Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иман нуры
20 Август 2018, 12:30

Хәләл итте беләһеңме?

Ҡош-ҡорт салғанда, мал һуйғанда ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә? Ғөмүмән, хәләл аҙыҡ хаҡында нимә белергә тейешбеҙ?


Ауылдарҙа ҡыҙыу мәл хәҙер. Өмәләр мәле яҡынлаша. Ҡош-ҡорт салғанда, мал һуйғанда ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә? Ғөмүмән, хәләл аҙыҡ хаҡында нимә белергә тейешбеҙ? Әйҙәгеҙ, хәләл-харам аҙыҡ хаҡында һөйләшеп алайыҡ әле.


Ниндәй хайуандарҙың итен Аллаһ харам иткән (ашауҙан тыйған)?

Аллаһы Тәғәлә мосолмандарға түбәндәге хайуандарҙың итен тыйған:

1) Сусҡа, үләкһә, Аллаһ исеме әйтеп салынмаған, быуып йә бәреп үлтерелгән, бейектән йығылып төшөп үлгән йә мал һөҙөп үлтергән хайуандар. Был турала Ҡөрьәндә «Аш табыны» сүрәһенең 3-сө аятында иҫкәртелә;

2) Йорт ишәге һәм уның менән бейә малын ҡауыштырыуҙан тыуған ҡасыр;

3) Ҡаҙау тештәре булып, шулар менән икенсе йәнлектәрҙе тотоп ашаусы йә үләкһә менән туҡланыусы барлыҡ йыртҡыс хайуандар: арыҫлан, юлбарыҫ, айыу, бүре, төлкө, терпе, һеләүһен, һыртлан, эт, бесәй, крокодил, шәшке, кеш, көҙән һәм башҡалар;

4) Бөтә йыртҡыс ҡоштар: бөркөт, ыласын, ҡарсыға, өкө, ябалаҡ, ҡоҙғон, һайыҫҡан, ҡарға, ҡауҙы (ул йылан ашай) һәм башҡалар;

5) Барса бысраҡ йә күңелгә хуш килмәгән хайуандар: ярғанат, йылан, ҡомаҡ, сысҡан, хамелеон, баҡа, тәлмәрйен һәм башҡалар;

6) Үлтерергә тыйылған йән эйәләре: бал ҡорто, һағыҙаҡ, һөҙһөт, ҡырмыҫҡа;

7) Хәшәрәт нәмәләр: тараҡан, себен, ҡуңыҙҙар, ҡайһы бер бөжәктәр, бөрсә, бет һәм башҡалар. Таҙа ризыҡтарҙа барлыҡҡа килгән ҡайһы бер бөжәктәр ашалһа, гөнаһы юҡ. Мәҫәлән, сыр өҫтөндәге, хөрмә эсендәге, алмалағы, ҡурай еләгендәге шикеллеләр. Әлбиттә, уларҙы ашамау хәйерле, ләкин яңылыш ашалһа, ҡурҡыныс түгел.


Ниндәй хайуандарҙың итен ашарға рөхсәт?

Шәриғәттә иттәре ашарға рөхсәт ителгән хайуандар:

1) Харам рәтенә инмәгән барлыҡ хайуандар һәм ҡош-ҡорт: һыйыр, дөйә, мышы, болан, һарыҡ, кәзә, дөйәғош, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күгәрсен, турғай, торна, тауис, тутыйғош, антилопа, жираф, ҡыр кәзәһе һәм башҡалар;

2) Ат. Үсәмә исемле сәхәбә: «Беҙ Мәҙинәлә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ йәшәгән заманда йылҡы итен ашаныҡ», - тип риүәйәт итә. Әммә 25 сәхәбә йылҡы итен ашауҙы мәкруһ (насар эш) һанаған. Сөнки ат ир-егеттең дуҫы, тоғро иптәше кеүек булып китеп, уны һуйып ашау хыянат һымаҡ күрелгән. Шуға бөгөн дә ҡайһы бер мосолман халыҡтар йылҡы итен ашауҙан тыйыла. Әммә, нигеҙҙә, йылҡы итен ашау харам түгел;

3) Ҡыр ишәге. Йорт ишәген харам тигән инек, әммә ҡыр ишәге хәләл;

4) Ҡуян. Ҡуян итен ашаусы сәхәбәләр булған;

5) Кеҫәртке. Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ уны үҙе ашамаған, әммә сәхәбәләрҙе бынан тыймаған. Әбү Хәнифә мәҙһәбендә кеҫәртке итен ашау харам һанала;

6) Һыуҙағы барлыҡ балыҡтар (хатта үле килеш ятҡандары ла һәм йыртҡыс балыҡтар ҙа), шулай уҡ, ҡыҫала, краб кеүек йән эйәләре;

7) Диңгеҙ-океандарҙа йәшәүсе барлыҡ һөтимәр хайуандар. Уларҙың араһында исемдәре ерҙәге харам һаналған хайуандарҙыҡына оҡшаштары ла бар (мәҫәлән, диңгеҙ сусҡаһы). Ундайҙарҙы, дөйөм дәлилдәргә нигеҙләнеп, күпселек ғалимдар «хәләл» ти. Ләкин Әбү Хәнифә «мәкруһ» тигән.


Ҡайһы бер таҙа хайуандар (мәҫәлән, һарыҡ, тауыҡ, һыйыр һәм башҡалар) нәжес нәмәләрҙән (мәҫәлән, ҡандан) ауыҙ итә. Уларҙың ите хәләлме әллә хараммы?

Нәжес нәмәләр ашаусы хайуандарҙың иттәре лә, һөттәре лә, йомортҡалары ла харам. Ундайҙарҙы айырым бер урынға ябып, күпмелер ваҡыт таҙа ризыҡ менән генә туҡландырып, шунан һуң ғына һуйып ашарға мөмкин. Дөйә, һыйыр, ат кеүек хайуандар өсөн был айырым ҡарап ашатыу ваҡыты 40 көн тәшкил итһә, тауыҡ-өйрәк шикелле ҡош-ҡорт өсөн 3 көн етә.


Хайуандарҙа биҙ бар, ул хәләлме?

Юҡ, биҙҙәрҙе ашау мәкруһ һанала.


Астан үлеү ҡурҡынысы булғанда сусҡа итен ашарға рөхсәт ителә, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

Эйе, зарурлыҡ хәлендә барлыҡ харам хайуандарҙың да ите хәләлгә әйләнә. Хатта үләкһә лә. Әммә күп ашарға ярамай – астан үлеү ҡурҡынысын үткәреп ебәргәнсе генә.


Христиан, йәһүди динендәге кешеләрҙең өйөндәге ит ризыҡтарын ашау дөрөҫмө?

Һыйыр, һарыҡ шикелле хәләл булған хайуандарҙың ите, уларҙы христиан йә йәһүди динендәге кеше һуйһа ла, хәләл булып ҡала. Әммә ҡалған мөшриктәр (күп илаһтарға табыныусылар), кафырҙар (диндән баш тартыусылар), йә иһә мәжүсиҙәр (тәбиғәт күренештәренә табыныусылар) салған хайуандарҙың ите харам, уларҙыҡы үләкһә хөкөмөндә килә. Был тыйыуға балыҡ ҡына инмәй, уны кем тотоп, кем таҙалап биреүе мөһим түгел, ул барыбер хәләл.


Араҡы эсеүе, тәмәке тартыуы, зина ҡылыуы йә башҡаһы менән билдәле булған гонаһлы кеше мал салһа, ул ит ашарға яраҡлымы?

Гөнаһтар ҡылып йөрөһә лә, әгәр ул йә Ислам динен, йә христиан динен, йә йәһүди динен тота икән, ул салған малдың ите хәләл һанала, ашарға яраҡлы.


Христиандар менән йәһүдиҙәр Ҡөрьәнде лә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе лә ﷺ инҡар итә, улар кафыр хөкөмөндә бит, ни өсөн улар һуйған мал хәләл?

Был һорауға мин яуап бирә алмайым, уны Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәләнең Үҙенән һорарһың. Мин бары тик Уның тыйыуҙарын һәм рөхсәттәрен генә һеҙгә еткерәм.


Төрлө боттарҙың (идолдарҙың), ендәрҙең, ҡәберҙә ятҡан мәрхүм кешеләрҙең ризалығы өсөн салынған малдың ите ниндәй хөкөмдә?

Ундай ниәт менән салынған малдың ите харам, ашарға ярамай. Хатта ул салыусы кеше дин тотҡандар, намаҙ уҡығандар рәтенән булһа ла.


Берәй ҡаза күреп үлергә ятҡан хайуанды салып өлгөрһәң, уның ите хәләлме?

Әгәр йә йығылып төшөп, йә һөҙөлөп, йә бүтәнсә йәрәхәтләнеп үлергә йыйынған хайуанды «бисмиЛләһ» тип салып өлгөрһәң, уның ите хәләл була.


Әгәр берәү «бисмиЛләһ» тип әйтергә онотһа, ул салған мал нисек?

Әгәр онотоп ҡына әйтмәһә, ул салған мал хәләл.


Әгәр ит тәҡдим итеүсе кешенең «бисмиЛләһ» тип әйткәнме, юҡмы икәнен белеп булмаһа, ул саҡта ни эшләргә?

Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ ундай итте «бисмиЛләһ» тип үҙеңә әйтеп ашарға ҡуша. Беҙ бит һәр бер кешенең эргәһенә барып, мал салғанда нимә тип әйткәнен шәхсән ҡарап тикшереп тора алмайбыҙ. Әгәр ит тәҡдим итеүсенең йә мосолман, йә христиан, йә йәһүди икәне билдәле икән, ул ит, тимәк, хәләл.


Хайуанды елкәһе яғынан сәнсеп йә киҫеп үлтерһәң, уның итен ашау дөрөҫмө?

Аҡланырлыҡ сәбәп булғанда (мәҫәлән, эре малды бер үҙеңә салырға тура килһә), уның итен ашау дөрөҫ, ин шәә Аллаһ. Әгәр инде аҡланырлыҡ сәбәп булмаһа, ул саҡта ғалимдар уның итен ашамаҫҡа ҡуша.


Тауыҡ, ҡаҙ кеүек ҡош-ҡорттоң башын балта менән бер һуғыуҙа сабып төшөрһәң, ундай ит хәләлме?

Әбү Хәнифә, әҫ-Ҫәүри, әш-Шәғби, Ғимран ибн Хүсәйн кеүек оло ғалимдар, әгәр «бисмиЛләһ» тип сапһаң, хәләл була, тип фәтүә биргән.


Һуйған хайуандың эсендә балаһы булһа, уны ни эшләтергә?

Ҡайһы бер ғалимдар малдың ҡарынында ятҡан балаһын да хәләл тип иҫәпләй. Әбү Хәнифәнең иһә фекере былай: әгәр балаһына йән кергән булһа, уны ла «бисмиЛләһ» тип салырға һәм иткә ҡулланырға мөмкин (үҙенә ыҙалап үлергә тура килмәһен өсөн), әммә йән кермәгән булһа, уны ашарға ярамай.


Кеше телһеҙ булһа, нисек итеп «бисмиЛләһ» тип әйтһен?

Хәҙистәр буйынса, телһеҙ кеше малды һуйыр алдынан күккә ҡарарға йә иһә бармағы менән күккә ишара итергә тейеш. Шулай итһә, ул һуйған малдың ите хәләл була.


Аллаһ харам ҡылған хайуандарҙың ите, майҙары менән дауаланыу дөрөҫмө?

Улар менән дауаланырға ярамай, харам.


Сусҡа майын, үләкһә майҙарын кәмә аҫтына һәм тиреләргә, аяҡ кейемдәрен һөртөү һәм, яндырып, яҡтылығы менән ҡулланыу дөрөҫмө?

Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ харам майҙарҙы һис бер ҡайҙа ҡулланырға рөхсәт итмәгән.


Сусҡаны үҙең ашамайынса, һатыр өсөн аҫрарға яраймы?

Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ: «Аллаһ харам ҡылған нәмәләрҙең аҡсаһын да харам ҡылды», - тигән.


◘ Иҙрис Ғәләүетдиновтың «Хәләл итте беләһеңме?» тигән китабы буйынса.



Читайте нас: