Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына бер яҡтан алдынғы ҡарашлы, тормоштоң һәр мәлендә лайыҡлы итеп йәшәп-йәшнәп ҡалырға тырышҡан, икенсе яҡтан милли асылына тап төшөрмәй, уны һәр урында күтәрә белгән йәштәр менән танышҡан һайын киләсәгебеҙҙең өмөтлө булырына ышанып ҡыуанаһың. Бөгөн таныштырасаҡ геройым да шундай заттарҙан. Юғарынан ебәрелгән һәләте менән бергә һәр урында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән, республиканан ситтә лә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, халҡыбыҙҙың данын, моңон таратыусы, 2018 йылда “Ирәндек моңдары” еңеүсеһе, Республика Башлығы стипендиаты, йырсы Дамир Таипов тураһында һүҙем.
Баш ҡалала үҙ мөйөшөңдө
табыу еңелме?
Дамир – Әбйәлил районының данлыҡлы Буранғол ауылынан. Тамырҙарында башҡорт ҡаны аҡҡан һәр кем йырлай тигәндәй, бәләкәйҙән үк буйсан, көслө тауышлы егеттең моңона өйҙәгеләр башта әллә ни әһәмиәт бирмәй. Тиңдәштәренән аша ҡарап торған, кеше алдында сығыш яһарға тартынмаған уҡыусы егет мәктәп шыршы байрамдарында – Ҡыш бабай, концерттарҙа алып барыусы ролдәрен ихлас башҡара. Бары тик юғары кластарға еткәс кенә, уның һәләтен күреүсе, үҫтереүсе остаз табыла. Асҡарҙа үткәрелгән бер конкурста береһе – ҡурайҙа, икенсеһе синтезаторҙа уйнаған Айгиз исемле ике дуҫы менән ансамбль төҙөп, сығыш яһайҙар. Ошонда Сәғит Ғәлибай улы Хызыров Дамирҙың “Сайҡалалар кәмәләр” йырын башҡарғанын ишетеп, район мәҙәниәт йортона шөғөлләнергә саҡыра. Күмәк балалы ғаилә иҫәбендә торғас, маршрут автобустарында бушлай йөрөү өсөн бирелгән танытма менән Дамир аҙнаһына ике тапҡыр Буранғол–Асҡар юлын тапай-тапай, вокал серҙәренә төшөнә.
Ике йыл тирәһе тырышып уҡыған, йырсы булырға теләгән уҡыусыһын Сәғит Ғәлибай улы үҙе Өфөгә уҡырға алып китә. Ул ваҡытта сығарылыш уҡыусыһына баш ҡаланы яулау тормошҡа ашмаҫтай хыял булып күренә. Өфөгә ингән ерҙә Ағиҙел күперен үткәндә: “Ошондай ҙур ерҙә миңә лә мөйөш табылырмы икән?” – тигән икәләнеү ҡатыш уйҙар тыуа. Һуңынан сәнғәт училищеһы, академияһы, аспирантура... Улар араһында иҫәпһеҙ-һанһыҙ конкурстарҙа ҡатнашыуҙар, еңеүҙәр, быға тиклем татылмаған яңынан-яңы хис-тойғолар, яңы тәьҫораттар... Һигеҙ йыл эсендә ҡәҙимге кеше тормошондағы бар кисерештәр менән бергә үҙ тыңлаусыһын, үҙ урынын тапҡан, үҙ мөйөшөн булдырған ғаилә башлығы, Баязит исемле өс кенә айлыҡ малайға атай ул бөгөн Дамир Таипов.
Булыр бала биләүҙән
Әҙәм балаһының күркәм сифаттары үҙенән алда йөрөүсән. Дамир менән яҡынданыраҡ танышҡансы уҡ уны һәр нәмәгә яуаплы ҡараған, үҙ һүҙендә тора белгән, тәртип яратҡан кеше, тип ишетеп белә инем. Ике урында – Хөсәйен Әхмәтовтың башҡорт дәүләт филармонияһында һәм “Ҡурай” телеканалында “Йырлы бүләк” тапшырыуын алып барыусы булып эшләгән, бер юлы аспирантурала уҡыған, йыш ҡына республика буйлап гастролдәргә йөрөгән кешенең ваҡыты тығыҙ, һәр минуты тиерлек иҫәпле. Мәҡәлә өсөн әңгәмәләшеү көнөн билдәләгәс тә: “Бәлки, ярты сәғәткә һуңлармын”, – тип алдан иҫкәртеп ҡуйһа ла, килешкән урынға бер минутҡа ла тотҡарланмай килеп етте. Ошолай һәр нәмәне ваҡытында, еренә еткереп эшләү кешенең сәңгелдәктә сағынан уҡ киләлер. Юҡҡа ғына булыр бала биләүҙән тимәгәндәр бит. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнгән ғаиләлә әсәһе улдарын тәртипкә, йыйнаҡлыҡҡа өйрәтеп үҫтерә. Бөгөн һәр ерҙә бөхтәлек яратҡан, хатта урындыҡты йыйыштырғанда ла дүрт мөйөшө тигеҙ булмаһа, япмаһын ҡабаттан йәйгән Дамирҙы ҡатыны: “Ысын перфекционистар шулай була икән”, – тип шаярта.
Тәрбиә тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, Дамир “Игенсегә дан” йырына клип төшөргән саҡтарын хәтеренә төшөрҙө. Әсәһенең атаһы Әнүәр олатаһы заманында алдынғы комбайнсы була. Шуға ла йырсы клиптың төп геройы итеп уны күрергә теләй. Төшөрөү өсөн Ҡырмыҫҡалы районын һайлайҙар. Баҫыуҙа бер урынды махсус урмайынса ҡалдыралар. Әллә күпме ер эшкәртелмәйенсә ҡалғанын күреп, игендең күпме тир түгеп үҫтерелгәнен үҙ елкәһендә татып белгән, бер бөртөк бойҙайҙы лә тәләфләүгә тыныс ҡарай алмаған оло кешенең йәне көйә, тегеләрҙе тетеп ташлай. Һуңынан хәлдең айышына төшөндөрөп, саҡ тынысландырып алалар.
Романтикмы, әллә...
Интернетта Дамир Таипов тип яҙһаң, иң тәүҙә “Ютуб”та уның буласаҡ кәләшенә тәҡдим яһаған мәлендә төшөрөлгән видеояҙмаһы килеп сыға. Йырлай-йырлай баҫҡыстан төшкән йәш егеттең һөйгәненән мәңгелеккә йәрәшергә ҡулын һорауы, ҡыҙҙың бер ни тиклем баҙап ҡалғандан һуң ризалашыуын күргән һәр кем тулҡынланыу аша: “Беҙҙә лә романтик егеттәр бар икән әле!” – тигән һығымтаға киләлер.
Башҡорт ир-егеттәрен элек-электән аҙ һүҙле, наҙға ҡырыҫыраҡ заттар итеп беләбеҙ. Ә Дамирҙа бындай романтик мөнәсәбәттәр ҡора алыу һәләте ҡайҙан килә һуң? Был һорау үҙе менән танышҡансы, уның хаҡында виртуаль киңлектәрҙә ошо матур тамашаға юлыҡҡас, барлыҡҡа килгән ине инде.
Аҡыллы гүзәл зат буласаҡ икенсе яртыһын үҙе әүәләп ала ала, тиҙәр. Дамир менән Нәргизә араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә шулай башлана: егетте ҡыҙҙың һәр нәмәне күңеле аша тойоп-күрә белеүе һоҡландыра, хатта ниндәйҙер кимәлдә аптырата ла. Мәңге асылмаҫ, сиселмәҫ сер йомғағы һымаҡ күренгән ваҡыттары ла була. Быға тиклем ҡар яуһа – бүрек кейергә, ямғырҙа – ҡулсатырҙы онотмаҫҡа кәрәк, тип йөрөгән кеше тәбиғәттең, ғөмүмән, был тормоштоң илаһи мәлдәрен тойорға, һәр нәмәлә мөғжизә ятҡанлығын аңларға өйрәнә. Тора-бара үҙе лә донъяға икенсе күҙлектән ҡарай башлай. Етмәһә, теге йәки был конкурстарҙа йыш ҡатнашып, уҡыуға ваҡыты тығыҙ булған һөйгәненә сессия мәлдәрендә лә ярҙамлаша. Шул сәбәпле быға тиклем башҡорт әҙәбиәтен генә яратып уҡыған егет донъяла киң билдәлелек алған, кеше психологияһына ыңғай яҡтан йоғонто яһаған әҫәрҙәр менән таныша. Ошондай аҡыллы, нескә күңелле кәләшенә башҡалар кеүек ҡәҙимгесә итеп кенә тәҡдим яһарға теләмәй буласаҡ кейәү егете. “Был мәл икебеҙ өсөн дә ғүмерлеккә иҫтә ҡалырға тейеш бит. Әгәр мин уға кафела ғына: “Әйҙә, миңә кейәүгә сыҡ”, – тиһәм, ғаилә тормошобоҙға нигеҙ һалынған көн тиҙ генә онотолор ҙа ҡуйыр ине. Тапалған тема бит инде. Шунан әллә уҡырға килгән сағында академияның ишек алдында тәҡдим яһайыммы икән, тип уйланым. Әммә иртә менән эшкә, уҡырға ашығыусыларға уңайһыҙлыҡ тыуҙырырмын, тип кире төңөлдөм. Иптәштәрем иһә был теләгемде шундуҡ күтәреп алдылар. Шулай итеп күмәк көс: Шаляпин залы фойеһында оркестр, Марсель Ҡотоев, Рәфис Сирусин, Рәүеф Иҫәнсурин, Алмаз Әйүпов, Айгиз Уйылдановтар менән “Ҡояшым минең” йырын башҡарып, тәҡдим яһаным. Әҙерлек эштәренә әүрәп тегеләй-былай сапҡанда: “Һин мине онотоп киттең, ҡайҙалыр юғалаһың”, – тип Нәргизә үпкәләп тә бөткән ине”, – тип берсә ҡыуаныслы, берсә тулҡынландырғыс мәлдәрен иҫләп, Дамир хәтер йомғаҡтарын һүтә.
Халыҡ ысын классик
йырҙарға һыуһаған
Моң... Был илаһи ҡөҙрәтле төшөнсә башҡорт халҡының борон-борондарҙан алып килгән тоғро юлдашы. Унан иләҫ-миләҫ саҡтарында ла, ҡайғы-хәсрәт менән ҡара янғанында ла айырылмаған ул. Йыр аша батырҙарын данлаған, тарихын мәңгеләштергән. Аҙ һанлы булыуына ҡарамаҫтан, ирек-азат даулап йәки яуҙан бөлөп ҡайтҡан саҡтарында ла халыҡтың тап ошо үлемһеҙ моңо, йөрәгендәге дәрте уны күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүгә юл ҡуймаған. Ҡөҙрәтле көс ул, моң, халыҡ йырҙары. Улар үлемһеҙ, мәңгелек. Уның аша ерҙе тишеп, таштарҙы бәреп сыҡҡан шишмә сылтырауын да, ҡаяларға артылған бөркөт саңҡыуын да, беҙҙең тупраҡты үҙ итеп үҫеп, данын ҡитғаларға таратҡан ете тажлы ҡурайының һыҙғырыуын да, иркен далаларыбыҙҙа уйнаҡлашып сабыусы тай-тулаҡтың кешнәүен дә, көрәгәлә яңы ғына бешелеп, әсей башлаған ҡымыҙ бызырлауын да ишетергә мөмкин. Ошоларҙы тойоп, күңел аша үткәргәндән һуң ғына уны еренә еткереп башҡарыу көсөнә эйә булып булалыр ул. Тәбиғәттән бирелгән һәләтеңә өҫтәп ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ та талап ителә. Был яҡтан Дамирҙа ла нәҫелдән күсә килгән күркәм сифаттар бар. Үрҙә әйтелгән Әнүәр олатаһының атаһы Дауыт бабай ҙа йыр-моңға һәләтле кеше булған. Уны хатта йыйылыш ваҡыттарында ауылдаштары һорап, ҡабат-ҡабат йырлатып талсыҡҡан күңелдәренә шифа, дәрт алғандар.
Ә Дамир Таипов кеүек бас-баритон тауышлы һәләттәр айырыуса һирәк осрай. Һәр милләттән айырып һынай башлаһаң да, тарихта ике-өс кенә йырсыны миҫалға килтерергә мөмкиндер. Беҙгә лә үткән быуат аҙаҡтарында көслө, үҙенсәлекле моңо менән йыр сәнғәтен шаулатҡан, ниндәйҙер кимәлдә яңылыҡ та индергән Радик Гәрәев, Йәмил Әбделмәнов, Рәил Кучуковтарға алмашҡа Дамир кеүек өмөтлө йәштәрҙең килеүе ҡыуаныслы. Тик уларҙың тауышына, зауығына тап килерлек итеп көйҙәр яҙған йәш композиторҙарҙың булмауы ғына рәхәтләнеп ижад итергә, халыҡты яңынан-яңы йырҙар менән ҡыуандырырға мөмкинлек бирмәй тора. Шуға ла улар күпселек осраҡта Рим Хәсәнов, Нур Дауытовтарҙың элегерәк яҙылған көйҙәрҙәге ретро йырҙарҙы башҡарырға мәжбүр.
Дәртле, дарманлы, өмөтлө... Башҡорт музыка сәнғәтендә киләсәктә исеме алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ Дамир Таипов өҫтәүенә ябайлығы, ихласлығы менән дә һоҡландырҙы. Киләсәктә Юлай Аҙналин ролендә ария башҡарырға хыялланған йырсыны артабан үҙәк каналдарҙа күрергә, ишетергә, уның менән ғорурланырға ла яҙыр әле. Бының өсөн уға бары бар ҡыйыулығын йыйып, баҙнатһыҙлығын еңеп, бер талпыныу ғына етә.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.