Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
20 Июнь 2019, 23:12

Илһам биргән сәхнәм, тамашасым менән бәхетлемен…

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, хәҙерге мәлдә үҙ йөҙөн тапҡан, ҙур уңыштарға өлгәшкән, тамашасының һөйөүен яулаған Ғәзим Ильясовты халыҡ “Көт йондоҙом”, “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ”, “Туғанымдың тыуған көнө”, “Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы”, “Болоттар ағыр инде” йырҙары аша белә. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә Ғәзимде кеше, шәхес булараҡ та асырға тырышырбыҙ, тормошон, йәшәйешен, ижадын күҙалларбыҙ.


Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, хәҙерге мәлдә үҙ йөҙөн тапҡан, ҙур уңыштарға өлгәшкән, тамашасының һөйөүен яулаған Ғәзим Ильясовты халыҡ “Көт йондоҙом”, “Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ”, “Туғанымдың тыуған көнө”, “Күтәрәйек гәлсәр бокалдарҙы”, “Болоттар ағыр инде” йырҙары аша белә. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә Ғәзимде кеше, шәхес булараҡ та асырға тырышырбыҙ, тормошон, йәшәйешен, ижадын күҙалларбыҙ.

- Ғәзим, был һорау барыһын да ҡыҙыҡһындыралыр: ниндәй йылғаның һыуын һыулап үҫтең?

- Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙең ауылда 8 йыллыҡ мәктәп, шуға күрә уҡыуҙы Мәҡсүттә тамамлап ҡуйҙым. Әсәйем Разия Исмәғил ҡыҙы халыҡ йырҙарын иҫ киткес оҫта башҡарҙы, олатайым Исмәғил Сәйфелмөлөк улы ла матур тауышлы булды. Етмәһә, оҫта бейеүсе тигән даны ла бар ине. Саҡырылған еренә һәр саҡ хром итеген ҡыҫтырып йөрөй торғайны. “Перовский”ҙы өҙҙөрә баҫып бейеүе лә күҙ алдында. Тимәк, мин йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып, йырҙы аңыма һеңдереп үҫкәнмен.

- Һеҙҙе лә оҫта бейей, тиҙәр?

- (Көлә). Бейергә яратам! Йәшерәк саҡта клубта бейергә төшһәм, ҡыҙҙар оялышып бейемәй ҙә ҡуя торғайнылар.

- Ғәзим, һин оло сәхнәгә тормош тәжрибәһе туплағас ҡына күтәрелдең дә, аяҙ көндә йәшен ялтлағандай, тамашасыны үҙ йырҙарың менән әсир иттең. Шуға ҡәҙәр ҡайҙа йөрөнөң?

- Быға тиклем Күгәрсен районының Мораҡ мәҙәниәт йортонда егерме йылға яҡын эшләнем һәм үҙебеҙҙең Күгәрсен масштабында ғына сығыш яһаным. Ҙур сәхнәгә сығыуыма әле биш-алты йыл. Ошо дәүер эсендә Башҡортостандың бөтә ауылдарында, ҡалаларында булдыҡ. Ырымбур өлкәһенә сыҡтыҡ.

- Сәнғәткә илткән юлдарың ҡатлаулы ла икән. Аҙашып йөрөнөңмө?

- Армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Мораҡ ауыл хужалығына шофер булып эшкә урынлаштым. Бер йыл эшләгәс, радионан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс үткәрелеүе хаҡында ишетеп ҡалдым. Ошо конкурста ҡатнашып ҡарарға тигән уй мине мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Харис Зәбих улы Абдрахимовҡа килтерҙе. “Нимә эшләй беләһең?” – тип һорағас, “Йырлайым”, – тигән булам (көлә). “Нимә йырлайһың инде?”, “Халыҡ һәм эстрада йырҙарын”, – (был туҡһанынсы йылдың февраль айы ине) тигәс, ул мине район мәҙәниәт йортона эйәртеп алып китте. Йырлатып ҡаранылар. Ошо осрашыу тормошома ҡырҡа боролош яһаны. Ҡайҙа һәм кем булып эшләүемде һорашҡас, “Әйҙә, бында эшкә кил, машина аҫтында өшөп ятҡансы, шул уҡ аҡсаны йырлап алырһың”, – тип үҙҙәренә эшкә саҡырҙы Харис Зәбих улы. Шунан бирле район мәҙәниәт һарайында халыҡ ижады буйынса методист булып эшләп йөрөйөм.

- Үтелгән йылдарға әйләнеп ҡарап, “Эх, ниңә тәүҙән үк ҙур сәхнәгә ынтылманым икән” тигән уйҙар игәмәнеме күңелеңде?

- Яҙмыштан уҙмыш юҡ… (йылмая).

- Бирелгән ошо һәләтте гәлсәрҙәй шымартып, уның сағыу балҡышын ғына үҙ тамашасыңа еткерер өсөн күп эшләргә лә кәрәктер?

- Уны үҙең генә беләһең. Концерт алдынан ете үлеп, ете терелгәндәй тояһың үҙеңде.

- Ҡулыңа алтын балыҡ эләгеп, һинең өс теләгеңде үтәргә белдерһә, ниндәйҙәрен теләр инең?

- Илебеҙ күге тыныс булһын, һәр ғаилә етеш-мул йәшәһен, Аллаһ иҫәнлек-һаулыҡтан айырмаһын.

- Ҡыҙыҡ, Ғәзим, бик йомарт икәнһең. Үҙеңә бер ни ҙә теләмәнең.

- Мин бит яңғыҙ түгел. Илем, халҡым киләсәгенә битараф түгелмен.

- Репертуарыңда эстрада йырҙары ла, халыҡ йырҙары ла бар. Башҡорт халыҡ йырҙарын ҡасан йырлай башланың?

- Йырлау – ул илаһи мәл. Бар булмышым йырлай минең, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда тулҡынланам. Халыҡ йырҙарының эстәлеген белеп йырлаһаң, шул замандағы кешеләрҙең уй-тойғолары, хистәре күңелемә тулыша ла, йөрәгем һулҡылдап ҡуя. Күҙ алдыма шул дәүерҙәге хәл-ваҡиғалар килеп баҫа.

- Йөрәк йылыһын ҡушып йырламаһаң, халыҡ та ҡабул итмәҫ ине.

- Тап шулай! Моңло йырлау бер булһа, халыҡҡа еткереп башҡарыу – икенсе эш. Халыҡ ошо йырҙы тыңлап тетрәнергә, аңларға, ҡабул итергә, хәтерендә ҡалдырырға тейеш.

- Яратып башҡарған йырҙарыңды айырып әйтә алаһыңмы?

- Миңә уларҙың барыһы ла оҡшай. Үҙ балаларым кеүек. Башҡорт халыҡ йырҙарынан торған ғына концерт та биреп булыр ине хатта. Әммә һәр йырҙы ла маҡсатҡа ярашлы итеп, үтемле, тетрәндерерлек итеп йырлар өсөн күп эшләргә кәрәк. Уның иһә үҙ нескәлектәре, үҙ ҡанундары. Һәр йырҙың мелизматикаһы – бөгөлдәре төрлө. Шуға күрә ҡайһы берҙәрен башҡара алмаҫмын тигән уй башҡорт халыҡ йырҙарына бик етди ҡарарға мәжбүр итә. Рамаҙан Йәнбәков, Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек йырҙарҙы еренә еткереп, уны бар матурлығында, боҙмайынса йырлағандар, үкенескә ҡаршы, юҡтыр.

- Сәхнәлә нимәне өнәп еткермәйһең?

- Йәштәрҙең еңел-елпе йырҙар менән сығыш яһауҙарын. Йырҙарының ни һүҙҙәре мәғәнәле түгел, ни моңо юҡ. Ошо проблеманы күҙ уңында тотһалар ине.

- Район мәҙәниәт йорто исеменән концерт менән йөрөйһөң. Сығымдарҙы күтәрешеүселәр бармы?

- Аллаға шөкөр. Хакимиәт башлығы Фәрит Мырҙагилде улы Мусинға рәхмәтлемен. Ул һәр ваҡыт ыңғай ҡарашта. Беҙҙең бөтә теләктәребеҙҙе лә тормошҡа ашырырға ғына тора. Райондың элекке етәксеһе – минең ауылдашым, хәҙер Өфөлә йәшәүсе Рәмил Ғиниәт улы Мәзитов костюмдар тектерҙе, әле лә ярҙам итеп тора. Ғүмерем буйы һәйбәт кешеләрҙән уңдым, уй-ниәттәремә теләктәштәр, башҡарған эштәремдә ярҙам ҡулы һуҙыусылар, ғүмер артылыштарын үткәндә таянырҙай дуҫ-иштәрем, шөкөр, бөгөн дә күп. Изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.

- Таң ата ла, төн була, ваҡыт иң матур йылдарыбыҙҙы алып китә. Ваҡыттарҙы туҡтатып булһа, тәүҙә нимәне кире ҡайтарыр инең?

- Йәшлекте һәм кешеләрҙең элекке йылы мөнәсәбәттәрен, йәғни ябайлыҡты, ҡунаҡҡа саҡырышыуҙарҙы.

- Ғәзим, һин – бәхетлеһең?

- Эйе. Бөгөнгөмә, киләсәгемә ышанысым, балаларым иҫәнлеге, туғандарым татыулығы, йәшәргә көс, илһам биргән сәхнәм, тамашасым менән мин бәхетле! Терәк-таяныс, дауылдарға ҡаршы бара алырҙай дуҫтарым менән бәхетлемен! Күкрәк көсө, зиһен зирәклеге, Хоҙай биргән һәләтемде, йырҙарымды баһалап юғары исем биреүҙәре менән дә бәхетлемен!

Әлфирә ӘСӘҘУЛЛИНА әңгәмәләште.

Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр

Концерт менән бер ауылға китеп барабыҙ. Тышта шул ҡәҙәр матур. Ябалаҡлап ҡар яуа. Шул матурлыҡты күҙәтеп, үҙ уйҙарыма бирелеп барғанда баянист егетебеҙ: «Ғәзим. Бөгөн концертты һуҙма. Тиҙ генә бөтөрөп ҡайтабыҙ, сөнки миңә ҡунаҡтар килә. Тиҙ генә, тос ҡына, иң мөһиме ҡыҫҡа булһын», - ти. Ул ваҡытта репертуарымда «Элмәлүк» йыры бар ине һәм мин концертты ошо йыр менән тамамлай торғайным. Күрәм, баянистың ауыҙы ҡолағына еткән, миңә күҙ ҡыҫа. Йырлай башланым. “Эй, элмәлүк” тигән ерендә юрый тегеләрҙең зитына тейергә булдым да «Эйййййй, элмәлүүүүүк» тип һуҙам ғына. Егеттәребеҙҙең күҙе маңлайға мендеме ни, уларға ҡарауым булды шарҡылдап көлдөм дә ебәрҙем. Тамашасыларҙан ғәфү үтенеп, йырҙы яңынан башлап бөтөрөп ҡуйҙым.

***

Балаҡатай районы буйлап гастролдә йөрөйбөҙ. Ниндәйҙер ауылға килеп төштөк (исеме хәтерҙә калмаған). Ауылда концертҡа халыҡ әүҙем йөрөй. Бында ла клуб шығырым тулы. Һыймағандары хатта клуб тышында тора.

«Тышта ғына йырла ла ҡуй» - тиҙәр. Аппаратура ҡора башлағайныҡ, ике диск, микрофон һәм пульттың булмауы асыҡланды. Аптырағас ике егетте аппаратура артынан ебәрҙем, ә бит ара ла йыраҡ ҡына, утыҙ саҡрым тирәһе. Хәҙер нишләргә тип уйланып торорға ваҡыт юҡ, йыйылған халыҡты ебәрмәҫ өсөн баян, ҡурай менән микрофонһыҙ сәхнәгә сығып баҫтым. Халыҡ рәхәтләнде. Инде репертуарҙағы бар йырҙарҙы ла йырлап бөттөм тигәндә, егеттәребеҙ ахылдашып килеп инде. Был юлы урамдағы халыҡ тыңлап рәхәтләнде.

***

Сәхнәлә башҡорт халыҡ йыры «Сәлимәкәй»ҙе йырлап торам. Образға инеп, бар күңелемде һалып йырлағанда ҡолағым төбөндә себен безелдәй башланы. Тамашасыға һиҙҙермәй генә ҡулды күтәргән кеүек итеп ҡыуҙым тегене. Инде тынысланып йырҙы һуҙам тигәндә йәнә теге себен пәйҙә булды . Был юлы ауыҙға инеп килә, йә танауға тейеп-тейеп ала. Хәҙер ирекһеҙҙән микрофонды һелтәп-һелтәп алам. Халыҡ көлә башланы. Ә мин ғәрлектән шыбыр тиргә баттым. Йәнә ҡыуҙым. Ҡурҡып ҡына көтөп торам. Йәнә бимазаламаҫмы икән тип. Бер мәл йыр менән бергә залда безелдәгән тауыш ишетелде. Аптырай төштөм. Әҙ генә шымып тора ла, сиңерткә кеүек йәнә безелдәй, үҙ йырын һуҙып ҡуя. Халыҡ йәнә көлә. Ҡараһам, ҡулымдағы микрофонға себен ҡунаҡлаған да миңә төбәлеп безелдәп тора. Ҡараным да көлә башланым. Һис туҡтап булмай. Себен шунан һуң юҡҡа сыҡты. Ә мин халыҡҡа себен менән дуэт йырланыҡ тип көлә-көлә концертыбыҙҙы дауам иттек. Шул хәл мине аптыратты ла, бер аҙ ҡурҡытты ла… Әллә йыр яратҡан себен булды, әллә берәй аҙашҡан йән...

Читайте нас: