Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
7 Октябрь 2019, 15:41

“ Ун туғыҙ йыл ваҡыт әрәмгә үтте... Беҙ бик күпте юғалттыҡ...”

Хәлил ИШБИРҘИН:
“ Ун туғыҙ йыл ваҡыт әрәмгә үтте... Беҙ бик күпте юғалттыҡ...”
“Тауҙар кешеләр шикелле –
Бейек булған һайын
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.
Түбәләргә болот ҡунһа,
Тиҙ китергә ҡунмай:
Түбәләрҙә боҙҙар туңһа,
Тиҙ ирергә туңмай.
Иҫкән саҡта, елдәр унда
Иҫә зәһәрерәк,
Ҡаяларҙы онтап,
Йәшен
Уйнай хәтәрерәк.
Тауҙар зарланмай. Ғорурлыҡ
Баштарынан ашҡан
Кем ҡояш менән һин дә мин
Шул тауҙарҙан башҡа?..”
Исем-шәрифе бейеү сәнғәтен һөйөүселәргә танһыҡ үә ҡәҙерле булған сираттағы әңгәмәсем, талантлы балетмейстер хаҡында уйланғанда ни өсөндөр Мостай ағайҙың ошо шиғыры башымдан китмәне. Бынан ике тиҫтә йыл самаһы элек береһенән-береһе сағыуыраҡ, береһенән-береһе үҙенсәлеклерәк һәм зауыҡлыраҡ бейеүҙәре менән сәхнәне дер һелкеткән һәләт эйәһе... Тәрән күңелле, уйсан ҡарашлы, хәҙер инде сәстәре саллана төшөп, маңлайында һырҙар артһа ла, йөрәгендә ижад ҡомары дөрләгән бейеү оҫтаһы – Хәлил ИШБИРҘИН... Һуңғы ике тиҫтә йылда юғалыбыраҡ торҙо ул. Үҙе лә күҙгә салынып йөрөмәне, исеме лә телгә алынып барманы. Әммә уның тарафынан һалынған бейеүҙәр ҡасандыр үҙе ойошторған Стәрлетамаҡ бейеү театры репертуарынан төшкәне, халыҡ хәтеренән юйылғаны юҡ...
Бына ул ҡаршымда ултыра. Башҡортостанда үтәсәк Татарстан көндәренә бағышланған сараға тип Баймаҡтан Өфөгә килгән. Башҡортостан концерт залында уҙасаҡ тамашала уның Татарстан ансамбле өсөн һалған бейеүе сәхнәләштерелергә тейеш икән. Алыҫ араларҙы яҡын итеп нәҡ ошо сараға тип килеүен аңларға була балетмейстерҙың. Үҙеңдең ижад емешеңде тамашасы хөкөмөнә сығара алыуҙан да ләззәтлерәк мәл бармы икән хореограф өсөн?! Хәйер, эштәрең яйлы саҡта, бейеү һалыр коллективың барҙа был хаҡта, бәлки, әллә ни уйлап та бирмәйһеңдер. Ә күңелең ижадҡа сарсағанда, көс-дәртең ташып торғанда уй-ниәттәреңде тормошҡа ашырырлыҡ мөмкинлегең булмаһа, балетмейстер өсөн аяныс хәл...
Хәлил Ишбирҙин менән әңгәмәлә һүҙ уның һоҡланғыс та, ҡаршылыҡлы ла ижад юлы, бейеү сәнғәте нескәлектәре хаҡында...
– Хәлил ағай, һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә күҙгә салынып барманығыҙ. Баҡтиһәң, һеҙ хәҙер Баймаҡта йәшәйһегеҙ икән...
– Ижадтан бушаған арала Баймаҡҡа ҡайтып ял итәм, шунда илһам сығанағы алам тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Ә былай үҙемде Баймаҡ кешеһе тип иҫәпләйем. Бала сағым шунда үтте. Шуға ул минең өсөн изге урын. Атайым менән әсәйем (Актер, ҡурайсы Әнүәр Ишбирҙин, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина.– авт.) гастролдәргә йыш йөрөгәс, мәктәпкә барғансы тиерлек Баймаҡта ҡартәсәй янында Кәкреауылда йәшәнем. Һәм шуның менән ифрат бәхетлемен. Тәбиғәтте, ундағы кешеләрҙе яраттым. Хәтеремдә, ҡартәсәйем әкиәт урынына үҙебеҙҙең легендаларҙы һөйләй торғайны. Ә мин уны йотлоғоп тыңлайым. Ололарҙың һөйләшеүе лә беҙҙеке һымаҡ түгел бит. Уларҙың һәр һүҙе тәрән мәғәнәгә эйә. Был йәһәттән бөгөнгө балаларҙы йәлләйем мин. Сөнки ана шул өләсәйҙәрҙең ҡарһүҙҙәрен бер ниндәй замана технологияһы ла алмаштыра алмай. Мин, ғөмүмән, үҙемде бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Тыумыштан уҡ шулай булды. Атайым менән әсәйемдән, ҡарсәйемдән, туғандарымдан, уҡытыусыларымдан, эшләгән коллективтарымдан уңдым. Малай ғына саҡтан уҡ өлкән быуын бейеүселәре менән аралашыу бәхете тейҙе. Ул ваҡытта Фәйзи Ғәскәров үҙе лә, Йәүҙәт Бикбирҙин, Йәнғәле Вәхитовтар ҙа иҫән ине. Өйгә лә йыш килә торғайнылар. Бейеү коллективында ла мине яҡын күрҙеләр.
– Өфөгә ауыл малайы булып килгәнһегеҙ. Ҡала тормошона өйрәнеп китеүе ҡыйын булманымы?
– Ауылдан килгәндә русса бер ауыҙ һүҙ ҙә белмәй инем. Зорге урамында йәшәйбеҙ. Унда өйҙәр һирәк әле. Урамға сыҡһам, һөйләшемде бер кем аңламай. Ә мин – ихлас, асыҡ күңелле ауыл малайы, килеп тороп көслөмөн, ныҡмын, һис ниҙән тартынып тормайым. Башҡортса өндәшеүемә ғәжәпләнеп ҡарағастар: “Ниңә һеҙ мине аңламайһығыҙ ул?” – тип дәғүә белдерә-белдерә күрше малайҙар артынан саба инем. Беренсе класҡа 20-се ҡала башҡорт мәктәбенә барҙым. Атай-әсәйем оҙайлы гастролдәргә китһә, интернатта йәшәгән саҡтарым да була торғайны.
– Һөнәр һайлауығыҙ нисегерәк килеп сыҡты?
– Һөнәрҙе һайламаным, тиергә лә мөмкин. Бейеүсе буласағымды бала саҡтан уҡ белдем. Ҡайҙандыр шундай ышаныс бар ине. Эйе, әленән-әле рәссам булыу теләге лә тыуып ҡуя торғайны. Бала саҡта, өйҙә яңғыҙ ҡалғанда, һүрәт төшөрөргә әүәҫләнеп алғайным. Туғыҙынсыны тамамлағандан һуң сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә документтарымды ла тапшырғаным әле лә хәтерҙә. Ҡағыҙҙарымды ҡалдырып сыҡтым да, кабинетҡа ҡабат инеп, ә мин был уҡыу йортонан кем булып сығасаҡмын, тип һораным. Ҡоро ғына итеп “рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы” тип яуаплауҙарын ишеткәс, йүгереп килеп өҫтәлдән документтарымды һыпырып алып сығып киттем. Бала – бала инде!.. Мин рәссам булырға теләгәйнем бит!.. Шунда еренә еткереп аңлата ла белмәгәндәр, исмаһам... Мәктәптә бейеүсе йә рәссам булырға хыялланыуым хаҡында әйтергә ояла торғайным. Шуға ла иң ғазаплыһы буласаҡ һөнәргә бәйле темаға инша яҙыу ине. Мин дә, башҡалар көлмәһен тип, үҫкәс летчик йә космонавт булам тип яҙа торғайным. Тик бейеү юлынан китәсәгемде белдем. Ана шул өлкән быуын бейеүселәре, атап әйткәндә, Фәйзи Ғәскәров, Йәнғәле Вәхитов, Йәүҙәт Бикбирҙиндар менән яҡындан аралашыуҙар эҙһеҙ үтмәне. Улар ниңәлер үҙҙәре лә мине бик яҡын күрҙе. Бейеү ҡомарым барлығын тойҙолар, ҡасан да булһа ошо юлдан китәсәгемде белә инеләр. Беҙ бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлай инек, шикелле. Бер тулҡында булдыҡ. Һәм шуныһы ғәжәп: әле атап үткән ағайҙарҙың береһе лә мине бейергә, йәғни ниндәйҙер хәрәкәттәр яһарға өйрәтмәне. Улар, ғөмүмән, ижад, сәнғәт хаҡында һүҙ йөрөттө. Сөнки хәрәкәт ул бейеү түгел әле. Ә беҙҙә, үкенескә күрә, хәҙер хәрәкәттәр менән генә мауығыусылар, бер дробтән етмешкә яҡын вариант ҡулланам тиеүселәр бар. Ундайҙар бейеүҙе механик рәүештә генә күреп, ниндәйҙер иҫәптәр менән эш итә. Бәғзеләре иһә, залға ингәндә башыңда һаласаҡ бейеүеңдең ике-өс варианты булырға тейеш, ти. Ә бит ижадта ул варианттарҙы алдан уйлап та, күңелеңдәге уй-фекерҙәрҙе ниндәйҙер сиктәргә бикләп ҡуйып та булмай. Залға ингәндә һинең ниндәйҙер күҙаллауҙарың була, әлбиттә, әммә бейеү ул тормоштоң үҙе кеүек, уның нисек килеп сығырын иҫәпләп ҡуя алмайһың. Мин, валлаһи тим, залға ингәндә нимә ҡуйыуымды белмәйем әле. Эйе, көйөм дә, идеям да бар. Тик эш барышында нимә килеп сығыры билдәле түгел.
81-83-сө йылдарҙа Һамар йыр һәм бейеү хәрби ансамблендә хеҙмәт иттем. Художество етәксеһе уникаль шәхес – хореограф Вячеслав Модзолевский ине. Ул да булмышы менән ысын ижадсы, үрҙә атап үткән үҙебеҙҙең ағайҙар һымағыраҡ кеше ине. Ниңәлер мине артыҡ яҡын күрҙе. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыра, төрлө темаларға фекер алыша инек. Ана шундай шәхестәр менән аралашыу минең күңелемде байытты, шәхес һәм ижадсы булараҡ үҫешемә бик ҙур йоғонто яһаны. Һәм шуныһы ғәжәп, әле атап үткән кешеләрҙең барыһының да яҙмыштары оҡшаш: үҙ мәлендә уларҙы аңламанылар, үҙҙәре булдырған коллективтарҙан, ижадтан ситләттеләр.
– 26 йәшлек кенә сағығыҙҙа балетсейстер булып йөрөгән ерегеҙҙән үҙ теләгегеҙ менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамблен ҡалдырып ГИТИС-ҡа уҡырға киткәнһегеҙ. Уҡып ҡайтҡас иһә Стәрлетамаҡ бейеү театрын ойошторғанһығыҙ. Унда эшләгән осорҙа һоҡланғыс бейеүҙәр һалғанһғыҙ. Көс-дәртегеҙ ташып торғанда, 37 йәшлек кенә сағығыҙҙа театрҙан китеүегеҙҙең сәбәбе ниҙә булды?
– Был һорауға, хаҡлы ялға сығыуым сәбәпле, тип яуаплау хәйерлерәктер, бәлки. Шулай ҙа артыҡ тура һүҙлелегем, ижад менән идара итеүгә ҡаршы тороуым арҡаһында тип әйтеү дөрөҫөрәк шул. Үкенесле, әлбиттә, әммә ошо сәбәпле 2001 йылда минең өсөн Стәрлетамаҡ бейеү театры ишеге ябылды.
– Ғүмерлеккәме?
– Ҡабат-ҡабат эш һорап барһам да, үҙем нигеҙ һалған, үҙем бөртөкләп йыған коллективтан, беҙҙең ике балетмейстерыбыҙ бар, тип кире борҙолар. Театрҙан киткәндән һуң дүрт спектакль әҙерләп алып барҙым. Береһен дә ҡуйҙыртманылар. Аптырағас, балетмейстер вазифаһы кәрәк түгел, урам һепереүсе йәки ҡарауылсы итеп булһа ла алығыҙ, мин бейеүҙәр һалырға теләйем, тип тә ҡараным. Шуныһы йәл... 19 йыл ваҡыт әрәмгә үтте... Беҙ бик күпте юғалттыҡ... Шулай ҙа күптән түгел Башҡортостандың 100 йыллығына бәйләп бейеү һалып кит әле, тип мөрәжәғәт иттеләр. Ризалаштым... Дөрөҫөн генә әйткәндә, ижадта ниндәйҙер датаға дан йырлауға ҡаршымын. Заманында “Башҡортостан-Гөлбостан” тигән бейеүҙе һалдым бит инде. Шуны уҙҙырып тағы ла нимә эшләй алам?! Бейеүҙә миңә үҙебеҙҙең халыҡтың асыҡ күңелен, көсөн, ҡаҡшамаҫ рухын биреү мөһим. “Ноғайбәк” тип исемләнгән әлеге өр-яңы бейеүемдә лә үҙебеҙең халыҡтың ирек һөйөүсәнлеген, азат рухын күрһәткем килде. Әле ул техник яҡтан эшләнеп бөтмәгән, костюмдар ҙа әҙер түгел. Әммә Интернет киңлектәрендә бар был бейеү. Халыҡҡа оҡшаны, шикелле. Бик күп ыңғай фекерҙәр ишетеп ҡыуанам.
Хәлдәр шулайыраҡ шул... Үкенескә күрә, Башҡортостанда минең өсөн эш юҡ. Ә былай Рәсәй буйынса, атап әйткәндә, Екатеринбургта, Пермдә, Ырымбурҙа, Татарстанда эшләйем. Шөкөр, үҙем хеҙмәттәшлек иткән ниндәй генә бейеү коллективын алһаҡ та, бейеүселәрем һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Уларға тиңдәр юҡ. Сөнки һәр береһе менән индивидуаль рәүештә эшләйем, аралашыуҙар алып барам. Һәм репетиция залы менән генә сикләнмәйем.
– Үҙегеҙҙең данлыҡлы бейеүҙәрегеҙ, уларҙың һалыныу тарихы хаҡында бер аҙ һөйләп китһәгеҙ ине?
– Улар хаҡында һөйләп алып китһәң, әҙәм ышанмаҫ. Әйтәйек, “Порт Артур”ҙы беҙ юлда һалдыҡ. Салауат районына гастролгә тип сыҡҡан саҡ ине. Ҡапыл башта бейеү тыуҙы ла автобуста уҡ эшкә тотондоҡ. Күҙҙәрҙе бәйләр өсөн ҡара туҡыма кәрәк булғас, юл ыңғайындағы бәләкәй генә бер ауылға инеп сыҡтыҡ. Кибеттәре бикле булһа ла, һатыусыһын табып астырып туҡыма алып сыҡтыҡ та юлды дауам иттек. Шулай итеп, ул бейеү юлда тыуҙы. Хәҙер уны барлыҡ коллективтар ҙа башҡара. Хатта Татарстанда ла яратып бейейҙәр. “Бөрйән егеттере”н алайыҡ. Ул осорҙа әле үҙебеҙҙең репетиция залы ла юҡ. Уныһы егеттәр менән Ашҡаҙар буйына сыҡҡанда барлыҡҡа килде. “Урал бәйете” лә тәнәфесһеҙ тигәндәй бер һыуһында яралды. Элек бит телефондар булманы. Егеттәрҙең төрлөһө төрлө ерҙә йәшәй. Ҡапыл төндә башта бейеү тыуа. Иртәнгә саҡлы түҙеү ҡайҙа ти инде?! Бейеүселәрҙең берәйһенә йүгереп барып етәм. Шул рәүешле ҡалғандарҙы саҡырып, төндә мәҙәниәт һарайында йыйылабыҙ. Һәм таңға саҡлы бейеү әҙер! Бына шулай, бейеү һалыу – ул күңел ынтылышы, күңел осошо. Шул осраҡта бейеү иҫкермәй ҙә, актуаллеген дә юғалтмай. Ул – мәңгелек. Йәндән сыҡмаһа, бейеү йәшәй алмай. Бөгөн мине иң борсоғаны шул: балетмейстерҙар хәҙер бер көнлөк бейеүҙәр уйлап сығарыу менән мауыға.
– Һеҙ Татарстан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәм тинегеҙ. Башҡорт бейеүе менән татар бейеүе араһында уртаҡлыҡтар бармы?
– Уларҙа ир-атҡа йәки ҡатын-ҡыҙға хас хәрәкәттәр юҡ. Йәғни ир-аттарҙа ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла бер үк хәрәкәт. Һәм улар бейеүҙәге ана шул ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысы менән ҡыҙыҡһына.
– Башҡорт бейеүен үҙләштермәйҙәрме һуң унда?
– Үҙләштереүҙәре лә ихтимал. Сөнки мин күрмәгәндә, үҙ-үҙҙәрен аҡлар өсөн, бер-береһенә бына беҙҙең болғарҙар элек ошолай бейегән, тип башҡорт бейеүендәге хәрәкәттәрҙе күрһәткән булалар. Уларҙы аңлайым мин. Һәм ғәйепләй ҙә алмайым. Үҙҙәренең профессиональ бейеү сәнғәтен үҫтерергә теләйҙәр бит. Мин 91-се йылдарҙа уҡ Стәрлетамаҡ театрында эшләгән әйберҙәргә һуңғы алты-ете йылда ғына тотоноп китте улар. Ә беҙ ошо йүнәлештә артабан да эшләһәк, ниндәй бейеклектәргә өлгәшкән булыр инек!.. Ә татарҙар башҡорт бейеүҙәрен генә түгел, ә иң төп нәмәне – бейеүҙең нисек һалыныуын өйрәнергә, аңларға тлеләй. Һәм быға бик төплө ҡарай. Профессиональ ансамблдәр менән эшләүемде лә, хореография мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре биреүемде лә һорайҙар. Ә мин баш тартмайым. Эйе, тәүҙәрәк ҡаршылыҡлы уйҙар булды. Әммә ижадта барыһын да сәйәсәткә генә бәйләп ҡарарға ярамай. Балетмейстер булараҡ, ысын бейеү менән ҡыҙыҡһынған кешеләр менән эшләүҙән баш тарта алмайым. Кемдер минең тәжрибәмә, белемемә мохтаж һәм бының өсөн лайыҡлы эш хаҡы ла түләйҙәр икән, ниңә ризалашмаҫҡа?! Әгәр ҙә беҙҙә бейеү хәҙер ҡоро хәрәкәттәргә генә тороп ҡалған, һәм минең фекеремде ҡолаҡҡа алыусы ла юҡ икән, ниңә үҙемдең уҡытыусыларымдан алған тәжрибәне башҡалар менән уртаҡлашмаҫҡа?!.
– Беҙҙә өмөтлө балетмейстерҙар юҡмы ни?
– Минең ҡарамаҡҡа, иң оҫта бейеү һалыусылар бөгөн һәүәҫкәрҙәр араһында. Был йәһәттән райондарҙа эшләүсе Динислам Исҡужинды, Азамат Кәримовты айырым билдәләр инем. Рәйес Низаметдинов менән Сулпан Асҡарованы телгә алып үтеү ҙә урынлы булыр. Улар халыҡтың күңел халәтен нескә тоя. Берҙән-бер етешһеҙлектәре шул – улар бейеүҙе техник яҡтан тейешле кимәлдә эшкәртеп сәхнәгә сығара белмәй. Ә халыҡтың рухын еткерәләр. Фольклорҙы һаҡлау яҡшы. Әммә бейеү профессиональ кимәлдә һалынырға тейеш. Шундай балетмейстерҙарҙы күрергә һәм уларға ярҙам итергә кәрәк.
– Ә бына “Байыҡ” телевизион конкурсындағы сығыштар һеҙгә оҡшаймы?
– Э-эх, оҡшаған сығыштар була! Әммә күңелемә хуш килгәндәре бик һирәк осраҡта ғына еңеү яулай. Шуныһы йәнде көйҙөрә: йәш кенә ҡыҙ балаға иҙәнгә һәленеп төшкән оҙон итәк кейҙерәләр ҙә, башына самауыр ултыртып сәхнәгә сығаралар. Шунан, эх, шәп тә һуң, бына быныһы беҙҙең ҡаҙаныш, исмаһам, тип, шул бейеүҙе беренсе урынға сығаралар. Был бейеүгә ҡарата дәғүәм юҡ. Тик бала бала булырға тейеш. Ниңә уны иртә ҡартайтырға?! Улай ярамай... Икенсенән, ундай бейеүҙәр конкурент һәләтле түгел. Шул уҡ “Байыҡ”тың гала концертына кавказ балалары килеп дәртле, рухлы итеп бейеһә, “аһ” итеп ҡараған булабыҙ. Улар янында сәхнәгә йә тәпке тотоп, йә башына самауыр ултыртып сыҡҡан беҙҙең балалар меҫкен генә булып күренә. Милләт өсөн ғорурлыҡ тойғоһон бала саҡтан уҡ тәрбиәләргә кәрәк. Бының өсөн рухлы бейеүҙәр талап ителә. Бына, исмаһам, башҡорттар сыҡты, тип әйтерлек, бөтәһе лә көнләшерлек булһын. Маҡтанып әйтмәйем, әммә Стәрлетамаҡ театры өсөн һалған бейеүҙәрҙең барыһы ла конкурент һәләтлеләр. “Бүреләр” булһынмы, “Бөрйән егеттәре”ме – мине төрлө тарафарҙан нәҡ шул бейеүҙәр аша эҙләп табалар... Үҙебеҙҙең Сибай сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары ла йыш мөрәжәғәт итә. Балалар менән дә, студенттар менән дә бик теләп эшләйем. Һәм уларҙың сығыштары төрлө мәртәбәле бәйгеләрҙә һәр саҡ Гран-при яулай. Шуға ла Урал аръяғында бейеү студияһы ойоштороу теләге тыуып ҡуя. Сөнки күреп йөрөйөм, талантлы егет-ҡыҙҙарыбыҙ етәһе...
“Байыҡ”тарға шуныһы өсөн рәхмәтлемен: улар беҙҙең бейеүҙе генә түгел, бейеү аша башҡорттоң тарихын да күрһәтә, йәштәр араһында ижадтың был төрөнә ҡыҙыҡһыныу уята. Әммә шуларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаһындар ине: райондарҙан килгән бейеүселәр өсөн конкурсҡа барып ҡайтыу бик ауырға төшә. Костюмдар тектереү йә прокатҡа алыу ҙа, бейеүҙәргә фонограмма яҙҙырыу ҙа үтә ҡиммәт тора. Жюри ағзалары араһында ана шундай ауырлыҡтарҙы күргән, уларҙы үҙ елкәһендә татыған кешеләр ҙә булһын. Әйтәйек, Динислам Исҡужинды, Азамат Кәримовты күрергә теләр инем. Еңеүселәр лайыҡлы баһаланһын, сәхнә артында күҙ йәштәренә юл ҡуйылмаһын. Байрам икән, әйҙә, байрам булһын! Ана 85-87-се йылдарҙа Фәтих Ихсанов ойошторған “Талъян” фестивале кеүек. Унда еңеүселәр билдәләнде, әммә еңелеүселәр булманы.
– Хәлил ағай, ижад итерлек дәртегеҙ ҙә, дарманығыҙ ҙа етерлек. Һәм, моғайын, һеҙҙең һәләтегеҙе, тәжрибәгеҙҙе үҙебеҙҙең республика мәнфәғәтендә файҙаланыу отошло булыр ине...
– Мин дә шул хаҡта уйлайым. Үҙемдең идеяларымды Мәҙәниәт министрлығына еткерәйем тип уҡталып-уҡталып ҡарайым да, ишетергә теләүсе юҡ. Махсус рәүештә Баймаҡтан килеп өс тапҡыр яҙылып, ҡабул ителеү көнөн көтөп, тәғәйен сәғәткә барып та ҡараным, тик һөҙөмтәһеҙ. Бына татарҙар үҙҙәре эҙләп табып, бейеү сәнғәте серҙәрен мөмкин тиклем күберәк төшөнөп ҡалырға теләй. Ике дәүләт коллективынан рәсми саҡырыу алдым. Улар хатта Татарстанда бейеү студияһы асыуымды һорай. Ижадымды, эшмәкәрлегемде бейеү тарихында ла өйрәнәләр. Хатта ГИТИС-тың уҡыу программаһына ла мин һалған бейеүҙәр индерелгән. Башҡорт бейеү сәнғәтендә “Ишбирҙин мәктәбе” тигән төшөнсә лә бар. Тик үҙебеҙҙең республикала, хеҙмәтемде, идеяларымды тәҡдим итһәм дә ҡул һелтәп ҡарайҙар... Шуныһы аптырата.
...Бөгөн хатта Фйәзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамблендә лә Фәйзи ағайҙың бейеүҙәрен тергеҙергә тырышалар. Сөнки уның кимәлендәге балетмейстерҙар юҡ. Шул уҡ “Байыҡ”та ла, эх Йәнғәли, Йәүҙәт ағайҙар ҡайҙа икән, тип уфтанышып ултыралар. Ошондай саҡтарҙа ирекһеҙҙән: “Улар урамда йөрөп, нимә ҡылырға белмәгәндә ҡайҙа инегеҙ һуң?!” – тип оран һалғы килә. Ниндәйҙер айырым кешегә түгел, ә тотош системаға ғәйеп ташлау был. Һәм хатта юғары вазифа биләүселәргә теләк тә: зинһар, иғтибарлыраҡ булығыҙ. Миңә вазифа ла, танылыу ҙа, дан да кәрәк түгел. Бары ижад итер өсөн мөмкинлектәр генә булһын... Әммә юҡ икән – юҡ...
...Балетмейстер әйткәндәргә өҫтәп нимә генә әйтә алаһың инде?!. Әңгәмәне Мостай шиғыры менән башлағас, Мостай һүҙҙәре менән тамамлап ҡуйырға кәрәктер. Бары шул ғына...
Кешеләр тауҙар шикелле –
Бейек булған һайын
Тормоштары бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.
Мин дәрәжәне әйтмәйем,–
Ул мәңгелек түгел
Юғарылыҡты билдәләй
Тик юғары күңел.
Юғары күңел гел генә
Аяҙ булып тормай,
Һағыш сорнай бик йыш уны
Йәки шиктәр тырнай.
Замананың дауылдары
Уға килеп һуға,
Ә шулай ҙа ҡояш тәүҙә
Уның өсөн сыға.
Түңгәккә болот уралмай,
Ҡағылмай йәшен
Зарланма. Зарлана күрмә,
Юғары кешем!
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
Вставка
Рәшиҙә Туйсина.
Хәлил ҡорһаҡта саҡта Илшат тигән исем менән йөрөнө. Гел Илшат тип һөйә торғайным. Тик донъяға килгәс, ниңәлер Хәлил тигән исем бирҙек. Улымдың ҡатмарлы тормошон ҡайһы берҙә ошо хәлгә лә бәйләп ҡуям.
Рәшиҙә Тусина:
Хәлилгә йөклө саҡта ете айға тиклем бейенем. Зыяны ла булғандыр, ваҡытынан алдараҡ тыуҙы. Әммә бер ваҡытта ла ауырып йонсотманы. Иҫ ктикес аҡыллы, иғтибарлы, аңлы бала булды. Улыбыҙ тыуғас, Өфөнән Баймаҡҡа ҡайттыҡ. Хәлилгә ун ай тулғас, тормош иптәшем Әнүәр, каникулы тамамланып, Өфөгә китергә йөрөй. Ә мин нисек тә булһа яйын табып отпускыны арттырайым тим. Әнүәр китә башлағас, ҡәйнәм: “Килен, бар, һин дә йыйын, бергә юлланығыҙ”, – тине. Баланы ҡәйнәмә ҡалдырып киттек.
Хәлилебеҙ ике йәш ярымға тиклем ҡартәсәһе менән йәшәне. Имсәктән ташлатмағайныҡ. Ҡәйнәм ярыһына һөт ағыҙып балаға түшен биргән була икән.
Рәшиҙә Туйсина:
Үҙенә күрә һағынғандыр инде. Беҙ гастролгә китһәк, ҡайтыуыма һүрәтемде яһап ҡуя торғайны. Иҫ киткес оҫта рәссам ул. Мине берәүҙең дә уның һымаҡ итеп һынландыра алғаны юҡ әле.
Рәшиҙә Туйсина:
Өфөгә килгәс, башҡа балалар менән сағыштырып ҡарайым да, бүтәндәргә һис тә оҡшамаған: бигерәк аҡыллы, бигерәк сабыр... Үтә намыҫлы булды. Гастролдәргә йыш йөрөгәс, матур кейемдәр алып ҡайтабыҙ. Әүрәтәбеҙ, йәнәһе. Әммә уның башҡаларҙан айырылып торғоһо килмәй. Яңы кейеме иптәштәренекенән күркәмерәк, затлыраҡ булһа, кеймәй.
Рәшиҙә Туйсина:
Бәләкәйҙән юмор тойғоһо булды. Ҡайҙандыр нейлон күлдәк алып ҡайтҡайным. Гастролдәрҙә йөрөгәндә поезда саҡта беҙ китеү менән матур кейемдәрен кейә лә вагондағы проводницалар янына барып, “лайлон күлдәгемде кейеп һеҙгә килдем әле” тип әйтә икән. Бына шулай, бәләкәй генә булһа ла белә: ҡыҙҙарға матур итеп барырға тейеш ул...
Рәшиҙә Туйсина:
Гастролдән ҡайтҡас улымды алайым әле тип мәктәпкә ашҡынып барам. Бер көндө ул: “ Әсәй, башҡаса һин дә мәктәпкә килеп йөрөмә”, – ти. Баҡтиһәң, малайҙар, Хәлилдең әсәһе матур тип, үҙ әсәләренә мәктәпкә килергә ҡушмай икән.
Рәшиҙә Туйсина:
Беҙ гастролдә саҡта ансамбль янындағы бейеү студияһына тәрбиәләнеүселәр һайлап алғандар. Хәлил дә шунда киткән. Үҙенсә әҙерләнгән булған. Ҡурайын да алған. Конкурсҡа барып күренгән. Алғандар үҙен. Отчет концерттарына килһәк, башҡаларҙан айырылып тора. Шунан тартынып йәнә беҙҙе яҡын ебәрмәй. Йәнәһе лә, башҡа атай-әсәйҙәргә уңайһыҙ булмаһын. Сараһыҙҙан залды ҡалдырып сығып китә инек.
Рәшиҙә Туйсина:
Дауаханала ятам. Яныма Хәлил килде. Конкурстан үткән, уны ансамблгә алғандар... Балаҡайым, һүҙ бир, минең юлдан барма, тинем. Һүҙен бирмәне... Бәлки, үҙ мәлендә фатихамды бирмәгәнгә уға шулай ауырға тура киләлер ҙә.
Рәшиҙә Туйсина:
ГИТИС-та уҡый. Умыртҡа һөйәгенә зыян килгән. Имтихан ваҡыты. Нимә эшләргә? Бер ваҡытта ла илап зарланып ултырманы. “Степь да степь кругом, путь далёк лежит,
в той степи глухой замерзал ямщик” тип рус көйөнә шыуышып бейеү һала икән. Шуны остазы Татьяна Устинова күреп, ошоға тиклем рус егеттәренән дә бындай рухты күргәнем юҡ, тип хайран ҡалған.
Рәшиҙә Туйсина:
Һалған һәр бер бейеүе өсөн төпәләнде. Әммә, Аллаға шөкөр, һәр бейеүе йәшәй. Әммә уның бейеүҙәре исемһеҙ бара.
Рәшиҙә Туйсина:
Ҡапыл тик торғандан йөрәгем ҡуҙғалды. Һиҙәм... Хәлилгә ниҙер булған... Кейендем дә, Стәрлетмаҡҡа барып ҡайтайым тип, Көньяҡ автовокзалға киттем. Автобус менән килеп еттем. Йөрәгем дөп-дөп тибә. Фатирының ишегенә ҡағам... Асты... Ҡараһам, ап-аҡтан кейенгән, өйө тап-таҙа... “Ҡайҙан белдең, әсәй?” – ти. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға йыйынған икән... “Улым, кеше улай көрәшмәй. Башыңдан сығар ул уйыңды. Ырғыт. Яңынан бейеү һала башла”, – тинем...
Читайте нас: