Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
6 Декабрь 2019, 17:05

"Йырсы тамашасыһын хөрмәт итергә тейеш"

Вәхит Хызыровтың ижадын күркәм сәскәгә лә, мәғрур ағасҡа ла тиңләргә булыр ине. Тик ул үҙенән-үҙе донъяға пәйҙә булған күренеш түгел, сәхнә оҫтаhының йырҙары – уның тыуған яҡтарында, бай тарихлы, халыҡ йолаларын, боронғо йыр-моңдарын, рухи ҡаҙаныштарын ҡәҙерләп hаҡлаған таланттарға йомарт Әбйәлил тарафтарында. Ә шулай ҙа...

Вәхит Хызыров ҡәйнәһенең иң яратҡан кейәүе
Вәхит Хызыровтың ижадын күркәм сәскәгә лә, мәғрур ағасҡа ла тиңләргә булыр ине. Тик ул үҙенән-үҙе донъяға пәйҙә булған күренеш түгел, сәхнә оҫтаhының йырҙары – уның тыуған яҡтарында, бай тарихлы, халыҡ йолаларын, боронғо йыр-моңдарын, рухи ҡаҙаныштарын ҡәҙерләп hаҡлаған таланттарға йомарт Әбйәлил тарафтарында. Ә шулай ҙа... Бәрәкәтле тупраҡта шытым алған үҫентеләрҙәй йыр-моң яратыусы үҫмерҙәр күп бит ул, үҙешмәкәр сәхнәләрҙә сығыш яhап йөрөүселәр ҙә байтаҡ. Ә ил алдында исемдәре халыҡ теленән төшмәгән, донъя сәхнәләрендә республикабыҙ намыҫын яҡлай алырлыҡ, йырҙары сәнғәтебеҙҙең алтын фондына инеп ҡалырлыҡтары күп түгел.
Вәхиттең механизатор булғыһы килә
Вәхиттең ата-әсәһе Ғәлибай Мырҙабай улы менән Әҡлимә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Хызыровтар колхозда ла егелеп эшләп, йортта ла аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп көн күреүҙәренә ҡарамаҫтан, рухи байлыҡ хаҡында ла онотмай. Алты баланы, ике ҡыҙ hәм дүрт малайҙы, тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырыу, уларға тейешле белем алырға ярҙам итеү ата-әсәнең иң яҡты теләге була.
Алдан алып булhа ла әйтәйем: уларҙың изге хыялдары тормошҡа аша: Хызыровтарҙың алты балаhы ла юғары белем алып, үҙ юлдарын hайлап, донъя көтә. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме hуң?!
Барлыҡ ауыл малайҙары hымаҡ, Вәхит тә иртәнән кискә тиклем эш өҫтөндә. Мал ҡарау, баҡса мәшәҡәттәре, йортто тәртиптә тотоу – барыhы ла бала-саға иңендә. Сөнки өлкәндәр колхоз эшенән бушамай. Бесән мәле, hуғым өмәләре, уңыш йыйыу кеүек бөтә ғаилә менән башҡарылған эштәр бер байрам булып хәтерҙә ҡала.
Күңел асырға ла ваҡыт бүлә Хызыровтар. Йыр-моңға, матурлыҡҡа ынтылған бала ел ҡыуып, аҙып-туҙып йөрөмәй. Уның күңелендә этлеккә, алама уйҙарға урын ҡалмай.
- Олатайымдың өйөндә гел скрипка эленеп торҙо. Кем теләй, шул алып уйнай алды. Беҙҙең өйҙә бер генә түгел, ә 5-6 баян бар ине, – тип бала саҡтарын иҫкә ала Вәхит Ғәлибай улы. – Сәғит ағайым – ғаиләлә оҫта баянсы. Ул башта сәнғәт училищеhын, аҙаҡ институтын да бөттө. Ҡустым Зөфәр ҙә училище тамамланы. Әле район мәҙәниәт hарайында йырлай.
Бер ваҡыт атайым оло hыйырҙы hатып Магниттан пианино алып ҡайтты. Ул осорҙағы бәләкәй ауыл өсөн ғәжәп күренеш булғандыр инде: уны машинанан төшөргәндәрен ҡарарға бөтә ауыл халҡы йыйылды. Алдан hөйләшмәгәндәрҙер, күрәhең, пианиноға иң аптыраған кеше
әсәйем ине. Атайымдың, мал тотонғас, донъя кәрәк-ярағы алып ҡайтыуын көтөп торған бит инде ул.
Был ят уйын ҡоралы ла беҙҙең өсөн үҙ булып китте. Унда бөтәбеҙ ҙә уйнап үҫтек. Бөгөн дә хеҙмәт итә ул. Өфөлә йәшәүсе Фәhимә hеңлем уйнай.
Ғаиләләге дүртенсе бала Вәхит өс йәштән сәхнәгә менә. Әсәhе уға бик матур милли бейеү кейеме hәм ҡыҙыл бәрхәттән ситек тегеп бирә. Малай концерттарҙа "Перовский"ҙы дәртләнеп бейей, ауылдаштары яратып йырлаған мөхәббәт йырҙарын башҡара. Шул саҡта уҡ hәләтле малайҙы "Ғәлибайҙың артист улы" тип йөрөтәләр.
Бер көн Әҡлимә апай улының күңелен китмәҫкә тырышып, йомшаҡ тауыш менән: "Балам, hин матур йырлайhың. Әйҙә, йырлап ҡына йөрө, бейеп торма инде, аяҡтарың килешмәй", – ти. Әсә hүҙенән сығып булмай инде. Вәхит башҡаса сәхнәлә бейемәй.
Мәктәптә уҡығанда репертуары тағы ла киңәйә, тулылана йәш йырсының. Ул саҡта айырыуса популяр булып киткән Рим Хәсәновтың hәр яңы йырын тиерлек башҡарып ауылдаштарын hөйөндөрә малай.
Механизатор – ауылда иң хөрмәтле, кәрәкле кеше. Вәхит тә ошо hөнәрҙе hайлай, училищеға китергә әҙерләнә. Ләкин әсәhенең теләге икенсерәк булған икән. Ул hәләтле улын Өфөгә, сәнғәт училищеhына барырға өгөтләй. Был фекерҙе шул йәйҙә генә ошо уҡыу йортон тамамлаған Сәғит ағаhы ла хуплай.
Бер hабаҡташы менән китә былар баш ҡаланы яуларға. Дуҫы ауыл хужалығы институтына юллана, ә Вәхит – сәнғәт училищеhына. Уҡырға инәсәгенә шикләнмәгән үҫмер, тәүҙәрәк аптырап ҡала: 200-ләп кеше имтихан бирергә килгән. Ә урындар 24 кенә. Һәр эшкә сәмләнеп тотоноп өйрәнгән ауыл малайы уңайhыҙланыуҙарын ситкә ҡуйып, имтихандарға етди әҙерләнә. Сәхнәләрҙән йырлап, халыҡ алдында ла үҙен тейешенсә тотоп өйрәнгән бит инде ул. Тауышының да hынатмаҫлыҡ булыуын белә.
24 ҡабул ителеүсе араhында Вәхит менән бергә әле исемдәре республика тамашасыларына билдәле сәнғәт әhелдәре Йәмил Әбделмәнов, Джон Мусин, Харис Шәрипов, Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева, Зөлфиә Шакировалар ҙа була.
Шулай итеп, күңелле лә, ауыр ҙа, яҡты өмөттәр тулы тынғыhыҙ студент йылдары башланып китә.
Вәхит төрлө телдәрҙә йырларға өйрәнә
"Беренсе курстан үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: көнөнә мотлаҡ бер әҫәр – романсмы ул, ариямы, эстрада йәки халыҡ йырымы, үҙләштерергә кәрәк буласаҡ. Башҡортса ғына түгел, татар, рус, украина, итальян, француз, ҡаҙаҡ йырҙарын да өйрәнәм. Сәмләнеп, яратып тотондом был эшкә. Дәрес ҡалдырғаным юҡ, уҡырға иртүк киләм. Йәш булhам да, уҡыу нигеҙе тырышлыҡта икәнен, сәнғәттә биләгән урыным
ошо нигеҙҙең сифатына бәйлелеген аңлағанмын бит әле. Әле шуға шатланам. Уҡып бөткәндә иң бай репертуар минеке ине," – ти күренекле йырсы бөгөн.
Икенсе курсты тамамлағас, уҡыуын ҡалдырып тороп, армияла хеҙмәт итеп ҡайтырға ла тура килә әле Вәхиткә. Йыр онотолоп тора. Моңға маhир башҡа hалдаттар hымаҡ үҙешмәкәр сәнғәт сәхнәләрендә йырларға теләмәй ул. "Йырлап йөрөүҙе хеҙмәт итеү тип ҡабул итмәйем мин," – ти Вәхит Хызыров.
Армиянан ҡайтҡас уҡыуҙы дауам итеү еңелдән булмай, әлбиттә: талаптар икенсерәк, төркөмдәштәр башҡа, уҡытыусыларҙың да күбеhе алмашынған. Уҡылғандар онотолған. Әммә булмыштағы сәм hәм hайлаған hөнәреңә мөхәббәт ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
"Ижад кешеhе өсөн талант төшөнсәһе мөһимерәкме, әллә тырышлыҡмы " тигәндә, уларҙың икеhен дә бер юғарылыҡҡа ҡуя Вәхит Ғәлибай улы. Әлбиттә, тыумыштан бирелгән hәләтең булмаhа, ҡоро тырышлыҡ менән әллә ҡайҙа китеп булмай, ә инде hәләтеңде тырышлыҡ ярҙамында талант дәрәжәhенә үҫтермәhәң, шулай уҡ, бер ни ҙә килеп сыҡмай.
Ҡатыны Мария Анатольевна менән дә ижад юлында таныша йәш йырсы. Өфө ҡыҙы алсаҡ, сибәр концертмейстер Әбйәлил егетен ғишыҡ утына hала. Оҙаҡламай йәш ғаилә өсөн яңы тормош юлы башлана.
Рус ҡыҙына өйләнеүенә ҡаршы төшмәй өлкән Хызыровтар. Килендәренең үҙ милләтенән булмауын өнәп тә бөтөрмәгәндәрҙер, бәлки. Әммә йәш йөрәктәрҙең хәтерен ҡалдырмайҙар. "Маша менән тәүге тапҡыр ауылыбыҙға ҡайтыу һаман иҫтә, – ти Вәхит көлөп. –Кәләшем аҙбар тулы малды ла, ауыл тормошон да тәүгә күрә. Һыйыр-башмаҡтарҙан ҡурҡа. Беҙҙең яҡта шулай бит инде: hыйырҙарҙың исеме Машка, үгеҙҙәрҙеке – Мишка. Атайым килененең хәтере ҡалыр тип, өйҙәгеләргә: "Һыйырға "Машка" тип өндәшмәгеҙ”, - тип киҫәтеп ҡуя. Ә hыйыр икенсе исемгә әйләнеп тә ҡарамай, hауырға ла яҡын килтермәй”. Киленгә ипләп кенә ысынбарлыҡты аңлатырға тура килә.
Оло өйгә ни кәрәк, кесеhенә лә шул кәрәк. Өйләнгәс, студент булhаң да ғаиләне ҡарау зарур. Бер эштән дә баш тартмай Вәхит. Студент йырсыларҙан төркөм ойоштороп, концерттар менән райондарға ла сығып йөрөйҙәр, төндәрен вагон бушатҡан саҡтар ҙа була, йөк бушатыуҙан, урам hепереүҙән тартынып тормай.
Сәмле кеше бөтә нәмәлә лә сәмле: үҙ көнөн үҙе күрергә тырыша егет. "Ҡәйнәңдең фатиры бар, шунда йәшәгеҙ", – тип дөйөм ятаҡтан урын бирмәйҙәр. Ни тиклем генә hәйбәт булмаhын, кешелә йәшәү ижад кешеhенең илhамын арттырмай.
Аҙағыраҡ Октябрь проспектында урынлашҡан тәүге фатирҙарына сыҡҡас, күңел ҡанаттары иркенерәк талпына, ижад офоҡтары киңәйә төшә. Сөнки йырсының әҙерлек мәлдәре, яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эшләүе өйҙә үтә бит инде.
"Хужаларға ҡамасауламаhам ярар ине" тигән уңайhыҙланыуҙан азатhың, теләгәнсә ижад ит. Концерттарға саҡырhалар, ситтән концертмейстер эҙләп йөрөйhө юҡ. Машенькаhы йырсының бөтә репертуарын белә. Йыр hайлауҙа hәм уны камиллаштырыуҙа иң яҡын кәңәшсе лә, тәнҡитсе лә – яратҡан ҡатыны. Бәхәстәр ҙә булғылай, әлбиттә. Тик бер-береhенә ихтирам тойғоһон юғалтмайҙар. Хызыровтарҙың берҙән-бер улдары Тимур-Тимерхан М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының сит телдәр факультетында белем алhа ла, йыр-музыка сәнғәте нескәлектәрен hәйбәт белә. Заманында музыка мәктәбендә белем алған ул.
Вәхиттең улы берәү әммә балалары күп
Улдары берәү булhа ла, балалары күп Хызыровтарҙың. Сөнки икеhе лә йәш быуынды йыр-музыка сәнғәтенә өйрәтә. Вәхит Ғәлибай улы 18 йыл инде сәнғәт училищеhында вокал дәрестәре алып бара. Бынан тыш М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының музыка факультеты доценты ла, филармония йырсыhы ла. "Ирәндек моңдары", "Гәлсәр hандуғас" республика конкурстары еңеүселәре Рөстәм Шаhыбалов, Руслан Сәйфетдиновтар hәм исемдәре халыҡ араһында билдәлелек яулаған Искәндәр Ғәзизов, Илүс Ғилманшин, Рөстәм Ғәлиевтарҙы оло сәхнәләргә сығарыуҙа күп көс hалған остаз да ул – Вәхит Хызыров. Өмөтлө йәш йырсылар Илдар Рәхимғолов менән Ратмир Хәсәнов та Вәхит Ғәлибай улының студенттары.
"Вокал дәрестәрен биргән кеше үҙе лә йырларға тейеш, – тигән фекерҙә Башҡортостандың халыҡ артисы. – Ә беҙҙә сәхнәгә аяҡ баҫып та ҡарамаған кешеләр ҙә уҡыта. Шәкертең бит hиңә ышанырға, йырсы булараҡ та хөрмәт итергә тейеш. Уҡыусыларыңды тамашасынан ҡурҡмаҫҡа, сәхнәгә залдағы йыр-моң hөйөүселәргә ҡарата оло hөйөү менән сығырға өйрәтергә кәрәк. Был өлкәлә өлгө булмаhаң, hиңә уҡыусың нисек ышанhын! Үҙеңдең дә уҡыусыңа ышаныуың, уның мөмкинлектәрен күреп, үҫтерә белеүең мотлаҡ.
Был йәhәттән мин ғүмер буйы остазым Миләүшә Ғәлиевна Мортазинаға рәхмәтлемен. Һәр ваҡыт эшләп уҡыйым, төндәрен ҡатыныма бала ҡарашам. Йоҡом туймай килгән саҡтарҙа ла, хатта аҙаҡҡы курста имтихандарға бер аҙна ҡалғас, hуҡыр эсәккә операция яhап, тейешле кимәлдә, бар мөмкинлегемә йырлай алмағанда ла миңә ышанды, өмөтөмдө hүндермәне. "Ты обязательно выстрелишь!" – ти ине. Институтты тамамлар алдынан мине Калининградта үтәсәк Халыҡ-ара конкурсҡа әҙерләй башланы. Остазымдың ышанысы ла, Башҡортостан йырсылары исеменән ҡатнашыуым да, сығышым уңышлы килеп сыҡhа, киләсәк ижади тормошомда айырым роль уйнаясағын hәйбәт аңлауым да рухи көс бирҙе миңә. Етди әҙерләнеп сыҡтым юлға. Һөҙөмтәлә махсус призға лайыҡ булып, дипломант булып ҡайттым.
Ысынлап та, был уңышым төрлө илдәрҙә, юғары сәхнәләрҙә сығыш яhау өсөн юл асты. Донъяның йөҙҙән артыҡ ҡалаhында Башҡортостан йырсыhы булып ҡатнаштым.
Миләүшә Ғәлиевна әле лә дәрестәр бирә. Кем уға эләгә, шул бәхетле”, – йырсы.
“Миләүшә Ғәлиевна Вәхиттең hәләтен генә түгел, иҫ киткес тырышлығын да күргәндер, – тип hүҙгә ҡушыла Мария Анатольевна, – Вәхит бер ваҡытта ла дәрескә hуңламаны, дәрес ҡалдырманы, имтихандарға бөтә күңелен hалып әҙерләнде, hәр көн яңы программа өҫтөндә эшләне. 5-6 әйбер урынына дәүләт имтихандарына 30-50 әҫәр әҙерләп килә торғайны. Әле лә шулай: ниндәй генә эшкә тотонhа ла ысын фанатик ул. Шуға ла ике уҡыу йортонда уҡытырға ла, филармонияла эшләргә лә, яңы йырҙар өйрәнергә лә, төрлө кимәлдәге сәхнәләрҙә сығыш яhарға ла өлгөрә”.
"Йырсы тамашасыһын хөрмәт итергә тейеш"
Ижад хаҡында hүҙ барғанда, моғайын, йырсының ҡарашын уның үҙ ауыҙынан ишетеү дөрөҫөрәк булыр, тип уға бер нисә hорау менән мөрәжәғәт иттем.
- Вәхит, йыр hәм йырсылар хаҡында ҡайhы бер фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашhағыҙ ине.
- Тамашасы йырсының аҡыл кимәлен, үҙҙәренә булған мөнәсәбәтен, уның кәйефен, hайлаған hөнәрен яратыу-яратмауын шул тиклем яҡшы тоя, был хәҡиҡәтте hанға hуҡмаусылар бик ныҡ яңылыша, – ти Вәхит Хызыров. – Тамашасы йырҙарыңды отоп алырға теләп, үҙеңде яҡын итеп, тағы ла тыңлағыhы килеп ҡайтырға тейеш. Йырҙары йырсының вокал мөмкинлектәрен генә түгел, ә уның үҙенең характеры, донъяға ҡарашы, фекерләү ҡеүәһе хаҡында ла күпте hөйләй. Бөгөнгө ҡайhы бер йәш йырсыларҙы йәлләп тә ҡуям: ижади ғүмерҙәренең иң үҫешә торған осорон белер-белмәҫ көйҙәренә үҙҙәре шиғырын да, музыкаhын да (әгәр шулай атап булhа) сығарған булып, бер миҙгеллек йыр башҡарып йөрөп, ғүмерҙәрен әрәм итәләр. Ә улары үҙҙәренән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй. Битараф, йәки йәнең көйөп тыңлайhың да, шунда уҡ онотола ла.
Халыҡ иҫ киткес аҡыллы бит ул. Бына "Ильяс" тигән халыҡ йырын ғына алайыҡ:
Шул яҡтарға ҡарап бер йырланым,
Уйҙарымды алыҫҡа ебәреп, –
тигән юлдар бар унда. Бөтә картинаhы менән күҙ алдына килә. Ә hүҙ ҡеүәhе лайыҡлы көй менән дә ҡушылhа, ни тиклем тәьҫир итеүсе көс бит ул йыр. Сит илдәрҙә йөрөгәндә шуға иғтибар итәм: ысын йырға, хатта тәржемә лә кәрәкмәй. Башҡорт йырын тыңлап сит ил тамашасылары: "Рәхмәт, hин ошо хаҡта йырланың бит", – тиҙәр. Яңылышмайҙар.
- Ниндәй авторҙарҙың ижады күңелеңә айырыуса яҡын?
- Үҙемдең фекерҙәрем-тойғоларым менән ауаздаш булмаhа, өйрәнеп тә тормайым. Үҙебеҙҙең классиктарҙан Заhир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтовтарҙың вокал циклдарын hәр саҡ яратып башҡарҙым. Заhир ағайҙың "Салауат" операhынан Салауат куплеттарын, "Былбылым", "Тауҙар йыры" әҫәрҙәрен, Хөсәйен ағайҙың "Ҡояшҡа дан", "Төнгө Урал" йырҙарын хор hәм оркестрға ҡушылып әле лә күңел һалып йырлайым.
Татар классигы Рөстәм Яхиндың 20-25 йыры hәм романсы – репертуарымда. Бигерәк тә "Бик һағындым", "Серле күҙҙәр", "Онота алмайым" әҫәрҙәре күңелемдә гел сыңлап тора. Әле 13 телдә йырлайым. Башҡорт, татар телдәренән башҡа немец, украин, итальян телдәрендәге ариялар, йырҙар, романстарҙы башҡарырға яратам. Айырыуса Шуберттың романстары арбай. Замандаш композиторҙарҙан үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ Нур Дауытовтың әҫәрҙәре зауығыма тап килә. Бигерәк тә уның шағирҙар Шәриф Бикҡол hәм Рауил Бикбаев шиғырҙарына ижад иткән йырҙарын халыҡ бик яратып ҡабул итә.
- Вәхит, бөгөнгө көндә ниндәй хыялдар менән йәшәйhең?
- Хыялдар күп инде ул. Яңыраҡ 45 йәш тулып үтте. Тиҫтәләрсә ижад емештәрем аудио, видео дискыларҙа яҙылмаған. Шуның хәстәрен күрергә күптән ваҡыт. Ғинуар айында. “Нефтселәр” hарайында ижад кисәм үтмәксе. Йәнә төрлө фильмдарҙа төшкөм килә. Ғөмүмән, әлегә ижади мөмкинлектәрем асылып бөтмәгән hымаҡ.
- Вәхит, һине аш-hыу оҫтаhы ла, тиҙәр...
- Эйе, бешеренергә яратам. Ит, балыҡ аштарымды яҡындарым, дуҫтарым маҡтай-маҡтай ашай. Ҡамыр аштарын да әҙерләйем.
- Нисек өйрәндең был эштәргә?
- Атайым бешергән аштарҙы бөтәбеҙ ҙә ярата инек ғаиләлә. Студент саҡта башҡа төшкән эш булғандыр инде. Хәҙер үҙем ҡыҙығып киттем. Рецептарын китаптарҙан, гастролдәрҙә саҡта ресторандарҙан, хужабикәләрҙән алам. Ғөмүмән, аш-hыу әҙерләү минең өсөн шулай уҡ яратҡан ижад төрө. Аш-hыу әҙерләгәндә иң мөhиме плита янынан китергә ярамай. Күңелең изгелекле, теләктәрең матур булырға тейеш. Һәләт тә кәрәктер, тип уйлайым. Ә инде өҫтәлгә ҡуйырға, затлы hауыт-hаба, сәнске-ҡалаҡтар, матур өҫтәл япмаhы, ғөмүмән, шәп сервировка ризыҡтың йәмен hәм тәмен арттыра hымаҡ.
Йырсы тормошонан бер мәҙәк хәл
Ғәҙәттә, Вәхит Хызыровтың йырҙарын тамашасы һәр саҡ көтөп ала. Ә инде бер киске концертта халыҡ айырыуса яратҡан йырҙарҙы башҡарғанғамы, бөтөнләй сәхнәнән төшөргә ирек бирмәй, ҡабат-ҡабат һорап йырлата уны. Ҡайтҡанында инде сәскәләргә күмеп оҙата. “Ну, малай, бәхетле йырсыһың да инде, ана бит нисек алҡышлайҙар үҙеңде!” – тип көнләшеү ҡатыш һоҡланып ҡала сәхнәләштәре лә. Артист кешегә күп кәрәкме, маҡтаныуҙарҙан күңеле тағы ла күтәрелеп, Өфөнөң
Достоевский урамындағы “элитный” йорттоң тотош 9-сы ҡатын биләгән ҙур яңы фатирына осоп тигәндәй ҡайтып инһә, унда ҡатыны Машенька ҡосаҡ йәйеп ҡаршылап тора. “Әйҙә тиҙерәк сәхнә кейемдәреңде алыштыр ҙа, китә һалайыҡ, әсәйем көтә. Ҡунаҡҡа саҡырҙы”, – ти ул Вәхитте ҡабаландырып. Ниндәй кейәү ҡәйнәгә ҡунаҡҡа барыуҙан баш тартһын?! Етмәһә, концерт тип көн буйына йүнләп ашалмаған. Ҡәйнәһе Татьяна Александровна аш-һыуға оҫта инде ул. Ана, тәмле бәлеш еҫтәре бөтә подъезға таралған.
Бер аҙ салат-маҙар ҡапҡылап, һурпалы аш ашап алыуға көтөлгән ҙур бәлеш тә табынға ҡуйыла. Ҡәйнә кеше ҙур байрамға әҙерләнгәнме ни, иң матур күлдәген кейеп алған, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Шул саҡ Вәхиттең күҙе бәлеш өҫтөнә ҡамыр менән яҙылған ике хәрефкә төшә лә йөрәге шатлығынан урынынан ҡубырҙай булып тибә башлай. Бына хужабикә ул хәрефтәргә ҡарап суҡынып та ала. “Быныһы инде артығыраҡ та”, – тип уй лай Вәхит “Х.В.” тип яҙылған хәрефтәрҙән күҙен алмай. Исем-фамилиямдың тәүге хәрефтәрен ҡуйып бәлеш бешереүенә рәхмәт, әлбиттә, уға ҡарап суҡынмаһа ла булыр ине. Минең мосолман икәнде онотоп киттеме икән ни?!”
Шулай булһа ла, нисек күңелен күрергә белә ҡәйнәһе берҙән-бер кейәүенең. Йә инде, кемдең башына килер ошондай уңышлы сюрприз менән ҡаршылау? Күңеле тулыуҙан Вәхит Хызыровтың күҙҙәренә йәш тула. Уларҙы күрһәтмәү өсөн ҡарашын түбә таҡтаһына текәп, ҡалтыранған йомшаҡ тауыш менән ҡәйнәһенә һүҙ ҡуша: “Миңә булған ихтирамың, иғтибарың өсөн үҙеңде Хоҙай Тәғәлә ололаһын, мамочкам. Бөгөнгө уңышлы сығышым хаҡында берәй артистан (Татьяна Александровна оҙаҡ йылдар филармонияла эшләп пенсияға сыға) ишетеп инде бешкән бәлеш өҫтөнә яҙҙыңмы хәрефтәрҙе?” – ти. Үҙе: “Оҙаҡламай, ҡәйнәмдең тыуған көнө. Мин дә бәлеш йәки торт өҫтөнә уның исем-фамилияһының баш хәрефтәрен яҙып, күстәнәскә алып килермен әле”, – тип уйлап ҡуя.
Ҡәйнәһенең йөҙө үҙгәреп китә. Йылмайыуы юғала. “Ниндәй Хызыров Вәхит булһын, Христос воскрес! тигәнде аңлата был хәрефтәр”, – ти ул кейәүенә ҡоро ғына. Аҙаҡ күмәкләшеп көлөшөп алһалар ҙа, ҡайтҡанда Хызыровтар үпкәләшкән кешеләрҙәй һөйләшмәй генә ҡайта. Хәйер, кемгә һәм ни өсөн үпкәләргә тейеш һуң әле улар? Табын йәмле, бәлеш тәмле булды.
Гөлфиә ЮНЫСОВА
Читайте нас: