Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
22 Август 2019, 19:09

Халыҡ хазинаһын – халыҡҡа

«Арғымаҡ» төркөмө башҡарған эш ҙур ихтирамға лайыҡ. Улар халыҡты мәҙәни мираҫыбыҙ менән республикабыҙҙа ғына түгел, ә илебеҙ сигендә лә танытыусы, Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөн билдәләүсе аҫыл вәкилдәребеҙ. Боронғо һәм бөгөнгө замандың бәйләнешен булдырыусы милли төркөм ижады менән яҡынданыраҡ танышыу ниәте менән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө солисы, Мәләүез егете Ринат РАМАҘАНОВҠА мөрәжәғәт итергә булдыҡ.

2009 йылда республикабыҙ эстрадаһында «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң аяҡ баҫыуы традицион музыка стиленә нигеҙләнгән ижад донъяһына өр-яңы һулыш өрөп ебәрә. Улар һайлаған үҙенсәлекле башҡарыу алымы, яңы ижади ҡараш халыҡты шаҡ ҡатырһа ла, заманса тегелгән милли сәхнә кейемдәрендә сығыш яһаған йәш таланттар ышаныс уята, һоҡландыра. Тотош милләтебеҙҙең тарихын, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм фәлсәфәһен үҙ эсенә һыйҙырған тәрән мәғәнәле йырҙарҙы сәхнәгә алып сыға бит «Арғымаҡ»тар. Бынан тыш һәр сығыштарын милли уйын ҡоралдары менән байытып ебәрә. Уларҙың йыр-моңо рухи яңылыҡҡа сарсаған тамашасы күңелен тиҙ арбай, йәштәрҙә ата-бабаларыбыҙҙың изге мираҫы – халыҡ ижадына һөйөү уятыуға ҙур этәргес бирә.
Ысынлап та, «Арғымаҡ» төркөмө башҡарған эш ҙур ихтирамға лайыҡ. Улар халыҡты мәҙәни мираҫыбыҙ менән республикабыҙҙа ғына түгел, ә илебеҙ сигендә лә танытыусы, Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөн билдәләүсе аҫыл вәкилдәребеҙ. Боронғо һәм бөгөнгө замандың бәйләнешен булдырыусы милли төркөм ижады менән яҡынданыраҡ танышыу ниәте менән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө солисы, Мәләүез егете Ринат РАМАҘАНОВҠА мөрәжәғәт итергә булдыҡ.

“Арғымаҡ” төркөмөнөң асылы
Барыһы ла студент йылдарында башланып китте. Салауат музыка училищеһында уҡыған осорҙа миндә бығаса булмаған, үҙенсәлекле проект булдырыу теләге тыуҙы. Замандаштарыма үҙем тойған, үҙем ишеткән, яратып тыңлаған ҡурай моңон, унан урғылған көс, дәртте еткереү ысулдары тураһында уйлана йөрөнөм. Сөнки йәштәр күберәк сит ил музыкаһына иғтибар бүлә, мәғәнәһеҙ йырҙар менән мауыға. Донъя классиктары әҫәрҙәрен, тәрән мәғәнәле башҡорт халыҡ йырҙарын, ҡурай, ҡумыҙ кеүек уйын ҡоралдары тауышын бик һирәктәр генә тыңлай ине. Шул уҡ уҡыу йортонда белем алған гитарасы Илдар Нагаев менән ижад итә башланыҡ, әммә төркөм ойоштороу теләге генә бойомға ашманы, матди мөмкинлектәребеҙ сикле ине.
Бер нисә йылдан һуң ғына Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы һәм Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайында эшләгән дәүерҙә туплаған репертуарҙы яңыртып, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Зөлфәр Әхмәтов менән вокаль-инструменталь ансамбль төҙөргә ҡыҙығып киттек. Бергәләп этник музыканттарҙы, тыва халҡының “Ят-ха”, монголдарҙың “Алтан Ураг”, ҡаҙаҡтарҙың “Улытау” төркөмдәре ижадтарын ентекләп өйрәндек. Уларҙы бер-береһенән үҙенә ылыҡтырған сифаты, күренмәҫ көсө айырып тора. Беҙ ҙә тамашасыға әйтер һүҙебеҙҙе үҙебеҙҙең рухи хазиналарыбыҙ ярҙамында еткерергә булдыҡ. Традицион алымдарҙан арынып, төрки халыҡтарҙа популяр булған рок стиленә туҡталдыҡ. Беҙҙең башҡортса этно-рок ижадыбыҙ нигеҙендә халыҡ көйҙәре, ҡурай, думбыра, ҡумыҙ кеүек уйын ҡоралдары, өзләү ята. Педагог Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабы атамаһы төркөмөбөҙҙөң эшмәкәрлегенә тап килер тип, шул исемде һайланыҡ. Ул милләтебеҙҙең асылын асҡан, тәрән мәғәнәле төшөнсәләрҙе – аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл, ҡотто үҙ эсенә ала. Ижадыбыҙ аша замандаштарыбыҙға ошо ете ҡиммәтте өләшеүҙе бурысыбыҙ, маҡсатыбыҙ тип билдәләнек.
Йәмғиәт, йәштәр идеалдары, ихтыяждары үҙгәреү сәбәпле, һуңғы йылдарҙа репертуарыбыҙҙы ла яңыртырға тура килде. Сөнки беҙҙең төп бурыс – үткән менән бөгөнгөнө тоташтырып тороусы күпер һалыу. Ә ижадыбыҙ ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған йырҙарҙы, традицион фольклорҙы һаҡлап ҡалыуға, уның дәрәжәһен күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш. Әгәр ҙә киләсәк быуын үҙенең илен, телен, тарихын белеп үҫә, иркенләп башҡортса аралашып, балаларын милли ҡиммәттәргә, дингә таянып тәрбиәләй икән, тимәк, быны беҙҙең дә шәхси еңеүебеҙ тип баһалай алабыҙ.

Башҡортса этно-рок
Архивтарҙан һирәк башҡарылған, “тапалмаған” өлгөләрҙе тергеҙеп, халыҡҡа еткерәбеҙ. Заманса һәм ҡолаҡҡа ятышлы яңғырауына өлгәшеү өсөн уларҙы эшкәртеүгә ҙур иғтибар бүленә. Башта уның тарихы, йыр эстәлеге, мәғәнәһе өйрәнелә. Аҙаҡ әлеге йөкмәткене асырҙай махсус биҙәлеш, ритм булдырыла. Ә ритм көйҙөң ҡоролошона ярашлы тыуҙырыла. Ғәҙәттә, башҡорт көйҙәре үлсәме шаҡмаҡ түгел, ә үҙҙәренә генә хас төҙөлөшкә эйә. Шуға заманса йырҙар тыуҙырғанда төп нөсхә үҙенсәлектәренән ситкә тайпылмаҫҡа, уларҙы теүәл һаҡларға ынтылабыҙ. Мәғәнә менән форманың гармониялы берләшеүе генә йырҙың артабанғы яҙмышын билдәләй ала.
Ғөмүмән, ҡурай теле бөтә милләт кешеләренә аңлашыла, берҙәй хисләндерә һәм тетрәндергес тәьҫир итә. Шуға беҙҙең ижадыбыҙҙы бөтә ерҙә лә яратып ҡабул итәләр. Туғыҙ йыл эсендә байтаҡ ерҙәрҙә сығыш яһарға насип булды. Республикала ғына түгел, сил илдәрҙә лә халыҡ-ара конкурс һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындар, лауреат исемдәре яуланыҡ. Уларҙың һәр береһе беҙҙең өсөн мөһим һәм әһәмиәтле. Айырыуса фестиваль сығыштары ҡәҙерле һәм иҫтәлекле. Сөнки төрлө илдәрҙән килгән таланттар менән танышыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлеге ҙур. Уларҙың профессиональ белем, ижад нескәлектәренә өйрәнәһең. Һәр сәфәр һинең ҡанаттарыңды нығыта, артабан үҫешергә ныҡлы көс-ғәйрәт өҫтәй.
Ә республикабыҙҙа сығыш яһау миндә бөтөнләй икенсе хис-тойғолар уята. Тәү сиратта ныҡ тулҡынландыра һәм ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Сөнки беҙҙең өсөн халыҡтың сараларыбыҙҙан тамаша ҡылып, күңел асып ҡына түгел, ә үҙҙәре өсөн ниндәйҙер яңылыҡ алып, рухланып ҡайтыуҙары мөһим. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөнгө көндә ауыл ерҙәрендә йәшәү ауырлашты, халыҡҡа иғтибар ҙа аҙ. Шуға төпкөп ауылдарҙа йыйылған бер нисә тамашасыбыҙҙың да күңелен күреп, концерт ҡуйып ҡайтырға тырышабыҙ. Уларҙың ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре беҙҙе йылдар дауамында бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай бит.

“Арғымаҡ”тың бөгөнгө көн музыка портреты
Әйтеп үтеүемсә, беҙ ижад донъяһына этно-рок йүнәлешенә ҡараған программа менән килеп индек. Ул ваҡытта бөтөнләй ят, сәйер ҙә стиль кеүек тойолһа ла, үҙ тамашасыбыҙҙы тиҙ таптыҡ. Әммә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуы ла, зауығы ла үҙгәрешһеҙ ҡалмай. Шуға беҙгә лә үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап ятыу килешмәй. Халыҡтың ынтылыштарын дөрөҫ тойомлап, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерерҙәй рухи аҙыҡ булдырыу өҫтөндә һәр ваҡыт эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта милли мираҫыбыҙҙың әһәмиәтен кәмһетеүгә лә юл ҡуймайбыҙ. Киреһенсә, сығыштарыбыҙҙа ҡобайырҙың, мөнәжәттең барлыҡҡа килеү тарихын ҡыҫҡаса һөйләп үтәбеҙ. Концерттарыбыҙҙа заманса биҙәлгән, дәртле көйҙәр башҡарғандан һуң, тамашасыға рухлы, саф башҡорт ижад өлгөләрен ишеттерәбеҙ. Ул тамашасыға 25-се кадр кеүек тәьҫир итә, үҙаңына яйлап һеңә бара. Әлеге маҡсатҡа йәштәрҙең күңел ҡылдарын сиртерлек заман йүнәлештәрен дөрөҫ файҙаланыу һөҙөмтәһендә генә ирешергә мөмкин. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙе билдәле бер стиль эсенә генә индереп, сикләмәҫкә булдыҡ. Элек этно-рок тип аталған төркөмөбөҙҙө “Арғымаҡ” тип кенә ҡалдырырға иҫәп тотабыҙ. Сөнки бөгөнгө репертуарыбыҙҙа бөтәһенең дә күңелен хушһындырырлыҡ жанр өлгөләрен, йәғни регги, диско, кантри, рок, латина, мөнәжәт, традицион фольклор, көнсығыш көйҙәрен дә табырға була.

Иң ҙур уңыш
Уртаҡ уйлы, уртаҡ ниәтле бер бөтөн команда булып ойошоп, “Арғымаҡ” проектын тыуҙырыу минең иң ҙур уңышым тип иҫәпләйем. Был донъяла бер нәмә лә юҡҡа түгел. Һәр эштең асылында ниндәйҙер мәғәнә һәм маҡсат ята. Беҙҙе лә юғары көстәр илебеҙгә, халҡыбыҙға хеҙмәт итер өсөн берләштергәндер тип уйлайым.

“Арғымаҡ” тың 5 факты
1. Ун йыл эсендә беҙ Европанан Азияға тиклем, атап әйткәндә, Великобритания, Испания, Франция, Германия, Польша, Австрия, Ҡытай, Мексика, Төркиә, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан илдәрендә башҡорт ҡурайын, думбыраһын һәм ҡумыҙын яңғыраттыҡ.
2. Төркөмөбөҙҙә иманлы, сәләмәт тормош алып барған ҡыҙ һәм егеттәр генә эшләй.
3. Әлеге көндә ике егетебеҙ өйләнмәгән, ике ҡыҙыбыҙ кейәүгә сығып өлгөрмәгән.
4. Сәфәргә барған һәр илдән кәм тигәндә үҙенсәлекле бер музыкаль уйын ҡоралын алып ҡайтабыҙ.
5. Башҡортостаныбыҙҙан бер ҡасан да һәм бер ҡайҙа ла сығып китмәйәсәкбеҙ. Сөнки донъяла беҙҙең илдән дә матурыраҡ, гүзәлерәк һәм изге ер юҡ.

Киләсәккә күҙ һалып...
Тиҙҙән беҙҙең өсөн әүҙем осор башлана. Ҡаҙағстан, Алма-Ата, Астана, Ҡытай ерҙәренә сәфәргә әҙерләнәбеҙ. “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале һәм Рәсәй халыҡ һәм эстрада йырсыһы Надежда Бабкина менән 10 көнлөк сара көтә. Сығыштарыбыҙ араһында ижадҡа ла ваҡыт бүленер, ҡыҙыҡлы клиптар төшөрөп, тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырырбыҙ тип уйлайым.
Төҫ-башҡа бер аҙ үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, алыҫ киләсәктә лә әлеге йүнәлештәге эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, Аллаһы бойорһа. 30 йыл дауамында үҙенең тамашасыһын һәм актуаллеген юғалтмаған “The Prodigy” төркөмө кеүек, “Арғымаҡ” та башҡорт сәнғәт күгендә йондоҙҙай оҙаҡ балҡып тороуына ышанам.
Булмышында илһөйәрлек, аҫабалыҡ, милли рух һыҙаттары ярылып ятҡан “Арғымаҡ”тарға ҡарап һөйөнәм. Ысынлап та аҡыллы ла, аңлы ла улар. Тик ундайҙар ғына милли рух, туған тел һәм халыҡ хаҡында янып-көйөп йәшәй ала һәм үҙенең ялҡыны менән башҡаларҙы ла тоҡандырырға һәләтле. Аҫыл егеттәребеҙгә ижад шишмәгеҙ тынмай ағып торһон, уның тереһыуын уртлаған барлыҡ милләттәшебеҙ рухлы булып йәшәһен тигән теләк кенә теләк еткерге килә.
Мажара
Төркиәгә сәфәргә барған саҡта бер ҡыҙыҡлы хәлгә тарыныҡ. Беҙ Стамбул, Анкара ҡалаларында эшебеҙҙе теүәлләп, Лондонға барырға тейеш инек. Юлға сығыр алдынан егеттәр менән ҙур ғына гипермаркетҡа инеп сығырға булдыҡ. Кәрәк-яраҡ әйберҙәр алып, магазиндар буйлап йөрөгән арала беҙҙең басс-гитарасы егетебеҙ бөтә документтарын юғалтҡан. Ҡайҙа һәм нисек булғанына төшөнә лә, документтарҙы таба ла алманыҡ. Ә беҙгә тиҙҙән Лондонға осорға кәрәк. Ни хәл итәһең, Айратты ҡалдырып китергә тура килде. Бер аҙнанан ғына кире Төркиәгә килдек. Беҙҙе көткән арала Айрат та буш ултырмаған. Ҡаланы, тамаҡ ялғау урындарын, халыҡты апаруҡ ҡына өйрәнгән, хатта сараһыҙлыҡтан телде лә ятлап бөткән. Хаттар яҙып, ижадташ дуҫыбыҙҙы тыуған еребеҙгә алып ҡайттыҡ.
Читайте нас: