Тылсымлы донъя ул – бейеү. Уның серлелеген, илаһилығын бер күреп арбалған кеше унан башҡаса айырыла алмай. Киләсәген бейеү менән бәйләмәһә лә, йөрәгендәге татлы хәтирәләр мәңге юйылмаҫ эҙ һәм илһам сығанағы булып ҡалыуын дауам итә. Әлеге төр сәнғәтте бәләкәйҙән үҙ иткәндәр һиҙгер күңелле булып үҫә, тормоштоң гүзәллеген күрә, һөйөнә белә, бейеү теле асҡан халҡыбыҙ хазинаһы, мәҙәниәте, донъяға ҡарашы менән таныша, рух ныҡлығына ирешә.
Өфө ҡалаһының Шамонин ауылында әүҙем эшмәкәрлек алып барған “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле лә киләсәк быуыныбыҙҙа әлеге башҡортлоҡ рухын һәм халыҡ бейеүҙәрен һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итә. Уға бынан алты йыл элек Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Ҡош юлы” бард фестивале еңеүсеһе, “Мәргән уҡсы” яугирҙарының береһе булған Роберт ХӘМИҘУЛЛИН нигеҙ һала. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күҙгә күренеп үҫкән “Дарман”дар башҡарыу оҫталыҡтары, дәрт-дармандары менән күптәрҙең йөрәген арбап өлгөрҙө лә инде.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә Роберт Хәмиҙуллин 10 йыл эсендә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөрә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов программаһы буйынса Шамонинда өй һалыу бәхетенә ирешкәс, ул әлеге ауылдың яңы, ҙур мәктәбе нигеҙендә бейеү түңәрәге асыу теләге менән яна башлай. Тәүге осорҙа ике эште бергә алып барыу еңелдән бирелмәй, шулай ҙа түңәрәктә шөғөлләнергә теләк белдергән бармаҡ менән генә һанарлыҡ балаларға күңел йылыһын, көсөн йәлләмәй егет. Бер йылдан бейеүсе һөнәрен ҡалдырып, Роберт түңәрәк эшмәкәрлеген йәйелдереүгә, ансамбль төҙөүгә тотона. II–IV синыфтарҙа уҡыған 5-6 малай һәм ҡыҙ менән ең һыҙғанып эш башлап ебәрә. Әлбиттә, тәүге осорҙа төрлө ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килә. Ни тиһәң дә, был Роберт ... улының етәкселек, хореография өлкәһендәге тәүге тәжрибәһе. Әммә бындай ғәҙәти кәртәләр ижадҡа тартылған күңелде һүрелтә алмай, киреһенсә, ҡуйған маҡсатҡа табан атларға ярҙам итә.
Ниһайәт, төрлө ауырлыҡтар менән башланған эштең емештәре күренә башлай. Оҫта бейеүсе ҡулы аҫтында шөғөлләнергә теләүселәр һаны бермә-бер арта барғас, Робертҡа "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы – тормош иптәше Алинаны саҡыртып алырға тура килә. Берәүҙән икәү яҡшы тигәндәй, Хәмиҙуллиндар килешеп эшләй башлай. Алина ижад, балаларҙы тәрбиәләү өсөн яуаплы булһа, Роберт, ир-егет булараҡ, бейеүҙән тыш төрлө документ, ойоштороу кеүек етди мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Шулай ирле-ҡатынды Хәмиҙуллиндар 6 йыл балаларға йөрәктәген һүҙһеҙ, дөрөҫөрәге, ябай һүҙҙән көслөрәк итеп еткереү серҙәренә төшөндөрә.
“Ансамблдең үҙенсәлеген мин башҡорт балаларының күпләп йөрөүендә күрәм. Сөнки халыҡта ҡан хәтере тигән нәмә йәшәй, ә ҡан менән быуындан-быуынға рух тапшырыла килә. Шуға ла бейеүҙең һәр бер хәрәкәтен беҙҙең балалар тиҙ генә һеңдерә һала”, – ти етәксе Роберт. Ысынлап та, ансамбль күпселек башҡорт халыҡ бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирә. Сөнки халыҡтың холоҡ-ҡылығын бар нескәлегендә тойоп бейеүселәр һирәгәйә бара, төп нөсхәһен боҙоп башҡарыусылар ҙа юҡ түгел. Ә “Дарман”дар боронғо бейеү үҙенсәлектәренә хилафлыҡ ҡылмай камил, саф башҡортса башҡарыу яҡлы, хәрәкәттәргә лә бик талапсан. Шуға ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, улар Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөн, халҡын, рухын, булмышын дөрөҫ итеп сағылдырыу маҡсатына тоғро ҡала килә.
Бынан тыш “Дарман” ансамбле репертуарында башҡорт, татар, урыҫ, үзбәк, һинд, молдован, испан, ҡытай, ҡаҙаҡ, Кавказ халыҡтары бейеүҙәре лә, Роберт менән Алина үҙҙәре ижад иткән махсус бейеүҙәр ҙә бар. Дәрестәрҙә һәр төрҙөң классик хәрәкәттәрен шымартыуға ҙур иғтибар бүленә. Балалар бейеү менән бергә халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше, мәҙәниәте тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ала. Шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле хәрәкәттәр балаларҙы физик яҡтан ныҡ үҫтерә, төрлө мускулдарҙы эшкә егә, кәүҙәне нығыта, тын юлдарын аса, ҡан әйләнешен яйға һала, хәтерҙе яҡшырта. Матур итеп бейей белгән баланың үҙ-үҙенә ышанысы арта, хатта фекерләү ҡеүәһе лә үҫешә. Ҡат-ҡат күнекмәләр яһап, сабыйҙар холҡон нығыта, ныҡышмаллығын үҫтерә. Был үҙе үк оло хеҙмәт. Һөҙөмтә булғансы эшләргә өйрәнеү – һәр өлкәлә уңышҡа илтеүсе сифат. Ул сифат кешегә ғүмер буйы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, хәл-ваҡиғаларҙан өҫтөн булырға ярҙам итә.
“Дарман” ансамбленә 6 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар ҡабул ителә. Бөгөнгө көндә әҙерлек төркөмдәре менән бергә ансамблдә 150-нән ашыу бала бейеү серҙәренә өйрәнә. Улар аҙнаһына өс тапҡыр икешәр сәғәтлек дәрестәр ала. Азамат … улы башланғыс төркөм кескәйҙәре менән шөғөлләнә. Бейеү сәғәттәренән тыш, Алина ҡыҙҙарға һомғоллоҡ, нәзәкәтлелек, шулай уҡ биҙәнеү, кейенеү серҙәрен дә өйрәтә. Әйткәндәй, тиҙҙән акробатика буйынса ла дәрестәр асыу ниәте менән яна улар.
Алты йыл эсендә “Дарман” халыҡ бейеүҙәре ансамбле республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа лауреат һәм еңеүсе булып таныла. Былтыр баш ҡалала матур, бай йөкмәткеле отчёт концертынан һуң талапсан комиссия уларҙы юғары баһалап, “Өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле” исеменә лайыҡ тип таба. “Дарман”дар ҡайҙа ла һынатмай. Башҡортостаныбыҙҙа популярлыҡ яулап өлгөргән “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында көсөргәнешле ярышта кескәйҙәр төркөмө Гран-приға эйә була, ә етәкселәр “2017 йылдың иң яҡшы хореограф – бейеү ҡуйыусылары” тип билдәләнә. Ә үткән йыл Ҡырым Республикаһының Межводное ауылы янында үткән “Алтын майҙан – Ҡырым” халыҡ-ара фольклор инклюзив фестиваль-конкурсында ҡатнашып, “Дарман”дар Башҡортостаныбыҙҙың данын яҡлап, бәҫен күтәреп ҡайта. Рәсәйҙең 40 төбәгенән йыйылған 1300 ҡатнашыусы араһында 1-се урынға сыға. Улар башҡарған “Йыйын” һәм “Гөлнәзирә” бейеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Әлеге абруйлы фестивалдән һуң йәш таланттар Төркиәгә саҡырыу ала. Киләсәктә улар сит илде лә яулап ҡайтырға ниәт тота.
Театр элмәктән башлана тигән кеүек, һәр бейеүгә килешле костюмдар тектереү кеүек бихисап мәшәҡәттәр, ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн байтаҡ сығымдар ҙа талап ителә. Был йәһәттән атай-әсәйҙәрҙең берҙәмлеге, терәге баһалап бөткөһөҙ. Улар бар мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп хәл итә, ансамблгә рухи яҡтан да, матди йәһәттән дә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер. “Һәр бер эш башында тәртип һәм яуаплылыҡ ятырға тейеш, минеңсә, – ти Роберт … улы. – Балалар ансамбле булғас, өс яҡлы бәйләнештең дә үҙ-ара килешеп, аңлашып эш итеүе зарур. Һәр кемгә яйын табырға, дөрөҫ мөнәсәбәт булдырырға тырышаһың. Хореограф булараҡ, балалар менән уртаҡ тел таба белергә лә кәрәк. Берәүҙәргә – йомшағыраҡ итеп әйтеү, икенселәргә ҡатыраҡ иҫкәрмә яһау файҙалыраҡ. Тәүге осорҙа был юҫыҡта төрлө аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа ла, хәҙер бер ҙур ғаиләгә әүерелдек”.
Атай-әсәйҙәрҙең балаларының бейеү өлкәһендәге башланғыстарын хуплап тороуҙары оло ихтирамға лайыҡ. Сөнки хәҙерге ҡул һуҙымында ятҡан телефон-планшет, социаль селтәрҙәр осоронда балаларҙы ғәжәпләндереүе, ҡыҙыҡһындырыуы еңел түгел. Заман шауҡымына бирелмәй, арабыҙҙа тарихыбыҙ, милләтебеҙ тип янып йәшәгән, сәнғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе хөрмәт итергә, асылыбыҙға кире ҡайтырға саҡырған һәләтле белгестәр, атай-әсәйҙәр һәм кескәйҙәр булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Ә “Дарман”дың эшмәкәрлеге, балаларҙың тормоштарын күңелле һәм фәһемле ваҡиғалар менән байытыуы – күптәргә өлгө.
Бына шулай, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, шатлыҡлы мәшәҡәттәр менән йәшәй “Дарман”дар. Тамашасы күңелендә ҡабынған һөйөү утын һүндермәй, яңынан-яңы дәртле, матур бейеүҙәре менән ҡыуандырып, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулап, һәр ваҡыт сағыу сәхнә йондоҙҙары булып балҡыһындар уның бейеүселәре.