Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
9 Ноябрь 2018, 20:02

Тау башында ултырып ҡояш байыуын күҙәтеүсе, йәки Инсан ижадына бер ҡараш (№7, 2012)

Беҙ, йәштәр, бигерәк тә үҫмерҙәр, мохтаж һинең ижадыңа, Инсан. Йәшерен-батырын түгел, Башҡортостан сәхнәләрендә «иһа-һай ҙа сөк-сөкәй»ҙәр бигерәк күбәйеп китте. Ә һинең йырҙар – тыңлау өсөн. «Шоу-бизнес» йырың менән үҙең дә был ипһеҙ теманы урап үтә алманың. Арабыҙҙа аңһыҙҙар, бары тик «ҡулланыусы»лар ғына ҡалмаған. «Баһалаусы»лар бар.

Иҫ киткес тәьҫирле, уйландырғыс, мәғәнәле йырҙарҙы тыңлап, йотоп, тойоп, «эшкәртеп» алғандан һуң диңгеҙ тулҡынындай ҡупҡан, вулкан утындай ялмаған тәьҫораттарымды авторҙың үҙенә еткермәйенсә булдыра алманым. Бына хатта ошо хәрефтәрҙе теркәй барғанда ла йөрәк ярһыуы баҫылмай, юҡ, киреһенсә, шул ыңғайы бары тик тағы ла тынғыһыҙ тойғолар менән мансылып, «йә, йә, тиҙ бул!..» тигән төҫлө. Алдан уҡ белгертеп ҡуям, Инсан: йылмая йөрәк, йылмая! Быны мин тулы инаныу менән әйтәм.

Мәле менән мәрәкәләп, мәле менән һүҙҙәр уйнатып, мәле менән, һаман элеккесә, бик ҡаты итеп (ижади үҫеш барлығын раҫлап, был юлы бик ныҡ, бик ныҡ ҡаты итеп) әйтеп, мәле менән лирикаға бирелеп, мәле менән яҙҙың һулышына ҡыуанған сәскәләй иркә һәм наҙға ҡойоноп ҡуя Инсан. Ул тәбиғәтте, донъяның һәм тормош мәғәнәһен етерлек кимәлдә (һәр хәлдә, беҙҙән күберәк) өйрәнгән. Һәр кемдең үҙ асылы, тип ҡаршы килеүселәр табылыр, моғайын. Мин уны инҡар итмәйем. Һәр кем донъяны үҙенсә таный, ләкин беҙ бөтәбеҙ «яҡты донъя» тип аталған бер йортта йәшәйбеҙ, тимәк, һәммәбеҙ өсөн бер ни тиклем хаҡлыҡ һәм хәҡиҡәт булырға тейеш. Камиллашҡан ижадсы булараҡ, Инсан үҙ-үҙе менән бәхәскә инергә лә тартынмай. Быны ул шул тиклем оҫта башҡара, хатта тыңлаусы, ысынлап та, ике төрлө кеше үҙ-ара һөйләшеү ҡоралыр тип алдана. Outro-ла шуны ишеттек беҙ. Үҙем дә ижади кеше булараҡ, мин бында Инсан менән дә, Илнур менән дә бәхәскә инеп, бер шигемде белдереп киткем килә. Бер яҙыша башлағас, ижадтың бар тәмен, ғазабын, оһолон татығас, туҡтай алырһыңмы шулай ҡапыл? Һинең кеүек ысын ижадсы бындай аҙымға бара ла алмайҙыр, тип уйлайым. Юғиһә, асылыңа хыянат итеү тип ҡабул итәм мин быны. Хоҙай кешегә һәләт, тулы талант биргән икән, уның емешен башҡалар татырға тейеш. Осланған ҡәләмеңде һындырып ташлап булмайҙыр. Тураһын әйтәм: беҙ, йәштәр, бигерәк тә үҫмерҙәр, мохтаж һинең ижадыңа, Инсан. Йәшерен-батырын түгел, Башҡортостан сәхнәләрендә «иһа-һай ҙа сөк-сөкәй»ҙәр бигерәк күбәйеп китте. Ә һинең йырҙар – тыңлау өсөн. «Шоу-бизнес» йырың менән үҙең дә был ипһеҙ теманы урап үтә алманың. Арабыҙҙа аңһыҙҙар, бары тик «ҡулланыусы»лар ғына ҡалмаған. «Баһалаусы»лар бар. Борон йыйындарҙа дөрөҫ һүҙгә сарсаған халыҡ алдында сәсәндәр сығыш яһаған. Дәүерҙәр алмашынғанда аралашыу формалары ла үҙгәреш кисергән. Бөгөнгө тынғыһыҙ заманда ла йүнәлеш биреүселәр булырға тейеш. Күптән инде беҙ һине шуларҙың береһе итеп алғанбыҙ. Тимәк, ижадтан туҡтарға хаҡың да юҡ!

Инсанды бала сағымдан беләм. Әле лә бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Ул минең ижадыма ла йоғонто яһаны. Үҙе тураһында һөйләгән йырҙарында Инсан, юҡ, мин-минлек менән ауырымай. Уның һис тә, һис ҡасан да танау сөйгәне юҡ, булмаясаҡ та! Үҙен тәҡрарлау аша башҡаларға тормош, ғүмер интерпретацияларын биреүсегә оло оҫталыҡ та, яуаплылыҡ та талап ителә. Алда әйтеп үтелгән ауырыуға тарымау өсөн башҡаларҙы ихтирамлау фарыз. Үҙеңде өлгө итеп ҡуйыу өсөн батырлыҡ та кәрәк бит әле. Һәм «Инеш һүҙ», «Хәтирәләр», «Һин», «Һуңғы туҡталыш» йырҙары өсөн Инсанды беҙ бер нәмәлә лә ғәйепләй алмайбыҙ.

Тормоштоң әсе дөрөҫлөгөн, донъяның етешһеҙлектәрен, кәмселектәрен асып биргән «Күргәҙмә», «Батырҙар», «Йөрәк йылмайыуы» йырҙарын тыңлағандан һуң тыуған уйҙар хаҡында ла әйтеп үтәйем: камиллыҡтан, ай-һай, беҙ әле йыраҡбыҙ. Һары төҫ (матбуғат, телевидение хаҡында һүҙ бара) алдынғылыҡ алып барған хәүефле заманда йәшәйбеҙ. Әхлаҡ төшөнсәһе, хис-тойғолар байлығы хаҡында һүҙ йөрөтәләр, ә шул уҡ ваҡытта ошо байлыҡтарҙы кире рәүештә пропагандалайҙар. «Белемле булыу мөһим түгел, аңлы булыу мөһимерәк» тигән афористик һүҙҙәрҙе үҙебеҙгә маяҡ итеп алабыҙ. Инсандың ижады «Көтөүселәр» ҡотҡоһона бирелмәҫкә булышлыҡ итә. Инсан-тәнҡитсе баштан уҡ дөрөҫлөктө, кешелеклелекте юлдашы итеп алды. Үҙе әйтмешләй, «көслө, дөрөҫ, тура йырҙар»ы менән уйландыра, дөрөҫ йәшәргә саҡыра ул. Башҡаларға нисектер, ләкин мин уның йырҙарын тыңлаған һайын тормошто яңыса асам, яңыса аңлайым.

Инсан-лирик мөхәббәттең киң итеп йәйеп ебәрерлек гармония ҡанаттары менән еңел осошта. Уның йырҙарында тәбиғәт тауыштары ишетелгәндәй. Инсан һәр күренешкә үҙе кеүек һоҡланырға, тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға саҡыра. Инсан һөйөүе – эскерһеҙ, таҙа, сафтан-саф һөйөү. Бала һөйөүе. Ә бала булып ҡалыу, минеңсә, үҙе бер ҡаҙаныш. «Ямғыр» тигән йырында Инсандың ошо һыҙаты асыла. Ә бына «Йөрәк йылмайыуы»нда ул: «Тау башында ултырып, ҡояш батыуын күҙәтәм…» – ти. Иҫ киткес! Һин, Инсан, ысынлап та, тау башында ултыраһың һәм тәбиғәткә һоҡланһаң, кешелек донъяһын күреп, уфтанып, асырғанып ҡуяһың. Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ һығымталар яһап, уларҙы беҙгә лә еткерәһең.

Инсандың ижады өсөн хас булған бер һыҙатты билдәләп үтеү кәрәк. Ул әлбиттә, донъяға ыңғай ҡараш, гелән яҡшыға өмөт итеү, изгелек, дөрөҫлөк һәм яҡшылыҡ еңеп сығыуға ышаныс, бер һүҙ менән әйткәндә – позитив! Ысынлап та, кеше һәр саҡ нимәгәлер һәр саҡ ышанып йәшәргә тейеш. Инсандың йырҙары бер ҡасан да төшөнкө нотала тамамланмай. Улар бары тик уйланырға саҡыра. Ижадсының төп бурысы – шул.

Инсандың ижад юлын алып ҡараһаҡ, тәүге альбомында ул – интернационалист (күбеһенсә донъяуи мәсьәләләр күтәрә, дөйөм төшөнсәләр хаҡында яҙа, масштаблы уйҙарға ынтыла – был мәлдә ул студент), икенсе альбомында ул – суфый (исламға саҡырыу, тормошҡа дин аша ҡарау өҫтөнлөк итә – үҙ донъяһын ҡорған мәлендә), ә бына «Һуңғы туҡталышта» ул ватансылыҡ тойғоһо менән яна. Йылдар үтеү менән бындай тойғолар киләлер. «Батырҙар», «Хип-хоп», «Күргәҙмә» «Бүреләр» йырҙары менән Инсан алдыбыҙға ысын ир-ат булып баҫа. Шуныһы әсендерә – уны киң аудитория ишетмәй бит! Йырҙары радио аша яңғырамай тиерлек…

Ниндәй быуын вәкилдәрен алып ҡараһаң да, үҙҙәре йыр яҙғандарҙың теле аҡһай. Һәр юл һайын хата! Стиль яғынан да, хатта дөрөҫ әйтелеш яғынан да… Әллә нимәсә уйлап, башҡортса яҙған кеүек. Миҫал өсөн Алаҡандың (хәҙер үҙе күренмәһә лә) бер йырынан ғына: «Кейенеп торҙом…» Ғәҙәти кеше, ғәҙәттә, тора, шунан кейенә. Бына шундай… Һанап китһәң, ундайҙар хәтһеҙ. Ә Инсандың һүҙҙәре камил. Метафора, эпитет, йәнләндереү кеүек троптарҙы ла онотмай ул, бик оҫта һәм урынлы ҡуллана.

Ә Инсандың барлыҡ йырҙарын үҙе әҙерләп биреүе (һүҙҙәрен яҙа, көйөн ижад итә, аранжировка эшләй, яҙҙыра, альбомдың дизайнын әҙерләй, һ. б.) үҙе бер бөйөклөк.

Афарин, Инсан! Һәм рәхмәт! Барыһы өсөн. Үҫешкәндән-үҫешәһең, тимәк, артабан һине тағы ла ялҡынлыраҡ, көслөрәк ижад көтәлер.

Фәиз ХАРРАСОВ.
Читайте нас: