Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
12 Июнь 2021, 22:20

Шағир һәм бай

Мәүлиәне һуңғы юлға оҙатырға халыҡ эркелешеп килде. Миңлебай ғына күренмәне. Теүәл өс көндән ауылға Йәмил килеп етте. Һөйгәнен эҙләп, тура мәктәпкә йүнәлде. Ҡот осҡос фажиғә хаҡында һөйләп биргәс, директор уны зыяратҡа тиклем үҙе оҙатып барҙы.

Йәш уҡытыусыларҙы ҡаршы алырға тимер юл станцияһына мәктәп директоры үҙе юлланды. Шулай булмай ни – төпкөл ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә Өфө һынлы Өфөнән бер юлы ике белгес килә бит! Икеһе лә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандар. Бригада етәксеһе бүлгән “Йондоҙ” исемле иң шәп юрғаны егеп алды. Йәш белгестәр йомшаҡта ғына ултырып барһындар тип, юл буйында хуш еҫле бесән сабып, арбаға түшәне, өҫтөнә брезент япма ҡапланы.
Поезд вагонынан береһенән-береһе сибәрерәк, береһенән-береһе ҡупшыраҡ ике ҡыҙ килеп төштө. Директор, уларҙы сәләмләп:
  • Хуш килдегеҙ, мин Вәхит Рәхим улы Хәлитов булам, - тип үҙен
  • таныштырҙы. – Бергә эшләйәсәкбеҙ. Һәр хәлдә һеҙҙең йүнәлтмәгеҙ буйынса “отработка” ваҡытығыҙ үткәнгә тиклем.
    • Мин – Әлфирә, - тип тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ҡыҙҙарҙың ҡыҫҡа
    • итеп киҫелгән сәслеһе. – Алгебра һәм геометрия дәрестәрен алып барасаҡмын.
      • Ә мин – Мәүлиә, - тип ҡыйыу ғына һүҙгә ҡушылды оҙон
      • толомлоһо. – Рус теле һәм әҙәбиәтенән, шулай уҡ башҡорт теле һәм һәм әҙәбиәтенән уҡытасаҡмын.
        • Һуғыштан һуң һәр ғаиләлә бала-саға ишәйҙе, уҡытыусылар
        • етешмәй, - тип шатлығын йәшермәне директор. - Һеҙҙең килеүегеҙ тотош ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс. Ата-әсәләрҙең икегеҙҙе лә үҙ ҡыҙҙарылай ҡабул итәсәгенә һис шикләнмәйем.
          Директор йәш уҡытыусыларға эстән генә ҡушаматтар тағып өлгөрҙө. Әлфирәне – “ҡыҫҡа сәс”, ә Мәүлиәне – “оҙон толом” тип атаны ул. Ҡыҙҙарҙың сумаҙандарын алып, арбаға тейәне. Ҡара төҫлөһөн ҡулына алғас:
          • Ҡайһылай ауыр, әллә таш тултырылған инде? – тип
          • шаяртты.
            • Юҡсы, таш түгел, китаптар алып килеүем, - тип яуаплай һалды
            • “оҙон толом”. – Беренсе курстан алып һәр стипендиянан исмаһам бер китап һатып алырға тырыштым. Бар мөлкәтем – шул китаптар. Мәктәптә әҙәбиәт һөйөүселәр түңәрәге асырға хыялланам. Һеҙ рөхсәт итһәгеҙ, әлбиттә.
              • Рөхсәт итмәгән ҡайҙа инде ул, төпләнеп йәшәп, эшләп кенә китә
              • күрегеҙ! Беҙҙә буйҙаҡ егеттәр ҙә байтаҡ, бәлки бөтөнләйгә лә тороп ҡалырһығыҙ әле...
                Шулай, күңелле генә итеп һөйләшә-таныша, ауылға йүнәлделәр. “Ҡыҫҡа сәс” ауыҙын самалабыраҡ аса, ә “оҙон толом”, алсаҡланып, хәбәрҙе тетә генә:
                • Был яҡта ла тәбиғәт нәҡ беҙҙәге кеүек икән – шундай уҡ тау
                • теҙмәләре, шундай уҡ аҡ ҡайындар!
                  Иҫ китмәле ихлас, эскерһеҙ булып сыҡты был ҡыҙ! Бер тынала үҙенең тәржемәи хәлен бәйән итте лә ҡуйҙы:
                  • Атайым һуғышҡа киткәндә мин әсәйемдең ҡарынында
                  • ҡалғанмын, шуға уны фотолары аша ғына беләм. Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк булған ул. Дүрт кенә йәшемдә әсәйемде лә юғалтҡанмын. Ҡыш урманға утынға барған, шунда һыуыҡ үткәргән, бер нисә көн генә ауырып ятҡан да, вафат булған. Мине өләсәйем тәрбиәләп үҫтерҙе. Былтыр йәйге каникулда уны ла һуңғы юлға оҙаттыҡ. Хәҙер мин япа-яңғыҙмын, бер кемем дә юҡ...
                    Мәүлиә, моңһоуланып китеп, бер ни тиклем ваҡыт өндәшмәй генә барҙы. Шунан ҡапыл ап-аҡ, тип-тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайып ебәрҙе лә:
                    • Хәйер, нишләп япа-яңғыҙ булайым ти! Яратышып йөрөгән
                    • егетем бар минең! – тип һөйләй башланы. – Күрше йәшәнек. Йәмил дә өләсәһе менән генә үҫте. Уның да атаһы яу яланында башын һалған, ә әсәһе бүтән ир менән ҡалаға сығып киткән. Шиғырҙар яҙа, ысын шағир булырға теләй. Мәктәпкә бармаҫ элек үк миңә арнап шиғри юлдар сығарғайны:
                      Бик матур ҡыҙ, Мәүлиә!
                      Торғаны бер әүлиә!
                      Шәп бейей, дан йырлай...
                      Әртис булырға уйлай!
                      Тағы бер килке өндәшмәй генә һағышланып барҙы ҡыҙ. Артабан һүҙен:
                      • Үтә һәйбәт, ышаныслы кеше минең Йәмилем – тип дауам итте. –
                      • Ҡыш уның өләсәһе лә үлеп ҡалды, хәҙер уның да минән башҡа бер кеме лә юҡ. Мәскәүҙә әҙәбиәт институтында уҡып йөрөй. Каникулында килер әле, үҙегеҙ күрерһегеҙ. Ә мин бәләкәй сағымда, ысынлап та, ҙурайғас сәхнәлә уйнарға хыялланғайным. Был уйымдан өләсәйем дүндерҙе: “Әртистәр, сиғандар кеүек, гел юлда йөрөп ята. Уҡытыусы һөнәре лә күңелеңә хуш килер”, тип мине ошо юҫыҡҡа йүнәлтте. Уның хаҡлығына практикала саҡта инандым. Балалар менән эшләү бик оҡшай миңә! Минеңсә, уҡытыусылар ҙа ниндәйҙер дәрәжәлә әртислек сифаттарына эйә булырға тейеш бит! Ә сәхнәлә уйнау ихтыяжын үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөп тә ҡәнәғәтләндерергә мөмкин.
                        Салт аяҙ көндә ҡоп-ҡоро юлда нисек ун саҡырым араны үткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
                        • Ҡайһылай матур урында йәшәйәсәкбеҙ! - тип сәпәкәйләп
                        • ҡуйҙы “оҙон толом”, ауыл күренгәс тә.
                          Директор уҡытыусылар өсөн торлаҡ мәсьәләһен дә алдан хәстәрләп ҡуйғайны. Ире лә, өс улы ла һуғыштан ҡайтмаған Ғәзимә исемле яңғыҙ әбей ҡыҙҙарҙы бик йылы ҡаршы алды.
                          • Ҡайһылай минең өләсәйемә оҡшағанһығыҙ, - тип “оҙон толом”
                          • хужабикәне йүгереп барып ҡосаҡлап уҡ алды.
                            Урынлашып, ял итеп алғас, ҡыҙҙар иртәгеһенә үк эшкә
                            сыҡтылар. Һигеҙ йыллыҡ мәктәп Ғәзимә әбейҙең өйөнән өс йорт аша ҙур ғына бинала урынлашҡан. Каникул мәле булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусыларҙың бөтәһе лә тип әйтерлек эштә. Вәхит Рәхим улы йәш белгестәрҙе коллектив менән таныштырҙы. “Ҡыҫҡа сәс” тә, “оҙон толом” да буласаҡ кабинеттарын тәртипкә килтерергә тотондолар.
                            Тормоштары яйға һалынды ҡыҙҙарҙың. Төш ауышҡанға тиклем мәктәптә булалар, кискә табан йылға аръяғындағы күлгә һыу инергә баралар, ял көндәрендә яҡындағы тауҙарға еләк йыйырға йөрөйҙәр. Ауыл халҡы ла йәш уҡытыусыларҙы тәү күреүҙән үк оҡшатты. Өлкәндәр уларҙың һәр ҡайһыһына: “ҡыҙым” тип кенә өндәшә. Һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа менән һыйлаштыралар.
                            Аҙна-ун көн уҙғас, ошо уҡ ауылда тыуып үҫкән хеҙмәттәштәренең береһе - Сабира исемле география уҡытыусыһы, Әлфирә менән Мәүлиәне киске уйынға саҡырҙы.
                            • Ауыл йәштәре менән таныштырырмын һеҙҙе, - тине.
                            • Шәмбе кис, биҙәнеп-төҙәнеп, иҫке генә бинаны биләгән клубҡа киттеләр. Һөйкөмлө генә бер егет тальян гармунда уйнай. Бүтәндәр рәхәтләнешеп бейей. Әлфирә уйын-көлкө яратмай, шым ғына башҡаларҙы күҙәтеп ултыра. Мәүлиә иһә кинәнеп күңел аса. Ҡайтырға сыҡҡайнылар, арттарынан бер оҙон буйлы сибәр егет эйәрҙе. Оҙата бара, йәнәһе. Төҫ-башы менән дә, өҫ кейеме менән дә бүтән егеттәрҙән ныҡ айырыла – күлдәге лә, салбары ла, туфлиҙары ла өр-яңы. Гел Мәүлиә эргәһенән атларға тырыша.
                              • М-м-мин М-м-Миң-Миңле-Миңлебай булам, - тип үҙе менән
                              • таныштыра ла: - Б-бе-беҙ-беҙҙең а-ау-ауыл һе-һеҙ-һеҙгә оҡ-оҡ-шай-шаймы? – тип ҡыҙыҡһына.
                                Уның тотлоғоуы тулҡынланыуына бәйлелер тип, ҡыҙҙар пырхылдашып көлөшөргә тотона.
                                • Б-бе-беҙ-беҙгә һеҙ-һеҙ-һеҙҙең а-ау-ауыл о-оҡ-оҡшай! – тип
                                • яуаплай һала шуҡ Мәүлиә.
                                  Егет ҡыҙарынып-буҙарынып китә, әммә һаман ҡыҙҙар менән йәнәш атлауын дауам итә.
                                  • Көлмәгеҙ, ул бәләкәйендә аттан ҡолаған, шул саҡтан алып
                                  • тотлоға, - тип шым ғына иҫкәртә ҡыҙҙарҙы Сабира. – Мәүлиәгә күҙе төштө шикелле уның...
                                    Ауылда хәбәр йәшен тиҙлегендә тарала. Таң атыуға директор киске уйындан һуң йәш уҡытыусыларҙы Миңлебай оҙатып барғанлығы, егеттең “оҙон толом”ға башкөллө ғашиҡ икәнлеге хаҡында ишеткәйне ине инде. Был ауылда байтаҡ ҡына йылдар йәшәгәс, ул һәр кемде күптән белеп бөткәйне. Алтын приискыһында эшләгән, ялдарын күберәге өйөндә бикләнеп үткәргән, клубҡа һирәк йөрөгән сәйер егеттең йәш уҡытыусыға мөнәсәбәте һағайтты уны. “Мәүлиә башһыҙ ҡыҙ түгел, яратҡан кешеһе лә бар, уйламаған аҙым яһамаҫ, моғайын”, тип үҙ-үҙен тынысландырҙы. Дүшәмбе иртәнсәк үк ауыҙы ҡолаҡтарына тиклем йырылған “оҙон толом”:
                                    • Ә мин Йәмилдән хат алдым, ай аҙағында ул бында киләсәк! –
                                    • тип шатлығы менән уртаҡлашҡас, бөтөнләй тынысланды.
                                      Тағы ял яҡынлашты. Йома көнө иртәнсәк үк Ғәзимә әбейҙең йортона Сабира килеп етте, әхирәттәренә яңылыҡ еткерҙе:
                                      • Иртәгә Миңлебайҙың тыуған көнө, ул бер нисә егет һәм ҡыҙҙы,
                                      • әлбиттә, һеҙҙе лә, ҡунаҡҡа саҡырҙы. Быға тиклем беребеҙҙең дә уның өйөндә булғаныбыҙ юҡ, барайыҡ әле, йәме. Бик бай йәшәй тиҙәр уны, шулаймы-юҡмы – белмәйем, әммә үҙ күҙҙәрем менән күрәһем килә.
                                        Шәмбе кис Мәүлиә менән Сабира тыуған көнгә киттеләр. Әлфирә, башы ауыртыуға һылтанып, өйҙә ҡалды. Мәүлиә егеткә бүләккә яңы китаптарының береһен алып барғайны. Егет уны ҡулына алып, әйләндергеләп тотоп торҙо ла, өндәшмәй генә ишек янындағы тәҙрә төбөнә һалып ҡуйҙы.
                                        • Минең Йәмилем булһа, яңы китапҡа эй ҡыуаныр ине! – тип
                                        • Сабираның ҡолағына шыбырланы Мәүлиә.
                                          Һөйгәне тураһында яңы әхирәтенә танышҡан көндә үк һөйләгәйне ул.
                                          • Был йортта китап уҡырға яратҡан кеше йәшәгәнгә оҡшамаған
                                          • шул, - тин әйтеп ҡуйҙы Сабира. – Уның ҡарауы, кәрәкле-кәрәкһеҙ әйбер туп-тулы!
                                            Сабираның әйткәне раҫланды - тышҡы яғы башҡа йорттарҙан әллә ни айырылмаһа ла, эсендә йыһаз, келәм-балаҫтар, һауыт-һаба байтаҡ ине . Гүйә тотош илдәге аслыҡ, яланғаслыҡ Миңлебайҙы һәм уның йорт-ихатаһын бөтөнләй урап үткән! Табында булмаған ризыҡ үҙе юҡ: бишбармаҡ, бәлеш, тағы әллә күпме татлы аштарҙан әйләнә-тирәгә башты әйләндерерлек тәмле еҫ таралған.
                                            • Ауылдың үрге осонда бер туған ағаһы Яңыбай менән
                                            • еңгәһе Сәғиҙә йәшәйҙәр, бындай күркәм табынды еңгәһе әҙерләшкәндер инде, – тип һығымта яһаны Сабира.
                                              Өҫтәлгә тағы йәш ҡыяр, ҡарағат, ҡурай еләге, шулай уҡ буҙа, бал кеүек эсемлектәр ҙә ҡуйылған. Күберәге аслы-т уҡлы йөрөп өйрәнгән Мәүлиә бер килке был муллыҡҡа шаҡ ҡатып ҡарап торҙо. Ауыл ҡыҙҙарының һәм егеттәренең кисерештәре лә шул сама булғандыр, моғайын. Сөнки улар ҙа үҙҙәрен аптырап ҡалғандай тоталар. Уйламағанда килеп тыуған көсөргәнеште Сабираның:
                                              • Урыҫ ҡапҡаң үҙеңә һәм берҙән-бер ағайың менән
                                              • еңгәңә генә асыла икән тиһәк, яңылышҡанбыҙ икән, - тигән һүҙҙәре “йомшартты”.
                                                • Һ-һы-һый-һыйла-һыйланығыҙ! - тине хужа, йөҙөнә йылмайыу
                                                • ишараты сығарып, үҙе өҫтәл башына барып ҡунаҡланы.
                                                  Йәштәр ҡайҙа ла йәштәр инде – Миңлебайҙы ихлас ҡотланылар, сыр-сыу килешеп, аш-һыуҙы маҡтанылар, йырлашып –бейешеп тә алдылар. Сәйҙе аш бүлмәһенән Миңлебай үҙе яһап алып сыҡты ла, һәр ҡунағының алдына ҡуйҙы. Бик тәмле ине сәй! Сынаяғын эсеп бөткәс, нишләптер Мәүлиәнең ҡапыл ныҡ йоҡоһо килде.
                                                  • Арығандыр, яңы уҡыу йылы алдынан мәктәптә эш ифрат күп,
                                                  • өйҙә лә ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай, Ғәзимә әбейгә бәрәңге баҡсаһын утарға ярҙамлаша, - Сабира шулай тине лә, әхирәтен карауатҡа әйҙәне: - Аҙ генә серем итеп ал.
                                                    ...Мәүлиә уянып киткәндә таң һыҙылып килә ине инде. Тәүҙә ул
                                                    үҙенең ҡайҙа икәнлегенә төшөнә алмай бер булды. Эргәһендә мышнап ятҡан Миңлебайҙы абайлағас ҡына ауыл егетенең тыуған көнө үҙе өсөн нисек аяуһыҙ тамамланғанын аңланы. Гүйә йөҙө генә түгел, йөрәккәйгенәһе ҡара һөрөм менән ҡапланды! Йәнекәйе әрнеүҙе тағы ла тәрәнәйтеп, етеш йорт хужаһы сирҡандырғыс тупаҫ ҡулдары менән ҡыҙҙы һәрмәштерергә тотондо. Ай-вайына, сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәренә, ялыныу-ялбарыуына иғтибар ҙа итмәйенсә, өҫтөндәге берҙән-бер күлдәген тартҡыларға-йыртҡыларға тотондо. Сибек кенә ҡыҙ нисек кенә ҡаршы торорға тырышмаһын, әзмәүерҙәй егет, мыш-мыш килә-килә, барыбер үҙенең алама ниәтен ғәмәлгә ашырҙы. Шунан, оло еңеүгә өлгәшкәндәй:
                                                    • Һ-һи-һин м-ми-мин-минең ҡ-ҡа-ҡат-ҡатын х-хә-хәҙ-хәҙер! – тип
                                                    • “тантаналы рәүештә” һығымта яһаны...
                                                      Шул саҡта ҡапҡаны дөбөрләттеләр. Миңлебай урамға сығып китте һәм артынан үҙе кеүек үк әзмәүерҙәй ир менән тәпәш кенә буйлы, ҡыҫыҡ күҙле йыуантыҡ ҡатынды эйәртеп килеп инде.
                                                      • Сәғиҙә еңгәгеҙ булам, Миңлебайҙың берҙән-бер бер туған ағаһы
                                                      • Яңыбайҙың ҡатынымын, - тип хәбәрен теҙә башланы “йыуантыҡ”, тупһа аша атлап кергәс тә. – Кисә Миңлебай өйләнәсәге хаҡында белдергәс, ышанмағайным, хаҡ һүҙ һөйләгән икән. Уға күптән үҙ ғаиләһен булдырырға ваҡыт. Бай егет минең ҡәйнешем, ауылыбыҙҙағы йәш ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы уға тормошҡа сығырға риза булыр ине, әлегә тиклем бер кемен дә һанламаны, һине көтөп йөрөгән икән.
                                                        • Апай, минең яратып йөрөгән егетем бар бит! - тип илауланы
                                                        • Мәүлиә. – Беҙ бит бер-беребеҙгә тоғро булырға вәғәҙәләшкәнбеҙ!
                                                          • Ишетеп беләбеҙ инде, егет шәрәмәтеңдең шағир икәнлеген дә,
                                                          • Мәскәүҙә уҡып йөрөгәнен дә, оҙаҡламай бында килергә йыйынғанын да. Уҡытыусы булһаң да, йүләр икәнһең. Ыштанһыҙ ярлы һиңә нимәгә хәжәт? Шиғырҙы ашап та, кейеп тә булмай! Өлөшөңә төшкән көмөшөңә риза бул! Өҫтәүенә, һине бында бер кем дә көсләп алып килмәгән – үҙ теләгең, үҙ аяҡтарың менән килеп кергәнһең! Буйҙаҡ егеттең йортонда ҡуна ҡалғанһың! Һыҡтап ултырма, йәнемде көйҙөрөп, хәҙер мулла килә, һеҙгә никах уҡыясаҡ, кейен, Яңыбай һиңә шәп күлдәк тә һатып алып ҡуйған. Киләһе ялда гөрләтеп туй ҙа яһарбыҙ! Әҙәмсә һөйләшә алмаһа ла, ифрат аҡыллы булып сыҡты минең ҡәйнешем - күлдәклек ситса вәғәҙә итеп, Сабираны ла үҙенең яғына ауҙарған бит! Һинең сәйеңә йоҡо үләне ҡушырға ла башы еткән!
                                                            Мәүлиәгә ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә ирек бирмәне Сәғиҙә. Кейем шкафынан алһыу төҫтәге балитәкле күлдәк килтереп сығарҙы ла, этә-төртә Мәүлиәне үҙе кейендерергә тотондо. Шул арала Ишбирҙе мулла килеп инде, ашыҡ-бошоҡ ҡына йәштәргә никах уҡыны. Бисара ҡыҙ, аҡылынан яҙғандай, бәүелеп кенә ултыра бирҙе.Уның тамсы ла хәле юҡ ине. Мулла, ағаһы менән еңгәһе ҡайтып киткәс, Миңлебай, шым ғына йөрөп, өйөндә тәртип урынлаштырҙы. Мәүлиәнең өндәшмәүен үҙенсә яҙмышына буйһоноуы тип ҡабул итте булһа кәрәк. Шулай уҡ шым ғына Мәүлиәнең алдына ҡиммәтле балдаҡтар, алҡалар, беләҙектәр, муйынсаҡтар тулы ҡумта килтереп ҡуйҙы.
                                                            • Б–бы –лар һ –һи –һиңә б-бү-бүләк, - тине лә, ихатаһына сығып
                                                            • китте.
                                                              Бер нисә сәғәттән өйгә керҙе. Быға тиклем үҙен гел яҡшы, изге күңелле кешеләр генә урай тип инанып йәшәгән, әле иһә тотош донъяһы селпәрәмә килеп ватылған, шуға үҙен ярым үлек хәлендә тойоп шаңҡыған Мәүлиәне ҡосаҡларға маташты.
                                                              • М-ми-мин э-эш-эшкә к-ки-кит-китәм, б-бе-бер т-тә-тәү-
                                                              • лек-тәүлеккә, ҡ-ҡа-ҡай-ҡайтыуыма а-аш б-бе-беш-беше-бешер-бешереп ҡ-ҡу-ҡуй.
                                                                Миңлебай артынан ҡапҡа ябылғас та, Мәүлиә, тороп, көҙгөгә баҡты. Үҙ-үҙен таныманы ул. Әрнеүле уйҙарҙан мейеһе сатнағандай. Ни өсөн әхирәт тип иҫәпләгән Сабира уны һатыуҙа ҡатнашҡан? Ҡунаҡта оҙаҡлағас, ниңә Әлфирә уны эҙләп килмәгән? Саф мөхәббәтенә хыянат ҡылыуға юл ҡуйғас, Йәмиленең күҙенә нисек күренер? Юҡ, күренә алмаҫ! Йәмил уны бүтән: “Мәүлиәкәйем-әүлиәкәйем” тип иркәләмәҫ. Улар башҡа бер ваҡытта ла етәкләшеп урман гиҙмәҫтәр. Һөйгәне инде уға һис ҡасан, дәртләнеп-ярһып, үҙенең шиғырҙарын һөйләмәҫ! Инде йәшәүҙең ни мәғәнәһе бар? Алданған, көсләнгән ҡыҙ, башҡынаһы әйләнеүҙән сайҡала-сайҡала, өйҙән сыҡты. Келәткә кереп, оҙаҡ ҡына нимәлер эҙләне. Ниһәйәт, үҙенә кәрәк әйберҙе тапты. Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй, кире соланға керҙе...
                                                                Дүшәмбе иртәнсәк “оҙон толом” мәктәпкә күренмәгәс, директор уны эҙләп Миңлебайҙың йортона килде. Ҡапҡа бикләнмәгәйне. Бай егеттең йортон ҡарауыллаған уҫал алабай ҙа күренмәй. Нимәлер һиҙенгәндәй, Вәхит Рәхим улы йүгереп тигәндәй өйгә йүнәлде. Ишеге шар асыҡ соланға барып керҙе. Йыуан өрлөктә бәүелеп торған алһыу кейемле ҡурсаҡтай ҡыҙсыҡты барып ҡосаҡланы. Әммә директор һуңлағайны инде. Әсә-ата наҙынан мәхрүм ҡалып, өләсәһе менән генә үҫкән, ҡаҡса ғына иңенә ишелгән әллә күпме ауырлыҡтарға бирешмәгән, әммә көтмәгәндә әҙәмдәрҙең хаслығы ҡорбанына әүерелгән йәш йөрәк тибеүҙән туҡтағайны.
                                                                Мәүлиәне һуңғы юлға оҙатырға халыҡ эркелешеп килде. Миңлебай ғына күренмәне. Теүәл өс көндән ауылға Йәмил килеп етте. Һөйгәнен эҙләп, тура мәктәпкә йүнәлде. Ҡот осҡос фажиғә хаҡында һөйләп биргәс, директор уны зыяратҡа тиклем үҙе оҙатып барҙы. Тупрағы һыуынып та бөтмәгәндәй тойолған ҡәбер эргәһендә, тәрән уйға талып, башын аҫҡа эйеп, Әлфирә баҫып тора ине.
                                                                • Мин артабан бында ҡала алмайым, - тип әйтеп һалды
                                                                • ул, мәктәп директорын күргәс тә. – Зинһар, “открепление” бирегеҙ миңә, район мәғариф бүлегенән бүтән ергә ебәреүҙәрен үтенәсәкмен.
                                                                  Уҡытыусы менән директор ауыл яғына ыңғайланы. Ә шағир һөйгәненең ҡәбере янында әрнеп-һығылып, иланы ла иланы...
                                                                  Хөртә Абыҙгилдина
                                                                  Читайте нас: