Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илаһиәт
15 Ғинуар 2023, 17:12

Дингә килгәс, тормошом үҙгәрҙе

Егерме йәшендә йәшен һуғыуҙан һуҡыр ҡала.

Дингә килгәс, тормошом үҙгәрҙе
Дингә килгәс, тормошом үҙгәрҙе

Благовар районы Иҫке Саңны ауылында йәшәүсе имам Рауил Хәбибуллин ауылдаштарының ярҙамы менән мәсет төҙөй башлаған. Төҙөлөш эштәре Рамаҙан айында башланған һәм бөгөнгө көндә күмәк көс менән төҙөлөү өҫтөндә.

Рауил Хәбибуллин егерме йәшендә көслө ямғыр ваҡытында ағасҡа һыйына һәм уны йәшен ата. Ул көслө тән йәрәхәттәре ала. “Егерме йыл дауамында төрлө дауаханаларҙың тупһаһын тапаным. Ярҙам итә алманылар. Бер ваҡыт апайым мәсеткә барырға кәңәш итте. Ҡырҡ һигеҙ йәшемдә беренсе тапҡыр, шулай итеп, мәсеткә аяҡ баҫтым, дингә килдем. Ул ваҡытта аяғымда ла баҫып тора, һөйләшә, хатта аҙыҡты ла йүнләп йота алмай инем. Күңелем тынысланды, яйлап һауыҡтым. Ҡазанда мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе уҡытҡан мәсеткә барып уҡыным, имам булып киттем”, - ти ул, дингә килеү тарихы хаҡында бәйән итеп.

Автор:
Читайте нас: