Нурия ханым ҡалала “Илһам” әҙәби ижад берекмәһен етәкләй. Шиғри күңелле Нурия халыҡ араһында әҙәбиәткә, милли матбуғатҡа һөйөү, уны таратыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Үҙе лә бихисап китаптар авторы “Шоңҡар” журналын яратып уҡыуын белдерә. “Баҫмала төрлө темаға ҡағылған мәҡәләләр, хикәйәләр донъя күрә, быйыл да яҙылдыҡ”, – ти ул.