Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
4 Май 2020, 11:20

Башҡортстандың атҡаҙанған артисы Азамат Хәлиловҡа кисә 50 йәш тулған булыр ине

Стәрлетамаҡ ҡалаһына юл төшкәйне. Зәңгәр экрандар аша “Күңелле йәшәйбеҙ!” тип яр һалыусы Башҡорт дәүләт драма театрына һуғылмай булдыра алманыҡ. Танылған актер Азамат Хәлиловты күреп сығыу ниәте лә бар, башҡа йомоштар ҙа… Ленин проспектында урынлашҡан бинаға килеп ингәс тә, ниңәлер, әллә ни күңелле йәшәгәнгә оҡшамаған былар, тигән уй тыуып ҡуйҙы. Берҙән, Өфө театрҙарындағы күркәмлеккә күнегелгән. Үкенескә күрә, провинция мәҙәниәт усаҡтары мәркәздәге “хан һарайҙары” менән тиңләшә алмай шул. Унан һуң касса янында ла әҙәм заты күренмәй. Баҡһаң, театрҙа ремонт бара һәм шул сәбәпле спектаклдәр ваҡытлыса ҡуйылмай икән. Яндан әле бер, әле икенсе актер үтеп китә. Ана, йәш режиссер Зиннур Сөләймәнов... Бынауы ағайҙы бер аҙ сырамытам, әммә кем икәнлеген аныҡ ҡына әйтә алмайым. Театр тупһаһында ауыҙы ҡолағына еткән берәү күренде. Уныһы Азамат ағай үҙе булырға тейеш…– Шулай, һеңлем, кругом ремонт: театрҙа ла, фатирҙа ла, – тип йылмая актер.– Күңелле йәшәйһегеҙ инде…

Азамат Хәлилов:
Күңелле йәшәйбеҙ!
Стәрлетамаҡ ҡалаһына юл төшкәйне. Зәңгәр экрандар аша “Күңелле йәшәйбеҙ!” тип яр һалыусы Башҡорт дәүләт драма театрына һуғылмай булдыра алманыҡ. Танылған актер Азамат Хәлиловты күреп сығыу ниәте лә бар, башҡа йомоштар ҙа… Ленин проспектында урынлашҡан бинаға килеп ингәс тә, ниңәлер, әллә ни күңелле йәшәгәнгә оҡшамаған былар, тигән уй тыуып ҡуйҙы. Берҙән, Өфө театрҙарындағы күркәмлеккә күнегелгән. Үкенескә күрә, провинция мәҙәниәт усаҡтары мәркәздәге “хан һарайҙары” менән тиңләшә алмай шул. Унан һуң касса янында ла әҙәм заты күренмәй. Баҡһаң, театрҙа ремонт бара һәм шул сәбәпле спектаклдәр ваҡытлыса ҡуйылмай икән. Яндан әле бер, әле икенсе актер үтеп китә. Ана, йәш режиссер Зиннур Сөләймәнов... Бынауы ағайҙы бер аҙ сырамытам, әммә кем икәнлеген аныҡ ҡына әйтә алмайым. Театр тупһаһында ауыҙы ҡолағына еткән берәү күренде. Уныһы Азамат ағай үҙе булырға тейеш…
– Шулай, һеңлем, кругом ремонт: театрҙа ла, фатирҙа ла, – тип йылмая актер.
– Күңелле йәшәйһегеҙ инде…
– Тап өҫтөнә баҫтың, һеңлем. Зарланырға ла, үткәндәргә ҡарап үкенергә лә яратмайым…
…Һүҙ артынан һүҙ ялғанды. Стәрлетамаҡ тамашасыһына ғына түгел, Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Күңелле йәшәйбеҙ!” проекты аша тотош республика халҡына билдәле Азамат Хәлиловты тыңлап ултырыу үҙе бер кинәнес. Уның, урыҫтар әйтмешләй, һүҙ эҙләп кеҫә төбөн ҡапшай торғандарҙан түгеллеге барыһына ла мәғлүм. Етмәһә, оҫта мәрәкәсе лә. Бер нисә йыл элек урындағы халыҡ Азамат ағайҙы “Блин” тигән ҡушамат менән дә йөрөткән, имеш. Ниндәйҙер спектаклдә шул һүҙҙе йыш ҡабатлағанға таҡҡандар булһа кәрәк был исемде. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: хәҙер шул кеше, йәғни комик һәм трагик ролдәрҙе берҙәй уңышлы атҡарған талантлы актер, һорауҙарыма яуап биреп ултыра. Уны тыңлағанда көлмәҫ ереңдән көләһең дә, иламаҫ ереңдән илайһың инде.
– Бер бөртөк кенә ҡаҙаҡ минең яҙмышты хәл итте, һеңлем, – тине Азамат ағай етди ҡиәфәткә инеп. – Мәктәптә уҡығанда көрәш менән мауыға торғайным. Республика ярыштарында ла ҡатнаштым. Стәрлетамаҡ физкультура техникумына инергә тип йөрөгән баш ине. Юлға сығырға ла ваҡыт еткән. Иртән ялан кәртәлә бикле торған һарыҡтарға бер аҙ бесән ырғытайым әле, тип аҙбарға йүнәлеүем булды, үтәнән-үтә ҡаҙаҡҡа килтереп тә баҫтым (Азамат ағайҙың йөҙөндә һыҙланыу ғәләмәте барлыҡҡа килде, ул миңә шул этюдты уйнап тиерлек күрһәтте. Йәлләнем үҙен. – Авт.). Ярам шешеп, аҙып китте. Аяҡһыҙ ғына ҡала яҙҙым. Йәй буйы дауаханала ятырға тура килде шулай. Имтихандарға һуңланым. Әммә ҡайҙалыр уҡырға инергә кәрәк ине…
Таныш сценарий… Ғәжәп инде, ошондайыраҡ хәлгә тарыһалар, ғәҙәттә, буласаҡ актерҙарҙың барыһын да тиерлек “Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына студенттар ҡабул ителә” тигән иғлан ҡотҡара. Улар әлеге уҡыу йортона килеп имтихандар тапшыра ла һис ҡаршылыҡһыҙ шунда ҡабул ителә. 1987 йылда Азамат ағайҙы ла шул яҙмыш көтә.
Мәктәптә әллә ни һәйбәт уҡымаһа ла, артабан мотлаҡ берәй һөнәр үҙләштерергә кәрәк, тигән маҡсат менән янған хыялға бай егет шул ваҡытта мөжғизәгә ышана яҙа. Ышанмаҫлыҡ та түгел шул. Ә бит күңел төбөндә бала сағынан уҡ сәнғәткә ынтылыш йәшәй. Баян класы буйынса музыка мәктәбен дә тамамалай. Йырлап та килештерә. Гитарала ла уйнай белә. Шиғыр ҙа яҙып ҡарағаны бар. Әммә, егет башым менән сәхнә тип йән атып йөрөү килешмәҫ, тигән уй уны ул ниәтенән ваз кистерә. Хәҙер иһә был мөмкинлек өсөн ҡыуанып бөтә алмай буласаҡ актер. Юғиһә, ҡайһылыр уҡытыусыһының тегенең шуҡлығына йәне көйөп “бер ҡайҙа ла уҡырға алмаясаҡтар һине, урам буйында эшһеҙ йөрөйәсәкһең”, тип әрләүе йөрәген әрнетә ине бит.
Азамат ағайҙың этлектәре
Ысынлап та, малай сағында үтә шаян булған икән Азамат ағай. Үҙе тыуып үҫкән Иҫке Собханғолда ул ҡылған “этлектәрҙе” әле лә иҫләйҙәрҙер, моғайын. “Берәйһенә таҡта килтереп бушатыуҙары була, төнө буйы шуны икенсе кешенең ҡапҡа алдына ташып бөтә торғайным”, ти бит. Ул сама көстө ҡайҙан алғандыр инде? Өлкән йәштәге инәйҙәрҙең тәҙрәләренә “шаҡылдатҡыс”тар ҡуйып хитланыуы хаҡында ла телгә алды ул. Мәшәҡәтле генә эш булған икән быныһы ла.
Азамат ағай малай ваҡытындағы шилмалығы хаҡында һүҙҙе ары дауам итеп тормаһа ла, мут йылмайыуынан “этлектәре” былар менән генә сикләнмәүен самалағайным инде. Ғәмһеҙ балалыҡ йылдарын иҫкә алғанда актерҙың күҙҙәрендә һағыш шәүләһе лә сағылғандай ине. Баҡһаң, ике йәшлек кенә сағында әсәһе Фәриҙә апай мәрхүмә булып ҡалған икән. Шуға ла, кейәүгә тормошон яйға һалырға кәрәк, был донъяла бер кем дә яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел, атай кешегә бала бағыуы ауырыраҡ булыр, тип ҡайныһы менән ҡәйнәһе, ейәндәрен үҙ ҡанаты аҫтына алырға ниәт ҡыла. Шулай итеп, Азамат ағай башлыса олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Етемһерәмәһен тип йәй һайын Өфөлә йәшәүсе апай-ағайҙарына йөрөтөп, йәне ни теләй шуның мәнән тәғәмләндереп, күңеленә хуш килгән кейем-һалым алып биреп торған улар. Әсәһенең туғандары ишле булғас, иғтибар ҙа мул тәтегән. “Атайым да кәрәк саҡта ярҙам итте, уның бик матур донъяһы, улы, ҡыҙы бар. Аралашып йәшәйбеҙ”, – тип һөйләне актер.
…Бына хәҙер шул “шилма малай” һин дә мин Өфөлә актерлыҡҡа уҡып йөрөй. Рифҡәт Исрафилов, Булат Хәйбуллин, Илшат Йомағолов, Нурия Ирсаева, Таңсулпан Бабичеваларҙан сәхнә оҫталығы серҙәрен үҙләштерә. Ул йылды институттың театр бүлегенә береһенән-береһе талантлыраҡ, һылыуыраҡ егеттәр һәм ҡыҙҙар йыйыла. Рәсүл Ҡарабулатов, Айгөл Аралбаева, Алмас Әмиров, Гөлнара Фәхриева, Алмас Сәйетов, Зилә Сәйетова, Мәхмүт Нәҙершин, Света Хәкимова һ.б. Ғәҙәттәгесә, һәр курс өс диплом спектакле әҙерләргә тейеш. Рифҡәт Вәкил улы Азамат Хәлиловҡа Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!”ынан Көстө тәҡдим итә. Ниңә бәләкәй роль бирҙе икән миңә, тип кәйефһеҙләнеп тә йөрөп ала буласаҡ актер. Һиҙгер күңелле режиссер быны шунда уҡ аңлап ҡала ла:
– Нимә, роль оҡшамаймы, Азамат? – тип һорай.
– Оҡшай, – тигән була егет.
– Көтөп тор, Азамат, алда тағы ла бер спектакль бар бит әле, - тип дәртләндерә уҡытыусыһы.
Артабан Бернард Шоуҙың “Шоколад һалдат”ын ҡуя былар. Унда майор роле эләгә Азаматҡа. Быныһы ла үтә ҙур образ түгел. Егеттең йәнә күңеле төшә. Шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырышып: “Һәйбәт роль, һәйбәт роль, Рифҡәт Вәкил улы” тип ҡыуанған була. “Онотма, Азамат, алда тағы ла бер спектакль бар”, ти Исрафилов йәнә лә. Хәҙер инде Б. Васильевтың “Ә таңдар бында тып-тын” әҫәренә сират етә. Унда Азамат – старшина Васьков! Шәп, бик шәп роль эләгә уға был юлы.
– Йылға яҡын ғүмеремде старшина Васьков күңеле менән йәшәп үткәрҙем”, – ти ул. – Диплом спектаклен шымартыу, оҫталыҡтарын арттырыу өсөн яҡын тирәләге райондарға сыға бит студенттар. Беҙ ҙә шулай иттек. Залдар шығырым тулы. Спектакль тамамланғас барса халыҡ илап ултыра. Һөнәрҙең тәмен тәүгә тойоу шунда булғандыр. Ҡулыңда дипломың да юҡ, әммә сәхнәлә тораһың, халыҡ алдында уйнайһың. Үҙеңде бөйөк актер итеп тояһың. Ә театрға килһәң, һин бер кем дә түгел әле, – тип хәтерләй актер шаулы-гөрлө студент йылдарын.
Хеҙмәт юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай Азамат ағай. Тап шул мәлдә Лек Вәлиев “Тиле йәшлек”те сәхнәләштерә һәм Хәлиловҡа Хәниф ролен бирә. Бик матур образ тыуҙыра йәш актер. “Тәүҙә ниңәлер тартындым. Партнерҙарым – өлкән апайҙар Гүзәл Борханова менән Асия Нафиҡова быны һиҙеп ҡалып, репетицияларға алданыраҡ килергә ҡушып, кәңәштәрен әйтеп, ҡабат-ҡабат уйнатып ҡарап, еңел генә итеп шул ролгә индереп ебәрҙе. Тартыныуым ысҡынды. Лек Вәлиев иҫ киткес режиссер ине бит. Репетицияға килә лә донъяһын онотоп эшкә тотона. Сәхнәлә һөйләп йөрөй, уйнап йөрөй, берәүҙең ҡолағына ниҙер әйтеп китә, икенсеһенә барып өндәшә. Хас та бала кеүек инде. Бер мәлде күрәм, ағайҙың салбары һүтелеп китте. Өндәшергә итеп ҡарайым да, әммә ул ишетергә лә теләмәй. “Азамат, туҡта әле, туҡта, тип һелтәнеп, тегеләй-былай йөрөүен белә. Етмәһә, көсөргәнешле сәхнә. Конфликт. Һандуғас өсөн талаш ҡыҙған мәл. Тегенең балағы йырылғандан-йырыла бара. Икенсе яҡтан Илдар Ғүмәров килеп ҡолағына шыбырламаҡсы. Юҡ, ишетергә теләмәй ҙә. Бер мәлде Асия Нафиҡова күреп ҡалды ла: “Лек Вәлиеви-и-ич, ышатанығыҙға ҡарағы-ы-ыҙ!” тине. Ағайыбыҙ шунда ғына салбарына иғтибар итеп, “ни эшләп бер кем өндәшмәй, мыҫҡыл итәһегеҙме?” тип асыулана башламаһынмы…”
Азамат ағай хәҙер инде Лек Вәли улын һынландырып күрһәтте. Йәнә бер нисә спектаклдән роль бирелә уға академтеатрҙа. Әммә уларҙа уйнарға насип булмай. Яҙмыш уны Стәрлетамаҡ ҡалаһына алып китә. “Илшат ағай Йомағолов үҙе генә ете тапҡыр саҡыра килде. Нисек күндерергә белмәгәс сараһын тапты – алдыма фатир асҡысы һалды. Шунда уйға ҡалдым. Ә ниңә барып ҡарамаҫҡа? Фатир саҡлы фатир асҡысы тотоп килһендәр әле?! Заманаһы ла шулайыраҡ ине шул. Талон осоро. Өфөлә пропискабыҙ юҡ. Үҙемдеке лә, кәләштеке лә. Етмәһә кескенә ҡыҙыбыҙ ҙа бар. Ғаилә башлығы булараҡ нимәлер хәл итергә тейеш инем. Түҙмәйенсә, кителде инде. Һәм бына 20 йыл Стәрлетамаҡ театрында уйнайым”, тип хәтерләне ул саҡтарҙы Азамат ағай. “Артҡа ҡарап үкенергә яратмайым”, тиһә лә, ошо хаҡта һөйләгәндә кәйефе үҙгәреп ҡуйҙы әңгәмәсемдең. Ә бәлки үкенеү ҙә түгел, бары тик шул йылдарҙы юҡһыныуы булғандыр. Әйткәндәй, теүәл 20 йылдан һуң, академтеатр сәхнәһенә Азамат ағайҙың ҡыҙы, йәш актриса Зилиә Хәлилова аяҡ баҫты. Атаһының йәшлегендә бойомға ашырып та ғүмерле итә алмаған хыялын уға дауам ҡылырға яҙған күрәһең. Өлөшлө, һәләтле бала, тиҙәр Зилиәне (был ҡыҙ хаҡында күберәк тә әйтергә мөмкин, әммә күҙ тейеүе бар бит, шуға ла әлегә ошолар менән генә сикләнәйек. Ул актрисаның исеме мотлаҡ яңғырар әле).
Стәрлетамаҡ театрында, бәлки, оҙаҡ тотҡарланмаҫ та ине Азамат ағай. Академтеатрға ҡабат китеп барыу ихтамаллығы ла булғандыр. Әммә роль артынан роль ижад итеү бындай икеле-микеле уйҙарға урын ҡалдрымай. Башта Илшат Йомағолов, Гөлдәр Ильясова ҡуйған сәхнә әҫәрҙәрендә төп ролдәрҙе башҡара. Х. Ирғәлиндың “Инә бүре ҡарғышы” драмаһындағы Тереғолдо (был роль өсөн ул үҙ ваҡытында Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ була), украин классигы К. Карыйҙың “Бәхетһеҙ мөхәббәт”ендәге Гнатты ул тыуҙырған иң ҙур образдар исемлегенә индерергә мөмкиндер. Ситтән саҡырылған режиссерҙар менән эшләргә, донъя классикаһы өлгөләрендә лә уйнарға насип була Азамат ағайға. Хәләле Зөлфиә лә, Салауат театрынан Стәрлетамаҡҡа саҡырып алынғас, донъяһы теүәлләнеп, күңеле тынысланып ҡала. Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар бик күп спектаклдәрҙә партнер булараҡ сығыш яһай. Байтаҡ йылдар элек Хәмит Яруллин килеп ҡуйып киткән “Йәш йөрәктәр”ҙән (Ф. Бурнаш) башлана уларҙың уртаҡ сәхнә яҙмышы. Хәмит ағайҙың “Был ролде ғүмер буйы уйнаясаҡһығыҙ” тигән һүҙҙәре хаҡҡа сыға. Халыҡ яратҡанға күрә, ул әҫәрҙән өҙөк концерт бригадалары программаларында әле лә бар икән. ““Йәш йөрәктәр”ҙе башҡарҙы “ҡарт йөрәктәр” Зөлфиә һәм Азамат Хәлиловтар”, тип мәрәкәләп тә ала хәҙер актер был сығыштан һуң.
– Театрға талантлы актер һәм режиссер Азат Йыһаншиндың килеүе ҡыуаныслы ваҡиға булды. Уның менән эшләүе үҙе бер кинәнес. Талапсан да, белемле лә, кешелекле лә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ спектаклдәр тыуҙырҙы. Ул сәхнәләштергән “Аҫылйәр”ҙә бай ролен яратып башҡарҙым. Илдар Вәлиев менән дә уңышлы эшләйбеҙ. Күптән түгел Стәрлетамаҡ театры Наил Ғәйетбаевтың ике әҫәрен сәхнәгә сығарҙы. Уларҙа ла төп ролдәрҙе башҡарырға насип булды. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа үҙемде башлыса комик ролдәрҙә генә күреүҙәре үкенесле. Мелодрамала, трагедияла уйнарға теләк ҙур. Шундайыраҡ хыялдар менән дә йәшәлә. Ә актер бер ҡасан да тулыһынса асыла алмай ул, ғүмер буйы эҙләнә. Сәхнәлә халтура менән алдырып булмай. Тамашасыны бер ысҡындырһаң, ҡабат ҡайтарыуың икеле, – ти Азамат ағай. Әйткәндәй, театрҙағы эшмәкәрлеге менән генә сикләнмәй ул Стәрлетамаҡ дәүләт университетында, Жәлил Кейекбаев исемендәге башҡорт гимназияһында ҙур теләк менән драма түңәрәктәре лә алып бара.
Хәлиловтар ғаиләһе хаҡында яҙыу үҙе ҙур кинәнес. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошоғаса Азамат ағай һымаҡ та мөхәббәтле актерҙы осратҡаным юҡ ине. “Еңгәңде күрҙем дә ҡапландым. Ғүмерлеккә яраттым”, ти бит. Ысынлап та, үҙенән бер курсҡа өлкәнерәк уҡыған Дәүләкән ҡыҙына күҙе төшә егеттең. Студент сағында Азамат ағай хеҙмәт итеп ҡайтырға ла, өйләнергә лә, атай булырға ла өлгөрә. “Әрмелә саҡта көнөнә икешәр-өсәр хат яҙғанмын. Зөлфиә шуларҙың һәммәһен дә һаҡлап барған. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, өйҙә дипломат тулы хат ята. Күңел килгәндә еңгәң менән уларҙы уҡып көлөшөп, йәшлекте иҫкә төшөрөп алабыҙ. Ысынлап та, бер-беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ, әле лә шулай…”
Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтарҙы көнөнә нисәлер сәғәт кенә айрым торһалар ҙа ике бәпкә шикелле бер-береһен юҡһына башлайҙар икән, тигәндәрен ишеткәнем бар ине шул. Дуҫтары менән ҡырға бәшмәккә, еләк фәләнгә сыҡһалар ҙа һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәйенсә бер урында ғына йөрөй ти бит улар.
Ә ҡыҙҙары һуң! Зилиә хаҡында телгә алып үттек инде. Һылыу ҙа, тырыш та, талантлы ла… Ул Азамат ағайҙың “ҡыҙым, бер үк сәнғәткә бара күрмә, ғаиләлә ике “дүрәк” бар бит инде, өсөнсөһө артыҡ булып китә” тип ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарамаҫтан, үҙ һүҙен һүҙ итеп, атаһы менән әсәһенең юлын һайлай. Айһылыуҙары ла торғаны бер мөғжизә! Иҫ киткес зирәк бала. “Ул да үҙебеҙ кеүек хыялый инде. Юморҙы тоя, аңлай, һүҙгә минән дә оҫтараҡ. Яратып туйып булмай бәләкәсте. Беҙ бит, эш менән мауығып китеп икенсе бала хаҡында онотоп ташлағанбыҙ. Шуға ла өлкәне менән кесеһе араһында 12 йәш айырма булып киткән”, тип көлдөрҙө атай кеше. Хәләл ефете, ҡыҙҙары хаҡында һөйләгәндә йөҙө бәхеттән балҡый ине уның. Әйттем бит, мөхәббәтле кеше тип. Шундай ғаиләнең капитаны бул да ҡыуанма ла, ғорурланма ла имеш.
“Бына, өйҙә ремонт эштәре тамамланһын да, редакцияғыҙ хеҙмәткәрҙәрен ҡунаҡҡа саҡырып алырбыҙ. Әйткәндәй, барлыҡ экзотик ризыҡ төрҙәрен дә үҙем әҙерләйем, былауҙы оҫта бешерәм, “жаркойҙарым” шәп сыға, балыҡ, ҡабаҡ, ҡаҙ тултырырға яратам. Ә ҡамыр аштарында инде еңгәгеҙгә еткән кеше юҡ. Зерә күңелле йәшәйбеҙ, мотлаҡ килеп күрегеҙ”, тип оҙатып ҡалды Азамат ағай.
Ә беҙҙең, ысынлап та, Хәлиловтарға ҡунаҡҡа барып, Азамат ағай бешергән аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға, унан бигерәк, теге дипломат тулы мөхәббәт хаттарына “ревизия яһап” ҡайтырға ла (рөхсәт итһәләр инде) иҫәп бар әле...
Гөлшат Ҡаһарманова.
Читайте нас: