Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
29 Август 2019, 14:02

Милләтте юҡҡа сығарырға теләһәгеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы аҙҙырығыҙ

Байтаҡ йылдар Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләп, һуңынан “Гүзәл-данс” бейеү студияһын асҡан Гүзәл Исламғолова-Юлдашева менән әңгәмәбеҙ.



Милләтте юҡҡа сығарырға теләһәгеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы аҙҙырығыҙ…
Башҡорт бейеүе аша рухи үҫешкә
“ТНТ” телеканалындағы бейеү конкурсында Нәркәс Юлдашеваның башҡорт халыҡ бейеүе “Хан ҡыҙы” менән сығыш яһауы күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Ун ете йәшлек сибәркәй һығылмалылығы, нәфислеге, башҡорт ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлелеге, һөйкөмлөлөгө, тыйнаҡлығы һәм шул уҡ ваҡытта саялығы менән әсир итте. ”Атайым – музыкант, уның үҙ ансамбле бар, әсәйем – хореограф, беҙ – ысын мәғәнәһендә артистар”, – тип ҙур ғорурлыҡ менән телгә алды Нәркәс сығышы алдынан. Ул халыҡ бейеүен башҡарғас: “Һоҡланғыс, ихтирам уятырлыҡ, әммә формат түгел”, – тип жюри ағзалары хатта баҙап ҡалды. “Был бейеү менән әсәйем башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын сағылдырырға теләне…” Нәркәстең ихлас йылмайып әйткән һүҙҙәренә баһалама ағзаларының: “Әсәйегеҙгә рәхмәт, ул быға өлгәште, тип”, – тиеүе иһә күңелгә бал булып ятты һәм ҡыҙҙың сығышынан һуң уның әсәһе – байтаҡ йылдар Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләп, һуңынан “Гүзәл-данс” бейеү студияһын асҡан Гүзәл Исламғолова-Юлдашева менән әңгәмәләшеү теләге тыуҙы. Әңгәмәлә һүҙ бейеү сәнғәте, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте, тәғәйенләнеше, тәрбиә мәсьәләләре хаҡында барҙы.


– Ишетеп белеүемсә, һеҙ – ҡала ҡыҙы. Атай-әсәйегеҙ ҙә сәнғәттән алыҫ тора. Шулай ҙа нәҡ башҡорт бейеүенә ҡарата булған мөхәббәтегеҙ һоҡландыра. Әйтегеҙ әле, һеҙҙеңсә, башҡорт бейеүенең төп үҙенсәлеге ниҙә?

– Бейеү – минең өсөн күңел талабы, рухи һәм физик тәрбиә сығанағы. Бала саҡтан уҡ пластиканы, классик бейеүҙе яраттым. Һуңынан, бәлки, Роберттың (тормош иптәше ҡурайсы Роберт Юлдашев. – Авт.) йоғонтоһо ла булғандыр, башҡорт бейеүенә эҫенеп киттем. Башҡорт бейеүе – бөйөк бер төшөнсә. Ул халыҡтың мәҙәни мираҫы ғына түгел, рухи үҫешкә илтеүсе бер алым да. Бында һәр ым-ишара ниндәйҙер тәрән мәғәнәгә эйә: әйтәйек, айырым бер хәрәкәт аша ҡояштан, елдән энергия алып, үҙең аша үткәреүме, ҡош булып талпыныумы, йәки башҡа тормош-көнкүреш элементтарымы. Бөгөн иһә башҡорт бейеүенең ғәжәйеп тәрән икәнлеген тоям. Уның шул тиклем бай, йөкмәткеле булыуын һәм асылып та бөтмәгәнлеген аңлайым. Шундай үҙенсәлекле дробтар, ритмдар, хәрәкәттәр – унда ҡаҙынырға ла ҡаҙынырға әле. Әйткәндәй, мин фламенкоға ла ғашиҡ. Испан бейеүҙәрендәге хәрәкәттәр, дробтар, ҡул пластикаһы беҙҙекенә оҡшаш. Әммә уларҙа барыһы ла ҡатыраҡ һәм етеҙерәк, ә башҡорт бейеүенә йомшаҡлыҡ, нескәлек хас. Шуға ла ул рухи юғарылыҡҡа ынтылыш, нәзәкәтлелек, һығылмалылыҡ, нәфислек, әҙәплелек, итәғәтлелек тәрбиәләү ысулы ла. Бөгөн йога йәки башҡа күнекмәләр, тәжрибәләр менән мауығып, күңел юғарылығына ынтылыусылар күп. Башҡорт бейеүендәге хәрәкәттәр ярҙамында ла шундай уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

– Үҙегеҙ асҡан “Гүзәл-данс” бейеү студияһында ошоларға өлгәшеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғанһығыҙ, тимәк?

– Эйе. Беренсенән, беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар ғына шөғөлләнә. Гүзәл зат үҙ-үҙен тотошо, күңел байлығы, нескә буй-һыны, төҫ ҡиәфәте менән донъяны күркәмләр өсөн яралған. Бейеү аша тап ошо сифаттарҙы үҫтерергә, башҡорт ҡыҙының илаһи матурлығын күрһәтергә теләнек. Ул үҙен йәмғиәттә лайыҡлы тоторға һәм шул уҡ ваҡытта тәбиғәтенә һалынған сифаттарҙы үҫтерергә өйрәнһен, рухын, күңелен байытһын.

Төркөм менән райондарға ла йыш сығабыҙ. Бер яҡтан, ауылдарҙа ла халыҡтың матур, зауыҡлы тормош ҡорорға ынтылыуы һоҡландырһа, икенсенән, эскелектән айный алмаған ҡатын-ҡыҙҙар осрауы ла күңелде ҡыра. “Милләтте юҡҡа сығарырға теләһәгеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы аҙҙырығыҙ” тиҙәр бит. Бәлки, пафослы яңғырар, шулай ҙа алдыбыҙға башҡорт генофондын нәҡ ҡатын-ҡыҙ аша һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү маҡсатын да ҡуйғанбыҙ. Сөнки ҡатын-ҡыҙ матур хәрәкәт итһә, бейеһә, уның ниндәйҙер тупаҫлыҡтар ҡылырға, хәрәм ғәҙәттәргә ваҡыты ла, теләге лә ҡалмаҫ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тормош иптәшем Роберттың үтенесе был. Ул ҡыҙҙарҙы әҙәпкә, нәзәкәтлелеккә өйрәткән студия ойоштороуымды һораны. Әлбиттә, мин үҙем дә артабан үҫешергә кәрәклеген аңлай инем. Ансамблдән китеүемә байтаҡ ваҡыт үтте. Балалар, Аллаға шөкөр, үҫеп буй еткерҙе. Әммә үҙ аллы бейермен тип уйлай инем. Шулай итеп, Роберт миңә йүнәлеш күрһәтте. Студияның атамаһын да үҙе тәҡдим итте. “Борсолма, һинең хөрмәткә түгел, уның нигеҙенә гүзәл бейеүҙәр тигән мәғәнә һалынған”, – тине. “Гүзәл-данс” студияһын асыу идеяһы бына шулай яралды. Әммә ул тиҙ үк популяр булып китер тип уйламаныҡ. Баҡтиһәң, ҡыҙҙар бейергә ярата икән. Барыһының да дәүләт ансамблендә бейергә мөмкинлеге юҡ бит. Хобби булараҡ шөғөлләнеүселәр бик күп. Кескәйҙәр өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә төркөмдәр бар.

– Аңлауымса, һеҙҙә тик башҡорт халыҡ бейеүҙәренә генә өйрәнергә була?

– Эйе, нигеҙҙә башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәләр. Әммә башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен дә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Үҫеш өсөн бик кәрәк был. Шулай ҙа мин башҡорт бейеүе менән генә донъя кимәленә сығып булмай, тик башҡорт бейеүҙәренән торған репертуар төҙөп, сит тарафтарға гастролдәргә сығыу үҙ-үҙен аҡламай, тигән фекер менән килешеп бөтмәйем.

– Әллә үҙегеҙҙең төркөм менән сит тарафтарға гастролдәргә сығыу тәжрибәһе лә булдымы?

– Эйе, Монакола Рәсәй көндәре уңайынан үткән концертта сығыш яһау бәхете тәтене. “Төрксой” фестивале сиктәрендәге концерттарҙа ҡатнашҡаныбыҙ булды, 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарында сит ил вәкилдәренә халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәте өлгөләрен күрһәттек. Әлегә башлыса Башҡортостан буйлап йөрөйбөҙ. Халыҡ менән аралашабыҙ. ”Ҡурайсы” төркөмө менән берлектә хәйриә концерттары ойошторабыҙ. Күберәк тамашасы йәлеп китеп, ҙур ҡалаларҙа сығыш яһағаныбыҙ ҙа булды. Әйтәйек, күптән түгел үҙемдең тыуған ҡалам Салауатта концерт ҡуйҙыҡ. Костюмдарҙы ла үҙебеҙ тектек. Беҙ, ун кеше, сәғәт ярымлыҡ программа менән сығыш яһаныҡ. Ситтән кешеләр саҡырманыҡ. Хатта Роберт та был концертта ҡатнашыуҙан баш тартты. Мин шуныһы менән бәхетле: дәүләт ансамблендә ҙур тәжрибә тупланым. Унда эшләп китеүем тәртип йәһәтенән дә, гастролдәр ойоштороу мәсьәләһе, костюмдарға ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт буйынса ла яҡшы мәктәп булды.

Ҡыҫҡаһы, маҡсат, теләк бар икән, һәммәһенә лә өлгәшеп була. Тормошта бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. 60 йәштә лә бейергә өйрәнергә, 20 йәштә лә ҡарсыҡҡа әүерелергә мөмкин.

– Нәркәстең бейеү конкурсында ҡатнашыуы ла шул маҡсатҡа ынтылыштың һөҙөмтәһе бит инде?..

– Эйе, тап шулай. Ул был проектҡа эләгергә тигән маҡсат ҡуйҙы һәм шуға өлгәште. Тик башта заманса бейеү менән сығыш яһарға теләне. Һуңынан, конкурста ҡатнашыуын-ҡатнашҡас, башҡорт бейеүе менән сығырға кәрәк, тигән фекергә килдек. Форматҡа тап килмәһә лә, башҡорт бейеүен күрәсәктәр, башҡорт ҡурайын тыңлаясаҡтар. Конкурстан үтмәһәң, яҡшыраҡ булыр, тинек. Сөнки ярты йыл Мәскәүҙә йәшәп, программаны үҙләштерергә кәрәк буласаҡ. Ә ул – сығарылыш класс уҡыусыһы, алдында мәктәпте уңышлы тамамлау маҡсаты ла тора. Ул тәүге турҙы уңышлы үтеп икенсеһенән төшөп ҡалды. Шулай хәйерлерәк булғандыр, күрәһең.

Рухлы башҡорт егетенән дә ышаныслыраҡ йәр булыуы мөмкинме һуң?!
– Роберт кеүек талантлы ла, билдәле лә шәхестең ҡатыны булыу анһат түгелдер?

– Төрлөсә була. Бер яҡтан, ул шундай терәк, яҡлаусы. Һин булдыра алаһың, тип өмөтләндереүсе, алға әйҙәүсе. Әйтәйек, “Ете ҡыҙ” бейеүе менән бәйле хәл. Роберт бер көндө концерт өсөн “Ете ҡыҙ” бейеүе кәрәк тигән теләген белдерҙе. Мин юғалып ҡалдым. Ул бит башҡорт халҡының визит карточкаһы. Етмәһә, уны дәүләт ансамбле башҡара. “Юҡ, булдыра алмайым”, – тинем. Ә тормош иптәшем: “Миңә нәҡ һинең бейеү ҡуйыуың кәрәк”, – тип ҡырт киҫте. Һәм, ни хәл итәһең, Стәрлетамаҡ бейеү театры базаһында бейеү әҙерләргә тура килде. Тамашасы уны яратып ҡабул итте. Ҡыҫҡаһы, ижади йәһәттән ул миңә ҙур терәк. Тормош иптәшем дәртләндереп, хуплап тормаһа, мин, бәлки, ҡайҙалыр йомшаҡлыҡ күрһәтеп, ҡул һелтәп тә ҡуйыр инем. Һәм, иң мөһиме, мин үҙемде уның янында яҡлаулы, һаҡлаулы, ысын-ҡатын-ҡыҙ итеп тоям. Әммә икенсе яҡтан, бөтмәҫ-төкәнмәҫ гастролдәрен тыныс ҡабул итә белеү, уны төндәрен оҙатыу, ҡаршылау мөһим. Оҙон юлға сыҡһа, хафаланған саҡтар ҙа була. Талантлы, тормошто ҡабул итеүе буйынса башҡаларҙан айырылып торған шәхестәрҙе аңлай белеү фарыз. Был да үҙенә күрә ҙур һәләт һәм яуаплылыҡ.

– Роберт бер әңгәмәһендә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблендә лә эшләнем. Оҙаҡ тотҡарланманым, әммә иң сибәр ҡыҙҙарын урлап киттем, тигәйне. Танышыуығыҙ нисегерәк булды?

– Эйе, беҙ ысынлап та ансамблдә таныштыҡ. Әммә башта аралашыуҙарыбыҙ сәләм бирешеүҙән уҙмай ине. Бер мәлде ул минең янға килде лә: “Һин “Заһиҙә”не бейей беләһеңме ул?” – тип ҡыҙыҡһынды. “Юҡ. Ул бейеүҙе башҡарыр өсөн йәшем дә, стажым да етмәгән әле”, – тип яуапланым һауалы ғына. Роберт та һыр бирергә теләмәне: “Пенсия йәшен көтмәйһеңдер бит?” – тип сәмгә тейҙе. “Әйҙә, сезон ябыу концертына бергәләп әҙерләйек”. Роберттың тауышы ҡәтғи яңғыраны. Һәм беҙ икәүләп “Заһиҙә”не өйрәндек.

– Ул һеҙҙең иғтибарығыҙҙы нимәһе менән йәлеп итте?

– “Заһиҙә”нән һуң яҡындан аралаша башланыҡ. Башта уны тормош иптәшем булыр тип күҙ алдына ла килтермәнем. Иғтибарын тойһам да, артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Бер мәлде коллектив менән Австрияға гастролгә киттек. Унда ул мине ҡурсалап ҡына йөрөнө. Ифрат иғтибарлы булды. Тап шул гастролдәр мәлендә 69 раузанан торған гөлләмә бүләк итте. Талантлы кеше һәр йәһәттән дә талантлы инде. Роберт үҙен лайыҡлы, итәғәтле тота, матур итеп күңелде күрә белде. Ҡыҫҡаһы, ул – романтик. Төрлө сюрприздарға маһир. Балкон аша бишенсе ҡаттан дүртенсе ҡатҡа кәрзин менән еләк төшөрөүе лә хәтерҙә.

Гастролдәр тамамланды. Шулай килеп сыҡты: ул Австрияла ҡалды, беҙ автобусҡа тейәлеп ҡайтып киттек. Мин теге раузалар гөлләмәһен дә үҙем менән алдым. Шунда өс тәүлек буйы юлда уйланып килдем. Үҙебеҙҙең рухлы, талантлы башҡорт егетенән дә һөйкөмлөрәк, ышаныслыраҡ йәр булыуы мөмкинме һуң?! Бер йылдан һуң өйләнештек. Балалар тыуғас, мин уға тағы ла нығыраҡ ғашиҡ булдым һәм һәр йәһәттән дә рәхмәтле инем.

– Балаларығыҙ Нәркәс менән Сыңғыҙҙы тәрбиәләгәндә тәү сиратта нимәгә иғтибар итәһегеҙ?

– Тәү сиратта – рухи тәрбиә. Нимәләргә өлгәшкәнбеҙ – барыһы ла Аллаһы Тәғәләнән. Үҙ миҫалыбыҙ менән нимәнең яҡшы, нимәнең насар икәнен күрһәтергә, хәләлде хәрәмдән айырырға өйрәтәбеҙ. Рухи үҫешкә ынтылышыбыҙ буш ерҙән барлыҡҡа килмәне. Остазыбыҙ – халыҡ табибы, үҙ-үҙеңде һауыҡтырыу институтын ойоштороусы, суфыйсылыҡ ғилемен өйрәнеүсе Мырҙакәрим Норбәков. Беҙ – уның уҡыусылары. Роберт үҙе лә иман юлында. Аллаға шөкөр, уның Ислам динен ҡабул итеп намаҙ уҡый башлауына байтаҡ ваҡыт үтте. Яйлап ҡына мин дә тормош иптәшемдең артынан эйәрҙем. Балаларҙың да иман принциптарына тоғро ҡалыуын теләйбеҙ. Тормошта шул тиклем ымһындырғыстар, әүрәткестәр, алдатҡыстар, буш ялтырауыҡтар күп. Улар үҙҙәрен юҡ-барға тәләфләмәһен тип тырышабыҙ. Һәм ҡорған ғаиләнең ни тиклем ҙур яуаплылыҡ икәнен аңлаһындар. Хаҡ юлда булып, хәләл ризыҡ менән туҡланып, хәләл эш, ижад менән шөғөлләнеп, юғары маҡсаттар ҡуйып, ысын Кеше булып йәшәгеҙ, тип өйрәтәбеҙ.

Ирең йондоҙ булһа…
– Һеҙҙеңсә, ғаиләлә татыулыҡты, мөхәббәтте һаҡлап ҡалыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙан нимә талап ителә?

– Ҡатын-ҡыҙға иң тәүҙә сабырлыҡ, ваҡыты-ваҡыты менән үҙ амбицияларын ситкәрәк ҡуйып, иренә хеҙмәт итә, уны дәртләндерә, илһамландыра белеү кәрәк. Бигерәк тә ире йондоҙ булһа… Аңлап тораһығыҙ, Роберт – билдәле шәхес, уның янында ҡатын-ҡыҙ ҙа күп. Быларҙың бөтәһен дә тыныс үткәрергә кәрәк. Тирә-йүндә күҙҙең яуын алырҙай һылыуҙар барында, ул, хәләленә тоғро ҡалып, уның менән ғүмер кисерә икән, бында минең хеҙмәтем дә барҙыр, беҙ бер-беребеҙгә лайыҡлы йәрҙер, тип уйлайым. Ә бит ҡайһы бер билдәле шәхестәр никах яңыртыуҙан арына алмай. Беренсеһен айырып, икенсегә өйләнә, унда ла бәхет тапмай, өсөнсөгә ғаилә ҡороп ҡарай, әммә уңа алмай. Аллаһы Тәғәлә юғары һәләт, киң билдәле шәхес булырға мөмкинлек биргән икән, һин шундай өлгө күрһәтергә тейеш тә: ҡорған ғаилә – иң мөһиме. Балалар атай һәм әсәй менән тулы ғаиләлә үҫһен. Үгәй атай йәки үгәй әсәй балаңа ысын тәрбиә бирә алмаҫ. Әгәр ҙә никахты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бар икән, сабырлыҡ талап ителә. Сер түгел, ирҙәрҙең барыһы ла ғашиҡ булыусан. Улар – тәбиғәте менән һунарсы. Әммә ҡатын кеше шундай шарттар тыуҙырырға тейеш – ир ғаиләһенә ҡайтырға теләһен. Шул уҡ ваҡытта ир-ат та иңендә ни иклем ҙур яуаплылыҡ ятыуын аңлаһын.

Әлбиттә, һәр ваҡыт күндәм генә, аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына булып йәшәү мөмкин түгел. Үрҙә атап үткән сифаттарҙың һәммәһе лә миндә бар тип әйтә алмайым. Әммә мин шуға ынтылам. Ҡайһы саҡта арҡыры һөйләргә, бәхәсләшергә лә тура килә. Төрлөсә була. Ҡатын-ҡыҙ ирендә ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн яратҡан эше менән шөғөлләнһен, үҫешһен. Үҙеңде балалар, ғаилә хаҡына ҡорбан итергә ярамай. Һәм ундайҙарҙың ҡәҙере лә булмай.

– Үкенескә күрә, барлыҡ ҡатын-ҡыҙ ҙа ир артына һыйынып ҡына йәшәй алмай. Йыш ҡына шулай ҙа була: ғаиләлә ул сараһыҙлыҡтан төп йөктө үҙ иңенә алырға мәжбүр. Бөгөн ҡатын-ҡыҙға нисек нескә затҡа әйләнергә?

– Ысынлап та, гүзәл зат – иргә, ир-ат ҡатын-ҡыҙға оҡшай башлауын күреп, ҡайһы берҙә ғәжәп хәлгә тарыйһың. Быны йыш ҡына замана һылыуҙарының саманан тыш әүҙемлеге менән аңлаталар. Ни тиһәң дә, ир ир булырға тейеш. Әйтәйек, бына әлеге лә баяғы “ТНТ” каналындағы бейеү проектында ла ҡыҙҙар “хип-хоп” бейей, ирҙәр, киреһенсә, нескә хәрәкәтләнә. “О, бына исмаһам егет! Кәүҙәһе лә, мускулдары ла формалашҡан”, – тип уйлап та өлгөрмәйһең, ул сыға ла ҡатын-ҡыҙға хас бейеү башҡара. Ә инде Нәркәстең сығышы һис көтөлмәгәнсә булды. Ул үҙенең образы, һығылмалылығы менән шаҡ ҡатырҙы ла ҡуйҙы. Уның сығышының видеояҙмаһы аҫтында “скромность победила сексуальность” тигән комментарий күреп ҡыуанғайным. Эйе, ул ҡаплаулы ине, матур хәрәкәтләнде. Ә инде ир-егеткә бейеүҙе көслө ир заты ҡуйырға тейештер, тип уйлайым.

Ҡыҙҙар йыш ҡына аяҡтарҙы яланғасландырып, ҡыҫҡа итәк кейеп, ир-атта ҡыҙыҡһыныу уятырмын, тип уйлай. Әммә был һис тә дөрөҫ түгел. Эйе, ул ир-атҡа үҙенең еңел-елпе икәнлеген күрһәтте, ундай ҡыҙҙы яулап алыуы әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Тик ул ир-атта ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡыҙыҡһыныу уятмай. Бәлки, ана шул еңел яулап алынмалы булыуыбыҙ менән ир-атты аҙҙырғанбыҙҙыр, бәлки, шуға ла улар ғаилә ҡороп, иңдәренә яуаплылыҡ алырға теләмәйҙер?!

Ҡатын-ҡыҙ үҙенең көсһөҙлөгө менән ир-атты тау-таш аҡтарыр көскә эйә итә алһын ине. Башҡорт бейеүе менән күберәк шөғөлләнһә, ҡатын-ҡыҙ йомшаҡ, һығылмалы булыр. Йәнә гүзәл затҡа Хелен Анделиндың “Очарование женственности” тип исемләнгән китабын уҡып сығырға тәҡдим итәм. Ул өҫтәл китабына әүерелерлек әсбап күптәргә никахын һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итер ине.

– Һеҙ икегеҙ ҙә ирекле ижадсы. Ҡурайҙа уйнап, бейеп кенә етеш йәшәп буламы?

– Бөтәһе лә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелә. “Әгәр ҙә бер һумды дөрөҫ сарыф итмәһәң, миллиондар ҙа етмәйәсәк”. Роберт шулай тип өйрәтә. Һәм был дөрөҫ тә. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, ул байлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән кеше түгел. Әммә беҙ һис тә аҡсаһыҙ ултырғаныбыҙ юҡ. Лайыҡлы йәшәргә, матур-матур костюмдар тегергә лә, сәйәхәт ҡылырға ла мөмкинлегебеҙ бар. Сөнки Аллаһы Тәғәлә бәрәкәтенән айырмай. Әгәр ҙә яратҡан эшең менән шөғөлләнһәң, аҡса һәр ваҡыт буласаҡ. Ул яйлап табыла. Әйтәйек, беҙҙе ҡәнәғәтләндерерлек хаҡҡа тегеүсе оҫталар осрап ҡуя. Ҡайһы бер ваҡ элементтарҙы үҙебеҙ сигәбеҙ. Әйткәндәй, мин үҙем дә башҡорт биҙәүестәре яһау, түшелдеректәр, селтәрҙәр тегеү, сигеү менән мауығам.

“Ни тиклем күберәк бирһәң, шул тиклем күберәк алырһың”, – ти Роберт. Был ысынлап та шулай. Әйтәйек, хәйриә концерттары ойоштороуыбыҙ ҙа байтаҡ сығымдар талап итә. Ҡайҙа ғына барһаҡ та ҡорбан салабыҙ. Үҙебеҙ менән музыканттар, бейеүселәр алабыҙ. Шуныһы ғәжәп, хәйриә концертынан ҡайтыуыбыҙ була, Робертты көтмәгәндә ниндәйҙер ҙур, түләүле концертҡа саҡыралар. Бейеүҙә лә шулай, уҡыусыларыма үҙ тәжрибәмде ни тиклем күберәк бирһәм, күңел һалып шөғөлләнһәм, уйламаған ерҙән килем алам. Миңә ҡалһа, барыһы ла маҡсатҡа, уй-ниәттәрҙең эскерһеҙлегенә, сафлығына бәйле. Үҙ тәғәйенләнешен тапҡан, изге ниәттәр менән янған кешегә бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа кәртә була алмай. Аллаһы Тәғәләгә табан бер аҙым атлаһаң, ул үҙе үк һиңә йүгереп килә, тиҙәр. Шуны онотмайыҡ.



Читайте нас: