Көлөүҙәрең миңә ҡояш кеүек,
Бәхетлемен һинең ҡараштан.
Мин ышанам һинең һөйөүеңә –
Юлдарымда шуға аҙашмам.
Ошо йыр менән үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҙур сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Рәсүлеваның килеп сығыуын йыр-моң һөйөүселәр хәтерләйҙер әле. Моңло, иркен тауышлы ҡыҙҙың бейей-бейей йырлағанын тамашасылар тәүге сығышынан ҡабул итте. Һуңынан уның БДУ-ның география факультетында уҡыуын ишеткәс, шундай таланты була тороп, ни эшләп сәнғәт юлынан китмәне икән, тип ғәжәпләнгәнем хәтерҙә.
– Һаумыһығыҙ! Үтегеҙ! Һеҙҙе көтәбеҙ.
Ишекте йырсының улы Айҙар асты. Алсаҡ егеттең матур итеп башҡортса ҡаршы алыуына кәйефем күтәрелде. Лилиә менән тормош иптәше Рөстәм үҙҙәре ҡалала үҫһә лә, балаларының туған телдә һөйләшеүе уларға ҡарата ихтирамымды көсәйтте генә. Юғиһә ҡайһы бер абруйлы кешеләр менән осрашҡандан һуң уларға ҡарата мөнәсәбәтем ҡырҡа үҙгәргәне бар. Мәҫәлән, техник юғары уҡыу йорто профессоры, шыр башҡорт ауылында тыуып-үҫһә лә, русса ғына һөйләшеүе аптыратҡайны. Өфөләге бер урамға Имай Насыри исемен бирергә булғас, русса насар яңғырай тип, быға ҡаршы үҙе үк ҡултамға йыйып йөрөүен дә йәшермәне.
Сығышы менән йыр-моңға һәләтле нәҫелдән булған Лилиә, милли моңдарҙы хөрмәт иткән тормош иптәше Рөстәм атай-олатайҙарҙан килгән мираҫты балаларына һеңдереүҙе лә маҡсат ҡуйған. Тап шуға ла иркен фатирҙың бер бүлмәһен “Мәҙәниәт залы” тип нарыҡлаған улар. Ул музыка ҡоралдары менән тулған. Бөгөн БДУ-ла иҡтисад белгесенә уҡыған Айҙар ҡыйыулығы, таланты менән тағы һоҡландырҙы. Ҡулына баянын алды.
-Ағай, ниндәй көйҙәрҙе уйнап ишеттерәйем? – Унан минең яуап биреүемде лә көтмәй, бейеү көйҙәрен һыҙҙыртты. Бәләкәйҙән ишетеп үҫкән танһыҡ моң фатирға ғына һыймай асыҡ тәҙрәнән урамға һирпелде. Бер аҙҙан ул йырсы Искәндәр Ғәзизов, шағир Рәмил Сурағолов булып эләкләп тә күрһәтте. Бала сағында музыка мәктәбендә белем алған егет әсәһе менән концерттарҙа ла йыш сығыш яһай.
Алтынсы класты тамамлаған Зарема “Бишбармаҡ”ты “тәмләтте”. Икеһе лә ҡаланың рус мәктәбендә уҡыһа ла, башҡортса ҡалайыраҡ һөйләшәләр! Ирекһеҙҙән ҡайһы берәүҙәрҙең балаһының үҙ телен белмәүен мәктәпкә, ҡалаға япһарыуы иҫкә төштө. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, тип тиккә әйтмәгән халыҡ.
– Әсә телен өйрәтеүҙә әсәйемдең тәрбиәһе ҙур, – ти Лилиә. – Уҡытыусы булғас, осрашҡан һайын ейән-ейәнсәрҙәренә телдең әһәмиәте тураһында һөйләп ала. Унан улымды тәрбиәләгәндә Мәвсуфа өләсәйемдең дә ярҙамы ҙур булды.
Йыр-моң, мөхәббәт хакимлыҡ иткән бүлмәлә концерт ҡарап алғас, Лилиәнең үҙенсәлекле тормош юлы хаҡында һөйләштек.
Лилиәнең йыр-моңға һөйөүе, һәләте әсәһе яғынан килә. Әсәһе Нәзирә апай Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Ҡотлоғужа ағай тирә-яҡта танылған йырсы, оҫта ҡурайсы була. Хатта Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа ла ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. Әсәһенең бер туған ҡустыһы Әсғәт Йәнбәков – Башҡортостандың халыҡ артисы. Бөгөн халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылған Зәбирә Әбсәләмова ла әсәһенең бер туған һеңлеһе.
Бар булмышын балалар тәрбиәләүгә бағышлаған әсәһе Нәзирә Ҡотлоғужа ҡыҙы ғүмере буйына йыр-моңдан айырылмай. Йәш сағында Төркиә сәхнәләрендә сығыш яһау бәхете лә эләгә уға. Хаҡлы ялға сыҡҡансы заводта инженер булып эшләгән атаһы Салауат Ғалимйән улы ла сәнғәт йәнле шәхес.
– Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫтек, – ти йырсы. – Һеңлем Айгөл, атайым оҡшап, етди, талапсан. Ул да матур йырлай, шулай ҙа табип һөнәрен һайланы. Бәләкәйҙән әсәйем, һин апай кеше, һеңлеңде ҡарап ҡына йөрөт, тип үҫтергәс, миндә яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Әле лә бер-беребеҙ менән аралашып, ярҙамлашып, әхирәт булып йәшәйбеҙ.
“Һин йырсы булырға тейеш”
Балалар баҡсаһында уҡ артист булып таныла Лилиә. Байрамдар, иртәлектәр унһыҙ үтмәй. Һуңынан Өфө сәнғәт институты янындағы махсус урта музыка мәктәбендә фортепьяно класында белем ала, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Шулай ҙа яҙмышын сәнғәт менән бәйләргә йыйынмай ҙа. Бер ҡараһаң, йыр-бейеүҙе һөнәр кеүек тә ҡабул итмәй, сөнки зат-ырыуында йырламаған, ниндәйҙер музыка ҡоралында уйнамаған кеше юҡ. Туғандар бергә йыйылған саҡта табындың оло концертҡа әүерелеүен ишетеп, тыңлап үҫә.
Берәүҙәре ҡурай тартыуға, икенселәре ҡоластарын йәйеп бейергә төшөп китә! Ә нисегерәк йырлайҙар һуң! Лилиәнең тағы бер хыялы бар – ул сәйәхәт итергә, урман-тауҙар ҡыҙырырға хыяллана. Тап шул маҡсаты уны БДУ-ның география факультетына алып килә. Бында белем алыу ғәжәп оҡшай күңеле тулы йыр-моң ҡыҙға. Йәштәр һарайындағы “Йәншишмә” ансамблендә шөғөлләнә. Талантлы ҡыҙға етәкселәре Әмир Әбделханов йыр менән профессиональ рәүештә шөғөлләнергә тәҡдим итә. Студент йылдарында экспедицияларҙа йыш йөрөйҙәр, республиканың ғына түгел, күрше өлкәләрҙең матур тәбиғәтенә һоҡланыр туя алмай. Бергә сәйәхәт иткән дуҫтарына Лилиә менән харап күңеле, йырлап, уларҙың кәйефен күтәрә. Ҡулына диплом алған йәш белгес, инженер булып хеҙмәт юлын башлай. Шул уҡ ваҡытта йырға булған әүәҫлеген ташламай. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, лайыҡлы урындар яулай.
Сираттағы фестивалдә танылған композитор Салауат Низаметдинов ҡыҙҙы эҙләп табып, ҡайҙа уҡыуы менән ҡыҙыҡһына. Уның
инженер булып эшләүен белгәс, бындай кәңәш еткерә:
– Һеңлем, һиңә Хоҙай шундай һәләт биргән! Мотлаҡ профессиональ йырсы булырға кәрәк. Әле ваҡытың бар, сәнғәт училищеһына уҡырға ин. Һинең кеүек һандуғастар тау-таш араһында түгел, ә сәхнәлә һайрарға тейеш.
Ошонан һуң уйға ҡала ҡыҙ. Алған һөнәре лә оҡшай. Элек-электән күңеле урман-ҡырҙарға, романтикаға тартылғанға тәбиғәттә лә рәхәтләнеп йырлай ул. Икеләнеп ҡалған ҡыҙ ата-әсәһе менән кәңәшләшкәс, улар Лиләнең ниәтен хуплай. Шулай итеп, тағы күңелле студент йылдары башлана. Әйткәндәй, тормош юлында бөйөк композиторға тап булыуын бәхетле осраҡ тип иҫәпләй. Ысынлап та, ярҙамы ғәжәп ҙур була оло йөрәкле остазының. Лилиә өсөн генә ул “Имлә, мине”, “Салауат күпере” кеүек йырҙарын ижад итә, һуңынан клип төшөрөргә булыша.
Бергә белем алған өс Лилиә –Лилиә Ишемйәрова, Лилиә Динисламова һәм Лилиә Рәсүлова “Өс Лилиә” тигән төркөм ойоштороп, бергә сығыш яһауҙары йәшлек йылдарының матур бер иҫтәлеге булып күңелендә һаҡлана.
Тырыш ҡыҙ училищенан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтында Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова класында белем ала, остазынан халыҡ йырҙарын тырышып өйрәнә. Ике уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамлай.
“Һинең моңға ғашиҡ булдым”
Һөнәреңде, шөғөлөңдө хөрмәт иткән, киләсәктә үҫергә дәртләндереп торған кеше менән тормошоңдо бәйләү ниндәй мөһим булыуын һөйләп тороу кәрәкмәйҙер. Был йәһәттән үтә бәхетле Лилиә. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Рөстәм сираттағы концертта һәләтле ҡыҙҙың рәхәтләнеп йырлауына ғашиҡ була. Алсаҡ, ярҙамсыллығы, мәҙәнилеге менән күңелен яулай ул ҡыҙҙың. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәс, өсөнсө дипломды ҡулына алғас ҡына өйләнешә йәштәр.
Бөгөн Лилиәнең көндән-көн үҫеүендә, яҙмалар эшләтеүендә Рөстәмдең ярҙамы ифрат ҙур.
– Нимә генә тимәһендәр, ҡатын-ҡыҙҙың бәхете үҙең аңлаған иргә бәйле, – ти Лилиә. – Рөстәм ҡалала үҫһә лә, башҡортса, татарса йырҙарҙы тыңларға ярата, ижад кешеләренә хөрмәт менән ҡарай, улар менән ихлас аралаша, күптәре менән дуҫлашып бөткән. Шундай аҡыллы ул үҫтергән ҡәйнәм Ирина Нәжип ҡыҙына, ҡайным Рәшит Хисаметдин улына рәхмәт уҡып бөтә алмайым. Улар мине тәүге көндән үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итте, йылы мөнәсәбәттә булды, һөнәремде хөрмәт иттеләр. Яңы фатир алғас, ҡайным: “Ошо бүлмә “Мәҙәниәт залы” булыр тип фатихаһын бирҙе. Ҡыҫҡаһы, ҡайнымдан да, ҡәйнәмдән дә күп нәмәләргә өйрәндем. Бигерәк изге күңелле, ихлас, сабыр кешеләр ине улар. Үҙемдә лә ул, ҡыҙ үҫә. Алла бойорһа, балаларымдың тормош иптәштәренә лә улар кеүек ҡәйнә булырға тырышырмын тип уйлайым.
Ҡасандыр геолог булырға хыялланған ҡыҙ һуңынан сәнғәт юлын һайлауына һис үкенмәй. Тыштан ҡарғанда ялтырауыҡ күренгән үҙенсәлекле ижад юлында уның бүтәндәр менән бутап булмаҫлыҡ үҙенә генә генә хас һуҡмағы, моңо бар. Өфө ҡала мәҙәниәт йортонда солистка булыу менән бергә уҡытыусылыҡ эшен дә алып бара. Махсус музыка мәктәбендә балаларға белем бирә, “Гөрләүек” балалар ансамбле ойоштора. Ижадының 25 йыллығына арналған концертҡа халыҡтың мәҙәниәт залын тултырып килеүе – үҙе үк оло баһа.
Лилиәнең эстрада, операларҙан ариялар менән бергә халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡарыуына шаһит булдыҡ.
– Бөтә нәмәгә нигеҙ бала саҡта һалына, – ти был хаҡта йырсы. – Тота килеп кенә телгә, йыр-моңға һөйөү тәрбиәләү мөм кин түгел. Үҙемде белә-белгәне бирле әсәйемдең халыҡ гәүһәрҙәрен башҡарғанын ишетеп үҫтем. Бәләкәй саҡта беҙ әле йоҡлайбыҙ, ә әсәйем аш бүлмәһендә “Ғилмияза”ны, “Таштуғай”ҙы йырлай-йырлай нимәлер әҙерләй. Шуға ла күптәр өсөн ҡатмарлы булған был йырҙарҙы, бәләкәйҙән күңелгә һеңдереп үҫкәнгә, өйрәнеү ҡыйын булманы.
Ошо серле донъя уға үҙ бәхетен табырға, матур ғаилә ҡорорға, аҡыллы балалар үҫтерергә ярҙам итте.
– Беҙҙең башҡорт халҡы – моңло, йырлы халыҡ. Иҫ киткес тәрән мәғәнәле, бер нәмә менән дә алыштырғыһыҙ халыҡ йырҙарыбыҙ күп.
Әйтер һүҙем шул: моңло, йырлы халыҡтың вәкиле булараҡ, сәхнәгә сыҡҡан йәш йырсыларыбыҙ ҙа үрҙә әйткәндәремә тап килтермәй, ҙур сәхнәләргә сығып йырларға лайыҡлы булһындар, үҙ өҫтәрендә ныҡлы эшләһендәр, үҫһендәр ине.