Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
10 Июнь 2018, 13:35

«Тәрәүих» нимә аңлата?

Рамаҙан айының төндәрендә уҡыла торған нәфел (өҫтәмә) намаҙҙар «тәрәүих» тип атала. Был атама «ял итеү», «ултырыу» тигән мәғәнә биргән ғәрәп ҡылымынан барлыҡҡа килгән.



Рамаҙан айының төндәрендә уҡыла торған нәфел (өҫтәмә) намаҙҙар «тәрәүих» тип атала. Был атама «ял итеү», «ултырыу» тигән мәғәнә биргән ғәрәп ҡылымынан барлыҡҡа килгән. Уның килеп сығышын шулай аңлаталар: хаҡ сәләфтәребеҙ был намаҙҙы бик оҙон итеп уҡыған, шуға ла улар намаҙҙың һәр бер ике йәки дүрт рәкәғәтенән һуң ултырып ял итер булған.

Рамаҙан айында уҡылған тәһәжжүт намаҙы – ул шул уҡ тәрәүих намаҙы, сөнки Аллаһ рәсүленең ﷺ рамаҙан айында берәүһе – тәрәүих, ә икенсеһе тәһәжжүт булған ике төрлө намаҙ уҡыуы риүәйәт ителмәй.

Тәрәүих намаҙының фазыләттәре


Әбү Һурайранан (Аллаһ унан риза булһын) киләһе хәҙис риүәйәт ителә: «Аллаһ рәсүле ﷺ кешеләрҙе рамаҙан айында төнгө нәфел намаҙҙарын (йәғни тәрәүих намаҙҙарын – ред.) уҡырға өгөтләр ине, ләкин быны ҡәтғи рәүештә бойорманы, ә бары тик: «Аллаһтың әжеренә ышаныс һәм өмөт менән рамаҙан айы төндәрен намаҙҙарҙа үткәргән кешенең әүәлге гонаһтары ярлыҡаныр», – тип әйтер ине» (әл-Бохари һәм Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығынан).


Хәбәр итеүҙәренсә, Ғүмәр ибн әл-Хаттаб (Аллаһ унан риза булһын), рамаҙан айы еткәс, шулай тип әйтер булған: «Дөрөҫлөктә, Аллаһ һеҙгә был айҙа ураҙаны фарыз итте, ләкин төнгө намаҙҙар ҡылыуҙы фарыз итмәне. Әммә был төнгө намаҙҙар Аллаһ хәбәр иткән иң яҡшы нәфел ғәмәлдәрҙән. Уны уҡырға теләмәгән кеше иһә түшәгендә йоҡлаһын әйҙә. Һәм һеҙҙең һәр берегеҙ: «Әгәр фәлән кеше ураҙа тотһа, мин дә ураҙа тотасаҡмын, һәм фәлән кеше төнгө намаҙҙарҙа торһа, мин дә торасаҡмын!» – тип әйтеүҙән һаҡланһын. Ураҙа тотҡан йәки төнгө намаҙҙар ҡылған кеше быны тик Аллаһ ризалығы өсөн генә эшләһен!».


Тағы ла бер сәхәбәнән шундай хәҙис риүәйәт ителә: «Бер ваҡыт Аллаһ рәсүле ﷺ янына бер бәҙүән килде лә: «Эй Аллаһ рәсүле! Һин минең, Аллаһтан тыш ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ, тип һәм, һин – Аллаһ рәсүле, тип шаһитлыҡ ҡылыуымды, намаҙ уҡыуымды, зәкәт түләүемде, ураҙа тотоуымды һәм рамаҙандың төндәрен намаҙҙарҙа тороуымды беләһең?!» – тине. Пәйғәмбәр ﷺ иһә: «Кем ошо хәлендә вафат була, Ожмахта сиддиҡтар һәм шәһиттәр араһында булыр!» – тине» (әл-Баззар, Ибн Хөзәймә һәм Ибн Хиббандың хәҙис йыйынтыҡтарынан, дөрөҫ хәҙис).


Хафиз Ибн Рәжәп (Аллаһ уға рәхимле булһын) шулай тиер булған: «Бел: рамаҙан айында мөьмин кешелә нәфсегә ҡаршы йыһаттың ике төрө йыйыла – ураҙа өсөн көнгә ҡаршы йыһат һәм төнгө намаҙҙар ҡылыу өсөн төнгә ҡаршы йыһат. Ошо ике йыһатты үҙендә туплай алған кеше иҫәпһеҙ-хисапһыҙ әжер-сауапҡа ирешер!».


Күреүебеҙсә, тәрәүих намаҙын уҡыу фарыз түгел, ләкин Аллаһтың ризалығын алырға теләгән мосолман кеше уны ҡалдырмаҫҡа тырышыр. Сөнки рамаҙан айы йылына бер генә килә, ә төнгө намаҙҙар өсөн, өҫтәүенә, оло әжер-сауаптар ҡаралған.

"Ваҡыт" гәзите төркөмөнән алынды


Читайте нас: