Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
1 Октябрь 2019, 16:09

Гөлмирә Исмәғилева кемде тормош иптәше итеп һайлаясаҡ?

Журналыбыҙҙың тышын йәмләүсе Башҡортостан юлдаш каналының “Сәләм” тапшырыуы алып барыусыһы Гөлмирә Исмәғилеваны танығанһығыҙҙыр, дуҫтар! Иртә менән тотош республика халҡына йөрәк йылыһын өләшкән үҙенсәлекле бер моң менән һуғарылған яғымлы тауышлы был һылыу кисен Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә матур-матур ролдәр ижад итергә лә, төрлө тамаша-концерттарҙы алып барырға ла өлгөрә. Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән ошо гөлдәй нәфис Гөлмирәнең күңел донъяһын бер аҙ байҡайыҡ әле бөгөн.

Гөлмирә Исмәғилева:

“Буш ваҡытым булырға тейеш түгел”

Журналыбыҙҙың тышын йәмләүсе Башҡортостан юлдаш каналының “Сәләм” тапшырыуы алып барыусыһы Гөлмирә Исмәғилеваны танығанһығыҙҙыр, дуҫтар! Иртә менән тотош республика халҡына йөрәк йылыһын өләшкән үҙенсәлекле бер моң менән һуғарылған яғымлы тауышлы был һылыу кисен Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә матур-матур ролдәр ижад итергә лә, төрлө тамаша-концерттарҙы алып барырға ла өлгөрә. Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән ошо гөлдәй нәфис Гөлмирәнең күңел донъяһын бер аҙ байҡайыҡ әле бөгөн.

– Гөлмирә, ҡасан күрһәң дә кәйефең яҡшы, йөҙөңдән һис тә йылмайыу китмәй. Бының сере ниҙә?

– Тормоштоң йәмен, тәмен тойоп йәшәүҙә. Яратҡан эшем менән шөғөлләнеүҙә. Тәбиғәтем менән асыҡ күңелле булыуҙа.

– Бына тормош ритмыңа ҡарайһың да ни арала йоҡоһон туйҙыра ла, ни арала ял итә икән был Гөлмирә тип уйлайһың...

– Бәлки, йоҡо ла, ял да әҙерәк тәтейҙер. Әммә йәш саҡта, күңелең ятҡан йүнәлешең барҙа, һис зарланмайса илһамланып эшләүҙе бәхеттер, тип һанайым. Мин, ғөмүмән, эшһеҙ ултыра торған кеше түгел. Бала саҡтан уҡ үҙемде шундай ритмда йәшәүгә күнектергәнмен: буш ваҡытым булырға тейеш түгел. Мәктәптә уҡығанда һәр төрлө түңәрәктәрҙән, спорт секцияларынан ҡайтып инә белмәнем. Вокал ансамблендә лә сығыш яһаным. Һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы маҡсат ҡуйып, шуны тормошҡа ашырыу процессы һәм килеп сыҡҡан һөҙөмтәнән ҡәнәғәтлек кисереү ҡыҙыҡ ине. Үҙемде үҙем шулай тәрбиәләнем. Хатта барыһы ла дер ҡалтырап торған берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнгәндә лә яратҡан шөғөлдәремде ташламаным. Уның ҡарауы, ҡулға аттестат алғанда ике һөнәр эйәһе булырға – шәфҡәт туташы һәм парикмахер танытмаларын алырға ла өлгөргәйнем. Шулай ҙа үҙемде һәр саҡ сәхнәлә күрҙем. Ошо маҡсатым мине Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр бүлегенә алып килде.

– Тимәк, театр һинең өсөн ят мөхит булмаған?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, театр донъяһы менән мин Өфөгә килгәс кенә таныштым. Имтихандарға үҙ белдегем менән әҙерләнеп, Өфө сәнғәт академияһының театр факультеты студенты булып киттем. Ҡулға диплом алғас, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма тетарына саҡырҙылар. Ә мин телевидение карьераһы хаҡында хыяллана инем. Шуға ла был тәҡдимдән баш тартырғамы икән әллә тигән уйҙар ҙа булды. Тик уҡтыусыбыҙ Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова: “Ундай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырма, башта театрҙа эшләп ҡара, телевидениеға урынлашырға бер ҡасан да һуң түгел”, – тип кәңәш бирҙе. Айрат Әхтәм улы Абушахманов та: “Театр4а килеп ҡара әле һин”, – тип саҡырып торғас, баш тартманым. Һөҙөмтәлә мине театрға эшкә алдылар. Һәм һис көтмәгәндә төп ролгә тәғәйенләп ҡуйҙылар. Шулай итеп, профессиональ сәхнәләге тәүге образым “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ҙағы Лариса Огудалова булды. Йәш кенә балаға ошондай яуаплы эште ышанып тапшырыуҙары минең өсөн оло һынау ҙа, ҙур оҫталыҡ мәктәбе лә ине. Башҡорт театрының легендаһы булған Олег Закир улы Ханов менән эшләү үҙе бер оло бәхет бит! Был ролде тыуҙырғанда тотош труппаның ярҙамын тойҙом.

Ролдәрҙе бәләкәйенә, ҙурына бүлмәйем. Һәр ҡайһыһын яратып башҡарам. Кире образдар өҫтөндә эшләү ҙә бик оҡшай. Ҡайһы берҙә эпизодик ролдәрҙе генә уйнаһам да күңелемә ял алып сығам. Комик образ булһа, бигерәк тә. Сөнки тамашасы һине үҙенең ул ролгә көтөлмәгән мөнәсәбәте, иғтибары менән дәртләндерә. Гел ыңғай геройҙарҙы ғына уйнау ялҡыта ул. Бигерәк тә тәрән драматик образ булһа, бик күп энергия сарыф ителә һәм спектаклдән һуң күңелде ниндәйҙер бер моңһоулыҡ, бушлыҡ биләп ала. Бының һөнәри йәһәттән ҡалыплашыуға килтереүе лә ихтимал. Шуға актерҙар төрлө характерҙағы ролдәрҙә уйнарға тейеш, тигән фекерҙәмен.

– Телевиденелағы эшмәкәрлегең ниҙән башланды?

– Һауа торошо хаҡында мәғлүмәт уҡыуҙан. Бер-ике тапҡыр эфирға сыҡҡандан һуң Наил Тәлғәт улы Юнысов “Сәләм”гә алып барыусы итеп саҡырҙы. Һис көтөлмәгәнсә булды был тәҡдим. Шулай ҙа ҡыуанысымдың иге-сиге юҡ ине. Тура эфир алып барыуы анһат ҡына түгел. Әммә яйлап өйрәнеп киттем.

– Телевидение һәм театр... Ике төрлө өлкә... Булмышыңа, холҡоңа ҡайһыныһы нығыраҡ яҡын?

– Ғәжәп тойолор, әммә икеһен дә берҙәй яҡын күрәм. Уларҙың икеһен бергә алып барыу мине үҙемде тонуста тоторға ярҙам итә, энергия өҫтәй, нығыраҡ илһамландыра. Эйе, театрҙың үҙ нескәлектәре, телевидениеның үҙ талаптары. Тура эфирҙа эшләү күп энергия, уяулыҡ, тапҡырлыҡ талап итә. Был яуаплылыҡты, үҙ-үҙеңә ҡарата талапсанлыҡты арттыра, үҙ етешһеҙлектәрең өҫтөндә эшләргә этәрә. Театрҙа ла күңел һалмайынса илке-һалҡы ғына уйнай алмайһың. Сөнки тотош коллективтың уңышы һинең хеҙмәтеңдән тора. Еңел-елпе уйнаһаң, партнерҙарыңа ҡыйын. Партнерың һиңә ярҙам итмәй икән, образың сыҡмай.

– Тура эфирҙа эшләгәс, көтөлмәгән хәлдәр, ҡытыршылыҡтар булыусан. Шундай осраҡтарҙың берәйһен телгә алып үт әле?

– Эйе, көтөлмәгән хәлдәр көн дә тигәндәй булып тора. Шуға ла уларҙы юғалып ҡалмайынса, тыныс ҡына яйға һалып ебәрергә тура килә. Әйткәндәй, эфирға һуңлай яҙған саҡтарым бар. Кискеһен спектаклдән ҡайтаһың да, ашарға бешереп, тамаҡ ялғап алаһың, иртәгә кейәсәк әйберҙәреңде әҙерләп ҡуяһың. Һуң булып китә. Ятҡас та йоҡлап китә алмайһың әле. Шуға ла ике-өс будильник ҡуям. Бер мәлде төш күрәм: тура эфирҙа Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринанан интервью алам. Ә ул, ысынлап та, сиарттағы эфирға саҡырылған... Һәм ҡапыл телефон тауышына уянып киттем. Администраторыбыҙ Айзилә шылтырата икән. “Егерме минуттан эфир башлана бит. Гөлмирә, һин ҡайҙа ул?” – ти. “Уй Аллам! Мин бит йоҡлап ятам, хәҙер килеп етәм”, – тип кенә әйтә алдым да, һикереп тороп, тиҙ генә әйберҙәремде йыйып машинаға сығып ултырып эшкә елдерҙем. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре туҡтатты. “Ҡайҙа былай ашығаһың?” – тиҙәр. “Зинһар, тотҡарламағыҙ, тура эфирға һуңлайым”, – тим. “Ә-ә-ә, БСТ-ға, “Сәләм” гә һуңлайһыңмы ни? Ярай инде, бар”, – тип хәлгә инделәр, рәхмәт төшкөрҙәре. Уҡтай атылып телевидениға килеп индем. Студияға ашығам. Юл ыңғайы мине биҙәндерәләр, сәсемде ипкә килтерәләр. Шуныһы ғәжәп, нәҡ эфир башланыу мәленә студияға барып инергә өлгөрҙөм.

– Экстремаль осраҡтарҙа ла юғалып ҡалмайһың икән. Руль артына ултырыуыңа күпме ваҡыт үтте?

– Ике йыл. Маҡтанмайым, әммә автомобилде бик ышаныслы йөрөтәм. Оҫта водителмен. Тиҙлек яртам. Руль артына ултырғас, еңел булып ҡалды. Минең ише етеҙ тормош ритмын үҙ итеүселәргә автомобиль мотлаҡ кәрәк ул. Ике урында эшләгәс, һәр саҡ үҙең менән алмаш кейем, башҡа ваҡ-төйәген алып йөрөргә кәрәк. Шуға ла бөтә донъям үҙем менән, тип көләм хәҙер.

– Һин һәр ваҡыт эштәһең. Шәхси тормошҡа, дуҫтар менән аралашырға ваҡытың ҡаламы?

– Театрҙағы һәм телевидениелағы эшмәкәрлегем миңә тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә, төрлө кешеләр менән аралашырға, һәр яҡтан мәғлүмәтле булырға ярҙам итә. Үҙем өсөн бөтөн кәрәкле нәмәне эшемдән алам. Эйе, һирәк булһа ла дуҫтар, фекерҙәштәр менән тәбиғәткә сығып, әүҙем ял итеп ҡайтан саҡтар була. Ә төнгө клубтар, дикотекалар минең өсөн түгел. Алкоголле эсемлектәргә бөтөнләй ҡаршымын.

– Ә мөхәббәткә килгәндә?

– Әлегә иреклемен. Әммә мин беләм: ул бар. Буласаҡ тормош иптәшемде физик һәм рухи яҡтан көслө, һәр йәһәттән дә ышаныслы, иғтибарлы һәм бик аҡыллы кеше тип күҙ алдына килтерәм. Мин бит маҡсат менән йәшәп өйрәнгәнмен. Шуға ла киләһе йәйгә саҡлы нәҡ шундай кешегә тормошҡа сығырға тигән ниәтем бар. Уның менән нисек, ҡайҙа, ниндәй шартарҙа осрашырбыҙ – белмәйем. Әммә маҡсат билдәләнгән. Әрһеҙләшеп йөрөп, кемделер үҙенә ҡаратырға уйлаған икән был, тип аңлай күрмәгеҙ. Мин, ғөмүмән, мөнәсәбәттәр өсөн көрәшеүҙе кәрәк тип тапмайым. Һәр кемдең үҙенә генә насип йәре бар һәм, мөҙҙәте еткәс, улар мотлаҡ ҡауыша. Шуға ышанам.

– Бына һин шундай ҡыҙһың: тышҡы ҡиәфәтең дә, күңел донъяң да һоҡланғыс. Емтәһә үҙаллыһың: фатирың да, машинаң да бар. Һайлаясаҡ йәреңдең матди хәле мөһимме?

– Мөһим тип әйтмәҫ инем. Кемдәргәлер фатиры ла, машинаһы ла еңел генә бирелә бит. Мираҫҡа, мәҫәлән. Әммә ул кешенең бик ялҡау булып сығыуы ла бар. Ә минең яндағы кеше үҙем кеүек егәрле, маҡсатлы булырға тейеш. Эйе, матди йәһәттән мотажлығым юҡ. Һәм мин быға үҙ тырышлығым менән өлгәшкәнмен. Әйткәндәй, Хоҙай насип итһә, шәхси йортом да буласаҡ минең. Әммә был маҡсатты һөйгәнем менән бергәләп тормошҡа ашырасаҡбыҙ.

– Бик шәп әйтең, Гөлмирә! Замана башҡорт һылыуҙары тап һинең һымаҡ булырға тейештер ҙә: рухлы, әүҙем, позитив, нәзәкәтле... Күҙ теймәһен үҙеңә!

Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: