Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
29 Ғинуар 2019, 14:07

…Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ, йөрәгендә дәрттәр булмаһа…

Өфө дәүләт сәнғәт институты ятағы алдында илап ултырған йәш егетте күргәндә башҡа иң тәүҙә ниндәй уй килә? Әлбиттә, был меҫкенкәй конкурстан үтмәгән - шуға һыҡтай, тип фаразлайһың.

…Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,

Йөрәгендә дәрттәр булмаһа…


Моң-һағыштарымдан сәсәйем…


Өфө дәүләт сәнғәт институты ятағы алдында илап ултырған йәш егетте күргәндә башҡа иң тәүҙә ниндәй уй килә? Әлбиттә, был меҫкенкәй конкурстан үтмәгән - шуға һыҡтай, тип фаразлайһың. Тормош ҡаршылығы менән тәүге тапҡыр күҙгә-күҙ осрашҡан йәштәрҙең күбеһе бындай осраҡта ебеп төшә инде. Шулай ҙа, уңышһыҙ аҙымды ла тәжрибә тиҙәр. Донъя түңкәрелмәгән бит әле, алда һин бығаса күҙ алдына ла килтермәгән яңы мөмкинлектәр көтөүе ихтимал. Әммә киреһенсә булыуы ла мөмкин. Егеттең конкурстан үтеүе өсөн илауы ла бар, тиеүем. Шатлығынан инде, тиерһегеҙ. Юҡ. Ҡайғыһынан. Булмаҫ, ахмаҡтыр ул, тиһегеҙме? Була икән… Хәҙер инде күптәрҙең яратҡан йырсыһына әүерелгән, бихисап төбәк һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләрендә лауреат исемен яулаған Альберт Салауатов имтихандарҙы уйын һымаҡ еңел генә тапшырып, сәнғәт институтының театр факультетына ҡабул ителгән студенттар исемлегенә инеп, ятаҡ бүлмәһенә урынлашҡандан һуң, бер шешә кефир менән батон һатып алып: “Ниңә генә мине уҡырға алғандар икән?” - тип рәхәтләнеп, күңеле булғансы илаған тиҙәр бит ана. Сибай интернатында белем алған йылдарында уҡ йырсы булараҡ даны таралған, инде мәктәпте тамамлағас, ике туған ағаһы тотторған илле һум аҡсаны кеҫәһенә һалып, япа-яңғыҙы Өфөгә килергә йөрьәт иткән егетте үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыу хафаландырғандырмы, институтта тиңдәр араһында тиң булып уҡып китеүе шикләндергәндерме, тыуған төйәгенән айырылыу тойғоһо йөрәгенә тынғы бирмәгәндерме?.. Хәйер, булғандыр инде, барыһы ла… Хискә бай, эскерһеҙ күңелле, етмәһә, ғәйәт талантлы бәндәләрҙе илатыу өсөн күп кәрәкме?

Әсәкәйем, ғәзиз әсәйем,

Алтындарҙан-алтын әсәйем,

Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең?

Моң-һағыштарымдан сәсәйем… -

тип юҡҡа ғына үҙәктәрҙе өҙөп йырламайҙыр Альберт. Рәмил Йәнбәк һүҙҙәренә Айрат Ғайсин тарафынан ижад ителгән был йырҙы күҙ йәштәренә ирек бирмәйенсә тыңлаусылар ҙа һирәк бит. Билдәле сәнғәт әһеленең күңел нескәлеге хаҡында һүҙ йөрөтөп, уның бәҫен төшөрөргә ниәтләгән был тип уйлай күрмәгеҙ. Киреһенсә, Альберттың ихласлығын, эскерһеҙлеген сағылдырырға теләгәндән теҙәм был юлдарҙы.

Шулай ҙа, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, бушҡа хафаланған егет. Институтта уҡыуы бигерәк күңелле икән дә! Тиҙҙән, бик тиҙҙән башҡорт сәнғәте күгендә береһенән-береһе сағыуыраҡ йондоҙҙар булып балҡыясаҡ Риза Мәһәҙиев, Азат Йыһаншин, Артур Туҡтағолов, Алһыу Бәхтиева, Рөстәм Хәкимовтар менән бер төркөмдә уҡыу бәхете йылмая Альбертҡа. Арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән һоҡланғыс шәхес, талантлы режиссер Абдулла Ғиләжев театр сәнғәтенә ғашиҡ йәштәрҙең күңеленә ойотҡо һалһа, йыр дәрестәрен ҙур ихласлыҡ менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ләлә Зөфәр ҡыҙы Муллабаева алып бара. Төркөмдә күбеһе оҫта йырлай. Нәҡ ошо йылдарҙа Альберт Салауатов күренекле сәнғәт әһелдәре - Венер Абдуллин һәм күңелдәрҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыш, юҡһыныу тойғоһо ҡалдырып, йәшләй генә арабыҙҙан киткән Райман Ишбаев менән дуҫлаша. “Райман ағай коридорҙа йәки фойела халыҡ йырҙарын һуҙып ебәрһә, бөтә институт уны тыңларға йыйыла ине. “Ҡаһым түрә”не, “Буранбай”ҙы йырларға унан өйрәндем”, – тип хәтерләй бөгөн Альберт.

“Аллаһы Тәғәлә яратҡан бәндәһен ауырлыҡтар аша сыҙамлыҡҡа һынай”, тиҙәр. Альбертҡа ла оло ҡайғы кисерергә тура килә. Дүртенсе курста уҡып йөрөгән мәлендә ғәзиз әсәһе фажиғәле рәүештә яҡты донъяларҙан китеп бара. Һуңғараҡ атаһы Рәфҡәт ағай ҙа гүр эйәһе булып ҡуя. Бер таянысһыҙ ҡалған ағалы-ҡустылы Альберт менән Римгә артабан нисек йәшәргә?! Яҙмыштың бындай рәхимһеҙлеген аңына, күңеленә һыйҙыра алмай егет. Был юғалтыуҙы нисек тыныс ҡына ҡабул итһен дә хәсрәт тулы йөрәгенә кемдән йыуаныс эҙләһен?! Бер килке ни үле, ни тере тигәндәй аңҡы-тиңке йөрөп ала ла, үҙ теләге менән әрмеләргә юллана.

Балтик диңгеҙендә хеҙмәт итә егет. Күңелен һағыш биләгәндә халыҡ йырҙарынан йыуаныс таба, уйҙарында ғына булһа ла баласаҡ иленә әйләнеп ҡайта. Әсәһе Зифа апай менән атаһы Рәфҡәт ағайҙың ғәжәйеп моңло тауышы әленән-әле ҡолағында сыңлағандай була. Сабый мәлендәге бер күренеш һәр саҡ күҙе алдында: Альберт Баймаҡ районы Семеновск ҡасабаһы егете. Бында тирә-йүнгә даны таралған алтын йыуыу фабрикаһы эшләй. Дөйөм мунса ла бар. Шәмбе көндө ауылдың барлыҡ ир-аттары бергәләшеп мунса төшөргә әүәҫләнгән. Рәфҡәт ағай ҙа улдары Альберт менән Римде эйәртеп килергә ярата бында. Бергәләшеп мунса инеүе ни тиклем күңелле! Әммә малайҙарға аталарының ләүкәгә менеп, “Абдрахман”, “Уйыл”, “Сибай” ише оҙон көйҙәрҙе һуҙыуы ғына оҡшамай. “Атай ни өсөн кеше алдында ҡысҡырып йырлай икән?” - тип оялыша улар. Ә мунсала тауыш яңғырап ишетелә, көр сыға. Башҡалар Рәфҡәт ағайҙың ҡабат-ҡабат йырлауын үтенә… Бала сағында моңдоң шифалы көсө хаҡында уйлап та бирмәгән шул. Баҡһаң, йыр күңел талабы икән дә. Бөгөн иһә, атаһының ул саҡтағы халәтен аңлай, бик яҡшы аңлай егет.

Әммә әрмелә һағышҡа бирелеп, гел генә уйсан ҡиәфәттә йөрөү килешкән эш түгел. Альберт та хеҙмәттәш егеттәре менән тиҙ үк уртаҡ тел табып, күңелсәккә, төртмә теллегә әүерелә. Һалдаттарҙың һәммәһенең дә иңендә “БФ”, йәғни “Балтик флоты” тигән яҙыу бар. Альберттың үҙ пагонына ымлап, күҙҙәрендә ялҡындар уйнатып, хеҙмәттәштәренән: “Какой флот?” – тип һорауы була, тегеләре ҡурҡыуҙан түгел, ә уны ихтирамлағанға күрә бер тауыштан: “Башкирский флот!” - тип яуаплай икән.

Әрнеү-һағыштары баҫыла төшөп, ир-ат ҡорона инеп, ышаныслы баҫып әрменән ҡайтып төшкән дәрте ташып торған егет Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында хеҙмәт юлын башлап, Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” комедияһында Басир ролен башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай. Күп тә үтмәҫтән, Сибайҙа филармония ойошторола. Альберт шунда саҡырыу ала. Һәм нәҡ Сибай филармонияһында эшләгән йылдарында ул тамашасы араһында моңло тауышлы йырсы булараҡ таныла. Халыҡ йырҙарын, тәрән мәғәнәле композитор әҫәрҙәрен күңелен һалып, бөтә нескәлегендә башҡарырға өйрәнә. Филармонияның ул саҡтағы баш режиссеры тынғыһыҙ йөрәкле Әлмира Ҡыуатова үҙенсәлекле йөкмәткегә ҡоролған яңынан-яңы программалар сәхнәләштерә. “Әлмира апай бик күп йәш йырсыларҙы кеше итте. Дөрөҫ ижади йүнәлеш бирҙе. Сибай филармонияһында туплаған тәжрибәмдең файҙаһын бөгөн дә тоям”, - ти Альберт ижадының яңы сәскә атҡан мәлен хәтерләп.


Эҙләнем ҡыҙҙарҙың сибәрен,

илдәрҙә бер тигәнен…


Эҙҙәренә төшмәк булып

Илдәге бер сибәрҙең,

Йомғаҡ түгел, йөрәгемде

Тәгәрәтеп ебәрҙем.

Тәгәрәп китте йөрәгем,

Китте лә олаҡты бит,

Эҙен таптым, үҙен тапмай

Инде зар илатты бит.

Юл артында мосафир ҡарт

Шундай аҡыл өйрәтте:

Йүләрлек ул – юллап йөрөү

Бер ысҡынған йөрәкте.

Эй, әкиәт, мин һаман да

Бер ҡатлы иҫәр балаң.

Тәгәрәгән йөрәгемдең

Артынан ҡыуып барам.

Мостай Кәрим һүҙҙәренә Зөһрә Фәйзуллина ижад иткән Альберт Салауатов башҡарыуындағы был матур йыр кемдәрҙе генә елкендермәй ҙә һағышҡа сорнамайҙыр?! Тәгәрәп үк китмәһә лә, ниндәйҙер яңылыҡ көҫәп, һис туҡтауһыҙ ҡайҙалыр талпынған тынғыһыҙ йөрәге йәш йырсыны Стәрлетамаҡ филармонияһына алып килә. Ашҡыныуы юҡҡа булмаған икән. Бында ул ғүмерлек йәре – тормош иптәше Сулпан Ғәфүрйәнованы, дөрөҫөрәге, үҙен йәненән артыҡ күреп яратҡан, барлыҡ кәмселектәрен кисерә, аңлай белгән, ауыр минуттарҙа бөгөлөп төшөргә юл ҡуймаған илаһи затты тап итә. Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ филармонияһына эшкә саҡырылған иркә генә ҡыҙ була Сулпан. Альберт иһә, күпселек башҡорт егеттәре һымаҡ уҡ, бер аҙ ҡыҙыуыраҡ холоҡло, ғорур, тәкәббер, тоғро һәм шул уҡ ваҡытта кешеләргә тиҙ үк ышанып барыусан. Әйткәндәй, был ике йәш йөрәктең ҡауышыу сәғәтен яҡынайтыуға әлеге лә баяғы Әлмира Шәрифйән ҡыҙы Ҡыуатова сәбәпсе була. Стәрлетамаҡ филармонияһында Илшат Йомағоловтың “Эҙләйбеҙ ҡыҙҙың сибәрен” тип исемләнгән пьесаһы буйынса театрлаштырылған тамашаны сәхнәләштергәндә, тәжрибәле режиссер Альберт менән Сулпанды төп ролгә (ҡыҙ һәм кейәү егете) тәғәйенләй. Һөҙөмтәлә, тамашасы күңеленә ятышлы, үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ шоу-программа тыуа, һәм, иң мөһиме, быға тиклем бер-береһенә әллә ни әһәмиәт бирмәгән Сулпан менән Альберт араһында һөйөү ялҡыны тоҡана. Күп тә үтмәй йәштәр өйләнешә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң яҙмыш еле уларҙы Нефтекама ҡалаһына илтә. Бөгөн Салауатовтарҙың күркәм ғаиләһендә ата-әсәһен ҡыуанысҡа, бәхеткә сорнап, был ике йөрәктең мөхәббәт емеше - илгәҙәк холоҡло Юлай үҫеп килә.


Аҙаштым мин бары йыр эҙләп кенә…


Баш ҡаланан ситтә ижад итеүселәрҙең сығыштарын ҡарау йыш тәтемәй. Шуға ла бындай осрашыуҙар күңелгә танһыҡ. Талантлы йырсы, Нефтекама филармонияһы солисы Альберт Салауатовтың күптән түгел Өфөлә үткән тәүге концерт-программаһына тамашасы ашҡынып килде һәм күңелдәренә ятышлы моңло йырҙарҙы тыңлап кинәнес тапты. Үҙемә был көндө уның менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге лә тәтегәйне. Баҡһаң, Альберттың Нефтекама филармонияһында эш башлауына алты йыл ваҡыт уҙып киткән икән. Йырсының һуңғы йылдарҙағы тормошо, ижади пландары хаҡында ҡыҙыҡһындым.

- Стәрлетамаҡтан Нефтекамаға күскәс, бер аҙ күңел төшөнкөрәгәйне. Сөнки урындағы тамашасы халыҡ йырҙарын ҡабул итергә әҙер түгел ине. Ә мин тауышым ҡарлыҡҡансы оҙон көйҙәрҙе башҡармаһам, күңелем булмай. Шулай ҙа бөгөн халыҡ йырҙарын яратып тыңлаусылар һаны артты, шикелле, - тине Альберт.

Ғәҙәттә, бәләкәйерәк ҡалаларҙа йәшәүсе талант эйәләре ваҡыт үтеү менән баш ҡалаға ынтыла. Альберт иһә ҙур булмаған шәһәрҙә ғүмер итеп, Өфөгә йышыраҡ килеүең хәйерле, тигәнерәк хәбәр һалды. Ысынлап та, яратҡан ғаиләң, тоғро дуҫтарың, рухташтарың яныңда саҡта, шәхси тормошоңда гармония хөкөм һөргәндә, ҡырыҫлығы менән үҙәктәргә үткән Өфөгә тартылыуҙың кәрәге лә юҡтыр. “Тормошомда юғалтыуҙарым, әрнеү-һағыштарым, хаталарым, хафаларым да булды. Уның ҡарауы, табыштарым, ҡыуаныстарым да аҙ түгел. Атайым менән әсәйемдең минең бөгөнгө бәхетле, бик бәхетле тормошомдо күрә, шатлыҡтарымды уртаҡлаша алмауы ғына үкенесле”, - тине йырсы.

Альберт Салауатовтың Өфөлә үткән концерты “Аҙаштым мин бары йыр эҙләп кенә” тип исемләнгәйне. Ошоға яуап итеп: “Аҙашманың, яҙмыш һикәлтәләре аша ҡыйыу атлап, өлөшөңә төшкән көмөшөңә ымһындың, ҡабатланмаҫ тауышың менән күңелдәргә юл ярҙың. Өфөлөләр яңынан-яңы тамашаларыңды көтөп ҡала”, тибеҙ.
Читайте нас: