1. Мәғрүр Мағаш тауы шикелле мөһабәт кәүҙәле, Еҙем йылғаһылай үтә оҙон да бумаған, әммә саф, өйрөлмәкле-сөңгөллө ғүмерле, тыуған яғының тәбиғәте ише һикәлтәле-бормалы яҙмышлы актер Илфат Йомағолов 1962 йылдың 30 июнендә Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуған. Атаһы Әбделәхәт Әбделхаҡ улы сығышы менән күрше Юрмаш ауылынан. Ғаилә башлығы балта оҫтаһы булыу менән бергә, һүрәтте лә һәйбәт төшөргән. Йәшерәк сағында ғаиләһе менән күсеп, Учалы ҡалаһын төҙөүҙә лә ҡатнашҡан. Башта буласаҡ актер ҙа атаһы юлынан китә. Тыуған ауылында һигеҙенсене тамамлағас, профтехучилищеға уҡырға инә. Дипломлы белгес, ил алдындағы бурысын үтәгәндә лә балта оҫтаһы булып хеҙмәт итә. Һалдат бутҡаһын ике йыл тәмләп ҡайтҡандан һуң ғына сәнғәт институтына уҡырға инә.
2. 1987 йылда уҡыуын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Биш йылдан һуң Башҡортостандың атҡаҙанған актеры исеменә эйә булған Илфат Йомағолов иллегә яҡын роль башҡара. Олпат кәүҙәле, аҡыллы, тыныс сырайлы актерға йәштән үк ҡарттар ролен уйнауҙы ышанып тапшыралар.
3. Шулай ҙа иң яратҡан образдарының береһе булып М. Кәримдең “Ай тотолған төндә”һендәге Диауана образы ҡала... “Диуаналыҡ” күңелде ташламаһын... Уйлап ҡараһаң, донъябыҙҙа аҡыллы “диуаналар” һирәк осрай, диуана “аҡыллылар” ишәйҙе”, – ти ул “Башҡортостан” гәзитенә биргән бер интервьюһында. Кинәйә менән ҡыйыш атып тура тейгән был юлдарҙа шәхестең ғәҙелһеҙ тормошҡа ҡарата әйтелгән үкенеүҙәре, һыҙланыуҙары сағылып ҡалғандай. Диуана “аҡыллылар” алдында битлек “кейеп”, хужаның теше һыҙлағанда ыңғырашырға кәрәклеген белһә лә, үҙенән алда йөрөгән ғорурлығы, аҡыллы “диауана”лығы исем-дәрәжә алырға ҡамасаулағанын да яҡшы төшөнгәндер.
4. Ҡатыны Рисәлә Урал ҡыҙы менән театрҙа танышалар. Йәш актер уҡыуҙан тыш кистәрен театрҙа эшләп йөрөгән студент ҡыҙға иғтибар итә. “Көлөп балҡып торған ҙур зәңгәр күҙҙәрең, һөйкөмлөлөгөң менән бер күреүҙә ғашиҡ иттең”, – тип кәләшенә йылдар үткәс тә йыш ҡабатлар булған.
5. Буласаҡ кәләшенең әсәһе ҡыҙы актерға кейәүгә сығыуына башта ҡаршы була. Әртис халҡы елғыуар була тип иҫәпләй.
6. Илфат Йомағолов балаларҙы ярата. Улы Иштуған менән ҡыҙы Фирүзәне сабый саҡтарынан тәрбиәләшергә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Үҙе үҫкән ғаиләлә баш бала, биш ҡусты-һеңлеһенә ағай булараҡ, бәләкәйҙән йорт мәшәҡәттәрен үҙ иңендә күтәреп өйрәнгән ғаилә башлығы кәләшенә хатта йәш баланы нисек ҡарарға өйрәтеп ебәргән саҡтары ла йыш була. Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә төнгө тәрбиәсе булып эшләүе балаларҙы ярата, улар күңелен аңлай белеүен дәлилләй.
7. Бәғзе берәүҙәр кеүек яңы ролдәрҙе уйнар алдынан яңғыҙы бүлмәгә бикләнеп, һүҙҙәрен ятлап, образға инер өсөн үҙ алдына репетиция эшләп тә маташмай. Хәтере ныҡ, әҙәбиәткә яҡын кеше бер-ике уҡыуҙа сценарийҙы хәтеренә һеңдерһә, тәбиғәттән бирелгән һәләте яңы ролде уңышлы башҡарырға булышлыҡ итә.
8. Улы менән “Ай ҡыҙы”нда бергә төшәләр. Һуңынан атаһы артынан ул да ошо һөнәрҙе һайларға уйлай. Әммә сәхнә артындағы тормошто, мөхитте яҡшы белгән актер улын был ниәтенән төңөлдөрә.
9. Ул үҙенең сәхнә өсөн тыуған кеше икәнлеген яҡшы аңлаһа ла, һуңғы йылдарҙа был һөнәрҙе һайлауына үкенеп: “Ниңә журналистҡа уҡыманым икән? Ҡәләм оҫталары араһында был хәтлем аҫтыртынлыҡ юҡтыр”, – тип йыш ҡабатлай.
10. Актер 2018 йылдың 22 сентябрендә яман шеш ауырыуынан баҡыйлыҡҡа күсә.