Шоңҡар
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
12 Август 2019, 17:02

“Моң – кешенең эске тойғоларын сағылдыра торған мөғжизә…”

Диләрә – сәскәләй наҙлы, нәзәкәтле, сибәр ҡыҙ. Уның һөйләшеүе лә йыр һымаҡ яңғырай. “Башҡортостандың алтын сопраноһы” тигән исемгә лайыҡ һылыуҙа һауаланыуҙың әҫәре лә юҡ. Ул үҙенең тыйнаҡлығы, нәзәкәтлелеге менән әсир итте. Әңгәмәлә һүҙ моң донъяһы, уны уңышҡа илткән юлдар хаҡында.



Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, юғары музыка сәнғәтендә ҙур уңыштарға өлгәшкән талантлы яҡташыбыҙ Диләрә Иҙрисова менән осрашыу алдынан бер аҙ тулҡынландым. Ни тиһәң дә илаһи музыка сәнғәте хаҡында әңгәмә көтә. Телефон аша аралашыу мәлендә үк уның тәртип яратыуын, үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсан зат булыуын тойҙом. Хәйер, уңышлы кешеләрҙең барыһы ла шулай. Йәнә Диләрә сәскәләй наҙлы, нәзәкәтле, сибәр ҡыҙ. Уның һөйләшеүе лә йыр һымаҡ яңғырай. “Башҡортостандың алтын сопраноһы” тигән исемгә лайыҡ һылыуҙа һауаланыуҙың әҫәре лә юҡ. Ул үҙенең тыйнаҡлығы, нәзәкәтлелеге менән әсир итте. Әңгәмәлә һүҙ моң донъяһы, уны уңышҡа илткән юлдар хаҡында.
– Диләрә, донъя кимәлендә ҙур-ҙур еңеүҙәр яулайһың. Был ҡаҙаныштар һиңә нисек тәьҫир итә? Әйтәйек, күптән түгел Тулузалағы Халыҡ-ара вокалистар конкурсында икенсе Гран-при һәм “Тамашасы һөйөүе” призын яулағандан һуң нимәләр кисерҙең?


– Тулузалағы конкурс – донъя вокал сәнғәте өлкәһендәге иң етди сараларҙың береһе. Шуға күрә һайлап алыу турын үткәс, бик шатландым. Маҡсатым – беренсе турҙа һәйбәт итеп йырлау ине, еңеү тураһында уй ҙа булманы. Бындай ҙур дәрәжәле конкурста сығыш яһау мөмкинлеген генә лә бәхет тип ҡабул иттем. Бәлки, шуға ла уңышлы сығыш яһағанмындыр... Конкурста беренсе дәрәжә Гран-при бер кемгә лә тапшырылманы, икенсеһен мин алдым. Шулай булғас, ҡыуанысымды аңлайһығыҙҙыр! Әммә бәхеткә илереп оҙаҡ йөрөмәнем, ҡайтыу менән, ғәҙәттәгесә, башкөллө эшкә сумдым.


– Нимә ул һинең өсөн моң?


– Моң – кешенең эске тойғоларын сағылдыра торған бер мөғжизә. Драма театрында актер һүҙ ярҙамында эшләй, балетта – хәрәкәттәр, ә операла һүҙ ҙә, хәрәкәт тә, музыка ла бар. Опера – сәнғәттең иң гүзәл төрөлөр, тип уйлайым.


– Яңылышмаһам, хеҙмәт юлың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башланмаған. Һин бында урау юлдар аша килгәнһең?


– Хеҙмәт юлым Стәрлетамаҡ филармонияһында башланды. Өфө сәнғәт академияһынан һуң, ысынлап та, театрҙа урын юҡ, тинеләр, хатта филармонияға ла алманылар. Уҡыуҙы тамамлағас та шундай ҡаршылыҡҡа осрау бик ныҡ кәйефте ҡырҙы, әлбиттә. Ярты йыл эш таба алмай йонсоном. Ләкин инәйемә (Диләрә диалектҡа ярашлы, әсәһенә инәй тип өндәшә. – Авт.) һәм башҡа яҡындарыма минең өсөн эш һорап йөрөйһө булмағыҙ, барыһын да үҙем хәл итермен, тип киҫәтеп ҡуйҙым. Берҙән-бер көндө миңә Стәрлетамаҡ филармонияһының художество етәксеһе Лира Әнүәр ҡыҙы Фәйзуллина шылтыратты ла: “Аңлайым, һин операла йырларға теләйһең һәм, әлбиттә, ҡасан да булһа театрҙа йырлаясаҡһың. Әйҙә, әлегә беҙҙә эш башла. Китер булһаң, тотҡарлап тормабыҙ”, – тине. Ризалаштым. Мине шундай ҡатмарлы мәлемдә ҡанатландырып ебәргәне өсөн Лира Әнүәр ҡыҙын һәр ваҡыт рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Стәрлетамаҡта ике аҙна ла эшләп өлгөрмәнем, Силәбе опера театрына саҡырҙылар. Әлбиттә, бик теләп эшләнем унда, опера сәхнәһендәге тәүге аҙымдарымды шунда яһаным. Бер миҙгел эшләгәс, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға – Мәскәү консерваторияһына аспирантураға уҡырға барырға ҡарар иттем. Әммә Силәбе театры етәкселәре, йә уҡыйһың, йә эшләһең, тип һайлау алдына ҡуйҙы. Мин, әлбиттә, белемде камиллаштырыу, үҙеңде үҫтереү мөһимерәк тигән фекерҙә инем. Һөҙөмтәлә Мәскәүҙе һайланым. Шул арала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ла урын табылды. Эшләп тә, уҡып та йөрөнөм. Хәҙер инде аспирантураны ла тамамланым.


– Һин хәҙер ай һайын тиерлек сит илдәрҙә сығыш яһайһың. Киләһе сығышың ҡайҙа?


– Швейцарияның Лозанна ҡалаһында. Композитор И. Хассеның “Сирой” операһында йәш хәрби – генерал Аракс ролен башҡарасаҡмын (Әңгәмә әҙерләнгән мәлдә Диләрә уңышлы сығыш яһап ҡайтты. – Авт. ). Әйткәндәй, уны концерт вариантында Мәскәүҙә, Краковта (Польша) һәм Амстердамда (Бельгия) ла ҡуйғаныбыҙ булды. Ә был юлы тамашасыға спектакль вариантында тәҡдим итәсәкбеҙ.


– Ә Европаға юлды нисек ярҙың һуң?


– Мәскәүҙә аспирантурала уҡыған саҡта бер көндө әхирәтем мине Великобританиянан килгән Дебора Йорк исемле йырсының мастер- класын ҡарарға саҡырҙы. Унда консерватория студенттары, аспиранттары йырланы. Минең йырларға ниәтем дә, әҙерлегем дә юҡ ине. Тик дәрес тамамланыр алдынан Дебора: “Бер нисә минут ҡалды. Кем йырларға теләй?” – тип мөрәжәғәт иткәс, көтмәгәндә әхирәтем: “Бына ошо ҡыҙҙың йырлағыһы килә!” – тип әйтеп һалмаһынмы! Башта юғалып ҡалдым. Тиҫкәреләнеп ултырып булмай бит инде, сығып йырларға тура килде. Ә дәрес тамамланғандан һуң яныма бер ҡатын килеп, исемемде, телефонымды һорап алды (ул консерваторияның йәш уҡытыусыһы Екатерина Антоненко булып сыҡты). Һуңынан минең хаҡта ағаһы – пианист, дирижер, опера агенты Михаил Антоненкоға хәбәр иткән. Күп тә үтмәй, Михаил минең менән бәйләнешкә сығып, танышып киттек, һәм бергә эшләй ҙә башланыҡ. Ул минең яҙмаларымды Грециялағы “Парнассус” исемле опера агентлығына тәҡдим итте һәм 1–2 айҙан мин ошо агентлыҡтың эксклюзив солисткаһы инем инде. Шулай итеп, минең яҙмышымды осраҡлы ғына сығышым хәл итте лә ҡуйҙы!

“Парнассус”тағы тәүге эшем – Г. Ф. Генделдең “Александр” операһындағы төп роль – Лизаура роле булды. Был әҫәрҙе 2014 йылда тәүләп Мәскәүҙең Чайковский залында ҡуйҙыҡ, 2015 йылдың июль айында иһә Германияла Гендель фестивалендә сығыш яһаныҡ. Хеҙмәттәшлек шулай башланды. “Парнассус”бер урында ултырмай, төрлө илдәрҙә сығыш яһайбыҙ. Ундағы һәр спектаклгә төрлө илдәрҙән йырсылар саҡырыла. Миңә йыш ҡына исемдәре бөтә донъяға билдәле Юлия Лежнева (Мәскәү), Макс Ценчич (Австрия), Франко Фаджоли (Италия), Хуан Санчо, Хавьер Сабата (Испания) һ.б. йырсылар менән бергә сығыш яһарға тура килә.


– Ә яңынан-яңы операларҙы нисек өйрәнеп өлгөрәһең?


– Өлгөрөргә тырышам инде. Саҡырыу алғас та, операның ноталарын өйрәнеү, текстарын ятлау башлана. Ҡайһы саҡта миңә видеояҙма ебәрәләр. Яҙманы ҡарап, үҙ аллы өйрәнәм. Һәм тейешле илгә барғас, ҡуйыусы режиссер, дирижер, башҡа артистар менән эшкә тотонабыҙ. “Парнассус”ҡа яңы килеп ҡушылған йырсы булараҡ, мине йыш ҡына әҙер спектаклгә тиҙ арала “индереп” ебәрәләр. Аңлап тораһығыҙҙыр, бындай эш – ул һәр ваҡыт ҙур стресс. Етмәһә, коллегаларың донъя кимәлендәге йондоҙҙар булһа! Ә инде постановка өсөн ваҡыт күберәк бирелһә, репетицияларҙан ләззәт алаһың, рәхәтләнеп эшләйһең. Быйыл йәй, мәҫәлән, Афина ҡалаһында Генделдең “Сципион” операһы ҡуйылды. Ай буйы эшләнек унда. Эш көсөргәнешле булһа ла, мин бик ҡәнәғәт ҡалдым, сөнки ентекләп әҙерләнергә мөмкинлек булды. Әммә бындай мөмкинлектәр йыш тәтемәй.


– Ошондай ҙур һорау менән ҡулланған йырсы булырмын тип күҙ алдына килтерә инеңме?


– Уйҙарым – үҙебеҙҙең опера театры хаҡында ине. Сит илдәрҙә сығыш яһап йөрөү тураһында хыялланырға ла ҡыймай торғайным…


– Йырсының уңышын нимә билдәләй?


– Уңыштың сере – көндәлек хеҙмәттә. Уның нигеҙе бала саҡта уҡ һалына. Мин Өфө махсус музыка колледжында уҡыным. Колледжда тәртип ҡаты булды, класыбыҙ ҙа бик көслө ине, сәмләнеп уҡыныҡ. Дәрескә әҙерләнмәй килеү оят һаналды. Мәктәптә сәғәт һигеҙҙән алып көн буйына шөғөлләнәһең: дөйөм мәктәп программаһы буйынса фәндәр музыка дәрестәре менән аралашып бара. Фортепиано артында көн һайын сәғәттәр буйына шөғөлләнеү талап ителә. Дәрестән ҡайтҡас та эш дауам итә: өйгә бирелгән дәрестәрҙе башҡарырға кәрәк бит әле… Иҫемдә, һәр саҡ ваҡыт етмәй торғайны, тәүлектә бары 24 кенә сәғәт бит! Шуға күрә эшһеҙ генә йөрөгәнемде хәтерләмәйем. Минең уйымса, бала саҡтан бындай ҡаты тәртип бик кәрәк – ул кешене теүәллеккә, ваҡытыңды самалай белергә өйрәтә. Һәм әлбиттә, ғаиләңдә аңлауҙары, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙары шарт. Мөмкинлектәреңде асырҙай уҡытыусыларға эләгеүең яҡшы. Иң мөһиме, музыкаға һөйөү кәрәк инде. Даланлылыҡ йәки уңыш йылмайыуы ла мөһим, сөнки Рәсәйҙә шәп йырсылар бик күп. Опера йырсыларын күҙ уңында тотам. Тик һәммәһенең дә “кәрәкле ваҡытта кәрәкле урында” була алмауы, кемдер ишетеп, иғтибар итеү мөмкинлеге сыҡмауы ла ихтимал.


– Педагогтар хаҡында һүҙ сыҡҡас, Миләүшә Мортазина тураһында телгә алмау яҙыҡ булыр. Бәлки, ул һеҙҙе шулай сыныҡтырғандыр?


– Яҡшы уҡытыусының ҡулына эләгеү – йырсы өсөн бигерәк тә мөһим. Мин данлыҡлы вокал мәктәбе – Миләүшә Ғәлиевна Мортазина мәктәбен үтеүем менән ғорурланам. Был мәктәп күптән инде Башҡортостаныбыҙҙы бөтә Ер шарына танытты.

Уның сере нимәлә, тип һораһағыҙ, яуабым шул: Миләүшә Ғәли ҡыҙы йәш йырсының эске потенциалын – мөмкинлектәрен тойомлай белә. Әле асылырға ла өлгөрмәгән тауыштың идеаль яңғырашын алдан ишетеп, баштан уҡ Европа кимәлендәге сифатлы яңғырашҡа өлгәшергә ынтыла. Шул үтә лә юғары стандарттар буйынса эшләгәнгә күрә, уның класында уҡыу анһаттан түгел. Эйе, Миләүшә Ғәлиевна бик талапсан, ҡайсаҡ хатта бик ҡаты. Йырлай алһаң – йырлайһың, йырлай алмайһың икән – ана бара юлың! Дәрестән илап сыҡҡан саҡтар ҙа булды… Хәҙер шуны аңлайым, уның талапсанлығы беҙҙе –уҡыусыларын – ысынлап та сыныҡтырған.

Һәм, әлбиттә, Миләүшә Ғәлиевна йырларға ғына өйрәтмәй, ул уҡыусыһын шәхес итеп тәрбиәләй. Мин әле лә өйөнә барып, яңы өйрәнгән партиямды йырлап ишеттермәйенсә, уның фатихаһын алмайынса, сәхнәгә сығармайым. Ул хуплаһа, тимәк, сығышҡа әҙерһең, тигән һүҙ. Сәнғәттә лә бит, спорттағы кеүек, яныңда ышанған кешең булыуы бик мөһим. Әйтәйек, театрҙың балет артистары һәр ваҡыт педагог-репетиторҙары менән шөғөлләнә. Һәм был дөрөҫ тә. Йырсыларға ла шулай кәрәк, тип уйлайым. Һис шикһеҙ, һәр кемдә үҙаллылыҡ тәрбиәләргә кәрәк ул. Әммә йырсы бит үҙ тауышының яңғырашын дөрөҫ ишетмәй, тойомлауға ғына таяна. Ә педагог уны ситтән тыңлап, хаталарын ишетеп, төҙәтергә ярҙам итә. Шуға күрә Миләүшә Ғәлиевнаның кәңәштәре минең өсөн баһалап бөткөһөҙ хазина. Бер мин генә түгел, хатта ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар ҙа, Өфөгә ҡайтҡан арала, уға барып, тауыш аппараттарын “көйләп” китә. Бына шундай принципиаль, тура һүҙле, талапсан кәңәшсең булыу – үҙе бәхет бит ул!


– Үҙең дә шул юлды һайлар инеңме?


– Аспирантураны тамамлағас, юғары уҡыу йортонда уҡыта алам, әлбиттә. Әммә мин бының ни тиклем ҙур яуаплылыҡ икәнлеген аңлайым. Педагог булыр өсөн диплом ғына етмәй бит, бында айырым һәләт, уҡытыусы таланты кәрәк. Уйлап ҡараһаң, кешенең яҙмышы һинең ҡулыңда, тигән һүҙ бит ул! Әле мин үҙемде дәрес бирерлек кимәлгә еттем, тип әйтә алмайым. Бәлки, берәй ҡасан… Әлегә был хаҡта һүҙ йөрөтөргә иртәрәк.


– Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайһың. Шул ваҡытта нимәләр кисерәһең? Әйтәйек, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда…


– Иҫемдә, Зальцбургта “Таштуғай”ҙы йырлағайным. Концерттан һуң бер апай яныма килде лә инглизсәләп: “Нимә тураһында был йыр?” – тип һораны. Мин уға йырҙың тарихын һөйләп биргәс: “Шулай тип уйлағайным да. Телегеҙҙе белмәһәм дә, моғайын, кеше тыуған иленә йәки һөйгән йәренә бағышлап ҡына ошолай тәьҫирләнеп йырлай алалыр, тип уйлап ултырҙым”, – тине. Уның музыка аша йырҙың мәғәнәһен аңлауына ғәжәпләндем дә, ҡыуандым да. Минең өсөн бик ҡиммәтле асыш булды был. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәре шул тиклем тәрән, матур. Кеше күңелендәге иң тәрән кисерештәрҙе сағылдыра ала бит улар. Халҡыбыҙ йырҙарын йәнә Италияла, Болгарияла йырлағаным булды, һәм ҡайҙа ла уларҙы ихлас һоҡланып тыңланылар.

Ә спектакль алдынан нимә кисерәмме? Бик ныҡ тулҡынланам. Был барлыҡ йырсыларға ла, актерҙарға ла хастыр, моғайын. Һәм уны һәйбәт билдә, тиҙәр. Бөйөктәрҙән кемдер: “Әгәр тулҡынланмайһың икән, тимәк, тамашасыға еткерер тойғоларың да юҡ”, – тигән. Дөрөҫ әйткән. Сығыш барышында инде был хаҡта уйламайһың. Персонаждың хис-тойғолары, уның донъяһы менән янаһың. Ул инде – һин түгел, һәм һин булырға тейеш тә түгел.


– Ҡайҙа сығыш яһауы ҡыйыныраҡ: бындамы, әллә сит тарафтарҙамы?


– Әлбиттә, Өфөлә тулҡынланыу күберәк. Ни тиһәң дә залда туғандарым, уҡытыусым ултыра бит!..


– Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә береһенән-береһе матур образдар тыуҙырған өләсәйең Нажиә Аллаярова уңыштарың өсөн ҡыуанып бөтә алмайҙыр, моғайын.


– Әлбиттә,ул минең өсөн бик ҡыуана. Ғүмеремдәге иң беренсе ҙур конкурс – “Ирәндек моңдары”на ла мине 8 йәшлек сағымда өләсәйем алып барғайны. Яҡындарымдың мине аңлауы, һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер булыуы өсөн рәхмәт. Ғаиләбеҙ ифрат татыу һәм берҙәм беҙҙең. Минең иң яҡын әхирәтем – ул инәйем. Уның менән төрлө темаларға һөйләшергә мөмкин. Ул минең серҙәшем генә түгел, ә ярҙамсым да. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ йырҙарын тап инәйемдән өйрәнәм.

– Ә ниндәйерәк хужабикә һин, Диләрә?


– Бөхтәлекте, таҙалыҡты яратам. Бешеренәм, әммә үҙемде аш-һыу оҫтаһы тип әйтә алмайым. Сөнки иркенләп бешеренер өсөн һинең күңелең тыныс булырға тейеш. Ә минең башымда һәр ваҡыт йөҙ төрлө уй ҡайнай: тәү сиратта, әлбиттә, эш тураһында. Әлеге мәлдә 2017 йылдың аҙағынаса минең көн тәртибем, сығыштарымдың исемлеге билдәләп ҡуйылған.


– Башҡорт телендә бик матур һөйләшәһең. Өфөлә ғүмер кисергән өсөнсө быуын вәкилдәре араһында был һирәк күренеш…


– Рәхмәт. Шулай ҙа башҡорт әҙәби телен тағы ла яҡшыраҡ өйрәнергә ине иҫәбем. Сит илдәрҙә инглиз телендә аралашырға тура килә, шуға уны тәрәндән өйрәнәм. Ярайһы ғына үҙләштерҙем тип әйтә алам, әммә сит телде һәр ваҡыт камиллаштырмаһаң, аралашыу ауырлаша. Академияла уҡыған саҡта итальян телен өйрәнә башлағайным, уның менән дә шөғөлләнергә кәрәк, сөнки күберәк итальянса йырларға тура килә. Арияларҙың текстарын үҙем тәржемә итергә тырышам.


– Профессиональ йәһәттән йырсы нисек үҫешә?


– Иң мөһиме – көн дә шөғөлләнеү. Спортсылар һымаҡ уҡ. Пласидо Доминго, мәҫәлән: “Әгәр оҙағыраҡ ял итһәм, тутыға башлайым”, – ти. Был ысынлап та шулай. Тик йырсыға, һаулығыңа, тауышыңа зыян килтермәҫ өсөн, сама белеү мөһим. Үҙеңә уңайлы режим, репертуар һайлай белеү ҙә үҫешкә булышлыҡ итә. Әлегә башҡарырға иртәрәк булған әҫәрҙәргә тотонмау хәйерлерәк. Ҡайһы бер партияларҙың һине үҫтереүе, бәғзеләренең үҫешеңә ҡамасаулап ҡуйыуы ла ихтимал. Шуға ла репертуар һайлағанда уйлап, үҙ мөмкинлектәреңдән сығып, бик һаҡ эш итергә кәрәк.


– Һинең Өфөлә сағыңды тотоуы анһат түгел. Ситтә йөрөйһөң-йөрөйһөң дә, өйөңә ҡайтып ингәс, нимәләр кисерәһең?


– Бик ҡыуанам. Сөнки һағыныуымдың сиге булмай. Мин шундай хис-тойғоға бирелеүсән кешелер, моғайын. Тыуған илем, ғаиләм, яҡындарымдан ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа айырылып тороу ҙа бик ҡыйын. Шуға ла бөтөнләйгә сит илгә күсеп киткән кешеләрҙе төптө аңлай алмайым.


– Тамашасылар һине ниндәй сәскәләр менән ҡыуандыра ала?


– Төрлө сәскәләр яратам, әммә лилиәләрҙе еҫе өсөн үҙ итеп бөтмәйем. Ҡәнәферҙәрҙе ҡайғы сәскәһе тип ҡабул итәм. Баналь яңғырайҙыр, әммә барлыҡ ҡыҙҙар кеүек үк, раузалар яратам. Ялан сәскәләренә, ландыштарға һушым китә.


– Холҡоңдағы ҡайһы сифаттар оҡшамай?


– Инәйемдең, туғандарымдың һөйләүе буйынса, бала саҡта бик ҡыйыу булғанмын. Әммә шул сифатым бөгөн ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Хәҙер күп нәмәләргә ҡыйыулығым етмәгән һымаҡ… Спектакль, концерт алдынан ҡайһы берҙә үҙ-үҙемә асыуланып бөтәм. Әммә, ни тиклем ауыр булһа ла, ҡурҡыуҙарымды еңеп, сәхнәгә сығам. Шунһыҙ үҫеш юҡ. Бер урында тапанып торғоң килмәһә – туҡтауһыҙ үҙ-үҙең менән көрәшергә кәрәк. Холҡомдағы һәйбәт яҡтарҙы табырға тырышам. Ғөмүмән, үҙеңдәге яҡшы сифаттарҙы күрә белергә кәрәктер, тим. Уйлап ҡараһаң, ниндәй генә булһаң да, Ер йөҙөндә һин – берҙән-бер, уникаль йән бит! Йөҙ-ҡиәфәтең дә, уйҙарың да, ҡурҡыуҙарың да, ыңғай һәм тиҫкәре сифаттарың да башҡа берәүҙә лә ҡабатланмай! Һәр кем үҙен ҡабул итергә һәм баһалай белергә һәм шул уҡ ваҡытта кисәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ булырға ынтылырға тейеш.


– Башҡорт ҡыҙҙары тураһында ситтә нимә тиҙәр?


– Бик күп комплимент әйтәләр. Мин быға ғәжәпләнеп тә, ҡыуанып та ҡуям, сөнки беҙҙә, Башҡортостанда, минең кеүек башҡорт ҡыҙҙары күп бит... Ә ситтә башҡаларҙан айырылып торамдыр инде. Башҡортостанды белмәгән кешеләр ҡайҙан килеүемде аңлай алмай: азиат йөҙлө, рус, инглиз телдәрендә һөйләшә, итальянса йырлай... Улар өсөн ғәҙәти булмаған хәл был. Әллә шуға, һоҡланыу һүҙҙәрен сит илдәрҙә бик йыш ишетәм. Шул тиклем ҡанатландыра шундай һүҙҙәр! Сығыштарыбыҙ шығырым тулы залдарҙа үтә, халыҡ шул тиклем дәррәү ҡул сабып, сәскәләргә күмеп оҙата, беҙҙең менән фотоға төшәләр, автографтар алыр өсөн сираттар теҙелә... Беҙҙә – башҡасараҡ. Беҙҙең халыҡ, ғөмүмән, нишләптер хуплау һүҙенә, матур тойғоларын белдереүгә һаран. Күптән түгел Башҡорт академия драма театрына барғайным. Артистарҙың уйнауын һоҡланып ҡарап ултырҙым: шул тиклем талантлылар, матурҙар, ут сәсрәтеп, бар күңелдәрен һалып уйнайҙар! Ә залдағы урындарҙың яртыһы буш, килгән тамашасылар ҙа арлы-бирле генә ҡул сабып ултыра. Сәскәләр сығарыу тураһында һүҙ ҙә юҡ! Артист халҡы өсөн йәнем көйөп ҡайттым... Башҡаларҙы баһалар өсөн, моғайын, кеше башта үҙен баһаларға өйрәнергә тейештер. Үҙен ихтирам итә белһә – башҡаларҙың да ҡәҙерен беләсәк.

Тағы бер миҫал. Францияға Рәсәйҙән дүрт кеше барғайныҡ. Сит илдә Рәсәйҙән килгән икән – барыһын да “рустар” тиҙәр бит инде. Мине “иң тыйнаҡ рус ҡыҙы” (“самая скромная русская”) тип йөрөттөләр. Баҡтиһәң, Мәскәүҙән барған бер рус ҡыҙы менән сағыштырып шулай атағандар икән. Ул ҡыҙ, репетициялар мәлендә нимәлер оҡшамағас, бик ҡаты тауыш ҡуптарып йөрөнө. Уның йәмһеҙ ҡыланышынан миңә лә, башҡаларға ла оят ине... Ҡайҙа ғына барһаң да – үҙ илеңдәме, ситтәме – кеше менән кешесә һөйләшергә кәрәк бит, хәтер ҡалмаҫлыҡ итеп! Үҙен үҙе ихтирам иткән кеше бындай түбәнлеккә төшмәйҙер ул.


– Ҡыҙыҡ, әммә тап “иң тыйнаҡ” йырсы еңеүсе булып сыҡҡан бит! Башҡорт ҡыҙҙары элек-электән тыйнаҡ, әммә кәрәк саҡта сая ла булған. Тимәк, һин дә тап шундайҙарҙан. Донъя сәнғәте күгендә һәр саҡ үҙенсәлекле, нәфис һәм сағыу йондоҙ булып балҡы, ҡабатланмаҫ моңоң менән бар ғаләм халҡын хайран ит, Диләрә!


Һүҙ ҙә юҡ, Диләрә Иҙрисованың уңышы – уның йыр сәнғәтенә мөкиббән бирелеүендә, алсаҡлығында, ихласлығында, эскерһеҙлегендә. Шулай ҙа тәғәйенләнеш, яҙмыш тигән төшөнсәләр ҙә бар бит. Уңыш тигәнең ана шул яҙмыш менән бәйле түгелме икән?! Аллаһы Тәғәлә юҡҡа ғына уны Ер йөҙөнә ҡабатланмаҫ тауышлы йырсы итеп яралтмаған, күрәһең. Милләттәштәребеҙ араһында ошондай һылыуҙарҙың булыуы оло мәртәбә. Уны ваҡытында баһалай, тейешле иғтибар күрһәтә, ҡәҙерләй белеү ҙә мөһим.


P.S. Әйткәндәй, ноябрь аҙағында Диләрә Иҙрисова тәүге “Онегин” милли опера премияһының “Дебют” номинацияһына лайыҡ булды. Еңеүселәр 12 номинацияла билдәләнде. Һайлап алыу турында Рәсәйҙең 22 опера һәм музыка театры ҡатнашҡан. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Санкт-Петербургтың Александрия театрында үтте. Яҡташыбыҙҙы йәнә бер еңеүе менән ихлас тәбрикләйбеҙ!


Читайте нас: