Шоңҡар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
7 Март 2019, 17:49

Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм

Әлфиә Юлсуринаны үҙенсәлекле яҙмышлы, көслө ҡатын тип беләм. Йөрәк яраларын дауалар, мотлаҡ уйға һалыр тәрән мәғәнәле йырҙарын үҙ итәм. Концерттарын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Уның күңел пәрҙәһен асып ҡарау теләге лә күптән йәшәй.

Әлфиә Юлсуринаны үҙенсәлекле яҙмышлы, көслө ҡатын тип беләм. Йөрәк яраларын дауалар, мотлаҡ уйға һалыр тәрән мәғәнәле йырҙарын үҙ итәм. Концерттарын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Уның күңел пәрҙәһен асып ҡарау теләге лә күптән йәшәй. Борма-борма тормош юлы, үткәндәрҙә ҡалған үкенестәре, юғалтыуҙары, ғазаптары, тетрәнеүҙәре хаҡында ҡыҙыҡһыныуҙан түгел. Уларына ҡағылырға иҫәбем дә, хатта хаҡым да юҡ. Әңгәмәлә йырсының моң даръяһының тирбәлеше, ижад һәм тормош принциптары, уй-хыялдары, һәм, ғөмүмән, бөгөнгө йәшәйешкә, ундағы ҡайһы бер күренештәргә, ҡиммәттәргә бәйле фекерҙәре хаҡында һүҙ йөрөтөп, уларҙы журнал уҡыусыларға ла еткереү ниәте менән бер көндө Әлфиә ханымдың телефон номерын йыйҙым. Бигерәк алсаҡ кеше икән үҙе. Шул арала төп хеҙмәт урынынан (Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы) тыш ҡайҙалыр башҡа ерҙә лә эшләүе, ошо сәбәпле ваҡытының үтә тығыҙ булыуы хаҡында әйтеп һалды. Әммә осрашыуға ихлас ризалашты. Филармонияла күрешергә тип һөйләштек. Һәм билдәләнгән сәғәттә Әлфиә апай мине фойелағы афишалар янында ҡаршы алды. Әңгәмәсемдең көтөләсәк саралар хаҡындағы мәғлүмәтте ҡыҙыҡһыныу менән байҡауына, ниндәйҙер иғланға ымлап күрһәтеп, “быныһына мин мотлаҡ килергә тейеш” тигән һүҙҙәренә һәм дә йырсының көндәлек тормоштағы образына иғтибар иттем. Ҡаршымда заман менән йәнәшә атлаусы, эшлекле ханым баҫып тора ине.

Әлфиә апайҙың хәлдәре менән ҡыҙыҡһындым. Һәм әңгәмә үҙенән-үҙе ялғанып китте.

- Аллаға шөкөр, яңы тыуған һәр көнгә ҡыуанам, уны һөҙөмтәле үткәрергә тырышам. Эҙләнәм. Күңелемдең иң нескә ҡылдарына үтеп инеп, тетрәндерерҙәй, рухыма ауаздаш, үҙемә ләззәт килтерерҙәй, тамашасыма көс-ҡеүәт, дәрт, илһам бирерҙәй йырҙар табып, шуларҙы өйрәнеп, тейешле кимәлгә еткергәнсе эшләйем дә эшләйем. Уларҙың күбеһе, бәлки, яҙҙырыуға барып та етмәйҙер. Йәш саҡта ғына ураған һайын телевизорҙан күренге, радионан ишетелге киләлер, моғайын. Хәҙер миндә бындай ихтыяж юҡ. Уның ҡарауы, сәхнәгә сығып, халыҡ менән тере аралашыу, ижадымды үҙ иткән кешеләргә ҡыуаныс өләшеү теләге ҙурыраҡ. Хатта залдың тулы булыуы ла мөһим түгел. Күңелдәре моңға сарсаған биш бөртөк кенә тамашасы ултырһа ла, мотлаҡ улар ҡәнәғәтлек кисерерлек итеп сығыш яһаясаҡмын. Шулай, туғаным, хәҙер барыһын да күңел ихтыяжы буйынса, уңайлыҡ өсөн эшләйем. Һәм ижад – мине йәшәтә лә, йәшнәтә лә, йәшәртә лә торған мөғжизәле бер көс ул.

- Ҡатын-ҡыҙ бәхете тигән һүҙҙе йыш ҡулланабыҙ. Һеҙ шул төшөнсәнең эсенә нимәләрҙе индерәһегеҙ? Һәм ҡатын-ҡыҙ ижад менән генә бәхетле була аламы?

- Ҡатын-ҡыҙҙың төп бәхете ғаиләләлер. Ер йөҙөндәге бер гүзәл зат та яңғыҙ ғүмер кисерергә тейеш түгел. Ижадсымы һин, фән кешеһеме, әллә ябай бер һауынсымы – һәммәбеҙҙең дә янында ярата, ҡурсалай һәм иң мөһиме, аңлай белеүсе, нисек барһың, шулай ҡабул итеүсе көслө зат булыуы зарур. Шуныһы хаҡында ла әйтәйем, әгәр ҙә ир-ат әле атап үткән сифаттарға тамсы ла эйә түгел икән, тимәк, ул йән көйөгө генә. Бындай осраҡта ҡатын-ҡыҙ бәхете хаҡында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ.

Һәм, әлбиттә, бөтә ғүмерен эшенә, шул иҫәптән ижадҡа ғына, бағышлағандар ҙа бәхетле була ала. Фәнни асыштары өсөн генә йәшәп, хеҙмәтенән ләззәт алып, яулаған уңыштарының шауҡымына иҫереп, үҙҙәрен күктең етенсе ҡатында итеп тойоусылар ҙа осрай бит. Унан һуң, туғаным, кем нимәнән уңа бит әле. Ошо хаҡта ла оноторға ярамай. Әйтәйек, миңә ғаилә бәхете насип булманы. Әммә үҙемде бәхетһеҙ тип әйтергә телем әйләнмәй. Күңел йылыһы өләшер һеңлеләрем бар, һөйөклө әсәйем иҫән. Тәүге мөхәббәтемдең, балаларымдың имен тормошта йәшәүҙәрен беләм.

- Бәғзе бер сәнғәт әһелдәренең “сәхнә ҡорбан талап итә, йәғни баш-көллө ижадҡа сумған кешене йыш ҡына ғаилә бәхете урап үтә, ундайҙарҙың шәхси тормошонда көрсөк тыуа” тиеүҙәрен ишетергә тура килә. Дөрөҫлөк бармы был һүҙҙәрҙә?

- Йәшәй-йәшәй шундай фекергә килдем, туғаным. Тормошта бер нәмә лә ҡорбан талап итмәй. Ғәҙәттә, кешеләр үҙ-үҙен аҡлар өсөн генә шулай ти. Барыһын да параллель рәүештә алып барырға, ғаиләңдә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ир ҡатыны булырға өлгөрөп тә, бынамын тигән сәхнә карьераһы яһарға мөмкин. Һәм ундайҙар бик күп. Тимәк, ижад кешеһе яңғыҙ булғанда ғына сәхнәлә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшә ала тигән фекер төптө дөрөҫ түгел. Ә “ҡорбан” тигән һүҙҙе бөтөнләй яратмайым һәм ҡабул итмәйем. Ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә бер кем дә ҡорбан булырға тейеш түгел. Был донъяға бәхетле булыр һәм кемделер бәхетле итер өсөн килгәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә бирелгән миссияны тулыһынса үтәргә лә бурыслыбыҙ.

- Әлфиә апай, хәҙер һеҙ Башҡортостандың халыҡ артисткаһы. Ижадығыҙ сәскә ата ғына башлаған осорҙа, эх, бына шул исемгә өлгәшергә яҙһын ине, тигән маҡсатығыҙ булдымы?

- Юҡ, ундай теләк менән янманым. Башҡасараҡ маҡсат торҙо минең алда. Төрлө яҙмыштар осрай бит. Үҙ өлөшөмә төшкән һынауҙар, ғазаптар хаҡында матбуғатта асылып ҡуйған саҡтарым да булғыланы. Шуға ла нимә хаҡында һүҙ йөрөтөүемде аңлай торғанһығыҙҙыр. Тормошомда шундай хәл тыуғас, хәйер, нимәһен уратып-суратырға, өйҙән сығып китергә тура килгәс, ижад аша үҙемдең кеше икәнемде иҫбатларға теләнем. Эйе, миңә ҡарата төрлө фекерҙәр йөрөнө. Әммә берәүгә лә һүҙ һөйләп, хәлемде аңлатырға тырышманым. Ижадҡа булған мөнәсәбәтем һәм хеҙмәтем менән, ҡабатлап әйтәм, үҙемдең кеше булыуымды иҫбатлау төп шарт ине. Йәғни артист һөнәрен һайлаусының да ихтирамға лайыҡлылығын, йырсының ер йөҙөндәге иң түбән зат түгеллеген күрһәтергә теләнем. Хәҙер ул этап үтте. Яҙмышыма ла күндем, уны фажиғә тип ҡабул итеүҙән баш тарттым. Һәм бөгөн мин ижад менән кемгәлер ниҙер аңлатырға түгел, ә унан ләззәт алыу өсөн эшләйем. Шулай уҡ тамашасыны тағы ла нимә менән ғәжәпләндерергә, ҡыуандырырға, дәртләндерергә мөмкин әле тип уйланам.

- Әлфиә апай, туҡтауһыҙ эшләйем, эҙләнәм тиһегеҙ. Тимәк, һеҙ илһам көтөп аҙаплана торған кеше түгел. Ғөмүмән, нимә ул илһам? Уны ҡайҙан алаһығыҙ?

- Илһам ул ижадсыға ғына хас төшөнсә түгел. Бөтәһе лә мохтаж уға. Хатта йорт хужабикәһе лә. Унһыҙ тормоштоң да, башҡарған эшеңдең дә йәме лә, тәме лә юҡ. Аллаға шөкөр, ижадта илһамым ташлағаны юҡ. Ул һәр саҡ минең менән. Әлбиттә, үҙ булмышыңдан алыҫ торған эштәр башҡарғанда ундай мохтажлыҡтың тыуыуы ихтимал. Бөгөн, етешерәк тормош көтәм тиһәң, өҫтәмә килемһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Үҙемә лә эшемдән бушаған арала бөтөнләй башҡа йүнәлеште үҙләштереп, шул өлкәлә йөрөп алырға тура килә. Дарыуханалар эшмәкәрлегенә бәйле ул: төрлө даирәләге кешеләр менән аралашыуҙар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙҙар, документтар тултырыуҙар һәм башҡалар. Ул эште яратмайым, әммә көн дә барырға мәжбүрмен. Бында, бәлки, илһамға мохтажлыҡ килеп тә тыуалыр. Һәм мин шуны аңланым: баҡһаң, ошо әллә ни илтифат итмәй генә башҡарған хеҙмәтем ижадҡа тағы ла нығыраҡ тартылыуға, уға етдирәк ҡарарға, сәхнәгә икеләтә илһамланып, һағынып ҡайтыуға булышлыҡ итә икән.

- Ҡыҙыҡ. Әммә телефондан аралашҡандан һуң миндә ниңәлер икенсе эшегеҙ вокал буйынса дәрестәр биреүҙән ғибәрәттер тигән уй тыуғайны...

- Һәләтле балалар менән эшләп, уларҙы сәхнәгә сығарыу хаҡында хыялым бар. Хоҙай насип итһә, үҙем йырлауҙан туҡтағандан һуң һис шикһеҙ берәй студия ойошторасаҡмын, йә булмаһа берәй мәктәптә дәрестәр бирәсәкмен. Әлегә был эшкә тотонорға иртәрәктер тим, сөнки балалар менән шөғөлләнеү өҙлөкһөҙлөк, даимилыҡ талап итә. Улар һинең гастролдәрҙән әйләнеп ҡайтыуыңды көтөп, зарығып ултырмаһын.

- Һеҙҙеңсә, йырсы нисә йәшкә тиклем сәхнәлә булырға тейеш?

- Был, беренсенән, кешенең йөҙ-ҡиәфәтенән тора. Бынан тыш, йырҙарың халыҡ һорауы менән ҡулланамы, үҙеңдең тамашасыға әйтер һүҙең бармы? Сәнғәт әһеле шуларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгел. Һәм, ғөмүмән, кешене йәлләтерлек ҡиәфәттә икәнеңде тойғас, сәхнәгә сығырға ярамайҙыр тип уйлайым.

- Әлфиә апай, һуңғы йылдарҙа сәхнә имиджығыҙға ҡарата ла талабығыҙ артты, күҙгә күренеп йәшәрҙегеҙ. Күңелегеҙҙәге үҙгәрештәргә бәйлеме был?

- Тышҡы ҡиәфәт, һис шикһеҙ, үҙеңә, һөнәреңә, тамашасыңа ҡарата мөнәсәбәтеңдән тора. Һәм, әлбиттә, күңелдәге үҙгәрештәр ҙә булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Элегерәк йырсы өсөн иң мөһиме репертуар тип уйлап, сәхнә костюмдарына әллә ни иғтибар итмәй яңылышҡанмын. Хәҙер иһә шуны аңланым: йырыңдың да шәп, өҫтәүенә, кейемеңдең дә зауыҡлы, килешле булыуы – икеләтә яҡшы. Әммә тышҡы ҡиәфәтемде ҡайғыртыу беренсе урында тора тип әйтә алмайым. Донъямды онотоп, костюмдар тип сапмайым. Репертуар мәсьәләһенә етдиерәк ҡарайым барыбер.

- Тормошта ҡамасаулаған ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ ғәҙәтегеҙ бармы?

- Һәр кемдең дә етешһеҙ яҡтары була торғандыр. Әммә “ҡотолғоһоҙ” тигән һүҙгә шик менән ҡарайым. Сөнки шуны беләм: әгәр ҙә кеше ниндәйҙер ғәҙәтенән ҡотола алмай икән, тимәк, ул унан арынырға теләмәй.

- Көндөҙ шәм яҡтыртып нимә эҙләр инегеҙ, Әлфиә апай?

- Бәлки, ахмаҡлыҡ һәм бер ҡатлылыҡ булып тойолор, әммә был һорауға “мөхәббәт эҙләр инем” тип яуаплайым.

- Һеҙҙеңсә, кеше үҙ тормошонда бер нисә мәртәбә ярата аламы?

- Беренсе мөхәббәт – шундай саф, таҙа хис, унда мәкер ҙә, матди байлыҡҡа алданыу ҙа юҡ. Бындай тойғоно кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына кисерәлер. Һәм ул йөрәктә мәңгелеккә уйылып ҡала: яҡты бер хәтирә, һыҙланыу, йәиһә ғүмерлек ғазап булып йәшәй. Һәм шул иң тәүге саф тойғоно күҙ ҡараһылай һаҡлап, ғүмерҙәренең ахырынаса уға тоғро ҡалыусылар ҙа юҡ түгел. Аҡыллы кешеләр бер-береһенә рухи яҡтан тиң булған осраҡта шулай итергә тейештер ҙә тип уйлайым. Сөнки ул – үҙе бер байлыҡ. Ә ғашиҡ булыу, минеңсә, икенсе төшөнсә, башҡа төрлө һөйөү. Был тойғоноң әллә күпме ҡабатланыуы ла ихтимал.

- Һеҙҙе алама кәйеф йонсотҡаны буламы?

- Ғәҙәттә, кеше буш ваҡыты күп саҡта артыҡ күп уйлана, хафалана, үҙ-үҙендә соҡона. Шуға ла, кем дә булһа күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүе хаҡында зарлана башлаһа, эшһеҙлектән йонсойһоң, шуға көйһөҙләнәһең, тим. Ә минең хәҙер бөтөнләй ваҡытым юҡ. Тимәк, алама кәйефтең нимә икәнен дә белмәйем. Ялдарҙы ла түҙемһеҙләнеп көтөп алып, файҙалы һәм һөҙөмтәле үткәрергә тырышам.

- Тормош биргән иң ҙур һабаҡ?

- Үтә лә асыҡ булырға һәм кешегә саманан тыш ышанырға ярамай.

- Һеҙҙең фитотерапия менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ хаҡында ишетергә тура килгәне бар…

- О-о-о, был минең яратҡан шөғөлдәремдең береһе! Ышанаһығыҙмы, юҡмы, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Башҡортостандың төрлө төбәктәренә китеп, үләндәр йыям.

Быға нисегерәк тотоноп киттемме? Элегерәк йыш һыуыҡ алдырып, бронхит менән яфалана торғайным. Шулай бер мәлде ай буйы дауаханала ятырға тура килде. Нисек йүткереп-сәсәп барып индем, шундай хәлдә килеп сыҡтым. Былай булмай, мин әйтәм, үҙемә эҙләнергә, һауығыу сараһын табырға кәрәк. Махсус әҙәбиәт уҡый, эҙләнә, төрлө төнәтмәләр яһап ҡыяла торғас, һаулығыма бәйле проблеманы хәл итеүгә өлгәштем. Дарыу үләндәре менән үҙем генә файҙаланмайым. Дуҫтарыма, туғандарыма, коллегаларыма тәҡдим итәм. Руссалап әйткәндә, был минең хобби до отупения.

- Ниндәйерәк хужабикә һеҙ, Әлфиә апай? Ҡайһы ризыҡ төрҙәрен үҙ итәһегеҙ, ҙур ихласлыҡ менән әҙерләйһегеҙ?

- Бешеренеү оҡшай, әммә бының менән артыҡ мауыҡмаҫҡа тырышам – фигураға зыяны бар. Ә ризыҡҡа килгәндә, балыҡ яратам. Тоҙлоһон да, ҡаҡланғанын да, быҡтырылғанын да, ҡыҙҙырылғанын да... Итте һирәк осраҡта ғына ҡулланам. Быныһы малды йәлләүемә бәйле.

- Һеҙҙе нимә тиҙ үк сығырығыҙҙан сығара ала?

- Мине сығырымдан сығарыуы анһат түгел. Тәбиғәтем менән шундаймын. Әммә ошо сикте үтһәм, Хоҙайым үҙе һаҡлаһын.

- Һеҙҙеңсә, бөгөнгө йәмғиәттә һәм кеше менән кеше мөнәсәбәтенә нимә етешмәй?

- Йәмғиәттәге тотороҡһоҙлоҡ хәүеф уята. Әҙәмдәрҙең саманан тыш матди бәйлелеген, аҡсаны бөтә ҡиммәттәрҙән дә өҫтөн күреүҙәрен аңламайым. Аҡса тигән идеологияға бирелеү хафаландыра. Замана кешеһен аламалыҡта ғәйепләй алмайым. Әммә йыш ҡына битарафлыҡ менән йөҙгә-йөҙ бәрелешергә тура килә. Табиптың – ауырыуҙарға, уҡытыусының – уҡыусыға, етәксенең хеҙмәтсегә булған мөнәсәбәтендә тойорға була быны. Үҙемдең аралашыу даирәмә килгәндә, кем янында күңелем тыныс, шуларға һөйкәлергә, класташтар, дуҫтар, туғандар менән бәйләнеште өҙмәҫкә, иғтибарыма мохтаждар менән йышыраҡ осрашырға тырышам.

Замандың ыңғай яҡтарын барлай китһәң, егәрлеләр, булдыҡлылар өсөн мөмкинселектәр артыуын телгә алырға булыр ине. Үҙем хеҙмәт иткән фирмалағы ҡытай кешеләрен генә алып ҡарайыҡ. Тел дә белмәйенсә үҙ эштәрен йәйелдереп, тауарҙарын һатып йөрөйҙәр. Беҙҙе эш менән тәьмин итеп, аҡса түләйҙәр.

- Үҙегеҙ эшҡыуарлыҡ йүнәлеше хаҡында уйланғанығыҙ булманымы?

- Дәрт итһәм, ҡулымдан киләсәген беләм. Әммә ундай теләгем юҡ.

- Әлфиә апай, быға тиклем һеҙҙе сәхнә тип табынған талантлы йырсы тип кенә белә инем. Әммә бөгөн заман ауырлыҡтары алдында баш эймәгән эшлекле ханым булараҡ та күҙ алдына баҫтығыҙ. Һәм һеҙҙең был образығыҙға автомобиль генә етмәй, шикелле. Ҡорос арғымаҡты ауыҙлыҡлау теләге юҡмы?

- Ундай теләгем йәштән үк бар ине. Күн салбарҙа, күн курткала машина йөрөтөргә хыялланыуым хәтерҙә. Әммә тора-бара был теләк, ялҡын һүнде. Әхирәттәремдең барыһы ла тиерлек автомобиль йөрөтә. Мине лә руль артына ултыртырға күндерергә теләйҙәр. Шулай ҙа ул ҡотҡоға бирелмәҫкә тырышам.

- Башҡа заман технологиялары менән дуҫлыҡ бармы?

- Замандан артта ҡалырға теләмәһәң, дуҫлыҡты булдырырға тырышаһың инде. Интернетта төрлө сайттарҙа ултырам, электрон китаптар уҡыйым. Эзотерика һәм шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы әйбәрҙәр менән ҡыҙыҡһынам. Минән һәйбәт кенә табип сығыр ине, моғайын. Һәр хәлдә, туң йөрәкле, битараф әҙәм булмаҫ инем.

- Уның ҡарауы, һеҙҙең һәр йырығыҙ күңелде дауалау көсөнә эйә. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Әлфиә апай, уңыштар һеҙгә!

Һуңғы арала Әлфиә Юлсуринаның йырҙары менән “ауырыным”. Салауат Низаметдинов тарафынан яҙылған “Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм” тип исемләнгән тормош-диңгеҙҙең аяуһыҙлығын, әммә кешенең шул кәртәләргә теше-тырнағы менән ҡаршылашыуын бәйән иткәне айырыуса уйға һалды. Ошо ҡыҫҡа ғына йыр эсенә Әлфиә апайҙың тормош юлы һыйған:

Диңгеҙ уҫал, ярҙарына

Ырғыта ул сүп-сарҙы.

Ә мин – кеше!

Ә мин – кеше!

Алышамын алға һуҙып ҡулдарҙы.

Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм.

Ау… ҡыйын… түҙәм… әммә йөҙәм...