Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
24 Ғинуар 2019, 16:01

Саялығың һоҡлдандыра, ҡыпсаҡ ҡыҙы!

Әбйәлил районының Хәлил ауылы һылыуы, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Римма Амангилдина бөгөн үҙ уңышының сере, күңел түрендәге иң яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашмаҡсы…

Римма Амангилдина - халыҡ араһында танылыу яуларға өлгөргән сағыу тауышлы йырсыларҙың береһе. Уның башҡарыуындағы “Ҡыпсаҡ ҡыҙы”, “Түңәрәккәй күл”, “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Ниңә һуң?”, “Кисер”, “Уҙҙы йәшлек” һәм башҡа бихисап йырҙарҙы тамашасы айырыуса яратып ҡабул итә. Римманың ихласлығы, тәбиғилеге, эскерһеҙлеге һәр сығышында ярылып ята. Бынан тыш, уның ижады өсөн ниндәйҙер айырым бер энергетика хас. Ул башҡарған йырҙарҙы тыңлағандан, ижадсының сағыу төҫтәр менән байытылған, ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролған клиптарын ҡарағандан һуң, йәшәүгә дәрт өҫтәлгәндәй тойола.


Билдәле, ижади юғарылыҡ иң тәүге сиратта, тәбиғи һәләткә һәм эшһөйәрлеккә бәйле. Әбйәлил районының Хәлил ауылы һылыуы, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Римма Амангилдина бөгөн үҙ уңышының сере, күңел түрендәге иң яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашмаҡсы…

- Римма, талантлы йырсының тамашасы һәм башҡарыусы араһындағы күперҙе нығытыуға булышлыҡ иткән, күңелдә һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уятырҙай билдәле әҫәрҙәре була. Миңә ҡалһа, һинең репертуарыңдағы “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” йыры нәҡ шундай халыҡсан әйберҙәрҙең береһе. Ошо йырҙың тарихын һөйләп китһәң ине…

- Минең тамырҙарым ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына барып тоташа. Тарихтан билдәле булыуынса, ҡыпсаҡ ҡыҙҙары элек-электән ҡыйыулығы менән дан тотҡан. Ғәзиз тупрағын, илен ҡурсалап яуға сапҡан. Республикабыҙҙың данлыҡлы сәнғәт әһелдәрен туплаған рухлы “Далан” эстрада төркөмөндә эшләп йөрөгәнгәме, күңелдә ҡыпсаҡ ҡыҙҙарының саялығын, таҫыллығын сағылдырыуға ҡоролған йыр яҙҙырыу теләге уянды. Уның һүҙҙәрен яҡташым, талантлы шағирә Гөлназ Ҡотоева ижад итте. Төркөмөбөҙҙөң художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур ағай Туҡтағолов көйөн яҙҙы. Был әҫәрҙе бик яратып башҡарҙым. Шулай итеп, ижад емешебеҙ репертуарыбыҙға ерегеп, йәшәп китте. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, билдәле режиссер Рияз Исхаҡов менән кәңәшләшеп, әлеге йырға клип төшөрөргә булдыҡ. Рияз менән быға саҡлы ла хеҙмәттәшлек иткәнебеҙ бар ине. Ғөмүмән, миңә уның менән эшләүе бик оҡшай. Ул һәр ваҡыт яңы алымдар эҙләй, йырҙың йөкмәткеһен үҙенсәлекле итеп сағылдырыуға өлгәшә, йырсыны күп планлы итеп күрһәтә белә. Был юлы ла: “Ҡыпсаҡ ҡыҙҙарын атһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һыбай йөрөргә өйрәнергә тура киләсәк. Көҙ айҙарында төшөрһәк, уңышлыраҡ килеп сығыр”, - тине. Уның был тәҡдиме мине ҡанатландырҙы ғына. Сөнки атайым ғүмере буйына ат менән эшләне. Беҙ был аҡыллы хайуандарҙы яратып үҫтек. Һыбай йөрөй белә инем. Шулай ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килерлек булмаһын, тип улым менән көн дә тиерлек “Аҡбуҙат” ипподромына юл тоттоҡ. Ике ай самаһы шөғөлләнгәнбеҙҙер. Аттарға шул тиклем эҫендек. Ышаныслы ғына һыбай елдерә башлағас, түҙемһеҙлек менән көҙҙө көттөм. Ҡалтасы районына әлеге клипты төшөрөргә тип барғас, урындағы спорт клубынан баҫҡан урынында бейеп торған ап-аҡ төҫтәге йәш кенә тайҙы һайланыҡ. Әммә тренерҙары: “Бер ҡыҙҙы алып ташлағайны, умыртҡа бағанаһына зыян килде, зинһар һаҡ булығыҙ”, – тип иҫкәрткәйне, күңелемде хафа биләп алды. Эстән генә ҡурҡып йөрөһәм дә, борсолоуымды башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырыштым. Сөнки эште аҙағынаса еткермәйенсә, тыныс йоҡлай алмаясағымды беләм. Етмәһә, ул йылды ҡар ҙа иртә яуҙы. Тышта һалҡынса. Өҫтөмдәге кейемем дә, аяғымдағы ситектәрем дә йоп-йоҡа. Үҙем тымау тейҙергәнмен. Ныҡлап сирләп китмәйем тип, урындағы шәфҡәт туташынан укол һалдырып киләм.

Яҡтыкүлдә “Түңәрәккәй күл” йырына клип эшләгәндә лә ошондайырҡ хәл ҡабатланды. Уны йәйге йәмле көндәрҙә төшөрә башлағайныҡ. Әммә күл болғансыҡ булғанға күрә, һыу аҫтындағы яҙмалар тоноҡ килеп сыҡты. Рияз был юлы ла: “Бында көҙөн килергә кәрәк”, - тине. Шулай итеп, октябрь айында йәнә Яҡтыкүлгә юлландыҡ. Көн һыуыҡ. Күл тирәһендә әҙәм заты күренмәй. Эске ағзаларға һыу үтмәһен өсөн тәнгә ҡаҙ майы һөртөп күлгә сумдым. Аллаға шөкөр, ауырыманым. Хоҙай мине һаҡлағандыр тим, сөнки клиптың йәһәтерәк донъя күреүен теләй инем.

- Әле бына һин һөйләгәндәрҙе тыңлап ултырам да, Римма Амангилдина бынамын тигән спортсы ла була алыр ине, тип уйлап ҡуям.

- Ысынлап та, мәктәптә уҡыған йылдарҙа йүгереү һәм саңғыла йөрөү буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә торғайным. Шулай ҙа сәнғәткә нығыраҡ тартылдым. Һәм һис тә үкенмәйем. Сөнки йырһыҙ тормош юҡ миңә. Әлбиттә, ҡайһы өлкәне генә алма, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшер өсөн үҙеңде аямай тырышып эшләргә кәрәк. Аҙ ғына теҙгенеңде бушатһаң, сафтан сығыуың бар. Шуға ла аҙнаһына бер нисә тапҡыр концертмейстерҙарым - Өфө сәнғәт училищеһының вокал буйынса педагогы Рима Рушан ҡыҙы Садыҡова, үҙемдең йыр буйынса беренсе уҡытыусым, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһы профессоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Индира Әсәҙуллиналарҙан башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу буйынса махсус дәрестәр алам.

- Ҡәҙимге бер һорау: йырға һәләт һиңә кемдән бирелгән?

- Әсәйем моңло булды. Йыш ҡына иртәнсәк уның шым ғына йырлағанын ишетеп уяна инем. “Ҡарурман”, “Ҡыр ҡаҙы”, “Сәлимәкәй”, “Буранбай” кеүек әҫәрҙәрҙе үҙәккә үтерлек матур тауыш менән иҫ киткес зарлы итеп башҡара ине. Бала сағым хәтеремә төшһә, ғаиләбеҙ менән әсәйемдең тыуған яғына - Баймаҡ районының Һәмән ауылына ҡунаҡҡа юлланған мәлебеҙ күҙ алдына баҫа. Һәмәнгә Ирәндек аша барырға кәрәк. Беҙ алты бала үҫтек. Ауылдан бер арба булып атҡа тейәлеп юлға сығабыҙ. Ирәндектең итәгенә еткәс, аттан төшөп, йәйәү үрмәләйбеҙ. Барып еткәнсе атайым яҡын-тирәләге урмандарҙың, яландарҙың тарихын бәйән итә, файҙалы үләндәрҙе күрһәтә. Бындағы һәр һуҡмаҡ таныш. Юл буйындағы ҡайындарға беҙҙең исемдәребеҙ яҙылған. Ирәмәлдең иң башында - “Сәлих Кулибай ташы” тип аталған урында туҡталып, сәй эсәбеҙ. Ауылға инер алдынан Бәрҙе тигән бәләкәй генә йылға ағып ята. Шунда бит-ҡулдарыбыҙҙы йыуып, яңы күлдәктәребеҙҙе кейеп, әсәйемдең тыуған ауылына килеп инәбеҙ… Әле булһа ошо көндәрҙе һағынам.

Атайым менән әсәйем икеһе лә гүр эйәләре хәҙер. Олоғайған һайын атай-әсәйҙең ҡәҙерен нығыраҡ беләһең икән. Уларҙы шул тиклем юҡһынам. Үҙҙәре иҫән саҡта ғәзиздәремә етерлек ҡәҙер иттемме, уларҙы ризалата алдыммы икән, тип уйланам. Репертуарымда яҡын кешеләремдең яҡты рухына бағышланған ҡасандыр әсәйем яратып башҡарған “Ҡыр ҡаҙы” йыры ла бар.

- Баш ҡалаға уҡырға килгән мәлең, студент йылдарың хаҡында ла әйтеп китһәңсе…

- Өфөгә китермен тигән уй башҡа инеп сыҡмай ине. Ниңәлер ауылда ҡалып, әсәйемдәргә ярҙам итермен тип уйланым. Шулай ҙа уҡытыусым: “Атайың менән әсәйеңә булышырға өлгөрөрһөң, һиңә уҡырға кәрәк, Римма!” - тип кәңәш иткәс, яңғыҙым ғына ауылдан сығып киттем. Әсәйем фатихаһын биреп, ҡапҡа алдында оҙатып ҡалды.

Хәтеремдә, имтихандар тапшырғанда бер бүлмәгә биш ҡыҙҙы урынлаштырҙылар. Ул ваҡытта өлкән апайым ғаиләһе менән Дәүләкән ҡалаһында йәшәй ине. Бер ял көнөндә шунда киттем. Мин апайымдарға барып әйләнгән арала бүлмәләге ике ҡыҙ урын өсөн һуғышҡан да киткән икән. Өсөнсөһө ҡарап ултырған. Дүртенсеһе араларына ҡыҫылырға ҡыймай сығып юғалған. Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙарҙың дүртеһен дә ҡыуҙылар. Ярай әле ул ваҡытта Өфөлә булмағанмын. Хоҙай мине шулай аралағандыр, тим.

Уҡытыусым Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитованы тәү күреүҙән үк күршебеҙҙә йәшәүсе апайға оҡшаттым, яҡын күрҙем. Ул да миңә һәр саҡ ярҙамға ашҡынып торҙо. Беренсе курста уҡығанда, ҡайтһаң ҡабат килмәй ҡуйыуың бар тип ауылға ебәрмәй ине хатта.

- Һәр ғаиләнең үҙ тарихы була. Тормош юлдашың - талантлы актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирек Булатов менән яҙмыш һеҙҙе нисек ҡауыштырҙы?

- Мин өсөнсө курсҡа барғанда Ирек театр факультетында уҡый башлағайны. Бер көндө бүлмәләш ҡыҙыбыҙҙың ҡустыһы ҡунаҡҡа килде. Уны үҙебеҙ ҡойған тәмле ҡоймаҡтар менән һыйлағансы ҡараңғы төштө. Теге ҡыҙыбыҙ ҡустыһын туҡталышҡа тиклем оҙатышып ҡуйыр өсөн егеттәр эҙләп сығып китте. Шунда Иреккә һәм уның дуҫы Рөстәм Ғиззәтуллинға тап булған. Ниндәйерәк йомош менән йөрөүен әйтеп һалғас, Ирек мут ҡына йылмайып: “Үҙегеҙ менән анау ҡара ҡарағат төҫлө бәләкәй генә ҡыҙығыҙҙы ла алһағыҙ сығырбыҙ”, - тигән икән. Миңә лә ҡыҙыҡ ине. Ризалаштым. Ирек матур, аҡыллы, ипле һәм тәрбиәле генә егет булып сыҡты. Шул көндән дуҫлашып киттек.

Бер мәлде әсәйем Өфөгә килгәйне, Иректең баш ҡалала йәшәүсе инәһе беҙҙе сәйгә саҡырҙы. Шунда әсәйемә: “Бынау ике бала һәр саҡ етәкләшеп кенә йөрөйҙәр, әйҙә, өйләнешһендәр ҙә ҡуйһындар”, - тигән икән. Бындай хәбәрҙе көтмәгән әсәйем аптыраулы ҡиәфәт менән: “Римманың әле өйләнмәгән ағалары, тормошланмаған апалары бар, кейәү тураһында уйларға иртәрәк әле уға”, - тип ҡырт киҫкән. Шулай ҙа ауылға ҡайтҡас, атайым менән кәңәшләшмәксе булып, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡан. Атайым да һис көтмәгәнсә: “Нимәһен оҙаҡ уйлап торорға, һораған ваҡыттарында бир ҙә ҡуй”, - тип яуаплаған. Күп тә үтмәй, Ирек мине үҙенең тыуған ауылына - Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылына алып ҡайтты. Ҡәйнәмде тәү күреүҙән үк үҙ иттем. Бөгөн дә иң яҡын әхирәттәр һымаҡ татыубыҙ. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап йәшәйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ҡайным бер нисә йыл элек мәрхүм булып ҡалды.

- Улығыҙ Илнур ҙа сәнғәт юлын һайламаҡсымы?

- Илнурыбыҙ быйыл ун дүртен тултыра. Ул Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында белем ала. Һөнәр һайлауға килгәндә, элегерәк хәрби кеше булам, ти торғайны, хәҙер атайым һымаҡ актер юлын һайлаясаҡмын тип фекер йөрөтә. Улыбыҙ йомшаҡ күңелле, итәғәтле бала. Атаһының һүҙенән сыҡҡаны юҡ. Беҙ Илнурҙы ҡыҙ тип көттөк. Ҡыҙ исемдәрен һайланыҡ, ҡыҙ кейемдәрен алдыҡ. Әммә Аллаһы Тәғәлә беҙгә малай бүләк итергә уйлаған икән. Ҡыуанысыбыҙҙың иге-сиге булманы, әлбиттә. Шулай ҙа исем таба алмай яфаландыҡ.

- Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың?

- Декабрь айында филармонияның ҙур залында үҙемдең концертымды ойошторорға ниәтләйем. Ғөмүмән, ижад өлкәһендә лә, шәхси тормошомда ла пландарым бик күп. Иң мөһиме – һаулыҡ булһын, тим.

- Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, Римма! Һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм ижади үрҙәр һиңә!

- Рәхмәт!

Гөлшат Ҡаһарманова әңгәмәләште.


Читайте нас: