Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
28 Август 2019, 16:02

Йәшәргә икән йәшәргә, үҙеңде йәлләмәйсә!

Ҡыш – буранһыҙ, йәй ҡояшһыҙ булмаған кеүек, беҙҙең Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын Илһам һәм Физәлиә Рәхимовтарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Хәйер, минең геройҙарымды белмәгән кеше бармы икән?! Иҫ киткес талантлы, үҙ эшенә мөкиббән актерҙар, һоҡланғыс ғаилә булараҡ дандары әллә ҡайҙарға таралған. Уларҙың ихласлығы, күңел матурлығы яҡтылыҡҡа әйҙәй, йәшәүгә көс бирә. йәшәгәс, бына беҙҙең Рәхимовтар һымаҡ йәшәргә, дөрләргә, эшләргә кәрәк! #Шоңҡаржурналы

Ҡыш – буранһыҙ, йәй ҡояшһыҙ булмаған кеүек, беҙҙең Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрын Илһам һәм Физәлиә Рәхимовтарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Хәйер, минең геройҙарымды белмәгән кеше бармы икән?! Иҫ киткес талантлы, үҙ эшенә мөкиббән актерҙар, һоҡланғыс ғаилә булараҡ дандары әллә ҡайҙарға таралған. Уларҙың ихласлығы, күңел матурлығы яҡтылыҡҡа әйҙәй, йәшәүгә көс бирә. йәшәгәс, бына беҙҙең Рәхимовтар һымаҡ йәшәргә, дөрләргә, эшләргә кәрәк!

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ тамашасыһы күптән инде Илһам ағай менән Физәлиә апайҙы яратып «беҙҙең Рәхимовтар» тип йөрөтә. Был һүҙҙәргә лайыҡ булыу еңелдән түгел, сөнки заманалар алмашыныу менән тамашасы ла үҙгәрә. Ә үҙ тамашасыһын һаҡлап ҡалыу – артистың төп маҡсаты. Бының өсөн күпме хеҙмәт һалынған, күпме тир түгелгән. Бихисап образдарға йән өрөлгән, үҫтерелгән һәм иң ғәҙел хөкөмсө – тамашасыға тапшырылған. Уларҙың һынауын лайыҡлы үтеп, бөгөн Рәхимовтар театр һөйөүселәрҙең ихтирамында ҡойона. Актер өсөн ошонан да ҙурыраҡ баһаның булыуы мөмкин дә түгел!

Ғөмүмән, халыҡты артистарҙың сәхнә эшмәкәрлеге генә түгел, ә шәхси тормоштары ла ҡыҙыҡһындыра. Рәхимовтар хаҡында яҡынданыраҡ белергә теләүселәрҙең дә һыуһынын ҡандырырға әҙербеҙ. Физәлиә апай менән Илһам ағайға «ә ни өсөн?», «ә ни эшләп?», «шулаймы?» тигән һорауҙар яуҙыра торғас, бик шәп әңгәмә әтмәләнек. Рәхәтләнеп һөйләштек, күңел бушаттыҡ, хатта бер-беребеҙгә аҡыл һатырға ла өлгөрҙөк.

- Йәшерен-батырын түгел, күп ата-әсәләр балаларын актерлыҡҡа бармаҫҡа өгөтләй. Аҡсаһы юҡ, йөрөйһө күп тип ҡурҡыталар. Ә һеҙҙең осраҡта нисек булды?

Илһам ағай: Беҙҙең атай-әсәйҙәр нимә уйланы икән?! (көлә). Береһе лә ҡаршы төшмәне, әллә бәләкәйҙән артист булам тип ҡаҡшатып бөттөм микән. Үҙемә күрә кумирым да бар ине – Шамил ағай Рәхмәтуллиндың уйнауын яратып ҡа рай торғайным.

Физәлиә апай: Минең артист булып китеүемә иң яҡын кешем – әсәйем этәргеc бирҙе. Хатта ағайымдарҙың бер аҙ ҡаршы төшөүҙәренә ҡарамаҫтан, атай-әсәйемдең фатихаһынан файҙаланып, уҡырға индем дә киттем. Әйткәндәй, әсәйем миңә сәхнәлә сығыш яһар өсөн үҙ ҡулдары менән сәсмәүерҙәр эшләп бирә, алҡалар, беләҙектәр яһап бүләк итә ине. (әлегесә һаҡлаған биҙәүес әйберҙәрен алып күрһәтә). Ҡәҙерле кешемдең бер спектаклде ҡалдырмай ҡарауына һаман да рәхмәтлемен. Сөнки ул – тәүге баһалаусым булды. Ғөмүмән, оло тормош юлында аҙашмай, ситкә тайпылмай барырға әсәйем ныҡ ярҙам итте.

– Тел төбөгөҙҙән аңлауымса, Өфө сәнғәт институтын тамамлағас, икегеҙгә лә баш ҡаланың М. Ғафури исемендәге академия театрында эшкә ҡалыу мөмкинлеге булған. Ә һеҙ Стәрлетамаҡҡа өҫтөнлөк биргәнһегеҙ. Быны нисек аңлатырһығыҙ?

Илһам ағай: Эйе, 1991 йыл ине бит әле... Имтихандарҙы тапшырып та бөттөм, диплом биргәндәрен дә көтөп тороу юҡ, туп-тура Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына эшкә һыҙҙым. Бер уйһыҙ ҡайттым. Әҙерәк икеләнеп тороу ҙа юҡ. Нисек Физәлиәне ҡалдырып киткәнмендер, белмәйем (мут йылмая)… Һуң, ныҡ итеп саҡыралар, гастролдәргә сығырға кеше кәрәк, йәнәһе. Шулай була икән әртис тормошо тип, башкөллө эшкә сумдым. Мин ҡайтҡан йылдың апрелендә генә асылған башҡорт театрын күтәреү бәхетенә ирештек. Шул уҡ мәлдә Хәлил ағай Ишбирҙин саҡырыуы буйынса Бейеү театрында ла эшләргә өлгөрҙөм. Теләк ҙур ине шул, йәшлек тә үҙенекен иткәндер. Бер заман ике театр араһында “йәшәй” башланым. Тик Физәлиә апайың “ҡамыт кейҙереп”, тиҙ генә үҙемдең юлға бороп ебәрмәһенме?! 1993 йылдан “егелеп” тыуған театрыма хеҙмәт итәм. Бындағы бөтә нәмә күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле. Шуның менән сикһеҙ бәхетлемен. Эштә сыныҡҡан бәхет – ул оло еңеүгә тиң.

Физәлиә апай: Һорауға бер аҙ асыҡлыҡ индереп китәйем әле. Уҡып бөткәс тә Илһам үҙе генә Стәрлегә юлланды. Уны, бәлки, тыуған яғы – Стәрлебашы ла тартҡандыр. Ә мин, Әбйәлил ҡыҙы, уның ҡайтып китеүенән файҙаланып (йылмая), ике йыл ярым “академда” эшләп өлгөр ҙөм. Уҡығанда уҡ, баш театрға йөрөп, күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша инек. Шулай сынығып барып ингәнгәме, эшләп китеүе әллә ни ауыр һымаҡ тойолманы. Ул ваҡыттарҙа уйнаған тәүге ролдәремдән И. Абдуллиндың “Тиле йәшлек” романтик комедияһында – Сәйҙәне, Ф. Богдановтың “Атылған йондоҙ”онда – Гөлйөҙөмдө, Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” драмаһында йәш Фатиманы, Н. Асанбаевтың “Рәйсә+Фәйзи” спектаклендә Фирҙәүсте әле лә һағынып иҫкә алам. Эйе, һәр кемде яҙмыш йөрөтә, тиҙәр. Беҙ ҙә, икебеҙ ике яҡта йөрөүҙән фәтеүә сыҡмаҫ тип, 1993 йыл да өйләнешеп, Стәрлетамаҡ артистары сафын ишәйтеп ебәрҙек. Һәм, шунан башлап ул минең өсөн иң яҡын ҡалама, икенсе тыуған еремә әүерелде. Ике балабыҙ – улым менән ҡыҙым да ошонда тыуып үҫте. Әйткәндәй, бәпестәремде үҫтерергә ярҙам иткән туғандарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Актер тормошон үҙегеҙ беләһегеҙ, “татлы” түгел...

– Бер ғаилә, ә сәхнәлә ике артист, ике шәхес... Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, театр һәм ғаилә үҙ-ара һыйышамы? “Сәхнә-өй-гастролдәр” формулаһын нисек сисәһегеҙ?

Физәлиә апай: Беҙҙең өсөн ғаилә – һәр ваҡыт беренсе урында тора. Был изге мөйөшөбөҙҙө күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайбыҙ. Ә театр – ул беҙҙең эшебеҙ, “икмәгебеҙ”, ижади майҙаныбыҙ. Аллаға шөкөр, спектаклдәр сығып тора, роль артынан роль, бына шулай илһамланып эшләнек тә, эшләйбеҙ ҙә. Сәхнәлә лә партнерҙар булып күп кенә образдар тыуҙырҙыҡ: Р. Ҡол-Дәүләттең “Бермут өсмөйшө” драмаһында – Йәмил менән Хазина, И. Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” комедияһында – Мөнир менән Сәриә, Н. Иҫәнбәттең “Һижрәт” комедияһында – Качкинский менән Сания, К. Чандрҙың “Бер мөхәббәт – мең ғашиҡ” дарамаһында – Гөләм менән Лачи, Н. Ғәйетбаевтың “Һатам, иремде һатам!” комедияһында – Мидхәт менән Зәйтүнә.

Һис ҡасан да бер-беребеҙгә ҡамасауламаныҡ, көнләшмәнек. Киреһенсә, бәләкәй генә уңыштарыбыҙға ла һөйөнәбеҙ. Һәр саҡ аҡыл менән эш итеүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡайһы берҙә коллегаларымдың театрҙа эшләмәгән ирҙәренә, ҡатындарына ҡарайым да, әлдә генә Илһам менән бер урындабыҙ тип уйлап ҡуям. Сөнки артистың ҡатыны йәиһә ире булыу өсөн оло сабырлыҡ, түҙемлек, бер-береңде аңлай белеү талап ителә.

Илһам ағай: Йәшәргә тырышып маташҡан һәр ғаилә кеүек беҙ ҙә көндәлек проблемалар, ваҡ мәшәҡәттәр, ҡыуаныстар менән йәшәйбеҙ. Форсаттан файҙаланып, беҙҙе ваҡытында үҙ балалары кеүек ҡаршы алған, оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда күрһәткән ярҙамдары өсөн элекке ҡала мэры Спартак Әхмәтовҡа, режиссер Гөлдәр Ильясоваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

– Һуңғы биш йылда сәхнәлә ҡуйылған премьераларҙы алғанда, һеҙ уйнамай ҡалған бер генә спектакль дә юҡ. Һәр ролгә инә белергә, уны тамашасыға алып барып еткерергә кәрәк. Һеҙгә ниндәй образдар яҡын?

Илһам ағай: Театрҙа үҙең теләгәнсә йәшәп булмай, йәғни, режиссер ниндәй роль бирә, һин шул образды тартырға тейешһең. Оҡшай, оҡшамай тигән һүҙ юҡ бында. Бирелгән һәр образ өҫтөндә еренә еткерелеп, тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп эшләргә тейешбеҙ. Минең өсөн һәр уйнаған образым – үҙе бер ғүмер. Х. Ирғәлиндең “Инә бүре ҡарғышы”нда – Юламан, А. Цагарилиҙың “Ханума”һында – Котэ, Ф. Бүләковтың “Мөхәббәт ҡа рағын да” – Боғанур, Х. Ниязиҙың “Һөйәркәмә кисен барам” спектаклендә – Ризуанай, Т. Уильямстың “Роза тамғаһы”нда – Альваро, Ж. Мольерҙың “Скапен мутлыҡтары”нда – Скапен, И. Абдуллиндың “Их, Өфө ҡыҙҙары”нда – Кохан, М. Кәримдең ”Ҡыҙ урлау”ында – Мөхәммәтша, Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”һында – Яппар, М. Ҡунафиндың “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” спектаклендә баш табип һәм башҡа бик күп ролдәргә күңел йылым һалынған. Йәшерен-батырыны юҡ, эх, шул ролде уйнаһаң ине, тип ауыҙ һыуҙары ҡороған саҡтар ҙа булғыланы. Тик “мин” тигән һүҙ юҡ театрҙа, ә “беҙ” тигән принципҡа таянып эш итергә тырышабыҙ. Маҡсатыбыҙ бер: булған тамашасыны һаҡлап ҡалыу, яңыларын йәлеп итеү. Шөкөр, халыҡ театрға кире ҡайта. Хәҙер кешене ҙур экранлы телевизорҙар, компьютерҙар менән аптыратып булмай.

– Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль коме дияһындағы Шәмсиә еңгә роле Физәлиә апай һеҙгә генә атап яҙылған кеүек. Иҫ киткес оҫталыҡ, үҙегеҙгә генә хас наҙлылыҡ, ҡабатланмаҫ хәрәкәттәрегеҙ – тамашасы күңелен шунда уҡ әсир итә, аңлатып бөтә алмаҫлыҡ дәрт өҫтәй.

Физәлиә апай: Рәхмәт. Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙен артист тип иҫәпләгән кеше, ниндәй роль бирһәләр ҙә, ҙурмы ул, бәләкәйме, ыңғаймы ул, киреме, шуны уйнарға бурыслы. Мәҫәлән, миңә роль эләгеү менән режиссер биргән йүнәлештә уйлана, күҙ алдына килтерә башлайым. Хатта өйҙә лә, өйҙән театрға килгән арала ла геройым тормошо менән йәшәп алам. Һәм үҙемә килешле образды яһап ҡуям. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла режиссерҙың күҙлегенән сығып эшләнә. Спектакль сығарған дәүерҙә донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып торам, бөтә көсөмдө, уй-фекерҙәремде эшкә йүнәлтергә тырышам. Ә инде спектакль әҙер булып, тамашасы хөкөмөнә сыҡҡас, һинең кәйефең бармы-юҡмы, эсеңдә ут янамы, тамағыңа төйөр тығылғанмы – барыһын да шаршау артында ҡалдыраһың да, ҡалай кәрәк шулай уйнарға бурыслыһың. Сөнки тамашасы миңә ҡарарға килмәй бит, уны герой яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Бына, мә ҫәлән, И. Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”нда – Сәриәне, И. Садыҡовтың “Насретдиндың биш ҡатыны”нда – Тутихонды, Т. Уильямстың “Розатамғаһы”нда – Э. Хогенгартенды, Ф. Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы”нда – Нурияны, А. Хөсәйеновтың “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән”ен дә – Бәндәбикәне, Яхонтовтың “Үткәндәре бай ҡатын” – Люсяны, Б. Мольерҙың “Ирекһеҙҙән табип”ында – Мартинаны, М. Фәйзинең “Аҫылйәр”ендә – Вәлиәне, Б. Бикбайҙың “Ҡыҙурлау”ын да – Туҡтабикәне, М. Ҡунафиндың “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡа нын”да ата-әсәләр ойошмаһынан вәкил образдарын ярата тамашасы.

– Һеҙ театрҙың асылған мәленән башлап уға тоғро хеҙмәт итәһегеҙ. Заманалар алмашынып тороуы ла Рәхимовтарҙы өркөтмәгән, ә киреһенсә, сыныҡтырған ғына. Нисек уйлайһығыҙ, театрҙың киләсәге бармы?

Илһам ағай: Театрҙа эшләп, уның киләсәге хаҡында борсолоп күп һүҙ ҡуйыртып ултырыуҙан алма бешеп ауыҙға төшмәҫ, минеңсә. Театрыбыҙҙың бәҫе юғалмаһын өсөн эшләргә һәм тағы ла эшләргә, заман һулышын тойоп ижад итергә кәрәк. Беҙҙең коллектив көслө. Тоғро тамашасыларыбыҙ бар. Киләсәктә йәштәрҙе йәлеп итеү юлдарын эҙләйбеҙ һәм мотлаҡ табасаҡбыҙ. Хәҙер эшләргә теләге булған кешегә бөтә “ҡорал” да бар бит.

Физәлиә апай: Сәнғәткә тартылған, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше театрға йөрөйәсәк. Шундайҙар күберәк булһын ине. Халыҡты йәлеп итер өсөн эстәлекле, заман проблемаларын яҡтырт ҡан пьесалар кәрәк. Бына быйыл Мөнир Ҡунафиндың “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” пьесаһы сәхнә өсөн оло табыш булды. Бөгөнгө йәмғиәтебеҙ хаҡындағы ошондай сәхнә әҫәрҙәре күберәк яҙылһын ине.

– Быйыл Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры һәм филармония бергә ҡушылып, театр-концерт бер ләшмәһенә әйләнгәс, ижад миҙгелен асыу тамашаһын да һеҙҙең бер яңы йырығыҙҙы ишетергә тура килде. Һеҙгә, мин әйтәм, Хоҙай талантты йәлләмәгән...

Физәлиә апай: Беҙ күңел өсөн йырлайбыҙ. Әлбиттә, спектаклдәрҙә кәрәк булып, режиссер ҡуша икән, йырларға тура килә. Саҡырһалар, концерттарҙа ҡатнашыуҙан баш тартмайбыҙ. Илһам менән дуэттар ҙа башҡарабыҙ, яңғыҙ ҙа сығыш яһайбыҙ. Яратып тыңлаған тамашасыларыбыҙ бар. Тик йырсылар һымаҡ клиптар эшләп, дисктар сығарғаныбыҙ юҡ. Ә концерттарҙан һуң уларҙы һораусылар табыла, был бик һөйөнөслө хәл, әлбиттә.

Әңгәмәселәремә рәхмәт әйтеп, кәйеф күтәренкеле гендә таралыштыҡ. Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар менән һөйләшкәндән һуң, илһамланып бер нисә көн ҡанатланып йөрөнөм. Ниндәй талантлы һәм ниндәй ябай үҙҙәре! Бына кемдәр беҙҙең башҡорт театрының йөҙөн билдәләй, бына кемдәр сәнғәт донъяһының сағыу йондоҙҙары!

Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: