙән көлә белегеҙ – был көслөләрҙең сифаты.

- Ҡыҙыҡлы әңгәмә бүләк иткәнең өсөн рәхмәт, Фирғәт. Яңы матур ролдәр, ғаилә бәхете теләйем һиңә!

Фирғәт Ғариповтың гримм бүлмәһендә ҡунаҡта Ләлә АҠСУРИНА булды.
Читайте нас: