Өмөттәр аҡланды… “Һин ҡал инде, табылдың инде, инде юғалма, мин бәхеткәйем булып, ысынбарлыҡ илдәрендә...” Әмин!
Ысынбарлыҡтағы мөхәббәт
Ҡыр ҡаҙҙары оса парлап,
Ҡыйғас-ҡыйғас наҙ булып.
Күңел көткән мөхәббәтте
Алып ҡайтыр яҙ булып.
Әй ҡыр ҡаҙы, ҡанатың пар.
Йән юлдашың – йәрең бар.
Ҡанат ташлап осоп үтсе
Яңғыҙҙарҙың янынан.
Ҡыр ҡаҙҙары оса иңрәп-
Яңғыҙ ҡалған ҡаҙмы әллә?
Һөйөү көткән, өмөт иткән
Йәндәр ерҙә аҙмы әллә?..
Күңелдә моң ҡалдырып,
Ысын мөхәббәт килә икән
Көттөрөп, һағындырып. (Айгөл Әхмәтвәлиева)
Ҡыр ҡаҙҙары ҡанат ташлап үттеләр... Ысын мөхәббәт көттөрөп, һағындырып килә икән. Бына йәнә матур яҙҙар етте, мең төрлө ҡоштар ауыл урамдарында, ҡала парктарында тирә-яҡты илаһи моңға сорнап, ҡанат ҡаға-ҡаға, бейеп-йырлайҙар. Шулай тормош дауам итә, тәбиғәттең үҙ моңо... Мөхәббәт шишмәһе сылтырап ағып, балҡып ҡына тора, йәшәүгә көс биреп, урғылып ҡына тора! Мөхәббәт шишмәһе, үҙенсәлекле киләсәкле ысынбарлыҡҡа дан йырлай-йырлай, хәл иткес һөтайын ҡаршыларға әҙерләнә.
Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, бик күп йыр-моң бәйгеләре лауреаты, йөҙәрләгән хиттарҙың авторы, арбағыс яғымлы тауышлы йырсыбыҙ Ришат Төхвәтуллиндың һигеҙенсе “Мөхәббәт көтә күңел” исемле быйылғы концерт миҙгеле лә шаулап-гөрләп үтеп бара... Нишләптер быйылғы миҙгел тамашаһы һуҙылды әле. Ә, аңланым серен, унда бит ике һөйгән йәрҙең сер хазинаһы тупланған: моңло егеттең һәм ғашиҡ тоғро ҡыҙҙың!
Улар, Алла бирһә, ҡауышҡас ҡына, был концерт миҙгеле тамамланыр инде! Әмин! Йә, ярай, минең йыр-моң һөйөүсе, ғөмүмән, юғары зауыҡлы тамаша яратыусы уҡыусыларым, һеҙҙең иғтибарығыҙға ошо мөхәббәтнамә дастанының һигеҙенсе бүлегенең тәүге өлөшө хаҡында тәмләп-тәмләп хисле ҡиссамды башлайым! Иҫләһәгеҙ, мин уларҙың һәммәһе тураһында ла быға тиклем дә, ҙур кинәнес менән, яҡтырта килдем. ... Бындай ҙа затлы, серле егет ниндәй «Мөхәббәтте көтә»!? Ул турала белгегеҙ килһә, минең һәр бер мәҡәләмде төпкөл аҡылығыҙҙы егеп уҡығыҙ! Былай ғына, өҫтөн-мөҫтөн күҙ йүгертһәгеҙ, һис тә аңламаясаҡһығыҙ. Хәйер, аңламаһағыҙ, һис тә зарар юҡ, аңларға ла кәрәкмәй хатта, киләһе концерт миҙгеленә килгәс, аңларһығыҙ! Шулай итеп, «Хәйерле кис!...», тип, Ришаттың йылдар дауамында һыналған, тоғро алып барыусыһы – Рөстәм Ғатауллин сәхнәгә үҙенең, Максим Галкинға оҡшаған йөҙө менән килеп сыҡты.
Турғай – ул башҡа йырсы ҡоштарҙан нимәһе менән айырыла, иң беренсе, тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына ла күндәм ҡош, икенсенән, уның ниндәй генә төрө юҡ! Хөрмәтле уҡыусым, әгәрҙә һин, орнитология тигән фән менән таныш булһаң, ул турала беләһеңдер, уларҙың ниндәй генә исемлеләре юҡ: алағанат турғай, аҡбаш турғай, буҙтурғай, йәшел турғай, киндер турғай, көйәҙ турғай, ҡупшы турғай, ҡупшыҡай һ.б. Ә, Ришат бөгөн, Башҡортостанда йыл әйләнәһендә йәшәүсе буҙтурғай хаҡындағы иҫ китмәле матур йыры менән асып ебәрҙе һигеҙенсе миҙгел концертын. Уны билдәле композитор Миҙхәт Әбделмәнов ижад иткән, һүҙҙәре лә уныҡы. Осоп та, һайрап та, йырлап та тороусы ҡош тураһындағы фәлсәфәүи йыр менән башланған Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллиндың концертының осошло булыуына шигем юҡ ине. Ул уны хатта үҙенең быйылғы концерт миҙгелендәге өр-яңы йыры «Мөхәббәт көтә күңел» йырында яуапты табырлыҡ итте лә шикелле, сөнки йыр-моң иленең батшаһы- Ришат үҙе өмөт тураһында һөйләне. «Минең концерттарыма оло быуын вәкилдәре күберәк йөрөйҙәр, шуға йыр ижад итеүселәремдең дә күбеһе улар - Зифа Нагаева, Миҙхәт Әбделмәнов, Ризуан Хәкимов һ.б.. тине. Хәҙер башҡарасаҡ йырым да «Атай -әсәй» тип атала. Сөнки мин атай-әсәйемдең табын артында йырлаған йырҙарын тыңлап үҫтем. Мәҫәлән, уларҙың бик яратып йырлаған башҡорт халыҡ йырҙары «Уйыл», «Элмәлек», “Зәлифәкәй» ине. Шуларҙың береһе - «Элмәлек» те бик яратып башҡарам”- тип әйтеүе булды, тамашасы гөр килеп ҡул саба ла башланы. Бик үҙенсәлекле башҡорт халыҡ йыры “Элмәлек»те йырларға бик күп йырсылар теләйҙер, әммә бөтәһенең дә теше үтмәй шул, булдыра алмайҙар. Ундағы боролоштар, бик боронғо һүҙҙәр һәм башҡа ҡатмарлылығы менән айырылып тора ул йыр. Ә бына Ришаттың йырлауында “Элмәлек” бөтөнләй икенсе төрлө яңғыраш алды. Тап уның башҡарыуындағы версия халыҡсан, шул халыҡсанлыҡҡа, үҙенсәлекле тауыш тембрына эйә, Ришат Төхвәтуллин аһаңле яңы биҙәктәр өҫтәне. Уның концерттары тематик йәһәттән эҙмә-эҙлекле логик дауамлы бәйләнешле төҙөк бер композицияға ҡоролған булыуы менән айырылып торалар. Сюжет ебе шулай иҫ китмәле матур мәғәнәүи йөгө булған йырҙар, бейеүҙәр, шиғыр телдәренән нағышланып биҙәкләнә лә, сәхнәлә барлыҡ камиллығында, матурлығында, зауыҡлы ғына булып балҡый һәм шуның нурында йыл дауамында ҡоштай ҡанатланып осаһың һәм экзотик тәбиғәтле диңгеҙ ярҙарында ҡыҙынып йөҙәһең дә йөҙәһең. Быйыл бигерәк тә уның концерттарына халыҡ ағылып килер, сөнки экзотик илдәргә ваҡытлыса юл ябылып тора бит әле, йәмәғәт. Ярай, әлегә ул турала уйламай ғына, Ришат башҡарыуында Керәшен халыҡ йыры «Ысын ысынлап әйтәмен!» де тыңлайыҡ! Уны йырлағанда, Ришаттың зауыҡлы алһыу стразалы костюмы алһыу алмалай тағы ла сағыуланды, ә башҡарыу оҫталығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел инде, үҙенең лаклы (ялтырап торған) ботинкаһылай шып-шыма һәм бер тында булды, тик төшөп бейе генә! Иҫ киткес! Афарин! Концерт үҙ ағымында матур тулҡынлы йылғалай ағылды ла ағылды. Шуны ла әйтергә кәрәк, Ришат Айрат улының быйылғы концерт миҙгеленән башлап яңы проекты барлыҡҡа килде. Ул да булһа, бына инде бер нисә йыл уның төркөмөндә йырлап йөрөүсе Әлиә Ҡарасурина. Уның быйылдан башланған соло концерттарының продюсеры Ришат Төхвәтуллин, икенсе төрлө итеп әйткәндә, йылына Ер шары буйлап 250 – ләп концерт ҡуйып сығыусы, тәжрибәле тамаша ҡороусы, атҡаҙанған артист булараҡ та остазы ул, һәм Айрат улы Ришаттың үҙенең концерттарының директоры, алдынғы ҡарашлы, милли рухи тойғоларҙы һәр саҡ беренсе урынға ҡуйып, тамаша ҡорғанда, уларҙы үҙенсәлекле итеп заманса зауыҡлы биҙәктәр менән балҡытыусы, намыҫлы, кешелекле һәм аҡыллы талапсан ижади шәхес - Эмиль Уйылданов. Аллаға шөкөр, шундай шәхестәребеҙ булғанда, башҡорт һәм татар йыр сәнғәте, шиғриәте, ғөмүмән, мәҙәниәтебеҙ йәшәр! Әмин! Ғөмүмән, Башҡортостан ҡыҙы Әлиә Ҡарасуринаны ҙур сәхнәгә Ришат Төхвәтуллин сығарҙы. Һәм, минеңсә, тәүге проект өсөн түккән көс бушҡа булманы, Әлиә Ҡарасуринаның да концерттары бик яҡшы ғына үтте. Уның өсөн дә байтаҡ сығым түгелде: ул күлдәктәрҙең затлылығы, яңы йырҙар яҙҙыртыу, бүтән йырсыларҙы ла йәлеп итеү. Атап әйткәндә, Ғабдулла Туҡай исемендәге татар дәүләт филармонияһында һәм Башҡортостандың Шишмә ҡасабаһында үтеүсе концерттарына Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғаниева, Татарстандың атҡаҙанған артисы Раяз Фәсихов, Мәскәү ҡунағы, виртуоз баянсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айҙар Сәләховтар саҡырылғайны. Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, тәүге проект та уңышлы килеп сыҡты! Афарин! Киләсәктә, Алла бирһә, бындай проекттары тағы ла булыр әле. Талантлы Ришатыбыҙ бөтә яҡтан да килгән инде! Был проектына йылдар дауамында килде. Әлбиттә, үҙе лә был проекттың дәрәжәле ҡунағы булып сығыш яһаны. Сообханалла! Мәшалла! Бындай проекттары бәрәкәтле, уңышлы булһын! Әлиә лә Ришаттың һигеҙенсе миҙгел концертында өр-яңы - “Үкенмәйем үткәндәргә” (Сажидә Әхмәтова һүҙ.,Альфред Яҡшембәтов көйө) йырын башҡарҙы. Был йырына Баҡы ҡалаһында төшөрөлгән клибы телеэкрандарға сығып өлгөргәйне инде. Киләһе “Мөхәббәт көтә күңел» тигән йырҙы иғлан итер алдынан, шуҡ һәм шаян күңелле Рөстәм Ғатауллин:”Мөхәббәт көтә күңел»(А.Әхмәтвәлиева һүҙҙәре, Зөлфәт Вәлиуллин көйө) тигән Ришаттың өр-яңы йырына төшөрөлгән клибын күрҙегеҙме әле?”- тип тамашасыларға мөрәжәғәт итеүе булды, ярты зал”Эйе!» тип яуап бирҙе хор менән. Әйткәндәй, был клип та Әзербайжандың иҫ китмәле матур баш ҡалаһы – Баҡыла төшөрөлгән. Клип тигәндән, Ришат быйылғы концерт миҙгелендә байтаҡ ҡына өр-яңы йырҙар ижад итте, клиптар төшөрҙө. Аллаға шөкөр, ул был йәһәттән бик уңышлы эшләне. Сообханалла! Мәшалла! Тик торғандан ғына йыр тыумай шул, уның өсөн көндө төнгә ялғап, тырышып эшләүгә өҫтәп, көслө һәм ихлас күңелдән илһамланыу, йәғни илһам алыу, туплау фарыз, ҡыҫҡаһы, ысын-ысынтылап ғашиҡ булыу һәм үҙеңә лә яуап тойғолар алыу кәрәк. Аллаға шөкөр! Был йәһәттән мәҡәлә геройыма һүҙ юҡ, уның даими илһамлап, ҡанатлап, һутлап тороусы саф мөхәббәте бар ул, табылды ул, был илаһи тойғо йылдар дауамында тағы ла сыныҡты, һыналды, сафланды ғына! Әлхәмдулиллаһ! Бына уның емешле ижад итеүе һөҙөмтәһе булып бер нисә генә ай эсендә тыуған яңы йырҙары һөйләй: “Һинһеҙ йәшәй алмайым!», «Мөхәббәт көтә күңел», «Тиңдәр юҡ», «Тыйнаҡ ҡыҙ», “Һөйөү бар әле»“, “Яратҡаным бер генә», «Бүләк ит һин», “«Моңаймағыҙ, шоморттарым!», “Эй, ауылым, ауылым!», тиҫтәләгән тура эфирҙағы онлайн концерттары, балкондан концерттар, башҡа төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашыу, телеэкрандарҙағы тура эфирҙар, тиҫтәләгән радио тулҡындарында тирбәлеү, яҡташтарҙың да күңелен күреү һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сығыштар... Хәҙер генә иркен тын алды Ришат! «Мөхәббәтте көтөп тә, саҡырып та була, әммә беренсе тәүге хистәр үҙенсә мәңгелек була тип, үҙенең ораторҙарса ҡуйылған сәхнә теле менән дауам итте Рөстәм Гатауллин һәм шул минуттарҙа Йыһанда көмөш йондоҙҙар баҙлап китте лә, Ришат, үҙенә килешле генә, аяҙ күгебеҙ кеүек өр-яңы сәхнә костюмында, килеп тә сыҡты. Шул минуттарҙа плазма экранда һыу ҡыуыҡтары шоморт сәскәләре кеүек атылдылар. Хәс тә әкиәттәгесә! Андерсендең әкиәттәре тиерһең! Мәғрифәт нуры таратыусы ғалимә-хислебикә ҡыҙыҡай ҡайҙа йөрөй икән?! Ә күрҙем мин уны! Ана, тегендә, тамаша залында, Ришаттың акустика стилендә башҡарылған “Тәүге хистәр»(Айгөл Төхвәтуллина һүҙҙәре, Розалия Төхвәтуллина көйө), «Мөхәббәтем»(Розалия Төхвәтуллина һүҙ., төрөк көйө) йыры аҫтында яҡтыртылған меңәрләп баҙлаған йондоҙҙар араһында ултыра икән дәһә. Ул уны күрҙе лә, бөгөнгө Ер менән Күкте бәйләп тороусы тамашаның төп ҡаһарманы оялышынан, ҡарашын, ике ҡул ҡанатын күтәреп, Ҡибла тарафына йүнәлтте. Моң донъяһына ғашиҡ итеүсенең хәтеренә беренсе саф мөхәббәт шишмәһе иҫенә төшөп, ул “Иҫеңдәме”(“Һинән башҡа»Розалия Төхвәтуллина көйө һәм һүҙҙәре) йырын йырларға ҡарар итте һәм барлыҡ ихласлығын һалып, хисләнеп, хатта күҙҙәре йәшләнеп, йәшлеген иҫенә төшөрөп, йырланы ла йырланы ул йырҙы... Айнур Фәтихов... Текә баянсы егет – ул үҙе айырым ҙур мәҡәлә яҙыуҙы һорап тора. Ришаттың сағыу төркөмөнә быйылғы “Мөхәббәт көтә күңел» миҙгеленән килеп инде лә, үҙенең шаянлығы, дәрте, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы менән барлыҡ тамашасыларҙың мөхәббәтен яуларға ла өлгөрҙө инде. Бер уйлаһаң, ул шулай булырға тейеш һымаҡ, сөнки Айнур Фәтихов та Башҡортостандың да, Татарстандың да атҡаҙанған артисы, атай-әсәйе лә билдәле сәхнә оҫталары. Мердан Башимов та төркөмгә килеп ҡунған сағыу бер йондоҙ, пианист, композитор, Ришаттың, директоры кеүек, уң ҡулы. Ул да, Ташҡын һымаҡ, бик тәжрибәле музыкант, өҫтәүенә, был - төрөкмән егете, иң шәп бал йыйыусы ҡорт кеүек, егәрле һәм матур итеп, маһир йырсыбыҙ-Ришаттың йырҙарын музыкаль яҡтан биҙәүсе, бик хәстәрлекле ғаилә башлығы ла, уның бына тигән дүрт балаһы үҫеп килә!Төрөкмән теле башҡорт теленә бик яҡын ҡәрҙәш тел булғас, Мердан башҡортса ла аңлай, һөйләшә лә. Сообханалла! Мәшалла! Ришат та был өлкәлә унан ғаилә мәсьәләһендә тәжрибә туплай башланы, бынау үҙ-үҙеңде ҡурсалау мәлендә, балалар баҡсаһы эшләмәгәндә, Ришаттың студияһында булғанда, бәләкәй ҡыҙсыҡ- Маҡсатаны бик яратып, тура эфирҙарға сыҡҡыланы. Уй, матур! Килешә! Шулай уҡ саксофонда уйнаусы, үҙебеҙҙең Башҡортостан егете, Ришаттың алыштырғыһыҙ музыканты – Вәсил Шарапов та күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртте генә! Ришаттың төркөмөндәге музыканттары тураһында күпте һөйләргә була, нисек инде шундай һөнәрмәндәр менән эшләгәндә, бейемәҫкә мөмкин?! Бейеп йөрөп эшләргә була. Ана, нурҙай балҡыған сәхнәгә уның, юлдарҙа ла, эштә лә һыналған, тоғро бейеүселәре – Башҡортостан егеттәре Илгиз Бәҙретдинов менән Марсель Сәмигуллин килеп тә сыҡтылар, “бәреп тә йыҡтылар”. Аргентина темпераментына торошло шулай булырға тейештер инде. Дәртләнеп киткән бейеүселәр туҡтарға уйламанылар ҙа, уларға бейеүсе ҡыҙҙар – Ләйсән Иҙрисова менән Әлфиә Фәхретдинова килеп ҡушылдылар ҙа, алһыу фламенго ҡошондай, ярһып-ярһып, ҡыҙыл балитәктәрен болғап-болғап, бик дәртле испан көйө аҫтында “Фламенго» ны башҡарҙылар. Быйыл, ана, фламенголар ишәйә башлағандар ти, күрәһең, тәбиғәт тә яңыра, яңы һулыш ала. Изгелеккә булһын!Ул арала тағы ла балҡып Рөстәм дә бейей-бейей килеп сыҡты. «Аргентинала мөхәббәтте һатып алалар икән” – тип, яу һалды. Беҙҙә
ундай нимә элек-электән юҡ ул, ышанмаһағыҙ, ана, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, аҙашың - Рөстәм Ғиззәтуллиндың “Мөхәббәт һатылмай”тигән йырын тыңлап ҡара тиер инем. Ул да бик шәп, үҙенсәлекле, үҙ стиле булған легендар йырсы, композитор! Унан Рөстәм Ғатауллин сценарий буйынса: “Кеше ғүмеренең хаҡы күпме икән?”- ти. Мин әйтер инем: кеше ғүмеренең хаҡы сикһеҙ тип. Тамашасылар ҙа минең менән килешер инде тип уйлап ултыра инем, күҙгә тамаша залының иҙәнендә яҡтырған 6 төҫлө яҡтылыҡ, кинәт кенә ем-ем итеп 7 төҫлөгә әйләнделәр. Бына мөғжизә! Ул арала гитара ҡылдарына сорналып, уралып-уралып, Ринат Ресмәтовтың тилбер бармаҡтары менән ярышып һикерештеләр. Һүҙ юҡ инде Ринатҡа, үҙе әҙәпле, үҙе тыйнаҡ, таланттың да таланты! Рәхмәт, гел шулай бул! Көттөрөп кенә йәнә сәхнәгә арбағыс яғымлы тауыш эйәһе Ришат, үткән йылғы миҙгелдән алып хитҡа әйләнгән, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Арыҫландың “Һағынам”(Д.Булгакова һүҙ.) йырын, шул тиклем үҙенсәлекле итеп, тәрән Һинд фәлсәфәһенә ҡоролған бейеү хәрәкәттәре менән йәнәшә башҡарҙы, әйтергә кәрәк, үтә оҫта итеп.
Йырҙарын алтын таҫмаға һәм алмас-гәүһәр пластинкаға яҙҙырырлыҡ (моғайын да ул ун һигеҙенсе-егерменсе быуаттың тәүге яртыһында ижад итһә, тап шулай итерҙәр ҙә ине) моң эйәһе, арбағыс яғымлы тауышлы талантлы йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин “Ағым һыу” ҙы айырыуса яратып, диҡҡәтләнеп башҡара (М.Кәбиров һүҙҙәре. Р.Хәкимов көйө). Был йырын тап шундай пластинкаға яҙҙырырлыҡ, репертуарын мәңге биҙәп, яҡтыртып, юл күрһәтеп, үҫеш өсөн этәргес көс-ҡеүәт, һут биреүсе хазинаһы ла ул! Әле лә, хатта костюмы ла “Ағым һыу» йыры менән гармонияла булды: күкһел төҫтәге костюм – Йыһанды һынландырһа, аҡ салбары – саф һыулы аҡ шишмәне, таҙа һыуҙы һынландырҙы һәм ул Ришатты тулыһынса образға алып инеп китте. Уға сәхнәләге ҙур (3D) плазма экрандағы видеотеҙмәләге тереһыулы тәбиғәт картинаһы сихрилыҡ өҫтәп, Ришаттың, барлыҡ күңел йылыһын, ихласлығын биреп башҡарған моңдарын, хатта Пушкиндың урынбаҫары булһаң да, йырҙы тыңлағандағы күңел кисерештәрен тасуирлап та, аңлатып та бөтөрә алмаҫлыҡ хистәр тулҡынында йөҙҙөрҙө, йөҙҙөрҙө лә, иҫ киткес һөйкөмлө ҡарашын тамаша залына төбәп, бөгөнгө сәхнә хужаһы - Ришат “Һинһеҙ йәшәй алмайым” тип әйтте лә, (Флорид Биктаһиров һүҙҙәре һәм көйө) йырлай ҙа башланы. Шунан, теге бәләкәй ҡыҙ, берсә, ҡыйыуһыҙ ғына, уның яурынына ҡуныусы күбәләккә, берсә көнсығыш Афродитаһы - Шахрезадаға әйләнде лә ҡуйҙы. Бына әкәмәт, шулай иттерә ул, мөхәббәт тигән Аллаһы Тәғәләнең ҙур һәм ҡәҙерле бүләге! Сөнки мөхәббәт тигән ҡиммәтле тойғоно Аллаһы Тәғәлә тик бушҡа ғына улай һәммәһенә лә таратмай ул, иң лайыҡлыларҙы ғына бындай бүләк менән ниғмәтләй! Ярата һәм яраттыра белеү – Аллаһы Тәғәлә бүләге! Әлхәмдулиллаһ! Аллаға шөкөр! Күп кешеләрҙең йөрәктәре туң була, уларҙы Ҡояш та иретә алмай, Ай ҙа яҡтыртмай төндәрен. Хөрмәтле үә ғиззәтле уҡыусым һәм Ришаттың ижадын яратыусы ихлас күңелле тамашасыларым, сәхнәгә күҙ һалығыҙ әле, йәиһә ошо йырының видеояҙмаһын ҡарағыҙ әле, ана, бәрхәт тауышлы Ришатыбыҙ, көнсығыш классикаһындағы батыр һәм ғашиҡ егет Фәрхәд кеүек, һөйгән ҡыҙына (Ширине өсөн ул хатта көндәр-төндәр буйына тау-таштар аҡтарып, һөт йылғаһын аса, ағыҙа“Хөсрәү үә Ширин”дә), берҙән-бере генәһенә” Яратҡаным бер генә» тип тоғро ҡалды. Йырҙарында ул үҙенең беренсе мөхәббәтен генә көттө, эҙләне йылдар дауамында. Барыбер «зәңгәр күлдәкле ҡыҙҙы” һағынды һәм “Егет моңо» концерт миҙгеле алдынан яңынан һөтайында табыштылар ла ҙа “Аҡ һөт шишмәһен эскән кеүек, шул һөтайы ҡыҙын уйлап, эргәһенә баҫып, ике яҡлап та бейеп торған шәреҡ ҡыҙҙарын да этеп ебәрҙе... Сөнки ”Ярым айҙай ҡыйғас-ҡыйғас, ҡаштарыңдың ҡараһы,..Төшмө-өнмө, һин ҡал инде, табылдың инде, инде юғалма, мин бәхеткәйем булып ысынбарлыҡ илдәрендә» тигән һүҙендә ныҡ торҙо. Һәм, “Мөхәббәт көтә күңел” тип аталған концертындағы «Һинһеҙ йәшәй алмайым» йырын башҡарғас, ул үҙе лә һорай ҡуйҙы: «Минең ҡәҙерле тамашасыларым, минең концертыма үҙегеҙҙең һөйгән йәрҙәрегеҙ менән килгәнегеҙ бармы икән!?» тип. Миңә ҡалһа, тап шундай тамашасылар йөрөй ҙә инде Ришат Төхвәтуллиндың концерттарына.
Концерттың беренсе өлөшө тамамланып килә, ысынлап та, бөгөнгө көндә, башҡорт-татар йыр сәнғәте донъяһында Ришатҡа тиңдәр юҡ икәнлеген әлеге йырҙы тыңлап та аңлап була – “Тиңдәр юҡ» (Х.Әхмәтшин һүҙҙәре, М.Закиров көйө). Быйылғы йылдың хит-парадтарында алдынғы урынды биләүсе йыры уның.
Бына сираттағы тамашаның беренсе өлөшө тамам. Ә икенсе бүлекте асып ебәреүсе, үҙебеҙҙең егеткә әйләнгән әзербайжан егете - Ташҡын Ибраһимхәлилдең үҙәк өҙгөс итеп көнсығыш көйҙәрен уйнағанда, кес кенә ҡыҙыҡай эстән генә уйланып ултырҙы:”әлдә әле, Аллаға шөкөр, иң ауыр ҙа һәм үтә ҡатмарлы ла сит тел иҫәпләнгән көнсығыш теле – ғәрәп телен юғары уҡыу йортонда уҡығанда, сит тел булараҡ уҡып, кандидатлыҡ минимумды ла шул телдән тапшырғанмын. Cөнки ул - Аллаһы Тәғәләбеҙ ебәргән – Ҡөрьән теле. Көнсығыш көйҙәре, фәлсәфәһе үҙе бер донъя” тип. Ташҡын уйнаған көйҙәр иһә шул илдәрҙә үҫкән емеш-еләк һуты кеүек тәмле генә булды. Шулай диңгеҙ шауын тыңлап, ҡояш йылыһына ҡойоноп ултырған мәлдә теге кес кенә ҡыҙыҡай, күктә ҡыр ҡаҙҙары осоп йөрөгәнен күреп ҡалды. Ниңәлер бик оҙаҡ баш осонда ғына осоп йөрөнөләр. Ришат дәртләнеп-дәртләнеп, үҙе кейгән зауыҡлы ялтырап торған костюмының төҫө кеүек, күҙҙәрен нурландырып, үҙенең бәхетенә табан йүгерә атлай, ҡулдарын йөрәгенең иң түренә ҡуйып-ҡуйып, татлы хистәр килгәненә шатланып, шул ғәжәйеп тә илаһи кисерештәренән күҙҙәрен йомоп-йомоп, уянырға ла ҡурҡып тигәндәй, йырланы ла йырланы: «Иҫеңдәме, йәйге кистә, бәйләнделәр сәстәр сәскә! Төнгө күктә янған йондоҙҙар ҙа кергән ине сағыу төҫкә. Иҫеңдәме, исемдәрҙе яҙып ҡуйҙыҡ ҡая ташҡа. Йәшәп булмаҫ кеүек ине һинән башҡа, һинән башҡа. Иҫеңдәме, наҙлы елдәр һөйөп иҫте, бәхет теләп. Йөрәктәрҙе елкендерә ине тик бер теләк - парлы йөрәк. Иҫеңдәме, һандуғастар һайранылар беҙҙең өсөн, өҙҙөрөп тә моңландылар улар һынар өсөн бәхет көсөн” (“Һинән башҡа” Розалия Төхвәтуллина һүҙҙәре һәм көйө). Мин уны тасуирлай алмайым, уның керпектәренә ҡундым да, нимә эшләргә лә белмәй Дюймовочка уйынсығын көтөп ултырам. Исмаһам, «Зенит» тубын, юҡ, волейболдыҡы миңә ултырғыс урынына була, ул бигерәк ҙур, йә теннистыҡын, тап шуныһы миңә туп була барыбер, ҡанат менән ҡуша сойорғотһон ине.
Ни ғәләмәт, алдыма бер ҡанат килеп тә төштө, ул арала Ришат та, шул тиклем матур шоморт төҫлө ҙур күҙҙәрен баҙлатып, үҙенең махсус һорауы буйынса яҙҙырып алған, хәҙер инде коронный йырына әйләнеп, ғүмер буйына Ришат Төхвәтуллиндың репертуарында даими урын аласаҡ йыры – “Аҡҡоштар мөхәббәте”н (Зифа Нагаева) йырлай башлауы булды, зал тып-тын ҡалды, барыһы ла был илаһи моңло йырҙы тыңлағанда, тын алырға ла ҡыйманылар төҫлө, хатта ҡымшаныу ҙа гонаһ кеүек булды тамашасыларға. Кес кенә ҡыҙҙың күңелендә лә аңлатып бөтөрә алмаҫлыҡ көслө саф мөхәббәт хистәре, яҙғы ташҡын һыу кеүек урғылып һарҡып сығып, Ришаттың йырлап торған йөрәгенә аҡҡоштарҙай йөҙөп барып ҡундылар. Шул мәлдә улар икәүләп Йыһандан ебәрелгән Аллаһы Тәғәләнең ҡанатлы аҡ нурҙары менән солғанып ҡушылдылар ҙа, бер бөтөндө хасил иттеләр әлегә! Ә инде, үткән концерт миҙгеленән шулай уҡ халыҡ күңеленә үтеп ингән бик дәртле йыры – “Һиңә барам» (В.Фәттәхов һүҙҙәре, М.Ғайсин көйө)дың “Һуҡмағымда ай нурҙары, ысыҡта көмөш моңдар...» тип йырлай башлаған беренсе секундынан уҡ теге ҡыҙсыҡ уны үҙендә тип хис итте һәм шунан улар иң яҡты хыялдарына ирештеләр. Әмин! Шунан, йәнә, ҡуйы ҡара ҡаштарын һелкетеп, сәхнәгә моң иленең батшаһы Ришат килеп сыҡты ла, оҙон керпектәрен һелкетә-һелкетә дәртләнеп, танауын, ара-тирә, һул ҡулының аҡһөйәк кеүек бармаҡтары менән тотҡолап-тотҡолап “Һиңә ҡәҙәр»ҙе (Зифа Нагаева) йырлай башлауы булды, теге кес кенә ҡыҙыҡай уға күктән иртәнге саф ысыҡты яуҙырҙымы ни, Ришат тәүге мәртәбә мунса ингән кеүек булды. Сөнки ул йырлағанда тирләмәй. Көсәнмәй йырлағас, тирләмәй инде, тәбиғи моңо булғанға шулай ул. Ә был йырҙы йырлағанда тәүге тапҡыр һыуға батты бит! Сообханалла! Мәшалла! «Һиңә ҡәҙәр” йөрәгемдең ҡайнарлығын белмәгәнмен, был тормоштоң матурлығын күрмәгәнмен, һиңә ҡәҙәр...». Был тойғоларҙы тойоп йәшәү бүтән икән шул! Кес кенә ҡыҙҙың күҙҙәре йәшләнде лә, теге мәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө. Ул арала сәхнә һандуғасы – Ришат “Ярат ысын йөрәгеңдән» (Мәрзиә Сәлихова-Мухина һүҙҙәре, Марат Мухин көйө) тип күҙҙәренән ут сәсрәтеп шундай дәртләнеп, ҡыуанып йырланы ла йырланы, бейеп тә алды, гүйә, теге мәлдәге “ҡышҡы һалҡын мәлдәрҙә, ҡайнар һөйөүенә» килеүен иҫенә төшөрҙө һәм, шулай буласағына тамсы ла шикләнмәне! Әмин! Ришаттың гастролдәрендә йөрөп, байтаҡ ҡына тәжрибә туплай башлаған Әлиә Ҡарасуринаның “Тәүге һөйөү» йырын тыңлап әҫәрләнеп тә бөтмәне бәләкәй ҡыҙсыҡ, йәнә сәхнәлә, тыйнаҡ ҡына ҡарашын төбәп, Ришат пәйҙә булғайны, гүйә алдымда ҡанатлы толпар атта сыҡҡан тиерһең, сөнки ул йәнә өр-яңы йырын тәҡдим итте. Шул минуттарҙа кес кенә ҡыҙсыҡтың күҙҙәрендә нур уйнап китте, сөнки Ришат – Ҡояштың үҙе бит ул, яҡтылыҡ сәскәс, яҡтылыҡ, нур ишәйә генә инде. «Һин генә» йөрәктең иң түрендә, һин генә уйҙарымда булғас, һин булһаң янымда - таралыр һағыштар, һин булһаң янымда, ғүмерем юлын үтәр кешем – бары һин генә!» - тип йырлаған дуэтты тыңлағас (Әлиә Ҡарасурина менән башҡара), теге ҡыҙсыҡтың хикмәтле хистәре диңгеҙ тулҡынындай ярға бәрелеп –бәрелеп ала ла, аҡыллы башын сценарийға йүнәлтә, һәм ихлас күңелдән бәхетенән шатлана. Нисек ҡыуанмайһың инде, ихласлап тороп «Ҡайтты моңло сыйырсығым, әйләнеп яндарыма. Сыйырсығым, һайра әле, һайра, һығылдырып тирәкте, йөрәгемә ләззәт биреп, йыуат минең янған йөрәкте!... Талманымы ҡанаттарың йыраҡ юлдар уҙғанда... йыуат минең янған йөрәкте,” - тигәс, нисек иремәйһең дә, йырлап торған йөрәгенә инеп ояламайһың инде?! (“Cыйырсығым” Мәрзиә Сәлихова-Мухина һүҙҙәре, Альфред Яҡшембәтов көйө). Ошо ғәжәйеп илаһи мәлдәрҙән, гүйә, тәмле йөҙөм ашанымы ни теге кес кенә ҡыҙыҡай?! Әлиә Ҡарасуринаның, бик күптәр яратып өлгөргән, дәртле йырындағылай (“Виноград» З.Нагаева һүҙҙәре һәм көйө). Өҫтәүенә, талдар бөрөләнеп, алмағастар сәскә атып, улар емеш бирә башлаған йылы йәйҙәр еткән мәлдә Ришаттың айырыуса матур һәм аһәңле йырҙары тыуа икәнлеген белә шул теге бәләкәй ҡыҙсыҡ! “Тыйнаҡ ҡыҙ” шуның бер дәлиле (Зифа Нагаева). Тағы ла сәхнәгә, Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булған таланты йырсыбыҙ, изгеләрҙән-изге күңелле шәхесебеҙ - Ришат Айрат улы Төхвәтуллин үҙенең һөйөклө әсәһе ижад иткән “Күҙҙәреңә ҡарайым”(Розалия Төхвәтуллина һүҙҙәре һәм көйө) йырын, бер нисә миҙгел арауыҡтан һуң, алып менде. Шул саҡ кес кенә ҡыҙсыҡтың иҫенә теге мәлдәр килеп төштө лә, барыһына ла хәҙер Аллаға шөкөр итеп, үҙенең күҙҙәрендә яңынан нур уятыусы Ерҙәге Ҡояшы булыуына шатланып, Ерҙәге Ҡояшына иҫән-һау, Аллаһы Тәғәлә ризалығында, алға табан да ҡанатланып ижади хеҙмәтен дауам итеүен, моң шишмәһенең сылтырап, һутланып ҡына ағып, тулышып тороуын теләп, моң иленең етенсе ҡатына менде лә, йөрәгендә һандуғастар һайрап тороусы егеттең шунда осоп менеп, спортсылар кеүек, Олимпия чемпионы булыуын теләне. Әйткәндәй, Ришатҡа “Иң шәп спорт һөйөүсән артист” тигән кубок та тапшырҙылар, хит-парадтарҙа ла шул номинацияла тап ул еңеүсе! Алла бирһә, һөнәри йәһәттән, еңеүҙәре меңәрләгән булыр, сөнки Ришаттың тауышының диапозоны өс октаваға етеп, иң юғары осошта! Әлхәмдулиллаһ! Сообханалла! Мәшалла! Барлыҡ еңеүҙәре алда ла бик күп булыр әле! Әмин! Сөнки “Был донъяла һөйөү бар әле!»(М.Кәбиров һүҙҙәре, Р.Хәкимов көйө).
Шулай итеп, концерт аҙағына ла яҡынлашты. Тамашаның һыҙыҡ өҫтөнә алып үтелә торған бик үҙенсәлекле һоҡланғыс матур биҙәктәре бар: Ришатыбыҙ, ғәҙәттәгесә, зал яңғыратып, тамашасыларын үҙенең уникаль тауышына һоҡландырып, “Китмә, һандуғас!”ты микрофонһыҙ башҡарҙы. Уларҙың һорауы буйынса тағы ла бер нисә йырын, Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, 43-сө ижад миҙгелен ҡаршылаусы, Хәлит ағай Фәтиховтың аҡ баяны аҫтында “Бейек тауҙың баштарында ултырып уйҙар уйланым да, ултырып уйҙар уйлар өсөн үҫкән икән буйҙарым. Тальян гармун телдәрендә уйнай биш бармаҡ ҡына....Гармун бәләкәй булһа ла, әйтә ул кәрәктәрен, һикереп һыуҙарға төшәһең, янһа йәш йөрәктәрең, һандуғасым, Һайрап ебәр, талдарың тамырлана, Һалҡын һыуҙар эсеп кенә йөрәгем сабырлана...» - тип йырланы ла, бәләкәй ҡыҙсыҡҡа күҙ һалды...
Бынан һигеҙ йыл элек, хөрмәтле атайы Айрат Сөләймән улының һигеҙ кеше һыйҙырышлы машинаһы менән үҙенең шәхси концерт гастролдәрен башлап ебәргән Ришат, хәҙер инде үҙенең төркөмөндә 15 кеше бер нисә ҙур машина менән ижади сәйәхәтен ойоштора. Әйтергә кәрәк, быйыл төркөмөнә бик тырыш һәм егәрле егеттәрҙе алды, шуларҙың береһе – Нәркис Шәрәфиев, Ришаттың тоғро бала саҡ дуҫы. Шулай уҡ офиста бер нисә хеҙмәткәре ойоштороу эштәре алып баралар (бухгалтерия һ.б.). Башҡортостандын һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, миллионлаған тамашысыларҙың кумиры булып, үҙенең ижадына башкөлләй ғашиҡ иттереүсе маһир йырсыбыҙ, үҙебеҙҙең гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл башҡорт егете Ришат Төхвәтуллиндың һигеҙенсе концерт миҙгеле лә шаулап-гөрләп үтеп бара. Һигеҙенсе миҙгелдең календары бигерәк ҡотло, матур булды! Шулай булмай ни, ана, унда Ришат космонавт һымаҡ, хәс тә Юрий Гагарин кеүек, ап-аҡ ынйы тештәрен балҡытып, берсә Йыһанға, берсә ағып торған йылғаға ҡарап һоҡлана. Ул календарҙы, ғөмүмән, быйыл бик күптәр эҙләп йөрөнөләр, афишаларын уның ижадын һөйөүселәр алып китеп торалар. Быйылғы миҙгелгә музыка ҡорамалдары яңыртылды, яңы микрофондар алынды, байтаҡ ҡына йырҙары тупланған ҙур хәтерле флешкалар әҙерләнде, ғәҙәттәгесә, костюмдар ҙа иң шәп тегенселәрҙән тектертелде (Радик Хәйруллин, Саимә Хәсәнова).
Ришат Төхвәтуллин “Мөхәббәт көтә күңел» тип аталған концерт миҙгелен, Башҡортостандың хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, йылғалары, күлдәре, шишмәләре, ҡоштары менән үҙенең йырҙарында данланған”Сәләм юллайым һиңә, тыуып үҫкән ауылым Ҡарамалы-Ғөбәй, һағындым һине, ауылым!» йыры менән тамамланыуы хәҙер инде йолаға әйләнде. Бына ул ниндәй үҙ иленең патриоты! Бындай Асыҡ һауалағы концерттарҙы ишәйтергә кәрәктер уға, сөнки Башҡортостандың күп кенә райондарында Ришаттың ошондай концерттарын үҙ итәләр, ашҡынып көтәләр. Ул ғына ла түгел әле, иң һоҡландырғаны – үткән йыл Мәскәүҙә ҙур концерт залы – “Крокус Cити Холл”да (унда 7 мең тамашасы һыя) матур итеп юғары кимәлдә, Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән зал тултырып тамашасы йыйып, концерт ҡуйыуы - феноменаль күренеш булды, үҙебеҙҙең милләт халҡының Мәскәүҙә бик күп йәшәмәгәнлеген иҫәпкә алғанда. Рәсәй артистары ла уны тултырып концерт ҡуя алмайҙар әле. Ул бик күп эшләй, таланттың да таланты! Башҡортостаныбыҙҙың данын төрлө тарафтарға таныта, һоҡландыра, тәрбиәүи-мәҙәни ағартыу эше алып бара, хәйриә концерттары ла үткәрә. Үткән йәйҙә Ҡарамалы-Ғөбәйгә 10 меңдән ашыу халыҡ йыйылды. Быйылғы йәйҙә лә, ун беренсе изге Хәйриә концертында ла, Алла бирһә, 25 июлдә, Өсән буйҙары шаулап, Ҡандракүлдәр ялтырап, Ришат Төхвәтуллиндың йыр-моңдары меңдәрсә халыҡты туплар әле. Әмин! Эйе, рухи байлыҡ – иң ҙур байлыҡ. Бына шул рухи мираҫыбыҙҙы халыҡҡа, киләсәк быуынға еткереүсе оло талант эйәһенең яулайһы үрҙәре, бейеклектәре алда әле! Хөрмәтле уҡыусыларым, һеҙ минең менән тулыһынса килешәһегеҙҙер тип уйлайым. Шәйехзада Бабичҡа тышҡы ҡиәфәте, егәрлелеге, һәләте менән дә оҡшап торған Ришат Айрат улы Төхвәтуллин бәлки, киләсәктә Бабич премияһына ла лайыҡ булыр әле!
Наҡыя Исҡужина, филология фәндәре кандидаты