Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
13 Март 2019, 11:45

ИШЕТЕЛӘ ХОҘАЙ ИЛАҒАНЫ

Тыныс ҡына тыңлап булмай ине Райманды. Йөрәге менән йырланы ул. Ҡайһы бер йырсылар кеүек тауыш мөмкинлеген күрһәтергә лә, тауышына биҙәктәр өҫтәргә лә, юғары ноталар имитацияһы яһарға ла, ауыҙ ҡыуышлығы, аңҡауы ярҙамында тауышын үҙгәртергә лә тырышманы, асылында, булмышында нимә бар – шуны тыңлаусыға туранан-тура еткерҙе ул. Йөрәге аша.

ИШЕТЕЛӘ ХОҘАЙ ИЛАҒАНЫ
Йөрәк тауышында Раймандың
Тыныс ҡына тыңлап булмай ине Райманды. Йөрәге менән йырланы ул. Ҡайһы бер йырсылар кеүек тауыш мөмкинлеген күрһәтергә лә, тауышына биҙәктәр өҫтәргә лә, юғары ноталар имитацияһы яһарға ла, ауыҙ ҡыуышлығы, аңҡауы ярҙамында тауышын үҙгәртергә лә тырышманы, асылында, булмышында нимә бар – шуны тыңлаусыға туранан-тура еткерҙе ул. Йөрәге аша.
Концертты алып барыусы уның сығышы хаҡында иғлан иткәс, зал тын ҡала. Был тынлыҡ оло дауыл алдынан ҡуба торған мәлде хәтерләтә. Бына йырсы ғорур ҡиәфәттә атлап сәхнә уртаһына сығып баҫа ла, үткер ҡараштары менән тарих төпкөлөнә төбәлеп, уң ҡулының усы менән изге фәрештәләренә ымлағандай һуҙып, талғын ғына итеп йырын һуҙып ебәрә. Тәүҙә тыныс ҡына ағылған моң тора-бара көсәйә төшә, артабан дәһшәтлегә, шунан түҙеп торғоһоҙға әүерелә бара. Тондар күтәрелгән һайын йәнең ситлегенә һыймағандай, тыпырсына башлай. Тыбызыҡлай. Сығырыңдан сығаһың. Йоҙроҡтарың үҙенән-үҙе йомарлана. Яу ҡомарың ҡуҙғала, хистәрең таша, үҙлегеңдән ҡупҡалйып сығаһың...
Йырсы гүйә тарих менән йәшәй башлай, халҡыбыҙ үткән шанлы һәм данлы ваҡиғаларҙы йөрәге аша үткәреп, тыңлаусыларҙың йөрәгенә ялғай. Шуға күрә лә уның йырын битараф тыңлап булмай, тыңлаһаң битараф ҡалып булмай. Битараф ҡалмаһаң, үҙлегеңдән, үҙ-үҙеңдән йәшеренеп тә ҡала алмайһың. Хәҡиҡәткә туп-тура ҡарайһың. Йөрәгең дөп-дөп тибергә тотона, булмышыңдың сөңгөлөндәге милли булмышың уяна. Үҙеңдең ошо халыҡтың улы йә ҡыҙы булыуың менән ғорурланаһың, шатлыҡ байрамдары кисерәһең. Йырсы “Эскадрон”, “Һыр” йырҙарын башҡарған саҡта дөп-дөп типкән йөрәгең тарихтағы ата-олатайҙарың яуҙа атланған ат тояғы тауыштарына ҡушылғандай була, әгәр ҙә шул саҡта дошман өҫтөнә ташланыу ихтыяжы тыуа ҡалһа, һис һүҙһеҙ үҙеңде шул яугир итеп тояһың. Ҡурҡыуҙың, икеләнеүҙең ни икәнлеген дә белмәйһең.
Райман Ишбаевтың йырсы булараҡ башҡаларҙан айырылған сифаты ана шул йөрәге менән йырлауында ине. Мин үҙем уның йырлағанын тыңлағанда һәр ваҡыт йөрәгемде усыма алырҙай булдым. Ни өсөн тигәндә бына-бына йөрәге ярылып китер ҙә, моңо өҙөлөп ҡалыр һымаҡ ине. Күҙҙәремде сытырҙатып йомоп, Хоҙайҙан уны һаҡлауын һорай торғайным.
Райман менән “Шоңҡар” журналында бергә эшләгән йылдар күңелле һәм кинәйәле хәтирәләре менән хәтергә уйылып ҡалған. Урыны тик сәхнәлә булыр атаҡлы йырсының йәштәр журналында эшләп йөрөүе үҙе бер мәрәкә күренеш ине. Райманды “Шоңҡар” журналына эшкә яҡташы, күренекле шағирә, баҫманың баш мөхәррире Таңһылыу Ҡарамышева алды. Тормошоноң ошондай ауыр сағында ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн дуҫыбыҙ Таңһылыу апайға рәхмәтле булды. Рәхмәтле була белеү Раймандың тәбиғәтендә ине. Шул саҡтарҙа Раймандың журналда эшләп йөрөүенә бәйле бер лаҡап та йөрөнө. Имеш, кемдер унан:
– Райман, һин ҡайҙа эшләйһең? – тип һорай ҡуйған.
– “Шоңҡар” журналында, – тигән ул.
– Кем булып? – булған теге кешенең икенсе һорауы.
– Йырсы, – тигән, имеш, Райман.
“Йырсы”тигәндән, Райман, ысынлап та, журналға подписка ойоштороу мәсьәләһе буйынса республика ауылдары һәм ҡалалары буйлап йөрөгәндә уҡыусыларға баҫмаға яҙылыу кәрәклеген йыры менән дә аңлатып йөрөнө.
Донъяла “сәбәп-эҙемтә”логикаһы буйынса аңлатып булмаҫлыҡ хәл-ваҡиғалар ҙа булыусан. Мин был йәһәттән фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа бер-бер артлы күскән йырсы Райман Ишбаев менән шағир Рәйес Түләктең икәүләшеп ниндәйҙер ҙур проект менән янып йөрөүҙәренә шаһит булдым. Икәүләшеп Раймандың машинаһына ултырып, Өфө буйлап елдереп, шул идеялары хаҡында һөйләштеләр. Сәхнәгә сығарасаҡ программаларының сценарийын да яҙғайнылар, шикелле. Һөйләшкәндәренән сала-сарпы ҡолаҡҡа яғылғаны Рәйестең шиғыр, Раймандың йыр менән алмаш-тилмәш сәхнәлә сығыш яһауы хаҡында ине. Һорашҡайным: “Ярар, алдан әйтмәй торабыҙ, был серебеҙҙе әле бер кем дә белмәүе яҡшы. Көнө еткәс үҙең күрерһең”, – тигән булдылар. Тик улар барыбыҙға ла сер булып ҡалған был идеяларын тормошҡа ашыра алманы. Мин иһә уларҙы юҡһынып, икеһе хаҡында ошо шиғырҙы яҙҙым:
Әхирәттә Рәйестең Райманға әйткәне:
Ҡараһана, дуҫҡай, ҡараһана,
Урал тауы тора күгәреп...
“Эскадрон” йырынан
Ҡараһана, Райман, ҡараһана,
Ғүмертауҡай ята баҙырап.
Йәннәттәргә китеп олғашҡанса,
Ҡарап ҡалайыҡсы аҙыраҡ.
Йәннәттәргә китеп олғашҡанса,
Һоҡланайыҡ ҡарап ғүмергә.
Белер өсөн уның ҡәҙерҙәрен
Кәрәк булды микән үлергә?
Ҡараһана, тауҙың итәгенә,
Ҡараһана, тауҙың үренә!
Ғүмертауҡайыбыҙ был тирәнән
Уралтауҡай булып күренә.
Ана ята һинең Баҙал, Мәсем,
Ана ята минең Ирәндек.
Ожмахтарға нисек өйрәнербеҙ,
Ғүмертауға бөткәс өйрәнеп?
Ҡараһана, ныҡлап, ҡараһана,
Уралтауҙы һеңдер йәнеңә.
Ҡурай булып тағы яралырға,
Йәнең ҡунғас үлән тәненә.
Йырлаһана, Райман, йырлаһана,
Ғүмертауға етһен тауышың.
Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерҙәре артһын,
Баҙыраһын, әйҙә, тау башы!
Ә теге сергә килгәндә, хәҙер инде шулай уйларға ғына ҡала: күрәһең, был проекттарын Райман менән Рәйес ожмахта тормошҡа ашырғандарҙыр инде. Күмәк бит унда башҡорт шағирҙары һәм йырсылары. Беҙ бәндәнең ғүмерен тик фанилыҡ менән генә бәйләп, баҡыйлыҡ хаҡында онотабыҙ шул. Һәр хәлдә, ошо ике аҫыл затыбыҙҙың ижади булмышы, ҡомары тик бер донъя ҡалыптарына ғына һыймағанын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Моғайын да, “тегендә” ул программа бенефис менән үткәндер, һаман да репертуарҙан төшмәйҙер.
Райман вафат булған йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡҡа командировкаға китеп барғанымда шылтыратып Мостай Кәримдең бер шиғырының тексын һораны. Яңы йыл кисенә концерт программаһы әҙерләйҙәр, шунда кәрәк икән. Һоҡланғыс йырҙар ижад итеүсе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры актеры Хисмәтулла Дәүләтовтың халыҡ шағирының шиғырына яҙылған был йыры шундай һүҙҙәр менән башлана:
Мин ҡабаттан тыуыр булһам,
Шишмә булып тыуыр инем.
Сылтыр-сылтыр наҙлап ҡына
Аяғыңды йыуыр инем.
Йырҙың тексын ятҡа белгәс, телефон аша әйтеп яҙҙырыуы оҙаҡ ваҡытты алманы. Яңы йылды ҡаршылағанда Райман башҡарыуында ул йырҙы меңәрләгән тамашасылар ҡараны, ишетте, тик Райман үҙе генә был көндө күрә алманы. Үкенескә күрә, яҙмышы тап шул йырҙың аҙаҡҡы юлдарындағыса килеп сыҡты:
Ал мине күк, ай янында
Йондоҙ булып янайымсы.
Осҡан саҡта ҡапыл һүнеп,
Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы...
“Башҡорт исемдәре” китабында Райман 30-сы йылдарҙа немецтарҙың Раймондынан яһалған яңы исем тип күрһәтелгән. Интернетта Раймандың 25 төрлө мәғәнәүи аңлатмалары килтерелә: әйтәйек, ҡаһарман, батыр, ҙур, бөйөк, сағыу, көслө, әүҙем, теремек, ҡеүәтле һ.б. Бынан тыш “Райман” һүҙенең һәр хәрефенең, ижектәренең аңлатмалары ла килтерелә. Уларҙың ижади эҙләнеү юҫығын дауам итеп, мин йырсы дуҫыбыҙ исем-атының тағы бер фаразын уйлап таптым. “Рай” һәм “ман” – йәғни “ожмах” һәм “кеше” – ожмах кешеһе. Дуҫым хаҡында яҙған шиғырымда ла ожмахты урап үтә алманым.
Райманды тыңлағанда
Ул йыр ғына түгел, оран кеүек,
Рухың әйтһә ошо фарманды.
Асылыңа асырғанып ҡайтып,
Айыраһың хаҡты, ялғанды.
Ишетелә Хоҙай илағаны
Йөрәк тауышында Раймандың.
Ҡыйғыр йәнең атҡа атланғандай,
Ҡуҙ өткәндәй йәнә табанды.
Халҡыбыҙҙың барлыҡ аһ-зарҙарын
Йыйған ине йәне Раймандың.
Тарих күтәргеһеҙ моң-зарҙары
Бер йәненә нисек һыйғандыр?
Шуға күрә Хоҙай уны йәлләп
Үҙ янына тартып алғандыр...
Ахырыһы “теге тарафта” ла
Йәшәп булмайҙыр ул моңдарһыҙ, –
Хоҙай үҙе тыңлап кинәнәлер
Ожмахтарҙа йырын Раймандың.
Эйе, ысынлап та, Раймандың тауышында Хоҙайҙың илаған тауышы ишетелгәндәй ине. Халҡыбыҙҙың талантлы йырсылары, моңло тауыштары менән күңелдәрҙе тетрәндергән йыраусылары байтаҡ. Шулар араһында Райман Ишбаевтың тауышы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Ҡайһы бер кешегә тауыш, моң тәбиғәттән бирелә. Раймандың тауышы ла уға тәбиғәттән бирелгән, уның тауышы көслө лә, моңло ла ине. Тау-таштарҙы аҡтарырлыҡ эске яныу ҙа, йырлағанда нимәлер әйтер кеүек эске тауыш та бар ине. Әйтеп бөтөлмәгән моң ҡапыл өҙөлдө, шуныһы бик ҡыҙғаныс...

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.

Читайте нас: