Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
11 Сентябрь 2019, 13:53

"Шәфәҡ тә бар булмышымда, Кармен да..."

Римма Ҡаһарманова... Сағыу талантлы актриса... Кармен, Ғәлимә, Шәфәҡ, Сауле, Зөләйха... Ул тыуҙырған образдар берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Уйландыра, һыҙландыра, һоҡландыра. Актрисаның сәхнәләге уңышының сере ниҙә? Әңгәмәлә һүҙ Римманың ижадҡа булған мөнәсәбәте, илһам сығанағы, ғаиләһе, мөхәббәте хаҡында...

“Шәфәҡ тә бар булмышымда, Кармен да...”
Римма Ҡаһарманова... Сағыу талантлы актриса... Кармен, Ғәлимә, Шәфәҡ, Сауле, Зөләйха... Ул тыуҙырған образдар берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Уйландыра, һыҙландыра, һоҡландыра. Актрисаның сәхнәләге уңышының сере ниҙә? Әңгәмәлә һүҙ Римманың ижадҡа булған мөнәсәбәте, илһам сығанағы, ғаиләһе, мөхәббәте хаҡында...
– Римма, театр һине нимәһе менән арбаны?
– Тәбиғәтем менән үтә хислемен. Бала саҡта китаптар уҡып, үҙемде төрлө образдар урынында күҙ алдына килтерә, ул күргән-кисергәндәрҙе йөрәгем аша үткәрә инем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бәләкәйерәк кластарҙа саҡта китап уҡырға яратманым. Ниндәйҙер ауыр бер эш һымаҡ тойола торғайны ул миңә. Әҙәбиәткә һөйөүҙе әсәйем тәрбиәләне. Ҡулыңа бер тапҡыр яҡшы китап килеп эләкһә, айырыла алмаҫһың, тигәйне ул. Етенсе класта Зәйнәб Биишеваның трилогияһын уҡыным. Һәм шунан алып нәфис әҙәбиәт менән мауығып киттем. Әсәйем уҡытыусы булғас, өйҙә китаптың ниндәйе генә юҡ! Башҡорт драматургияһы антологияһының бөтә томдары ла бар ине. Хәҙер пьеса уҡырға яратмайым. Ә ул саҡта әҫәрләнеп күңелемә ятҡан монологтарҙы ҡабат-ҡабат илай-илай уҡығаным иҫтә. Бейергә лә әүәҫ инем. Ғөмүмән, әҙәбиәткә, сәнғәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы әсәйем тыуҙырҙы. Башҡорт халыҡ йырҙарын күңел һалып тыңларға, уларҙы аңларға өйрәтте. Ул үҙе лә сәнғәткә ғашиҡ кеше. Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡығанда театр түңәрәгендә шөғөлләнгән, төп ролдәрҙе башҡарған. Шулай итеп, әсәйем йүнәлеш күрһәткән ана шул әҙәбиәттең, сәнғәттең рухымды, күңелемде байытыуын һиҙгәнмендер. Артабан был тойғо тәғәйенләнешемде аңлауға булышыҡ иткәндер. Сөнки хәҙер тормошомдо театрһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.
– Актриса буласағыңды бала саҡтан уҡ тойғанһың килеп сыға инде, тимәк?
– Бала саҡтан уҡ матурлыҡҡа ынтылыу тойғоһо булғандыр. Туғыҙынсы кластан һуң, нисектер ауылдың тар була башлауын тойҙом. Әммә ул ваҡытта актриса булыу хаҡында аныҡ ҡына уй юҡ ине. Йәнә әсәйем ярҙамға килде. “Сибайҙа педагогия колледжы бар. Унда яҡшы белем бирәләр. Артабан ҡайҙа ғына барһаң да, ул һинең өсөн күпер булыр”, – тине. Шунда, ысынлап та, педагогия колледжына барырға ла, икенсе курстан һуң сәнғәт акадеияһына һынау тотоп ҡарарға тигән уй тыуҙы. Һәм ике йылдан һуң ошо ниәтемде тормошҡа ашыра алдым. Әммә педагогия колледжын да ситтән тороп тамамланым. Башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм психолог белемем дә бар. Ә инде актриса һөнәрен һайлауыма атайым башта риза булманы. Әсәйем ҡаршылыҡ та күрһәтмәне, мотлаҡ шунда бар, балам, тип тә әйтмәне, мине өндәшмәй генә ҡеүәтләне. Һәм шуның өсөн уға рәхмәтем ҙур. Хәҙер яҡындарым был донъяла үҙ урынымды таба алыуыма ҡыуана. Әйткәндәй, атайым менән әсәйем бөгөн Өфөлә йәшәй.
– Бала сағыңда ниндәйерәк ҡыҙыҡай була торғайның?
– Үтә шуҡ түгел инем. Әсәйем уҡытыусы булғанғалыр инде, мәктәптә һәр яҡтан да өлгөлө булырға тырыштым. Яҡшы өлгәшә торғайным. Әммә оялсаныраҡ инем. Шуға ла мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәнем тип әйтә алмайым. Хәҙер класташтарма “шул тиклем оялсан булғанмын” тиһәм, “юҡ, һин юҡ-бар менән булышып, өндәшеп барғандарҙан түгел инең, әммә кәрәкле ваҡытта ҡаты итеп үҙеңдең һүҙеңде әйтә торғайның”, тиҙәр. Артыҡ өндәшеп бармаһам да, эстән бик хисле инем былай. Төрлө спорт уйындарында үҙ-үҙемә ышанмауым хәтерҙә. Булдыра алғанымды аңлайым, әммә башҡалар ҡарап торғанға, үҙ-үҙемә ышанмағанға, шуны ла эшләй алмай торғайным. Уҡытыусы балаларына ҡарата шундай мөнәсәбәт йәшәй бит: дәресте әсәләренән эшләтеп алалар, уларға барыһы ла еңел бирелә тип уйлайҙар. Ошондай стереотиптар балала үҙ-үҙеңә ышанысты бөтөрә ул. Был шәхсән үҙемә ҡағылмаһа ла, миңә ҡарата ла шундай уҡ мөнәсәбәттәләрҙер тип уйлағанмындыр инде. Педколледжға ингәс, барыһына ла өлгәшәсәкмен, үҙемде һәр йәһәттән дә күрһәтәсәкмен тигән маҡсатым булды. Һәйбәт уҡыным. Бейеүгә лә өлгөрҙөм, еңел атлетика менән дә шөғөлләндем. Буш ваҡытым бөтөнләй булмай торғайны. Үҙемә үҙем ял бирмәнем. Мине хатта культсектор итеп һайлап ҡуйҙылар.
– Мөхит һине үҙгәрткән, үҙ-үҙеңә ышанысыңды арттырған...
– Эйе. Нисектер үҙемде күрһәткем, уҡыу йорто тормошо менән ҡайнап йәшәгем, үҙ мөмкинлектәремде асҡым килгән. Тимәк, эске көсөм булған. Әммә мин уны быға тиклемге мөхиттә сығара алмағанмын. Ә яңы урында үҙең хаҡында белгертеү еңелерәк. Бала саҡтан уҡ үҙемде ситтән күҙәтә торған һыҙатым бар минең. Педколледжға килгәс шуны аңлап ҡалдым: нимәгә тотонһам да булдыра алам кеүек бит. Тимәк, кеше, әгәр ҙә үҙенә ышанһа һәм тырышһа, барыһына ла өлгәшә ала тигән һығымтаға килдем. Мөхит тә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Сөнки педагогия колледжында уҡытыусылар тарафынан студенттарға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт хөкөм һөрҙө. Улар беҙҙе үҙҙәренең коллегалары итеп ҡабул итте. Сәнғәт академияһында ла шул уҡ хәл. Унда иһә Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимовала һәм Байрас Нәдим улы Ибраһимовта белем алдым.
– Сәнғәт академияһына һынау тотҡанда бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар булманымы?
– Һынау тотоуы үтә ауыр булманы. Ул мәлдәрҙе хәҙер төш һымаҡ ҡына хәтерләйем. Ниндәйҙер мәҫәл әҙерләп килгәйнем. Шуны һөйләп ишеттерҙем. Йырларға ҡуштылар. Әммә нимә йырлағанымды онотҡанмын инде. Ә бына һыйыр һауыу этюдын күрһәтеүемде иҫләйем: ҡәҙимгесә ултырып һыйыр һауып күрһәттем дә сығып киттем. Беренсе курсты тамамлар алдынан уҡытыусыбыҙ Байрас Нәдим улы шул мәлде иҫкә төшөрөп: “Беҙҙе шуныһы менән ылыҡтырҙың: һиндә тәбиғәттең үҙе бар, ҡала мөхите менән алданмағанһың, сәғәттәр буйы һыйыр һауһаң да, кинәнеп ҡарарға булыр ине. Сөнки һин уны тормошсан итеп башҡараһың”, – тигәйне.
– Әйткәндәй, һыйыр һауғаның була торғайнымы һуң?
– Эйе, һауғылай инем. Әммә әсәйем, ғүмерең алда әле, ҡыҙым, барыһына ла өлгөрөрһөң тип, ундай эштәр менән баҫманы.
– Һеҙҙең курсты йәштәр театры өсөн әҙерләнеләр, шикелле?
– Эйе, әммә курстан дүрт кешене генә: Рәмзил Сәлмәновты, Айнур Сәфиуллинды, Ләйсән Аҡназарованы һәм мине йәштәр театрына һайлап алдылар. Унда ике йыл эшләгәндән һуң Айрат Әхтәм улы Абушахманов мине Башҡорт академия драма театрына саҡырҙы. Тик мин был тәҡдимдән баш тарттым. Нисектер баҙнатсылығым етмәне. Бындай ҙур театр, абруйлы коллектив өсөн үҫеп етмәгәнмен тип уйлағанмындыр, күрәһең. Төрлө сәбәптәр табып, йәштәр театрында ҡалыуҙы хуп күрҙем. Айрат Әхтәм улы бер нисә тапҡыр саҡырып та күндерә алмағас, ахыр сиктә “ҡурҡаҡ һин, Римма” тип кенә ҡуйҙы. Шулай итеп, яңы сезонға элекке эш урынына барҙым. Ғәҙәттәгесә, йыйылыш булды. Яңы спектакль ҡуясаҡбыҙ. “Ғилмияза”. Мин унда массала. Ике көн үткәндән һуң Башҡорт академия драма театрының кадрҙар бүлегенән шылтыратып: “Беҙҙең театрға эшкә киләһегеҙ икән. Директорыбыҙ Хөрмәтулла Ғәззәли улы һеҙгә шул хаҡта хәбәр итергә ҡушты. Иртәгә яңы сезон асыласаҡ. Сәғәт унда йыйылышҡа көтәбеҙ”, – тинеләр. Минең өсөн көтөлмәгән хәл ине был. Документтарымды алмай ғына йыйылышҡа килдем. Хөрмәтулла Ғәззәли улы: “Бына беҙҙең яңы актриса”, – тип башҡалар менән таныштырҙы. Мин тороп баҫтым. Ҡул саптылар. Мәжит Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ” спектаклен башлайҙар икән. Айрат Әхтәм улы сәхнәләштерә. Миңә лә роль биргәндәр. Приказда фамилиям бар.
– Тимәк, яҙмыш ҡушыуы буйынса үҙеңдең ризалығыңдан тыш, һине бында эшкә алдылар килеп сыға инде?..
– Эйе, шулай килеп сыҡты. Айрат Әхтәм улы әйтмешләй, ҡурҡҡанмындыр инде, ролһеҙ йөрөһәм дә Йәштәр театрында ҡалыуҙы хуп күргәйнем бит. Ә унда, ғөмүмән, ролдәр менән ҡыйын. Йылына алты спектакль сәхнәләштерелә. Ике труппаға өсәр спектакль тура килә. Башҡорт труппаһының өс спектакленең ҡайһыныһында ғына ролең булыуы ихтимал бит инде?! Ә бында алты спектаклдең береһенә булһа ла эләгеүең мөмкин әле. Әммә мин бер ваҡытта ла ролдәрем юҡ тип аптырап ултырманым. Сөнки студент саҡтан телевидениела эш башлағайным. “Музбазар” тапшырыуын алып бара, уны мауыҡтырғыс итеү өсөн көс һала, яңынан-яңы идеялар менән яна торғайным. Сценарийҙарҙы ла үҙем яҙҙым. Бынан тыш театрҙа рус теленә синхрон тәржемә текстарын уҡый инем. Ҡыҫҡаһы, эшһеҙ ултырманым. Әммә үҙемде драма актрисаһы итеп күрергә, матур-матур ролдәр тыуҙырырға ла хыяллана инем.
– Башҡорт академия драма театрындағы тәүге ролеңдән һуң ниндәй уйҙар тыуҙы?
– Айрат Әхтәм улы менән эшләү үҙе бер ләззәт ул. Репетицияларҙан дәрт, көс, энергия туплап сығыу бәхете, шул уҡ ваҡыта ролле булыу бәхете... ул ролде сәхнәгә сығара алыу бәхете... Бына шундай тойғолар кисерҙем. Эйе, үтә ҙур роль дә түгел. Һәйбәт кенә ҡыҙ баланы уйнаным. Әммә үҙемде ҙур бер эш башҡарған һымаҡ тойҙом. Шулай ҙа артыҡ шатланып йөрөгәнемде иҫләмәйем. Барыһы ла тәбиғи килеп сыҡты. Һәммәһе лә үҙ ваҡыты менән килә һәм ул ҡыуыныс һаман да дауам итә.
– Коллектив нисек ҡабул итте үҙеңде?
– Яңы хеҙмәткәрҙе бер ерҙә лә ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар. Театрҙа бигерәк тә. Сөнки актрисалар бик күп. Араларында замандаштарым да, йәштәштәрем дә бар. Тәү ҡарашҡа уларҙан бер ерем менән дә айырылып торған кеүек түгелмен... Ә инде был актриса башҡаларға оҡшамаған, ул үҙенә бер төрлө тип әйтерлек тәүге ролем “Кармен” спектаклендәге Кармен образын тыуҙырғандан һуң булды. Беҙ, ғөмүмән, мосолман ҡатындарына хас, баҫылҡы, яҡшы эштәр башҡарып, матур һүҙҙәр һөйләп кенә йөрөгән, “юҡ” тип әйтмәгән героиняларҙы уйнарға күнеккәнбеҙ. Сөнки шундай ролдәр менән тәрбиәләнгәнбеҙ. Был беҙгә һеңгән. Ә Кармен ул бөтөнләй башҡа төрлө. Һәм ул, ысынлап та, минең булмышыма яҡын ине. Тәбиғәтемдә ҡырыҫлыҡ, күсмә халыҡ ҡыҙҙарына хас үткерлек, саялыҡ кеүек һыҙаттар барҙыр инде, тимәк. Үтә хисле бит ул Кармен. Уйлағанын шунда уҡ тормошҡа ашырырға кәрәк. Уға хатта ниндәйҙер еңел-елпелек хас. Уның өсөн бына тап ошо мәлдә бөтәһе лә кәрәк, йә бер нәмә лә кәрәк түгел. Бына шундай ул Кармен. Режиссер Сюзанна Оржактың эшләү ысулы ла яңыса ине беҙҙең өсөн. Һәм ул мине Кармен образына кастинг буйынса һайлап алды. Был образымды бик ныҡ яратам. Профессиональ йәһәттән үҫешеү өсөн йәнә бер баҫҡыс, мәктәп булды ул. Уны хатта театрҙа үҙ урынымды табыуға булышлыҡ иткән ҙур бер эшем тип иҫәпләйем. Ошо хәлдән һуң үҙ-үҙемә ышанысым артты. Әммә “Кармен”дан һуң ролһеҙ йөрөгән ваҡыттарым да булды. “Мин саҡырҙым, артабан үҙе йөҙһөн, башҡа режиссерҙар уны күрерме, яңы ролдәргә алырҙармы икән”, тип уйлаптыр, моғайын, Айрат Әхтәм улы тәүге ролдән һуң байтаҡ ваҡыт минең менән эшләмәй торҙо. Күпмелер үткәндән һуң Сюзанна Оржак килеп мине төп ролгә алды, аҙаҡтан ҡырғыҙ режисеры Манджиев менән эшләнем. Һуңынан инде беренсе декреттан һуң ғына Айрат Әхтәм улы “Ай тотолған төндә”лә Шәфәҡте бирҙе. Һәм шунан һуң башҡа ҙур ролдәр менән эшләп киттек.
– Әлегә тиклемге эш дәүереңдә “Кармен”дағы һымаҡ уҡ үҙеңде асырға ярҙам иткән йәки булмышыңа яҡын ролдәр булдымы?
– Шәфәҡте уйнағанда ла мин үҙемдә актер булараҡ яңы һыҙат астым. Кармен ул миңә оҡшаған тип әйтеп үткәйнем инде. Кәйефем булғанда мин үҙем дә Кармен һымаҡ булып китәм. Энергиям ташып тора. Шаяртам. Бейейем. Кешегә аңғармаҫтан ҡатыраҡ бәрелеүем дә ихтимал. Ә Шәфәҡ ул тәү ҡарамаҡҡа Риммаға оҡшамған һымаҡ. Ул шул тиклем түҙемле, сабыр, аҡыллы. Һүҙ ҙә әйтмәй, башҡаларҙы уйлап йәшәй. “Мин былай ҙа көҙгө япраҡ кеүек. Үҙем дә өҙөлөп төшөргә әҙермен, теймәгеҙ миңә”, – ти ул. Ысынлап та, уның күңеле шәм кеүек. Өрһәң һүнергә генә тора. Шәфәҡте уйнағанда шуны аңланым: һәр бер кешелә, һәр бер актерҙа төрлө характер бар. Тәбиғәт беҙгә барыһын да бөтөн итеп биргән. Тик генетика, тәрбиә, мөхит һинең ниндәйҙер һыҙаттарыңды үҫтерә, нимәһендер баҫа. Шәфәҡ ролен тыуҙырғандан һуң шуны аңланым: минең Шәфәғем йоҡлаған, баҫылған булған. Был ролем ана шул онотолған һыҙаттарымды яңынан асты. Һәм актриса булараҡ үҙ-үҙемә ышанысым тағы ла артты. Ғөмүмән, һәр ролем минең торошома йоғонто яһай. Йөрәгемдә һәммәһенең үҙ урыны, уларҙың һәр ҡайһыһына үҙ мөнәсәбәтем бар. Әйтәйек, “Джут”тағы Саулеға минең уйнаған һайын иҫем китә. Үҙен шулай ҡорбан итерлек кешеләр булған бит тип аптырайым. Уйнағанда башҡарған ролеңә ҡарата мөнәсәбәтең булыуы мөһим. Образыңа һоҡланыуың, уны илаһилаштырыуың, ихтирам итеүең тамашасыға күренәлер тип уйлайым. Бына минең Саулеға ҡырын һүҙ әйттергем килмәй. Үҙем шундаймын тип түгел, ә уның бына шундай изге күңелле ҡатын булыуын тамашасыға сайпылдырмай ғына еткергем килә. Һәр бер образыма ҡағыла был. Һәр бер ҡатын-ҡыҙҙы нисек аңлайым, ниндәй кимәлдә хөрмәт итәм һәм яратам – бына шуны тулайым килеш тамашасыға күрһәтергә теләйем. Уйнап еткермәһәм етермәйем, әммә шаштырып та ебәрмәйем, әйҙә, тамашасы үҙе уйлаһын. Һәр кемгә лә, һәр төрлө шарттарға ла яраҡлашырға күнеккән Зөләйханы мин тәүҙә аңламай торағйным. Үҙеңдең тормошоң өсөн әҙерәк кенә көрәшергә була бит инде, тип уға йәнем көйә ине. Хәҙер аңлайым: әгәр ҙә ул көрәшсе ҡатын булһа, шунда уҡ үлемгә дусар ителер ине. Бына шул түҙмлелге, кешегә ярай белгәнлеге менән иҫән ҡалған ул. Үҙ яҙмышын ҡабул иткән, үҙ яҙмышына күнгән. Һәм бөтә нәмәне лә һис ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, нисек бар, шул килеш ҡабул итә. Монахиняларҙа шундай халәт бар бит: ҡаршылыҡһыҙ, ризаһҙлыҡ белдермәй тыныс ҡабул итә белеү. Зөләйхаға ошо һыҙат хас. Юғиһә ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, ризаһыҙлыҡ белдерә-белдерә йәшәй ҙә, мин ғүмер буйы түҙҙем, тип хәбәр һала. Ризаһыҙлыҡ, ҡаршылыҡ белдереп түҙеү ул түҙеү ҙә, ҡабул итеү ҙә түгел. Ул, киреһенсә, ҡабул итә белмәү. Сөнки ҡабул итеү күңелдә тыныслыҡ булғанда ғына мөмкин. Зөләйха мине үҙем үҙгәртә алмаған нәмәләрҙе ҡабул итергә һәм уларға тыныс ҡарарға өйрәтте.
– Бына һин роль алдың. Эш нимәнән башлана?
– Эш, әлбиттә, автор биргән йүнәлеш нөктәһенән – материалдан, пьесаны йәки романды уҡыуҙан башлана. Материал менән танышҡандан һуң образ, ваҡиғалар һүрәтләнгән осор хаҡында уйланаһың. Шул темаға бәйле китаптар, ниндәйҙер документаль текстар уҡыйһың, кинолар ҡарайһың. Шул уҡ ваҡытта үҙ образыңда тәрәнәйәһең. Уйланып-уйланып йөрөп яйлап тулышаһың, аҙаҡтан туплаған хис-тойғоларыңды һайлап ҡына, һөҙөп кенә сығара башлайһың. Нимәһе кәрәк? Нимәһе кәрәкмәй?.. Ә премьераға бер аҙна самаһы ваҡыт ҡалғас, һөйләшеүе лә ҡыйын була башлай. Сөнки айҙар буйына килгән ҙур бер хеҙмәт һиндә бына-бына өлгөрөп етергә тора. Спектаклгә бер сәғәт ҡалғас та һөйләшеүе ауыр. Бөтөн иғтибарыңды башҡарасаҡ ролеңә туплайһың.
–Әсәй булыу һиңә нисегерәк йоғонто яһаны?
– Әсәлек хисе бик ныҡ үҙгәртте мине. Коллегплпрвм дпп шулай ти. Мин элек, ысынлап та, Кармен һымағыраҡ булғанмындр ул. Әсәлек тойғоһо мине нисектер баҫты. Яҡшы мәғәнәлә. Балаларым тыуғандан һуң түҙемлерәк булырға өйрәндем. Эскерһеҙ яратыу һәм яратылыуҙың нимә икәнлеген аңланым. Сабыйҙарым мине яратырға, яратылырға, ҡайһы берҙә үҙеңде ҡорбан итергә, сабыр һәм тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөнөрәк булырға өйрәтте.
– Ә бына мөхәббәткә ышанаһыңмы?
– Ышанам. Ғөмүмән, ышанмайынса йәшәй алмайым. Минең өсөн мөхәббәткә ышаныу мөхәббәттең үҙенән дә өҫтөнөрәк. Уның мөхәббәтенә, уның хөрмәтенә ышаныу... Сөнки мин ышанғанда ғына алға бара алам. Ә инде әҙерәк кенә шикләнә башлаһам, бөтә нәмәм селпәрәмә килә. Ундай саҡтарҙа мин Карменға әүереләм. Ҡырҡа һуғам, мөнәсәбәттәрҙе өҙәм, ташлайым... Мөхәббәткә генә ҡағылмай был. Ғөмүмән, кешегә ышаныу кәрәк миңә. Әгәр ҙә режиссерға ышанмаһам, ролемде ижад итә алмаясаҡмын. Тимәк, режисерҙың һәйбәт булыуынан бигерәк минең уға ышаныуым мөһим.
– Шәхси тормошоңда бәхетлеһеңме?
– Эйе, Аллаға шөкөр, бәхетлемен. Ике бала әсәһемен: Әминә ҡыҙым менән Әмирхан улым үҫеп килә. Һөйгән кешем бар. Яратышып бергәләп ғүмер итәбеҙ. Шәхси тормош ул минең өсөн мөһим нәмә. Әгәр ғаиләлә тыныслыҡ юҡ икән, ниндәй генә роль, ниндәй генә режиссер, ниндәй генә материал булмаһын – уға ҡыуана ла, уға ышана ла алмайһың. Мин үҙем шундайыраҡ кеше инде. Илһамланып эшләр өсөн бөтә йәһәттән дә тыныс булырға тейешмен. Һәм әлеге вкаҡытта, Аллаға шөкөр, тынысмын. Ышанам, яратам, хөрмәт итәм. Минең алға өмөттәрем, ҙур ышанысым бар. Яратҡан кешем сәнғәт донъяһынан. Бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Балаларҙы ла бергәләп тәрбиәләйбеҙ.
– Сағыу талантлы актрисаһың. Әле күптән түгел генә “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле өсөн “Алтын битлек” алып ҡайттығыҙ. Үҙең менән ҡәнәғәтлек тойғоһо бармы?
– Ҡыуанған, ғорурланған саҡтарым була. Әммә ул ниндәйҙер награда алғанда түгел, әйтәйек, сәхнәлә күңелең, аҡылың менән дөрөҫ юлдан барып, дөрөҫ финалға килеп сыҡһаң ҡәнәғәтлек тояһың. Хатта ҡайһы берҙә репетиция мәлендә лә еңеүсе булып килеп сығам. Ә наградаларға мин фәлсәфәүи ҡарайым. Күрһәләр, рәхмәтлемен. Күрмәһәләр, тимәк, ваҡытым етмәгән. Мин бары эшләйем. Эшләгәндә кәйефем булырға тейеш. Күңелемде нимәлер ҡырһа, башҡалар һымаҡ онота алмайым. Миңә мотлаҡ аҙағына тиклем төпсөнөп, аңлап, тынысланып бөтөп, артабан китергә кәрәк. Шундай тынғыһыҙ бер йәнмен инде. Репетиция мәлендә режиссер иҫкәрмә белдермәһә, миңә ҡыйын, барып һорап булһа ла алам. Сөнки артабан китергә кәрәк. Бер урында оҙаҡ тора алмайым. Эш мәлендә режиссерҙар менән бәхәсләшеп киткән саҡтарым да була. Миңә башҡаса ҡыҙыҡ та түгел. Хатта ролдәремә лә хас был. Ябай тормошта ла шундаймын. Тыныс тормош яҡлы түгелмен. Өйҙә йыш ремонт яһарға, кәрәкмәгән әйберҙәрҙе даими рәүештә ташлап тороға әүәҫләнгәнмен.
Минең девизым шул: эшләргә кәрәк! Сәхнә арты тормошона иғтибар итмәҫкә, ғәйбәт һөйләмәҫкә. Кемгәлер аламалыҡ ҡылһам, яңылышһам, берәүҙе алдаһам, йәки аңлы рәүештә рәнйетһәм ролдәремде сәхнәгә сығара алмаҫмын кеүек. Бысраҡ күңел менән нисек сафтан-саф Саулены уйнай алам мин?!. Үҙ юлыңдан лайыҡлы барырға кәрәк. Һәм һинең лайыҡлылығың ролдәреңдә лә сағыласаҡ. Сәхнәнән барыһы ла күренә бит ул: актерҙың интеллектуаль кимәле лә, тормошта ниндәй кеше булыуы ла. Шуға ла Хоҙайҙан яҡындарыма хыянат итерлек, миңә ышанған кешеләрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек шарттарға ҡуймаһын ине тип һорайым. Ролдәрем менән кешеләрҙе уйландырырға, уларҙың йөрәгендә үҙ урынымды табырға теләйем. Милләтемдең лайыҡлы ҡыҙы, театр донъяһының бер шәхесе булырға яҙһын тим.
– Маҡсаттарыңа, һис шикһеҙ, өлгәшә бараһың! Афарин, Римма! Тағы ла үҙенсәлеклерәк ролдәр, тәрәнерәк кисерештәр һым яңынан-яңы балҡыштар һиңә!
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: