Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
10 Июль 2019, 13:08

Сәхнә - минең өсөн изге урын

#Шоңҡаржурналы Сәхнә – ул минең өсөн изге урын. Шуға ла йырҙарҙың тәрән мәғәнәлеләрен, моңлоларын эҙләйем. Уны башҡарғың килеп кенә торһон. Һүҙҙәре йөрәгеңде йырып сығып, тамашасы күңеленә үтеп инһен, уларҙан бөркөлгән энергетика ҡабаттан үҙеңә әйләнеп ҡайтһын. Шуларҙы тоймаһаң, сәхнәгә сығыуҙың мәғәнәһе лә юҡтыр.

Баш ҡаланан ситтә ғүмер кисереүсе сәхнә әһелдәрен тап итеүе анһат түгел. Теге йәки был йомош менән Өфөгә йыш ҡына юлдары төшөп торһа ла, эштәренең осона сыҡҡас та ҡайтыу яғына ашығалар. Сибай филармонияһы солисы, ҡабатланмаҫ моң эйәһе Радмир Туйсин менән телефон аша бәйләнешкә ингәндә уның Салауат ҡалаһынан Өфөгә юлланған сағы ине. Республиканың көньяҡ райондарында гастролдәр ойоштороу мәшәҡәттәре менән йөрөгән мәле икән. Телевидениелағы эштәрҙе тамамлағас, һеҙҙең янға ла һуғылырмын, тигәйне ул. Һүҙендә торҙо, һөйләшелгән ваҡытҡа килеп етте. Тик ут алырға ингән күрше сүрәтендә генә. “Ярты сәғәт кенә ваҡытым бар, кискеһен Сибайҙа филармониябыҙ директоры Вәкил ағай Йосоповтың юбилейына бағышланған концерт, шунда сығыш яһарға тейешмен. Уның үҙе менән бергә бер йыр ҙа башҡарасаҡбыҙ әле”, – тине. Шул ҡыҫҡа ғына арауыҡта йырсының тормошо һәм ижади пландары хаҡында бер ни тиклем мәғлүмәткә эйә булдыҡ.

Мин ғаиләлә унынсы бала
- 11 бер туған беҙ: алты – ир, ете ҡыҙ бала. Ғаиләлә унынсы булып донъяға килгәнмен. Үҙемдән кесе 1982 йылғы тағы ла бер ҡустым бар. Иң өлкәнебеҙ 1958 йылғы. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуғанмын. 75 йәшен тултырған әсәйебеҙ бөгөн дә шунда ғүмер кисерә. Йәшерәк сағында ул да сәхнәләрҙә сығыш яһай ине. Әле лә мәжлестәрҙә моңло итеп йырлай. Атай мәрхүм дә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен оҫта башҡарҙы. Улар икеһе лә колхоз эшенән бушаманы. Бала саҡтағы ваҡиғаларҙы бәйнә-бәйнә хәтерләмәйем. Күмәк булғас ни, эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа мул ине. Ғаиләлә бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт хөкөм һөрҙө. Беҙҙе апайҙар үҫтерҙе, тиһәң дә хата булмаҫ. Ҡанат нығытҡас, бер-бер артлы тыуған йортто ҡалдырып китә торҙоҡ.
Ауылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, шул йылды ғына асылған (1997) Сибай сәнғәт училищеһына уҡырға индем. XI синыфта “Ирәндек моңдары” халыҡ йырҙары конкурсында ҡатнашҡайным. Шунда Сибай сәнғәт училищеһын ойоштороусыларҙың береһе, оҙаҡ йылдар ошо уҡыу йорто менән етәкселек иткән билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Камил Абдрахман улы Вәлиев мине махсус үҙе саҡырҙы. Төркөмдәштәрем – береһенән-береһе талантлы егеттәр. Училищеның тәүге ҡарлуағастары тип атанылар беҙҙе. Уҡып бөткәс өс ай Баймаҡта эшләнем дә, Учалы филармонияһына сығып киттем. Өфөгә килеп, “Мираҫ” фольклор ансамбленә урынлашып, ярты йыл самаһы баш ҡалала йәшәп алырға ла тура килде. Әммә ул эш күңел ихтыяжымды ҡәнәғәтләндермәне. Етмәһә, төрлө милләт костюмдарын кейеп сәхнәгә сығаһың. Һиҙеп торам, миңә улар бөтөнләй
килешмәй. Бер мәлде таныштар ансамблдең сығышын телевизорҙан күреп ҡалып, шул фекерҙе ҡеүәтләй башланы. Ахырҙа, йәнә Учалы филармонияһына әйләнеп ҡайттым. Ә Сибайға күсеп йәшәй башлауыма хәҙер ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте.

Ҡоҙа менән ҡоҙаса… мөхәббәткә юл аса
Әүҙем сәхнә эшмәкәрлеге алып барған кешенең ышаныслы һәм ныҡлы тылы булырға тейеш. Кире осраҡта ижадсыға ауырға тура киләлер. Был йәһәттән, тфү-тфү, бер үк күҙ тейә күрмәһен тим, ифрат бәхетлемен. Үҙемде ярты һүҙҙән аңлап торған кәләшем, береһенән-береһе илгәҙәк ике ҡыҙым булғаны өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен. Ҡатыным – һөнәре буйынса уҡытыусы. Сәнғәт училищеһында актерҙар әҙерләү бүлегендә лә уҡыны. Таулыҡайҙан ул. Ҡоҙа менән ҡоҙаса ла беҙ. Уның менән студент йылдарында ныҡлап танышып, дуҫлашып киттек тә, мин өсөнсө курста уҡығанда өйләнештек.

Эх, ҡыҙ балаларым…
Өлкән ҡыҙым – Ынйыгөл, кесеһе – Алтынай. Артист халҡының ни шул инде, өйҙә торған сағы һирәк. Йонсоп ҡайтып, ҡыҙҙарымды тубығыма ултыртып иркәләп алһам, арыуым ҡул менән һыпырып ташлағандай була. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмайынса, улар менән ихласлап ултырып аралашам. Көндө нисек үткәреүҙәре, өлкәненең мәктәптәге уңыштары, кесеһенең балалар баҡсаһындағы яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынам. Һәр ҡайһыһын ентекле итеп тыңларға тырышам. Ә улар шундай аҡыллы хәбәрҙәр һөйләй. Ҡайһы берҙә һин белмәгән нәмәне әйтеп ҡуйыуҙары ихтимал. Бәхеттәрен, тәүфиҡтәрен барһен Хоҙай.

Коттеджың нисә ҡатлы?
Күптәр артистарҙың барыһы ла бай йәшәй тип уйлай. Минән дә унда-һанда “Радмир туған, коттеджың нисә ҡатлы?” тип һорап ҡуйыусылар табыла. Әлегә Сибайҙа бер бүлмәле фатирым ғына бар, коттеджын да төҙөрмөн, Аллаһы Тәғәлә насип итһә, тип яуаплайым. Хыялбай бит мин. Уй-ниәттәрҙең осо-ҡырыйы юҡ. Уларҙы нисек тә булһа тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләйем. Яҙмыш ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә алға барырға, һөнәри йәһәттән дә бер урында туҡтап ҡалмаҫҡа, яңы үрҙәргә ынтылырға тырышам.

“Туй” студияһы хаҡында
Туйсиндар нәҫеле хаҡында ишетергә тура килгәне барҙыр. Рәмил ағайым үҙен оҫта педагог, талантлы йырсы, ҡурайсы, композитор һәм режиссер итеп танытты, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ҡолсора ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып эшләүсе Флүрә апайым райондың мәҙәниәт тормошонда үҙенең үҙенсәлекле эш алымдары менән билдәле. Айнур ҡустыбыҙ ҙа йырға маһир. Ҡалғандарҙың да тауыштары моңло, шулай ҙа әлегә ҙур сәхнәгә сыҡҡандары юҡ.
Үҙебеҙҙең ғаиләнең айырым концерттарын ойоштороу маҡсаты күптән йәшәй ине. Бер нисә йыл элек туғандарым менән кәңәшләшеп, “Туй” тип исемләнгән студия булдырырға, тамашалар, үҙенсәлекле проекттар менән халыҡты ҡыуандырырға уйланыҡ. Беҙгә республиканың төрлө район-ҡалаларында гастролдәр менән йөрөргә тура килә. Бер туғандарҙың сығышынан ғына торған концертты тамашасы яратып ҡабул итә. Ҡайһы берҙә шундай йылы һүҙҙәр, изге теләктәр еткереп ҡуялар, улар йөрәккә май булып ята. Стәрлебаш районында бер татар ағайының сәхнәгә менеп телмәр тотҡаны хәтеремдә. “Күптән инде бындай тамаша ҡарағаным юҡ, ә бит концерттар менән килеп торалар. Шул иҫәптән Татарстандан да. Әммә һеҙҙең сығыштарҙың кимәле юғарыраҡ. Башҡортостан менән генә сикләнмәгеҙ, Ҡазанға ла, Мәскәүгә лә, башҡа ҙур ҡалаларға ла барып етегеҙ”, тигән һүҙҙәр еткереп, күңелде ҡанатландырҙы ул. Шулай ҙа, үкенескә ҡаршы, матди сәбәптәр арҡаһында, әлегә ундай маҡсатты бойомға ашырырлыҡ мөмкинлек юҡ.
Ә былай аппаратура йыйып бөттөк инде. Алда микроавтобус булдырыу мәсьәләһе тора. Киләсәктә концерттарға ижадташ дуҫтарҙы ла йәлеп итеп, сығыштарҙы төрлөләндерергә тигән ниәт тә бар. Юғиһә, Туйсиндарҙың тауышы бер-береһенә оҡшаш бит. Рәмил ағайым ижад иткән һәм хәҙер инде беҙҙең ғаиләнең гимнына әүерелгән йырҙағы һүҙҙәр менән әйткәндә :
Уйҙарыбыҙ – бер,
Йыҙарыбыҙ – бер,
Ни хәл итһәк тә,
Бер туғандар беҙ…

“Донъя бит ул” йырына биш йыл тотона алманым
Тамашасы ҡаршыһына сығыр алдынан һәр саҡ ниндәйҙер еңелсә тулҡынланыу тойғоһо кисерәһең. Ә инде сәхнәлә пәйҙә булғас, ул хис юҡҡа сыға һәм үҙеңде серле бер донъяға юлыҡҡандай тояһың. Сәхнә – ул минең өсөн изге урын. Шуға ла йырҙарҙың тәрән мәғәнәлеләрен, моңлоларын эҙләйем. Уны башҡарғың килеп кенә торһон. Һүҙҙәре йөрәгеңде йырып сығып, тамашасы күңеленә үтеп инһен, уларҙан бөркөлгән энергетика ҡабаттан үҙеңә әйләнеп ҡайтһын. Шуларҙы тоймаһаң, сәхнәгә сығыуҙың мәғәнәһе лә юҡтыр. Күрә белһәң, моңло йырҙар күп ул. Нимә башҡарырға икән тип аптырап йөрөргә тура килмәй. Йылына тиҫтәгә яҡын яңы йыр яҙҙырам. Ҡайһы берҙәрен репертуарға алыр алдынан оҙаҡ уйлайым. Әйтәйек, “Донъя бит ул” тигәненә биш йыл самаһы тотона алмай йөрөнөм. Бер мәлде Айнур ҡустым “ағай, ниңә шул йырҙы яҙҙырмайһың, берәйһе сәхнәгә сығарғанын көтәһеңме ни?” тип шелтәләп алғайны, өс көн эсендә эште тамамлап ҡуйҙым. Һәм оҙаҡҡа һуҙмай ғына Өфөгә килеп клип төшөртөп тә ҡайттым. Әлеге әйбер миңә халыҡ араһында популярлыҡ яулауға ярҙам иткән төп йыр булды тиһәм дә хаталанмам.

Һабантуйҙа көрәшеп ете тәкә алдым
Күптәрҙең буй-һыныма иғтибар итеп, һин, егет, моғайын да спорт менән шөғөлләнәһеңдер, тигәне бар. Ысынлап та шулай. Был өлкәгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан уҡ көслө булды. Мәктәп йылдарында районда ауырлыҡ категорияһы буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй инем. Волейбол, баскетбол командаларының капитаны ла булдым. Һабантуйҙарҙа көрәшеп ете тәкә алдым. Һуңғы еңеүем кескәй ҡыҙымдың йәше тулған көнгә тура килде. Әле спорт менән әүҙем шөғөлләнергә ваҡыт юҡ. Шулай ҙа был ғәҙәтемде ташларға теләмәйем. Ике-өс көн өйҙә торорға тура килһә, түҙмәйем, спортзалға йүнәләм.

Замандаштарыма әйтер һүҙем
Минеңсә, милләт яҙмышына һәр кем үҙенең өлөшөн индерергә тейеш. Хатта бурыслы тиһәм дә хата булмаҫ. Әллә ниндәй бөйөклөктәр эшләү талап ителмәй. Һис юғы туған телеңдә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы уҡы, ауылға концерт килһә, вайымһыҙлығыңды ситкә ҡуйып, барып күреп, күңел асып, рухи аҙыҡ алып ҡайт. Донъя мәшәҡәтенә сумып, яҙмышҡа зарланып ултырмайыҡ. Беләм, ауырлыҡтар бер кемде лә урап үтмәй. Әммә тормоштоң матурлығын да күрә беләйек. Бер генә йәшәйбеҙ бит…

Г. Батыршина яҙып алды, 2013.
Читайте нас: